"Ҡояшым минең дуҫым"
план-конспект занятия по развитию речи (старшая группа)

Ахмедьянова Гульнара Наиловна .Әхмәтйәнова Гөлнара Наил ҡыҙы
Балалар мнемоһүрәт ярҙамында шиғыр ятлайҙар.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл конспект занятия90.43 КБ
Файл рисунок №1238 КБ
Файл рисунок №2667.12 КБ
Файл рисунок №31.15 МБ
Файл рисунок №4720.51 КБ
Файл рисунок №5701.11 КБ
Файл рисунок №6522.74 КБ
Файл рисунок №7318.78 КБ
Файл рисунок№8464.25 КБ
Файл рисунок №91.24 МБ

Предварительный просмотр:

                        “Балаларға ниндәйҙер уға билдәле булмаған биш һүҙ                   өйрәтер өсөн бик оҙаҡ һәм заяға интегәсәкбеҙ, әгәр егерме биш шундай һүҙҙе рәсәм менән бәйләп өйрәтһәк-был күпкә еңелерәк , тиҙерәк һәм отошлораҡ булыр...   К.Д.Ушинский

 Тема:  “Ҡояшҡай- минең дуҫым”

Телмәр үҫтереү.

Өлкәндәр төркөмө.

Маҡсат: Балаларға һүрәт, йә схема ярҙамында һөйләм төҙөргә өйрәтергә, ялғауҙарҙы дөрөҫ ҡулланыуҙы нығытырға,  шулай –уҡ һорауҙарға тулы яуап алыуҙы формаллаштырыу, “Ш” өнөн әйтеүҙе  нығытыу.  Һүрәт, схемаларҙың аңлатмаларын аңлауға ҡыҙыҡһындырыу. Балаларҙың иҫен, ихтибарын , күҙаллауын  арттырыу. Дуҫлыҡ, яғымлы өндәшеү сифаттарын тәрбиәләү.

Йыһазландырыу:  Магнит таҡтаһы, магниттар,   төҫлө маркерҙар,  күргәҙмә һүрәттәр, “сюрприз” стаканчиктар- һәр балаға.

Дәрес барышы:

Тәрбиәсе :

-Хәйерле көн, балалар!

Хәйерле көн, ҡунаҡтар!

Балалар, кәйефтәрегеҙ нисек? (балаларҙың яуабы)

-Яҡшы.

Минекелә бик яҡшы. Мин  - ЯҠШЫШАТ булам, ә һеҙ кем булаһығыҙ? ( балалар менән таныша)

Мин  һәр саҡ  шатмын,  һеҙҙең менән  танышыуыма, осрашыуыма, тышта яҙ етеүенә лә шатмын, ҡояштың йылыһына, йылы ел иҫеүенәлә, һәр саҡ шатмын, шуға күрә исемемдә минең  ЯҠШЫШАТ.  Эйе, мин ЯҠШЫШАТ , тип яҙып та тормайым, ә ошолай итеп һүрәт эшләһәм тиҙ генә иҫегеҙҙә ҡалыр:  ( йылмайып торған смайлик)

Балалар, әйҙәгеҙ мин һеҙгә дуҫтарым, тип өндәшәйем. Һеҙ  минең дуҫтарым булырға теләйһегеҙме?    ( балаларҙың яуабы)

Дуҫтарым, һеҙ уҡый беләһегеҙме?  Хәрефтәрҙе таныйһығыҙмы?

Уҡый белмәһәгеҙ, ҡайғырмағыҙ, беҙ бөгөн һүрәт ярҙамында уҡырға өйрәтергә килдем. Һеҙ беләһегеҙме тәү кешеләр, бик борон, уҡый белмәгәндәр, уларҙа инде  һүрәт ярҙамында   аралашҡандар.  Беҙҙә әлегә уҡый белмәгәс, үҙ заманыбыҙса  һүрәт ярҙамында уҡырға өйрәнербеҙ.

Һеҙ әҙерме?

                        Улайһа тыңлағыҙ:

Ҡояшҡайым нур һибә,

Беҙгә йылыһын бирә.

Ҡояшым , ҡояшҡайым,

Йомро, һары , дуҫҡайым.

                                          Оҡшаймы  һеҙгә шиғыр?

                                           Нимә тураһында шиғыр?

                                            Нимәһе менән оҡшаны?

Ә хәҙер ошо шиғыр һүҙҙәренә бергәләп һүрәт эшләйек, беҙ бит яҙа белмәйбеҙ, ә һүрәт эшләй беләбеҙ.

“Ҡояшҡайым” тигән һүҙгә ниндәй һүрәт эшләр инегеҙ? (балаларҙың яуабы) -беренсе һүрәт

 “Нур” тигән һүҙгә ниндәй һүрәт?    

“Һибә” тигән һүҙгә       ........( һәр һүҙгә таҡтаға  схема һүрәт  эшләргә йә алдан әҙер һүрәттәрҙе теҙеп барырға  шулай-уҡ балаларға уйланырға ваҡыт бирергә).

Беҙгә               йылыһын          бирә      (6 .  

Ҡояшым   (7се  һүрәт), ҡояшҡайым(8се  һүрәт)

Йомро  (9 сы һүрәт)  һары  (10сы һүрәт)    дуҫҡайым!  (11се һүрәт)

!!!! Һүрәттәрҙе теҙеп һөйләм менән әйткәндә балаларға  тулы , дөрөҫ итеп ялғау ҡуйыуҙы ихтибарға алырға.

Физкульминутка:    Һаумы алтын ҡояшым,

                                       Сәләм, зәп-зәңгәр күгем,

                                         Иҫәнме,   һин , елкәйем,

                                         Бөтәгеҙҙе лә сәләмләйем ! (   ҡул хәрәкәтләп күрһәтергә)

Ял итеп алдыҡ, хәҙер тағы берҙе шиғырыбыҙҙы  һүрәт ярҙамында  уҡып алайыҡ әле.  ( хор менән ятларға.

Яңғыҙар ятлатырға)

 Уйын уйнап алайыҡ. “һорауға  -һүрәт яуап” тип атала уйын.

Ихтибар менән тыңлағыҙ, мин һеҙгә һорау бирәм, ә һеҙ  таҡтала  торған һүрәттең ҡайныһы тура килә, шуға ҡарап тулы итеп яуап бирергә. Аңлашыламы? ( миҫал күрһәтергә)

Һорауҙар:  

-Ҡояшҡай нимә эшләй? ( йылыһын бирә, нурын һибә)

-ҡояшты нисек яратып әйтәләр? (ҡояшым, ҡояшҡай, дуҫҡайым)

Ҡояшҡай нисек? (һары, йомро)

Афарин, дуҫтарым! Бик матур яуап бирҙегеҙ.

 Хор менән тел төҙәткес:

Аш-аш-аш

    Яҙын ҡыҙҙыра  ҡояш.

                                                                   Аш-аш-аш

                                                                  Юл ситендә ята таш.

Шы-шы-шы

Кәйефем минең яҡшы.

                                                                     шым-шым-шым

                                                                     ауыртмай минең башым.

Шы-шы-шы

Шыршыбыҙ беҙҙең ҡупшы.

                                                                       Эш-эш-эш

                                                                       Үҫеп сыҡты бәпәй теш.

Тәрбиәсе: мин һеҙгә алып килгән һүрәттәрҙе ҡараныҡ, шиғырын ятланыҡ, уйынын уйнаныҡ, ә бына ошолай  матур ғына  “ сюрприз ” стаканчиктар алып килдем. Стакан эсендә  ЙЫЛМАЙЛИКТАР. Йылмайликтар нимә икәнен белер өсөн ошо  трубочканы өрөр кәрәк. Тәрән итеп тыш алабыҙҙа, берҙе өрәбеҙ.  Өргән саҡта сыҡҡан  ЙЫЛМАЙЛИКТАРҘЫҢ аңлатмаларын әйтеп ҡарайыҡ.

Йомғаҡлау: Дуҫтарым, һеҙгә минең  дәресем оҡшанымы?

Нимә тураһында шиғыр ятланыҡ?

Бергәләп ятлап алайыҡ?

Рәхмәт, дуҫтарым, миңә һеҙҙең менән  бик еңел, күңелле булды, Мин  бик шатмын! Һау булығыҙ, дуҫтарым.



Предварительный просмотр:



Предварительный просмотр:


Предварительный просмотр:


Предварительный просмотр:

        



Предварительный просмотр:



Предварительный просмотр:



Предварительный просмотр:



Предварительный просмотр:


Предварительный просмотр:

По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Проект мини-музей «Мир воздуха » Руководитель мини-музея: Горкина С.С.- воспитатель первой категории р.п. Пышма МБДОУ ПГО « Пышминский детский сад № 7».

Наименование мини-музея: мини-музей «Мир воздуха »Профиль музея:  познавательно- исследовательский.   Цель:Изучение детьми воздуха и способы его обнаружения.Формировать осоз...

Обогащение предметно-развивающей среды посредством создания мини-музея в группе. Наш мини- музей "Чудо-дерево"

Каждое посещение нашего мини-музея – это деятельность, имеющая учебную, воспитательную, развивающую цель. В мини-музее  в условиях группы происходит развитие познавательных интересов и познавател...

Мини-музей "Буренушка" (мини-паспорт)

Мини-музей "Буренушка" (мини-паспорт)...

Проект «Минем туганнарым», «Минем өем – мой дом»

Лэпбук–тематическая папка по комплекту «Татарча сөйләшәбез»(«Говорим по-татарски»)...

Консультация «МИНИ – МУЗЕЙ В ДЕТСКОМ САДУ КАК ФОРМА РАБОТЫ С ДЕТЬМИ И РОДИТЕЛЯМИ. МИНИ – МУЗЕИ ПАТРИОТИЧЕСКОЙ НАПРАВЛЕННОСТИ»

Цель: Обогащение воспитательно-образовательного  пространства новыми формами работы  с детьми и их родителями. Задачи:     ·...