Ата - әсәләр өсөн кәңәштәр; "Ир баланы тәрбиәләү"
консультация

Кадаева Гулия Нурисламовна

Беҙ һәр ваҡыт бала тәрбиәләүҙә һөйөү һәм ярҙам, шул уҡ ваҡытта ныҡлы һәм  зирәк етәкселек кәрәклеген иҫтә тоторға кәрәк.

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon ir_balany_trbilu.doc702.5 КБ

Предварительный просмотр:

Ир баланы тәрбиәләү

 

 Беҙ һәр ваҡыт бала тәрбиәләүҙә һөйөү һәм ярҙам, шул уҡ ваҡытта ныҡлы һәм  зирәк етәкселек кәрәклеген иҫтә тоторға тейешбеҙ.

  Бөгөн бик күп малайҙарҙы йәбик иртә ололар рәтенә индерәләр, йә бөтөнләй олоғайыуҙан мәхрүм итәләр.

       Малайҙар өсөн дә, ҡыҙҙар өсөндә,  яҡшы үҫеш өсөн иң кәрәге- әсә менән бәйләнеш. Ҡайсаҡ әсә кеше улын , үҙаллылыҡа өйрәтәм тип, үҙенән ситләтергә тырыша. Уларға шуны әйтке килә: әсәһе яҡлауы һәм ярҙамы менән малайҙар үҙ-үҙенә ышанып, көслө һәм йәнле, булдыҡлы булып үҫә.

   Ике йәшендә бал әсәһе менән тығыҙ бәйләнештә була.  Әсә уға кәрәк.  Ике йәш ярымлыҡ малайҙар әсәһе ҡайҙалыр киткәндә борсола, әммә тиҙ тыныслана, сөнки тиҙҙән ҡәҙерле кешеһенең әйләнеп килерен ул инде аңлай.  Айырылышыу мәлендә әсә кешенең хәүефләнеү, борсолоуы, бәләкә кешегә лә күсә. Бындай хәлдең йыш ҡабатланып тороуы иһә балаға көслө тәьҫир итеп, ауырыуға һабышыуы бар.  Быны иҫтә тотоп, ата-әсәләр хис-тойғоһон тыя белһен ине.

    Атай кеше бала тәрбиәләүҙә мотлаҡ ҡатнашырға тейеш. Тупаҫ холоҡло атаның улы тиҙ хәүефләнеп барыусан була.  Был саҡта ул көслө заттан алып етмәгән иғтибарҙы,  йылыны эҙләп, әсәһенә тағы ла нығыраҡ һыйына.

Был хәл ир баланың киләсәктә тиҫтерҙәре менән аралашыуына ла эҙ һалмай ҡалмай -ҡыйыу, тәүәккәл йәштәштәре араһында уның   үҙен кәм тотоуы мөмкин.

  • Был йәштә үҙаллылыҡа ынтылыу көслө.  Кескәй кеше бигерәк тә ваҡ әйберҙәр менән ҡыҙыҡһына. Эш ҡоралдары, тотҡосло уйынсыҡтар уға бик оҡшай. Бик дәртләнеп ҡаҙыҡ ҡаға- эшенең һөҙөмтәһе шунда уҡ күренә бит.
  • Бала ҡарамағында төрлө тауыштар сығарырлыҡ әйберҙәр булһын.  Һыҙғыртҡыс, барабан, ҡыңғырау, тәрилкә, ҡалаҡ, көрөшкә, кәстрүл ҡапҡасы…… Әйҙә барыһын да өйрәнһен, эшкә ҡушһын.
  • Бәләкәсте туп менән уйнарға , һеҙ ебәргәндә,  уны тотоп алырға өйрәтегеҙ.  Бының өсөн иң йәтеше – диаметры 30 см. булған туп.  Балаға бик яҡын ғына тороп, ипләп кенә тупты уға ырғытығыҙ.  Яйлап араны арттыра барығыҙ.   Тупты тибергә өйрәтегеҙ.

Улығыҙға төрлө әйберҙәрҙән поезд төҙөп күрһәтегеҙ.

  • Был йәштә бала тиҫтерҙәре менән ҡушылып уйнауға шат. Ҡайһы мәлдә ул башҡаларҙың уйнағанын күҙәтеп  торорға ла ярата.  Дуҫтары менән бер үк уйынсыҡҡа талашмаһын өсөн, күрше тирәләгеләр менән кәңәшләшеп ,  балаларығыҙға бер иш уйынсыҡтар алып бирһәгеҙ ,  оторһоғоҙ.
  • Илағанда үҙен нисек йыуатыуҙарын иҫләп,  бала башҡаларҙы ла йыуата.  Ғөмүмән , ул һәр саҡтала һеҙҙе ҡабатлай.

Артыҡ ҡәтғилек ,  бер һүҙһеҙ буйһоно,  шунда уҡ йомошто үтәү кеүек урынһыҙ һәм эҙмә-эҙлекһеҙ талаптарға ҡаршы бала ла шулай уҡ яуап бирә.  Киреһенсә , сабыйҙың күңелен үҫтерерлек саралар ҡулланырға кәрәк.

  Был йәштә ир баланың үҙ тәнен өйрәнеүе ,  кәүҙәһе менән   идара итә белеүгә ынтылышы мөһим .  Бала- тәбиғәттең бер өлөшө.  Уны артыҡ бәпләп ,  ғәҙәти тормоштан алыҫайтмағыҙ, тәбиғәт менән бәйләнеште өҙмәгеҙ.  Шул саҡта бала был тормош юлынан үҙ-үҙенә ышанған аҙымдар менән барыр.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Сценарий выпускного бала в младшей группе.

Это сценарий был разработан  специально для моих деток ( возраст 3-4 года). Праздник получился  интересным, насыщенным и очень трогательным....

Конспект музыкального занятия "На балу у золушки" для детей подготовительной к школе группы

Разнообразные и актуальные темы музыкальных занятий, затрагиваемые через сказки и проигрываемые через музыку, дают пищу для размышлений и осмысления детям.Музыка — воображение — фантазия —...

Сценарий осеннего бала в подготовительной группе доу

Интересный сценарий осеннего развлечения в подготовительной группе...

Биләүдәге бала

Мәктәпкә әзерлек төркеме балалары белән шөгыль....

Гаиләдә баланы тәрбияләү Һәр сабый тумыштан килә торган үзенчәлекләргә ия, әмма аның нинди булып үсүе нигездә тәрбиягә бәйле. Баланың акыл үсеше, әхлакый сыйфатлары , тирә-юньдәгеләргә мөнәсәбәте, барысыннан да элек , гаиләдә формалаша.

Һәр сабый тумыштан килә торган үзенчәлекләргә ия, әмма аның нинди булып үсүе нигездә тәрбиягә бәйле. Баланың акыл үсеше, әхлакый сыйфатлары , тирә-юньдәгеләргә мөнәсәбәте, барысыннан да элек , г...

Сценарий Выпускного бала в подготовительной группе "Музыкальная Моль на Выпускном балу"

Сценарий утренника, предназначенный для Выпуска в школу, составлен с участием необычной гостьи (Музыкальная Моль), которая не хочет отпускать детей в школу, ссылаясь на то, что они очень музыкальные и...

Баловать или не баловать детей

Назаренко Наталья Дмитриевна...