Өлкәндәр төркөмөндә белем биреү эшмәкәрлеге
план-конспект занятия по окружающему миру (старшая группа)

Ғибәҙуллина Рәшиҙә Рәхимовна

Башҡорт балалар баҡсаһында ,өлкәндәр төркөмөндә белем биреү эшмәкәрлеге. Темаһы : "Йорт хайуандары һәм уларҙың файҙаһы"

Маҡсат:-Һәр бер хайуандың үҙенсәлекле һыҙаттарын табыу һәм башҡорт телендә иҫтә ҡалдырыу.(ял,тояҡ,мөгөҙ,ҡойроҡ,йөн,тире)

-Хайуандар тураһында балаларҙың төшөнсәһен байытыу,кеше өсөн бик куп файҙа килтерен балаларға аңлатыу.

-хайуандарҙың һәм уларҙың балаларының исемдәрен ҡабатлау.

-Хайуандарға ҡарата һөйөү,йәлләү тойғоһо уятыу.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл Белем биреү эшмәкәрлге13.19 КБ

Предварительный просмотр:

Өфө ҡалаһы ҡала округының «308-се Башҡорт балалар баҡсаһы»

Өлкәндәр төркәмәндә асыҡ дәрес конспекты.

Тема : “Йорт хайуандары һәм уларҙың файҙаһы.”

Тәрбиәсе:Ғибәҙуллина Р.Р.

ӨФӨ-2016

Йорт хайуандары һәм уларҙың файҙаһы.

Маҡсат:-Һәр бер хайуандың үҙенсәлекле һыҙаттарын табыу һәм башҡорт телендә иҫтә ҡалдырыу.(ял,тояҡ,мөгөҙ,ҡойроҡ,йөн,тире)

-Хайуандар тураһында балаларҙың төшөнсәһен байытыу,кеше өсөн бик куп файҙа килтерен балаларға аңлатыу.

-хайуандарҙың һәм уларҙың балаларының исемдәрен ҡабатлау.

-Хайуандарға ҡарата һөйөү,йәлләү тойғоһо уятыу.

Йыһаз:слайд,туп,дидактик уйын «Кем мин?».

Дәрес барышы:

Балалар һаулыҡ һорашып төркөмгә инәләр.Ултырышалар.

-Балалар,мин бөгөн һеҙгә бик матур шиғыр уҡып ишеттерәм.Һеҙ иғтибар менән тыңлағыҙ,ниндәй йорт хайуандарын һеҙ ишетерһегеҙ икән?

«Бәләкәстәр.”

-Ә, хәҙер миңә әйтегеҙ ниндәй йорт хайуандарын һеҙ был шиғырҙа ишеттегеҙ?(яуапатар).

-Эйе,беҙ бөгөн йорт хайуандары тураһында һөйләшәбеҙ.Ә нишләп уларҙы йорт хайуандары тиҙәр?

-Тағы ниндәй йорт хайуандары һәм уларҙың балаларын беләһегеҙ?(ҡабатлап үтеү)

-Ә беҙгә йорт хайуандары ниндәй файҙа килтергәнен белер өсөн слайдтарға ҡарап үтәйек.Бына ҡарағыҙ әле был нимә?

-Эйе был һыйыр.Ул беҙгә бик күп файҙа килтерә:ит ризыҡтары һәм һөт ризыҡтары бирә.Ниндәй һөт ризыҡтары беҙ беләбеҙ икән?(Балалар яуаптары).Ә иттән колбаса,сосискалар эшләйҙәр.

Шулай итеп,слайд һайын эт,һарыҡ,ат,кәзә тураһында һөйләү.

Физкультминутка:Малайҙар һәм ҡыҙҙар бер-береһенә ҡапма-ҡаршы тороп әйтеш әйтәләр.

1.Әйтегеҙ әле ҡыҙҙар

Нисек һыйыр һауалар

Бына шулай,бына шулай

Бына шулай һауалар.

2.Әйтегеҙ,әле малайҙар

Нисек атта сабалар?

Бына шулай,бына шулай

Бына шулай сабалар.(балалар ултырышалар).

Дидактик уйын”Мин кем?”

Иң беренсе тәрбиәсе уйнай,һорауҙар бирә:

-Мин хайуанмы?

-Мин йорт хайуанымы?

-Кәбеҫтә яратаммы? Һ.б. 2-3 бала уйнай.(эт,терпе,ат һүрәттәре).

Йомғаҡлау.

-Балалар беҙ һеҙҙең менән бөгөн нимәләр тураһында һөйләштек?

Слайд буйынса эшләү.

-Бына ҡарағыҙ әле,хайуандар менән ошолай итергә яраймы?(ҡойроғонан тартырға,ныҡ итеп ҡыҫып тоторға,һуғырға,ыҙалатырға яраймы?)

-Ә бына был слайдта ҡарағыҙ әле.Бәләкәс кенә ҡыҙыҡай нисек итеп бәрәсте ярата,ашата.Бына шулай итеп уларҙы яратһаң,йәлләһәң генә уларҙа һине яратырҙар,һәм ҙур файҙа килтерерҙәр.Һеҙ бөгөн бөтәгеҙ ҙә афариндар,һәм шуның өсөн мин һеҙгә бәләкәс кенә бүләгемде таратам.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Тәбиғи белем биреү эшмәкәрлеге- тәжрибә ”Ҡар таҙа буламы?”

Башҡортостан Республикаһы Сибай ҡалаһы ҡала округының“Әкиәт” бала үҫтереү үҙәге балалар баҡсаһыМуниципаль мәктәпкәсә белем биреү бюджет учреждениеһы...

Тәбиғи белем биреү эшмәкәрлеге- тәжрибә ”Ҡар таҙа буламы?”

Башҡортостан Республикаһы Сибай ҡалаһы ҡала округының“Әкиәт” бала үҫтереү үҙәге балалар баҡсаһыМуниципаль мәктәпкәсә белем биреү бюджет учреждениеһы...

"Йыл миҙгелдәренә сәйәхәт" . Тирә - яҡты өйрәнеү, белем биреү эшмәкәрлеге өсөн конспект.

                Йыл миҙгелдәренә сәйәхәт Маҡсат: - балалар менән  берлектә йыл миҙгелдәре тураһындағы белемдәрен нығытыу:- балаларҙың...

«Бәпембә сәскәһен әүәләү» темаһына икенсе кескәй төркөмдә художестволы-эстетик тәрбиә бүлегенең ойошторолған белем биреү эшмәкәрлеге конспекты.

Башҡортостан Республикаһы муниципаль районы Хәйбулла районының 3-cө һанлы «Шатлык» балалар баҡсаһы муниципаль мәктәпкәсә мәғәриф учреждениеһы   «Бәпембә сәскәһен әүәләү»темаһына и...

«Төҫлө туптар әүәләү» темаһына икенсе кескәй төркөмдә художестволы-эстетик тәрбиә бүлегенең ойошторолған белем биреү эшмәкәрлеге конспекты.

«Төҫлө туптар әүәләү» темаһына икенсе кескәй төркөмдә художестволы-эстетик тәрбиә бүлегенең ойошторолған белем биреү эшмәкәрлеге конспекты. Маҡсат. Балсыҡ киҫәген ике ус эсендә (таҡтала) өйрөлтөп...

ойошторолған белем биреү эшмәкәрлеге

Занятие для младшей группы по познавательной деятельности...