Региональ компонент
консультация (младшая группа)

Утарбаева Нәркәс Мәхмүтйән ҡыҙы

Башҡорт теле-әсәм теле,

Ул минең туған телем.

Башҡорт тигән һәр бер бала

                                   Онотмаһын, ине телен.        

Скачать:


Предварительный просмотр:

Мәктәпкәсә йәштәге балаларға башҡорт телен өйрәтеүҙә яңы технологиялар ҡулланыу.

Бөгөнгө көндә тәрбиәсенән бик күп нәмә талап ителә;үҙ эшеңде бик яҡшы белеү,балаларҙы яратыуҙан тыш,уларҙың фекерләү һәләтен үҫтереү,уҡыу-тәрбиә эшмәкәрлеген ойоштороу,рухи һәм физик үҫешен тәьмин итеү.Ә бының өсөн педагогтан үҙ шәхесенә тәнҡит күҙлегенән ҡарау,яңылыҡҡа ынтылыу,заман һулышын тойоп,белемде өҙлөкһөҙ камиллаштырыу,уҡытыу-тәрбиә эшендә ижади яҡтан эшләү талап ителә.Бөгөнгө көндә яңыса уҡытыу –заман талабы. Бөтәбеҙгә лә билдәле, хәҙерге заманды компьютер технологияларһыҙ күҙ алдына килтереп тә булмай. Хәҙерге заман балалары ла мәғлүмәт - компьютер технологиялары менән бик иртә таныша. Китаптағы һүрәттәргә ҡарағанда , экрандағы асыҡ, сағыу, бер - береһен алмаштырып торған һүрәттәр , балаларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра һәм ундағы ваҡиғалар уларҙың хәтерендә тиҙ генә һаҡлана. Заман үҙ талаптарын ҡуя : бөгөнгө көндә уҡытыу - тәрбиә барышында яңы технологияларҙы ҡулланыу төп мәсьәлә булып тора. Һәр баланың белемде үҙләштереүгә һәләте төрлөсә була. Ҡайһы бер балаларҙа ишетеп иҫтә дәрәжәһе өҫтөнлөк алһа, ә күпселек балаларҙа күреп иҫтә ҡалдырыу дәрәжәһе өҫтөнлөк ала.Шуға ла хәҙерге педагогтар балаларҙы ҡыҙыҡһындырыу,уларҙың иғтибарын йәлеп итеү өсөн төрлө алымдар уйлап табырға – шул уҡ мәғлүмәти технологияларҙы үҙләштерергә һәм уларҙы уҡытыу-тәрбиә эшендә ҡулланырға тырышалар.Сөнки мониторҙа барлыҡ биремдәр матур һәм эстетик яҡтан камил бирелә.Бөгөнгө көндә балалар баҡсаһында заманса технологияларҙы үҙләштереү мөмкинлеге бар һәм минең дә эшемдең маҡсаты булып :мәктәпкәсә йәштәге балаларға туған телде өйрәтеүҙә яңы технологиялар ҡулланыу тора. Мәктәпкәсә йәштәге балаларға туған телде өйрәтеүҙә заманса технологиялар ҡулланыу барышында төрлө интерактив уйындар,мультимедиялы презентациялар,аудио һәм видео яҙмалар аша киләһе эш төрҙәрен ҡулланам:

-һүрәт һәм схема буйынса һүҙҙәрҙән һөйләмдәр төҙөү,

-сюжетлы һүрәттәр аша бәләкәй күләмдәге хикәйә төҙөү,

-фонематик ишетеү һәләтен үҫтереү,

-сылбыр буйынса хикәйә төҙөү,

-“Нимә артыҡ?” , “Нимә йә кем етмәй?” , “Күрһәт һәм әйт” һәм башҡа уйындар уйнау,

-ял минуттары ҡулланыу.

Был эш алымдары балаларҙың уйлау,фекерләү һәләтен,һүҙ байлығын, ҡыҙыҡһыныусанлығын үҫтерә һәм ижади яҡтан үҫешкә булышылыҡ итә ,сөнки ҡулланылған эш биремдәре матур,сағыу һәм музыкаль өҙөктәрҙе тәшкил итә ,шуға күрә бирелгән мәғлүмәт тиҙерәк үҙләштерелә һәм телде өйрәнгәндә ыңғай һөҙөмтә бирә.Интеграцияланған уҡытыу һәм мәғлүмәт коммуникатив технологияларҙы ҡулланып эҙмә-эҙлекле эшләү балаларҙың үҙ үҫешен һәм яңы белем алыу йүнәлешен бирә.Иң әүҙем мәғлүмәт-коммуникатив технологиялар улар: аудио-видео яҙмалар,мультимедия һәм төрлө уйындар,сөнки уйын- мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн иң мөһим эшмәкәрлек төрө булып тора. Башҡорт телендәге аудио һәм видео әҫәрҙәр,әкиәттәр ҡулланыу балаларҙың телмәр үҫеше өсөн ҙур роль уйнай. Нәфис әҙәбиәт менән таныштырғанда мультимедиялы презентацияларының мөмкинлектәре сикһеҙ.Бирелгән әҫәрҙәрҙең сюжеттарының матур һүрәттәре балаларҙы ылыҡтыра һәм тыңлау теләген үҫтерә.Шулай уҡ әкиәттәрҙе ,хикәйә һәм үҫтереүсе фильмдарҙы үҙ телеңдә ҡарау балаларҙа ҡыҙыҡһыныусанлыҡты арттыра һәм улар туған телдең семантик нигеҙен тиҙ генә отоп алып ,телмәрҙә ҡуллана.Мультимедиялы презентация ул –компьютер программалары ярҙамында мәғлүмәтте еткереү өсөн уңайлы һәм нәтижәле ысул.Ул үҙенә динамика,тауыш,сағыу һүрәттәр һ.б мөмкинлектәрҙе үҙ эсенә ала һәм балаларҙың иғтибарын оҙаҡҡа йәлеп итә.Белем биреү эшмәкәрлегендә презентацияларҙы ҡулланыуҙың бик күп өҫтөнлөктәре бар:

-балаларҙың танып белеү әүҙемлеген үҫтерә һәм өйрәнелгән материалдың күләмен арттыра,

-бала һәм тәрбиәсе араһында барған хеҙмәттәшлеккә,аралашыуҙың яңы төрөн формалаштырыуға булышлыҡ итә,

-мәктәпкәсә йәштәге балаларға аңлайышлы булған мәғлүмәт төрөн ҡулланырға ярҙам итә ,

-ижади һәләтте,хәтерҙе үҫтерә,һүҙлек байлығын һәм бирелгән материалды үҙләштереүҙең һөҙөмтәһен арттыра,

-эшмәкәрлек барышында баланың хис-тойғоһона ыңғай

 

йоғонто яһай,ә был уңыштың нигеҙе булып тора.Шуға күрә башҡорт телен өйрәтеүҙә медиа төрҙәрен ҡулланыу мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың телмәрен оҙаҡ булмаған ваҡыт эсендә формалаштырырға булышлыҡ итә.

Мәктәпкәсә йәштәге балаларға туған телде өйрәтеүҙә заманса технологиялар ҡулланыу :

-һүлпән балаларҙы әүҙем эшмәкәрлеккә йәлер итергә,

-дәресте күрһәтмәле һәм ҡыҙыҡлы итеп үткәрергә,

-танып белеүгә ҡыҙыҡһыныусанлыҡты арттырырға,

-фекерләү һәләтен үҫтерергә ярҙам итә.

Башҡорт телен өйрәтеүҙә яңы, заманса технологиялар ҡулланыу уҡытыу сифатын күтәрергә ярҙам итә, баланың үҙ-үҙенә ышанысын уята һәм тыуған илен яратҡан,уның киләсәген ҡайғыртыусы шәхес тәрбиәләй, ә иң мөһиме – башҡорт теленең бәҫен күтәреп, балалар ҙа ҙа үҙҙәрен белемле, яңылыҡҡа ынтылыусы, ышаныслы, һәләтле шәхес итеп танытыр. Компьютер технологиялары – ул хәҙерге заман педагогының иң кәрәкле эш ҡоралы. Шулай итеп,үҙ эшен яратҡан һәр бер тәрбиәсе , заманса технологияларҙы өйрәнеп, уларҙы эш тәжрибәһендә ҡулланып, балаларҙың башҡорт телендә аралашыуын, уларҙың индивидуаль һәләттәрен үҫтереп, халҡыбыҙға һәм телебеҙгә ихтирам тәрбиәләй ала тип ышанырға ҡала.

Ҡулланылған әҙәбиәт:

1.Баһауетдинова М. И., Йәғәфәрова Г. Н. Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән традицион булмаған дәрестәр: Методик ҡулланма.

2. М. И., Йәғәфәрова Г. Н. башҡорт телен һәм әҙәбиәтен заманса уҡытыу: уҡытыусылар өсөн ҡулланма. – Өфө: Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте, 2009. Өфө: Информреклама, 2003

3.Толомбаев Х. А., Алсынбаева Р. Р. башҡорт телен уҡытыуҙа актив формалар һәм алымдар: Уҡытыусылар өсөн ҡулланма. – Өфө: БМҮИ нәшриәте, 2006

4. Башҡортса өйрәнәйек: электрон дәреслек /Төҙ. Х.А.Толомбаев Дәүләтшина М.С., Сиражетдинов З. Ә.

5.Акименко В.К. Кескәйҙәр өсөн компьютер.-М.Майор ,2005

6.Аширова Н.Х. «Балалар баҡсаһында мөғлүмәт коммуникатив технологияларҙы ҡулланыу»(Электрон ресурс).nsportal/ru



Предварительный просмотр:

Уртансы төркөм балалары өсөн социаль - коммуникатив белем биреү        өлкәһенең «Мин Башҡортостан Республикаһында йәшәйем...» темаһына дәрес конспекты

Белем биреү өлкәһе: социаль - коммуникатив өлкә

Белем биреү өлкәләрен тормошҡа ашырыу: «Танып белеү үҫеше»; «Телмәр үҫеше»; «Художестволы - эстетик үҫеше».

Маҡсат:  балаларҙа ғаиләгә, тыуған илгә ҡарата хөрмәт,  һөйөү тәрбиәләү һәм уларҙың социаль- коммуникатив телмәр үҫешен формалаштырыу.

     

Бурыстар:

Өйрәтеүсе: Башҡортостан Республикаһының дәүләт символдары менән таныштырыу; Башҡорт халыҡ сәнғәте тураһындағы төшөнсәләрҙе формалаштырыу; милли халыҡ мәҙәниәтенә, кейеменә, биҙәктәренә ҡарата һөйөү тәрбиәләү; ижади эшмәкәрлектә үҙаллылыҡ нығытыу.

Үҫтереүсе: Башҡорт халыҡ уйындары менән таныштырыуҙы дауам итеү һәм ҡатнашыу теләген уятыу.

Тәрбиәүи: Ватанға, ғаиләгә, тыуған илгә ҡарата хөрмәт, һөйөү һәм тоғролоҡ тәрбиәләү.

Алдан башҡарылған эштәр: башҡорт халҡының мәҙәниәте һәм көнкүреше тураһында әңгәмә; башҡорт халыҡ уйындары менән таныштырыу; башҡорт халыҡ милли кейемдәре һәм биҙәктәре ( орнаменттары) тураһында әңгәмә;
тыуған ил һәм уның тәбиғәте тураһында картиналар ҡарау. Башҡортостан тураһында шиғырҙар уҡыу. Тыуған ил тураһында йырҙар тыңлау.


Методтар һәм алымдар: уйын, күргәҙмә, балаларҙың практик эшмәкәрлеге, балаларға һорауҙар, һүҙле һәм дидактик уйындар, нәфис әҙәбиәт ҡулланыу.

Ҡулланыу өсөн материалдар: өҫтәл, мольберт, һандыҡ, Башҡортостан Республикаһының картаһы, һүрәт - слайдтар, һүрәт төшөрөү  өсөн алдан әҙерләгән биремдәр (түбәтәйҙәр).

Дәрес барышы:

  • Һаумыһығыҙ, балалар. Әйҙәгеҙ әле бер-беребеҙҙе сәләмләйек.

Һаумыһығыҙ, күҙҙәр,

Һаумыһығыҙ, биттәр,

Һаумыһығыҙ, ҡулдар,

Һаумыһығыҙ, аяҡтар,

Хәлдәрегеҙ нисек?

Һаумыһығыҙ, балалар!

Һаумыһығыҙ, Айһылыу Ғәлиевна!

Хәлдәрегеҙ нисек?

Һәйбәт!

Ҡурай моңо ишетелә.

-Балалар ҡайҙандыр көй ишетелә түгелме? Кайҙан килә икән ул көй? Әйҙәгеҙ әле эҙләп ҡарайыҡ (Көй тауышына һандыҡ янына киләләр. Һандыҡҡа яҡынайған һайын көйҙөң тауышы кәмей бара һәм һандыҡҡа яҡынайғас  көй туҡтай). Бында һандыҡ ултыра, шунан килгән бит ул көй.

- Ҡайҙа әле асып ҡарайым, эсендә нимә бар икән? (Һандыҡ асылмай). Һандыҡ асылмай бит балалар,  эргәһендә ниндәйҙер хат ята, укыйык әле.        (Тәрбиәсе хатты уҡый).

- Әгәр балалар бөтә һорауҙарға ла дөрөҫ яуап бирһәләр, һандыҡ асыла тип яҙылған. Балалар, ә һеҙ һандыҡтың асылыуын теләйһеҙме? Һеҙ беләһегеҙме, балалар,  элек- электән беҙҙең өләсәйҙәребеҙ һәр береһенең ошондай һандығы булған.Улар һандыҡта  үҙҙәренең һәм яҡындарының ҡәҙерле әйберҙәрен һаҡлағандар. Һеҙҙеңдә өләсәйҙәрегеҙҙең һандыҡтары барҙыр әле.

Беҙгә һандыҡ эсендә нимә ятҡанын белергә кәрәк, эйе бит балалар.  Шуға күрә һорауҙарға яуап бирергә тура килә инде  (Конверт эсенән һорауҙарҙы алабыҙ).

Төп өлөш.

1 һорау. -Беҙ йәшәгән Республика нисек атала? (Беҙ йәшәгән Республика Башҡортостан тип атала).

- Беҙ һеҙҙең менән ҙур һәм матур республикала йәшәйбеҙ. 1слайд.

-Әйе, был беҙҙең Башҡортостан Республикаһының картаһы (картаны күрһәтеү).     2 слайд.

-Картаға ҡараһаң, унда күк төҫтәр күренә. Ә һеҙ беләһегеҙме, күк төҫ менән нимәне билдәләйҙәр?

 Балалар: күктөҫ менән йылғалар күрһәтелгән. 3-4 слайд.

-Йәшел төҫтә урмандар, ҡырҙар күрһәтелгән. Ҡарағыҙ әле, Башҡортостанда урмандар бик күп. Беҙгә урмандарҙы һаҡларға кәрәк. 5-6 слайд.

-Ҡыҙыл түңәрәктәр ҡалаларҙы күрһәтә. Беҙҙең йәшәгән ҡала нисек атала, ҡайһығыз әйтә?( Балаларҙың яуабы) .

-Бына ошонда Өфө ҡалаһы күрһәтелгән (Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат ҡалаларының урынын күрһәтеү).

- Беҙ һеҙҙең менән беренсе һорауға яуап бирҙек.

- Ҡояш: афарин, балалар, һеҙ был һорауға дөрөҫ яуап бирҙегеҙ (Ҡояш тауышы ишетелә)7 слайд.

2 һорау - Беҙҙең республиканың баш ҡалаһы нисек атала?
(Балаларҙың яуабы) 8-10 слайд.( Өфө ҡалаһының фотоларын күрһәтеү).

- Ҡояш: афарин, балалар, һеҙ икенсе һорауға ла дөрөҫ  яуап таптығыҙ (Ҡояш тауышы ишетелә). 11 слайд. 

3 һорау:-Экранға ҡарағыҙ әле, һеҙ кемде күрәһегеҙ? 12 слайд(Башҡортостан Республикаһының башлығының фотоһын күрһәтеү).

-Дөрөҫ, балалар, был Башҡортостан Республикаһының башлығы Рөстәм Зәки улы Хәмитов. 13-16 слайд.Республиканың башлығы беҙҙең республика ла бөтә халыҡта дуҫ һәм татыу йәшәһен өсөн, улар икмәк үҫтерһен, йорттар төҙөһөн, машина, самолеттар эшләһен, балалар  баҡсаға һәм мәктәпкә йөрөһөн өсөн булышлыҡ итә.

- Афарин, балалар, һеҙ өсөнсө һорауға ла дөрөҫ  яуап таптығыҙ (Ҡояш тауышы ишетелә)17 слайд.

-  Ә хәҙер беҙ һеҙҙең менән республикабыҙҙың дәүләт билдәләрен ҡарап үтәйек. Беренсеһе - флаг. 18 слайд.Ҡарағыҙ әле флагта ниндәй  төҫтәр бар? (Балаларҙың  яуабы). Хәҙер беҙгә флаг тураһында Аделия шиғыр һөйләп ишеттерә (шиғыр).

Башҡортостан флагында

Күк, аҡ, йәшел төҫ уйнай.

Зәңгәр күктә талпына ул,

Аҫыл ҡош ҡанатылай.

Күк төҫ- изгелек билдәһе,

Аҡ төҫ- именлек сафлыҡ,

Йәшел- йәшәү мәңгелеге,

Татыулыҡ һәм азатлыҡ.

- Ә икенсеһе ниндәй билдә? Был - герб ( 19 слайд ). Хәҙер герб тураһында Шамил  шиғыр һөйләп үтер.

Башҡортостан гербы бөгөн

Беҙҙең бүлмәне биҙәй.

Ул ил өсөн, халыҡ  өсөн,

Батырлыҡтарға әйҙәй.

-Гербта кем төшөрөлгән? (Балаларҙың яуабы).

- Салауат Юлаев кем булған? (Балаларҙың яуабы).

- Эйе, ул башҡорт халҡының батыры.

-Ә хәҙер, өҫтәл эргәһенә килегеҙ әле, беҙҙең Республиканың гербын һәм флагын һайлап алайыҡ.

Дидактик уйын:

«Башҡа гербтар араһынан Башҡортостан гербын һәм флагын тап».

(Музыка тауышы яңғырай). Ә хәҙер һандыҡты асып ҡарайыҡ. Нимә ята икән унда? (Түбәтәйҙе алып күрһәтә).

-Түбәтәй ул башҡорт халыҡ  ир –аттарының баш кейеме булған. Бөгөн беҙ һеҙҙең менән  атайҙарығыҙға  бүләккә түбәтәй эшләйбеҙ (Әҙер түбәтәй контурына традицион булмаған алым менән биҙәктәр эшләү).

-Афарин, балалар. Әйҙәгеҙ әле,  бергәләп  башҡорт халыҡ уйыны  «Түбәтәй» ҙе уйнап алайыҡ.

Уйын «Түбәтәй».

Уйын барышы :

Түбәтәйем тиҙ - тиҙ ,ҡулдан ҡулға тәгәрә.

Түбәтәйем кемдә ҡала – шул кеше яза ала.

Яза - һорауҙар:

- Дәүләт билдәләрен әйт.

- Башҡортостан Республикаһының гербында кем төшөрөлгән?

- Башҡортостан Республикаһының баш ҡалаһын әйт.

- Афарин, балалар. Беҙҙең Республикабыҙ тағы ла матур һәм ныҡ булһын өсөн беҙгә үҙ Республикабыҙҙы яратырға кәрәк.


Предварительный просмотр:


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

«Литературно-художественный центр - важный компонент информационно-образовательного пространства разновозрастной группы общеразвивающей направленности»

Книжный уголок является неотъемлемой составляющей информационно-образовательного пространства,  в целом,  и лит...

Планирование индивидуально-подгрупповой работы по формированию звуковой культуры речи, лексико-грамматических компонентов и связной речи в средней группе для детей с ОНР

Предлагаю свой вариант планирования индивидуально-подгрупповой работы в средней  группе. Мне нравится данная форма планирования тем, что письменная работа логопеда сводится к минимуму. План...

Развитие связной речи и лексико-грамматических компонентов по лексической теме: "Домашние животные"

Данное занятие учит детей составлять предложения о котёнке с опорой на сюжетные картинки. Формирует номинативную лексику по теме "Домашние животные"...

“Сөйләм үстерү тирәлегендә милли региональ компонентлар куллану буенча тәрбияче эшчәнлеге.”

Сөйләм    үстерү  тирәлегендә  милли  региональ   компонентлар куллану  буенча  тәрбияче  эшчәнлеге....

Әдәп-әхлак - җәмгыятьне тотучы чыганак (76 нчы балалар бакчасының зурлар төркемендә региональ семинарда үткәрелгән шөгыль конспекты. )

Әдәп-әхлак - җәмгыятьне тотучы чыганак(76 нчы балалар бакчасының  зурлар төркемендә  региональ семинарда үткәрелгән шөгыль конспекты. )...

"Региональ компонент"

quot;Региональ компонент"...

Перспективный план по региональному компоненту и компоненту ДОУ

Перспективный план по региональному компоненту и компоненту ДОУ.Внедрние национального компонента в музыкальном воспитании в соотвествии с требованиями ФГОС....