Экология йылына арналған шиғыр һөйләү конкурсына сценарий
план-конспект занятия

Рысбаева Әлиә Сәлих ҡыҙы

Экология йылына арналған шиғыр һөйләү конкурсына сценарий

Скачать:


Предварительный просмотр:

1 се Алып барыусы: Хәйерле көн ҡәҙерле балалар,  саҡырылған ҡунаҡтар. Бөгөн беҙ һеҙҙең менән тыуған илебеҙ, тыуған тәбиғәтебеҙ тураһында шиғырҙар һөйләү конкурсына йыйылғанбыҙ.

Музыка аҫтында балалар инәләр.

2 се алып барыусы:Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау, тәбиғәт байлыҡтарын дөрөҫ файҙаланыу хәҙерге ваҡытта ҙур проблемаға әйләнде.Шуның өсөн дә 2017 йыл " Экология һәм айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылы " булараҡ үтә.

Ерем,һыуым, күгем, кешеләрем-
Дүрт тарафҡа берҙәй табынам.
Йылдар үткән һайын тәбиғәттең
Көслө, йомарт сағын һағынам.

Ерем таҙа булһын.
                      Тыныс булһын.
Туҡ башаҡтар уны ҡаплаһын.
Ерҙең таҙалығын, тыныслығын,
Көс-ҡеүәтен кеше һаҡлаһын.

Эй, тәбиғәт!
                   Бар илаһи көстө
Кеше ҡулдарына биргәнһең,
Балаһынан миһырбанлыҡ көткән
Әсә кеүек, башың эйгәнһең.

Атыр таңдар яҡты булһын өсөн,
Бала тыуһын өсөн сәләмәт,
Ерем, һыуым, күгем таҙалығын
Һаҡлайыҡсы бергә, йәмәғәт!

Фирүзә Абуллина яҙған шиғыр юлдары менән башлап китергә рөхсәт итегеҙ.

1-се алып барыусы:Ҡәҙерле ҡунаҡтар! Конкурста шиғыр һөйләргә килгән һәр  ҡатнашыусы ,  тик еңеү генә яуларға килгән. Барығыҙға ла уңыштар теләйбеҙ.

2-се алып барыусы:Жюри ағзалары менән таныштырып үтәйек:

1-се алып барыусы: Тыуған ил тыуып үҫкән ерҙән башлана. Ысынлап та, тыуған еремде, уның тәбиғәтен бер ниндәй һүҙҙәр менән асып бөтөрөп булмай. Был матурлыҡты күреп тә бөтөрөрлөк түгел.

Кешегә иң ғәзизе – тыуған әсә, иң ҡәҙерлеһе – тыуған тупраҡ, иң татлыһы – тәү эскән һыуың, иң йылыһы – һине йылытҡан өй усағы, иң күркәме – тыуған өйөң, иң йәмлеһе – туған тәбиғәтең. Мин быны бөтә ғорурлығым менән әйтәм. Тыуған яғым иҫ киткес матур, бай тәбиғәтле. Ошо турала шиғырҙар тыңлап үтәйек.

Юлдашев Даян«Был минең тыуған ерем»Рәсимә Ураҡсина

Тухватуллин Данияр«Тыуған тел» Рәми Ғәрипов

Гаетбаева Азалия«Бына минең тыуған ер был...»

Тансыккужин Ғаяз «Халҡым өсөн» Шайехзада Бабич

Ишмуратов Руслан «Родина» В.Нестенко

2-се алып барыусы: Беҙҙең тәбиғәт бай, төрлө һәм йомарт. Бында бейек тауҙар, серле урмандар, мул һыулы йылға-күлдәр, киң яландар бар. Урмандарына инһәң, һине зифа буйлы аҡ ҡайындар, ҡупшы кулдәкле шыршылар ҡаршы ала. Болондарында йөҙөп йөрөрлөк, төрлө-төрлө сәскәләр үҫә. Зәңгәр күккә, йылы аяҙ көнгә, урмандың төрлө биҙәктәренә һоҡланып туя алмайһың. Баҫыуҙа игендәр тулҡынлана. Ер аҫтында хазиналар ята. Ә борғаланып- борғаланып аҡҡан Һаҡмар йылғаһы, Талҡаҫ күле, һалҡын шишмәләре генә ни тора! Ере – алтын, ә эсәр һыуҙары-таҙа.

Яркинбаев Дамир«Мин йәшәйем Уралда» Гузель Галиева

Рысмухаметов Амирхан«Сибайым»халыҡ ижады  Рәсимә Рысмухаметова үҙгәртелгән  

Ишмуратова Риана«Родное» В.Орлов

1-се алып барыусы: Башҡортостан тәбиғәте бик бай, ләкин уның ҡалын урмандары, мул һыулы йылғалары,зәңгәр күлдәре яҡлауға, һаҡлауға мохтаж.

Тәбиғәтте ысынлап та яратҡан, киләсәк быуындар алдында яуаплылыҡ тойған һәр кеше тыуған еребеҙ күркен һаҡлау өсөн бөтә көсөн һалырға тейеш.

Альмухаметов Рамаҙан «Ер, һыу, телде һаҡлар кәрәк!» Әлфиә Вильданова

Гумеров Искандәр «Башҡортостан» Факиһа Туғыҙбаева

Абубакиров Искандар«Башҡортостан ил генәм» Миңлегөл Гайсина

Ханафин Ғайса«Башкирия» Ульяна Пичурина

Исламгулова Наҙгөл«Башҡортостан»  Заһир  Күлбәков

Байзигитова Динә«Башҡортостан» Гөлфиә Юнусова

Байгужина Мәликә бейеү

2 -се алып барыусы: Тыуған яҡ, Тыуған ил, Тыуған ер һәр кем өсөн дә яҡын һәм ҡәҙерле. Юҡҡа ғына Тыуған ерҙе ғәзиз әсә менән тиңләмәйҙәр. Һәр кем үҙенең Тыуған иле, уның байлыҡтары һәм уңыштары менән ғорурлана. Ләкин тыуған ерҙе яратыу, уның байлыҡтары менән маҡтаныу ғына етмәй әле. Уның тураһында ҡайғыртырға, тәбиғи байлыҡтарын һаҡларға, уларҙы дөрөҫ файҙалана белергә лә кәрәк. “Ере байҙың - иле бай”, - тип әйтелә халыҡ мәҡәлендә лә. Иле байҙың – күңеле бай, ижад ҡомары урғылып тора, тип тә өҫтәр инем.

Кудашев Динар«Ҡайын япрағы» Мостай Кәрим

Юмагулов Ильяс«Ватан» М.Хәй

Ласынов Ильназ«Ҡошсоҡ» Резеда Муртазина

1-се алып барыусы: Беҙ барыбыҙ ҙа беләбеҙ: һуңғы йылдарҙа тәбиғәткә ҡарата битарафлыҡ күҙәтелә. Ә инде һыуҙар эсергә, һауа һуларға яраҡһыҙға әйләнгәс кенә, ниһәйәт, кешелек донъяһы был турала уйлана башланы.

Уметбаева Айлина«Дуҫлыҡ илендә» Азамат Утяшев

Ибрагимов Динислам«Берҙәмлек» Тәнзилә Дәүләтбирҙина

Ҡыҙҙар башҡарыуында ҡулсатырҙар менән бейеү

2 -се алып барыусы:  ә хәҙер балалар «Тәбиғәттә үҙ үҙеңде нисек тотоу ҡағиҙәләрен» иҫкә төшөрөп алайыҡ. Яуап тар дөрөҫ булһа «Әйе» тип ҡулдар менән сәпәкәйләйбеҙ, яуаптар яңылыш булһа «Юҡ» тип бармаҡ менән күрһәтәбеҙ.

Урманға мин барһам, сәскәләр йолҡоп алам? - ЮҠ

Урманға мин барһам, мусорҙы ҡалдырам? Юҡ

Икмәгем ҡалһа, ағас төбөнә һалып китәм ? (да)

Ҡош ояһынан йомортҡаһын мин алам? –юҡ

Ҡош ояһынан себеше ҡолап төшһә, мин уны кире һалам? Әйе

Ҡырмыҫҡа иләүен мин туҙырып китәм? Юҡ

Ут ҡабыҙып, ҡалдырып китәм? – юҡ

Урманды мин яратам, зын килтермәйем? Әйе

1-се алып барыусы: 

Тәбиғәт йомарт, ул биргән байлыҡ иҫ китмәле. Әммә бөгөнгө көндә ошо гүзәл бай төбәгебеҙгә генә түгел, ә барлыҡ кешелек донъяһына ҡурҡыныс хәүеф – экологик һәләкәт янай.

2-се алып барыусы: Тәбиғәтте вәхшиҙәрсә тәләфләүгә сик ҡуйыу – минең, һинең, уның изге бурысы.

1-се алып барыусы: Ер –әсәбеҙ йәшле күҙҙәр менән ярҙам һорап беҙгә төбәлгән. Ер яҙмышы – беҙҙең ҡулда! Ошо хаҡта бер ҡасан да онотмайыҡ!

2-се алып барыусы: Һаҡлайыҡсы, дуҫтар, тәбиғәтте

Һаҡлайыҡсы таҙа һыуҙарҙы.

Хуш еҫ бөрккән нәфис сәскәләрҙе

Урмандарҙы, сикһеҙ ҡырҙарҙы.

Рысбаев Вильдан «Тәбиғәтте һаҡлайыҡ»Фәрзәнә Аҡбулатова

Науширбанов Динислам«Беҙҙең теләк» Рашит Сабит

1-се алып барыусы: жюри ағзаларына еңеүселәрҙе  һайларға, уйларға ваҡыт бирәбеҙ. Ә беҙ балалар күмәкләшеп бейеүгә торайыҡ.

Музыка “что манит птицу”

«Яулыҡты ал»

Еңеүселәрҙе билдәләргә һүҙ бирәбеҙ жюри ағзалары.

2-се алып барыусы: Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт, киләһе осрашыуҙарға тиклем һау булығыҙ!



Предварительный просмотр:


Подписи к слайдам:

Слайд 1

Экология йылына арналған шиғыр һөйләү конкурсы « Тыуған илем – тыуған ерем »

Слайд 2

Ерем,һыуым, күгем, кешеләрем- Дүрт тарафҡа берҙәй табынам. Йылдар үткән һайын тәбиғәттең Көслө, йомарт сағын һағынам . Ерем таҙа булһын. Тыныс булһын. Туҡ башаҡтар уны ҡаплаһын. Ерҙең таҙалығын, тыныслығын, Көс-ҡеүәтен кеше һаҡлаһын. Эй, тәбиғәт! Бар илаһи көстө Кеше ҡулдарына биргәнһең, Балаһынан миһырбанлыҡ көткән Әсә кеүек, башың эйгәнһең. Атыр таңдар яҡты булһын өсөн, Бала тыуһын өсөн сәләмәт, Ерем, һыуым, күгем таҙалығын Һаҡлайыҡсы бергә, йәмәғәт! Ерем,һыуым, күгем, кешеләрем. Фирүзә Абуллина

Слайд 3

Тыу ған яғымдың бай тәбиғәте

Слайд 4

Аллаберҙина Миләүшә 2 йәш «Тәбиғәтем оран һала» Рәмил Сурағол, « Тамсылар» төркөмө

Слайд 5

Абдулгазина Айһылыу 3 йәш «Иң затлы ер» Р.Ниғмәтуллин «Бәпембә» төркөмө

Слайд 6

Альмухаметова Әнилә 2йәш «Ҡуян » М.Бикбова «Тамсылар » төркөмө

Слайд 7

Вильданова Әлимә 2 йәш «Бесәй» Ҡадир Даян «Тамсылар » төркөмө

Слайд 8

Насырова Эльмира 4 йәш «Сыйырсыҡ йыры» Ҡадир Әлибаев «Ал сәскә» төркөмө

Слайд 9

Абдулгафарова Наҙгөл 4 йәш «Олатайым ҡурайы » Гөлнара Йыһангирова « Ал сәскә» төркөмө

Слайд 10

Рахматуллина Лилиә 4 йәш «Һаҡсы сиңерткә » Гөлнара Йыһангирова « Ал сәскә» төркөмө

Слайд 11

«Талҡаҫ» күле

Слайд 12

Аллаберҙина Гөлфинә 5 йәш « Башҡортостан» Гөлфиә Юнысова «Ҡурай төркөмө»

Слайд 13

Ахметова Нәркәс 5 йәш «Илем , телем» Миңлегөл Тайсина « Ҡурай төркөмө»

Слайд 14

Ягудин Рөстәм 5 йәш «Башҡорт иле » Р. Үтәбай «Ҡурай төркөмө»

Слайд 15

Хуснутдинова Юлиана 5 йәш « Ай Уралым, Уралым » Мостай Кәрим «Ҡурай төркөмө»

Слайд 16

Исламгулова Наҙгөл 5 йәш « Башҡортостан» Заһир Күлбәков «Ынйыҡай» төркөмө

Слайд 17

Байзигитова Динә 6 йәш «Башҡортостан» Гөлфиә Юнусова «Ынйыҡай» төркөмө

Слайд 18

Яркинбаев Дамир 6 йәш « Мин йәшәйем Уралда» Гузәл Галиева «Ынйыҡай» төркөмө

Слайд 19

Альмухаметов Рамаҙан 6 йәш « Ер, һыу, телде һаҡлар кәрәк!» Әлфиә Вильданова «Ынйыҡай » төркөмө

Слайд 20

Тансыккужин Гаяз 6 йәш «Тәбиғәт» Гөлфиә Бикбулатова «Ынйыҡай» төркөмө

Слайд 22

Йомғаҡлау


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Юл хәрәкәте иминлегенең 80 – еллыгын пропагандылау һәм тарихи мирас елына багышланган “Уткүзкәй – 2012” смотр – конкурсының эшкәртмәсе

Сценарий мероприятия по профилактике детского дорожного травматизма на татарском языке для старшего дошкольного возраста...

Наурыз мерекесіне арналған «Жыл басы –Наурыз» ертеңгілігінің сценарийі

Ортаңғы және ересек топтарына арналған сценарий...

“Минем шәҗәрәм” конкурсына сценарий.

ldquo;Минем шәҗәрәм” конкурсына сценарий.Алып баручы: - Исәнмесез!- диеп башлык әле,Танышу бит шулай башлана.Сезнең белән очрашканга , дуслар,Күңелебез шундый шатлана....

Түбән Йәркәй “ Баланы үҫтереү үҙәге - балалар баҡсаһы”ның уртансылар төркөмөндә башҡортса һөйләм телен үҫтереү түңәрәгенең 2020-2021 уҡыу йылына перспектив-тематик эш

Уртансылар төркөмөндә башҡортса һөйләм телен үҫтереү түңәрәгенең 2020-2021 уҡыу йылына перспектив-тематик эш планы...

Экология йылына арналған шиғыр һөйләү конкурсына сценарий

  Тыуған ил тыуып үҫкән ерҙән башлана. Ысынлап та, тыуған еремде, уның тәбиғәтен бер ниндәй һүҙҙәр менән асып бөтөрөп булмай. Был матурлыҡты күреп тә бөтөрөрлөк түгел.Кешегә иң ғәзизе...