Ваҡ моториканы үҫтереүгә уйындар
консультация (подготовительная группа)

Уразбаева Айгуль Фатиховна

Аш бүлмәһендә уйнар өсөн уйындар

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл vak_motorikany_ustereug_uyyndar.docx14.15 КБ

Предварительный просмотр:

ВАҠ  МОТОРИКАНЫ ҮҪТЕРЕҮГӘ УЙЫНДАР

Бала ни тиклем бармаҡтары менән күберәк эшләһә, шул тиклем уның телмәре тиҙерәк һәм яҡшыраҡ үҫешә. Был уйындарҙы ашарға бешергә арала уйнарға мөмкин.
(Уйындарҙы Сибай ҡалаһының Бала үҫтереү үҙәге - “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһының уҡытыусы-логопеды Айгөл Ураҙбаева тәҡдим итә)

“Тәрилкәлә ярмалар”. Ҙур, йәйенке тәрилкәгә төрлө ярмалар һалығыҙ, бала шуларҙы тотоп ҡарап айырһын, сағыштырһын.

“Матур биҙәктәр”. Пластилин менән ҡаты ҡағыҙҙы һылағыҙ. Балаға төрлө ярмалар бирегеҙ (дөгө, борсаҡ, тары һ.б.), балаға пластилинға йәбештереп ярмаларҙан ниндәй биҙәктәр эшләп булыуын күрһәтегеҙ, бергәләп эшләгеҙ.

 “Банкалар”. Төрлө ҙурлыҡтағы банкалар алығыҙ, уларға ҡапҡастар һайлағыҙ.

“Экскаватор”. Бала алдына ике сынаяҡ ҡуйығыҙ. Береһенә    ярма һалығыҙ, береһе буш булһын. Ҡалаҡ менән тулы сынаяҡтан ярманы алып икенсе сынаяҡҡа һалырға.

“Пипетка”. Балаға пипетка, һыу һәм боҙ өсөн формалар бирегеҙ. Бала пипетка менән һыуҙы ала ла формаларға һала.

“Рәссам”. Йәйенке тәрилкәгә манный ярмаһы һалығыҙ. Бала бармаҡтары менән ярмала һүрәттәр эшләй.

“Скульптор”. Балаға ҡамыр бирегеҙ. Әйҙә ҡамырҙан төрлө әйберҙәр әүәләһен!

“Муйынсаҡ”. Балаға оҙон шнур һәм эре макарондар бирегеҙ. Шнурға макарондарҙы кейҙереп муйынсаҡ эшләһен.      


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

‘’Терем-терем-теремок’’

Активизировать словарный запас, мыслительный процесс, позновательный интерес....

Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың этнокультура белемдәрен үҫтереүҙә дидактик уйындар ҡулланыу.

  Яңы стандарттар буйынса белем йөкмәткеһен заман талаптарына тура килтереү, уның сифатын күтәреү бурыстарын хәл итеү маҡсатҡа ҡуйыла. Киләсәк быуынды тормошҡа әүҙем ҡарашта булған, ...

Балаларҙың ижади һәләттәрен үҫтереүсе уйындар.

Башҡорт балалар баҡсаһында балалар өсөн бармаҡ уйындары...

Белем биреү эшмәкәрлеге. Телмәр үҫтереү. Башҡорт халыҡ уйындары.

Телмәр үҫтереү буйынса ойошторолған белем биреү эшмәкәрлеге Тема: Башҡорт халыҡ уйындары.Маҡсат: Балаларҙы башҡорт халҡының мәҙәниәтен, уйындарын өйрәнеүҙе дауам итеү.Бурыстар:Белем биреүсе...

Дидактик уйындар (үҙ уйындарым)

Балалар баҡсаһында дидактик уйындар/´МӘКТӘПКӘСӘ белем биреү учреждениеһында дидактик уйын – баланың шәхесен һәр яҡлап тәрбиәләү ысулы, ул уйын эшмәкәрлеге менән бәйле. Был ысул менән файҙа...

«Ҡулдарҙың ваҡ моторикаһын үҫтереү сараһы булараҡ пластилинография»

laquo;Ҡулдарҙың ваҡ моторикаһын үҫтереү сараһы булараҡ пластилинография»...