Дидактик уйын Тейенгә ярҙам итәйек. Кескәйҙәр төркөмө өсөн
план-конспект занятия по окружающему миру (младшая группа)

Юмагулова Нурзиля Галеевна

Кескәйҙәр төркөмө өсөн дидактик уйын

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл teyeng_yarzam_ityek._keskyzr_torkomo_oson_du.docx66.15 КБ

Предварительный просмотр:

“Тейенгә ярҙам итәбеҙ” дидактик уйыны

Икенсе кескәйҙәр төркөмө

Танып-белеү өлкәһе

Дидактик бурыстар:

Белем биреү: предметтарҙы ҙурлығы буйынса сағыштырырға өйрәтеүҙе дауам  итеү; “ҙур” һәм “бәләкәй” төшөнсәләрен нығытыу, ҡабатлау; ҡышҡы урман тураһындағы белемдәрен арттырыу.

Үҫтереүсе: күҙ алдына килтереү, фараз итеү һәм фекерләү һәләтен, иғтибарлылыҡты үҫтереү; һүҙ байлығын арттырыу, телмәр үҫтереү.

Тәрбиәүи: ҡышҡы тәбиғәткә, урманға ҡарата ҡыҙыҡһыныу, һоҡланыу тойғоһо формалаштырыу; хайуандарға ҡарата һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү, уларға ярҙам итеү теләге уятыу.

Йыһазландырыу: Воскобовичтың “Зәңгәр-күк урман” үҫтереүсе күргәҙмәле аралыҡ мөхите, аудиосистема, “тылсымлы” ҡар бөртөгө.

Дидактик ҡулланма: ҙур һәм бәләкәй кәрзиндәр, балалар һанына ҡарап ҙур һәм бәләкәй бәшмәктәр.

Уйын барышы:

Ойоштороу моменты:

Тәрбиәсе “тылсымлы” ҡар бөртөгө тотоп төркәмгә килеп инә.

 Балаларҙы үҙенең янына йыйып ала.

  • Һаумыһығыҙ, кескәй дуҫтарым! Мин Нүрзилә Ғәле ҡыҙы булам. Мин һеҙгә уйын уйнарға тип килдем. Ә һеҙ уйнарға яратаһығыҙмы?
  • Дуҫтарым, мине һеҙҙең төркөмгә ошо ҡар бөртөгө алып килде. Бында аҡыллы, уңған ҡыҙҙар һәм малайҙар бар тине ул.  

Тылсым тауышы ишетелә

  • Ишетәһегеҙме, ҡар бөртөгө нимәлер әйтергә теләй. Тыңлап ҡарайыҡ әле!

Тәрбиәсе балаларҙың һәр береһенә исемләп өндәшеп,

 ҡар бөртөгөн тыңларға бирә. Һуңынан үҙе тыңлай.

  • Дуҫтарым, ҡар бөртөгө беҙҙе ҡышҡы урманға ҡунаҡҡа саҡыра. Һеҙҙең урманға барғығыҙ киләме?
  • Улайһа, әйҙәгеҙ!

Түңәрәккә баҫабыҙ,

Ҡулды ҡулға бирәбеҙ!

Ойрөләбеҙ, әйләнәбеҙ,

Урманға беҙ етәбеҙ!

Төп өлөш.

Эленеп торған “Зәңгәр-күк урман” янына киләләр.

  • Кескәйҙәр, беҙ ҡайҙа килеп сыҡтыҡ? (яуаптар)
  • Ураманда һеҙ нимәләр күрәһегеҙ? (яуаптар, тәрбиәсе һәр баланы ишетә, хуплай. Балаларҙың яуаптарына ҡарап эште дауам итә)
  • Дуҫтарым, ҡарағыҙ әле, ә тейенкәй бит илап ултыра. Уға нимә булған икән?
  • (~~~Бәшмәктәр ҡайҙан төшкән икән? Кемдең бәшмәктәре ята?)
  • Кескәйҙәр, тейен иламаһын өсөн нимә эшләйек? (яуаптар – бәшмәктәрен йыябыҙ, ярҙам итәбеҙ)
  • Уға нисек ярҙам итә алабыҙ? (бәшмәктәрен йыябыҙ)
  • Дуҫтарым, ҡарағыҙ әле, ә бәшмәктәр ниндәй? (ҙур бәшмәктәр, бәләкәй бәшмәктәр)
  • Афарин, уңғандарым! Ә бәшмәктәрҙе ниндәй һауытҡа йыяйыҡ икән, нисек уйлайһығыҙ? (яуаптар – биҙрәгә, пакетҡа, кәрзингә)
  • Дөрөҫ, бәләкәстәр! Мин һеҙгә бәшмәктәрҙе кәрзингә йыйырға тәҡдим итәм. (Ҙур һәм бәләкәй кәрзинде йәнәшә йәбештереп ҡуя) Нисә кәрзин күрәһегеҙ?  (иҫәпләйҙәр, икәү) Ҡарағыҙ әле, дуҫтарым, кәрзиндәр ниндәй? (ҙур, бәләкәй)
  • АЛИНА (мәҫәлән) ҙур кәрзинде күрһәт әле! Ильдар, ә һин бәләкәй кәрзинде күрһәт!
  • Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, ҙур кәрзингә ниндәй бәшмәктәрҙе йыйып һалабыҙ? (ҙур бәшмәктәрҙе). Ә бәләкәй бәшмәктәрҙе ниндәй кәрзингә йыяйыҡ? (бәләкәй кәрзингә)

Балаларҙың һәр береһен “зәңгәр-күк ураман” янына саҡырып бәшмәктәрҙе “йыялар”. Һәр баланан “Ниндәй бәшмәк? Ҡайһы кәрзингә һалабыҙ?” тип һорай. “Афарин!” тип хуплай. Һуңғы бәшмәкте йәбештергән саҡта тейендең күҙ йәштәрен ала.

Йомғаҡлау.

  • Ниндәй уңғандар, зирәктәр икәнһегеҙ һеҙ, дуҫтарым! Афарин! Тейенкәй ҙә иламай. Ул һеҙгә рәхмәт әйтә! Хатта күстәнәстәр ҙә әҙерләп ҡуйған. Рәхмәт, тейенкәй!

Тылсым тауышы

  • Ой, ишетәһегеҙме, ҡар бөртөгө беҙгә нимәлер әйтергә теләй. (тыңлап ҡарай). Ҡар бөртөгөнә төркөмдә бигерәк эҫе икән. Ул иреп ҡуйырмын тип ҡурҡа. Ҡыҙҙар, малайҙар, әйҙәгеҙ ҡар бөртөгөн тышҡа алып сығайыҡ! Саф һауала йөрөп инәйек!

Муниципаль мәктәпкәсә белем биреү бюджет учреждениеһы

“Ҡайынҡай” балалар баҡсаһы – бала үҫтереү үҙәге”

img_56d58053046f3.jpg

Икенсе кескәйҙәр төркөмөндә

“Тейенгә ярҙам итәйек”

дидактик уйыны

Әҙерләне: Йомағолова Нүрзилә Ғәле ҡыҙы,

тәрбиәсе


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Беренсе кескәйҙәр төкөмөндә музыка дәресе

Беренсе кескәҙәр төркөмөндә музыка дәресе. "Урманға-ҡуянға сәйәхәт"...

«Тәбиғәт күрке - күскәнтәй» темаһына икенсе кескәй төркөмдә танып-белеү эшмәкәрлеге конспекты

Башҡортостан Республикаһы муниципаль районы Хәйбулла районының 3-cө һанлы «Шатлык» балалар баҡсаһы муниципаль мәктәпкәсә мәғәриф учреждениеһы      «Тәбиғәт күр...

«Бәпембә сәскәһен әүәләү» темаһына икенсе кескәй төркөмдә художестволы-эстетик тәрбиә бүлегенең ойошторолған белем биреү эшмәкәрлеге конспекты.

Башҡортостан Республикаһы муниципаль районы Хәйбулла районының 3-cө һанлы «Шатлык» балалар баҡсаһы муниципаль мәктәпкәсә мәғәриф учреждениеһы   «Бәпембә сәскәһен әүәләү»темаһына и...

"Ҡурсаҡтың күлдәген матурлау" темаһына кескәй төркөмдә әүәләү

Кескәй төркөмдә әүәләүТема. Ҡурсаҡтың күлдәген матурлау.Маҡсат. Пластилиндан ваҡ киҫәктәр өҙөп алып, түңәрәктәр әүәләү, бер нисә төҫ менән эшләү, пластилин борсаҡтарҙы тигеҙ арауыҡтарҙа ҡатырға ...

Дидактик уйын "ҠУРАЙ"

Башкирская дидактическая игра «Ҡурай»...

Дидактик уйын: "Сәлимәне милли кейемдә кейендер"

Маҡсат: балаларға ҡурсаҡты милли кейемдә эҙмә-эҙлекле кейендерергә өйрәтеү....