2021 йыл “Башҡорт тарихы йылы”
статья (старшая группа)

ИСМАГИЛОВА ФИЛЮЗА НИГМАТОВНА

   2021- се йыл  Рәсәйҙә  Фән  һәм технология”, Башҡортостанда “ Сәләмәт тормош һәм оҙон ғүмерлек йылы” тигән исем аҫтында үтәсәк. Республикала быйыл йылдың тағы ла бер атамаһы бар. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы  республикала 2021 йылды “Башҡорт тарихы йылы” тип иғлан итте.Тотош йылды ошо исем менән атау бик күптәрҙе , айырып әйткәндә,  башҡорт теленә һәм иленә битараф булмағандарҙы уйландырырға  һәм ниндәйҙер бер һығымтаға килергә сәбәп итәлер. Бик күптәр, бигерәк тә йәштәр һәм балалар үҙ телдәрен онотоу дәрәжәһендә. Теле юҡтың- иле юҡ, иле юҡтың- тарихы ла юҡ! Тимәк был Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы   ғына күтәрелгән һорау һәм мәсьәлә  булып ҡалырға тейеш түгел, ә үҙен ысын башҡорт итеп һанаған һәр кемгә: балаға, ата- әсәгә, үҫмергә, олораҡ апай- ағайҙарға, шағир һәм яҙыусыларға, ғөмүмән бар башҡорт халҡына ҡағыла. Һәр кем был йылда халҡыбыҙҙың киләсәге өсөн ҡулынан килгәндең барыһын да эшләп ҡалырға тейеш һәм бурыслы!

“Шатлыҡ” балалар баҡсаһы, үҙ сиратында, бәләкәй генә йәштән алып балаларға үҙ телен һөйөргә, туған телдә аралашырға,халҡыбыҙҙың уйындарын,әкиәттәрен, тел төҙәткестәрен, тиҙәйткестәрен, йырҙарын, ғөрөф- ғәҙәттәрен һаҡларға һәм үҫтерергә тигән ҙур маҡсат менән яна. Әгәр ҙә беҙ кескәй саҡтан уҡ туған телгә ихтирам һәм иғтибар менән тәрбиәләһәк, ул бала белемгә ынтылып, зирәк, кеше менән аралашыусан булып үҫә, телмәре лә үҫешкән  була.Туған телдә яҡшы һөйләшә белгәндә генә, бала үҙенең фекерен асыҡ, аныҡ һәм дөрөҫ итеп әйтеп бирә ала. Ләкин бөгөнгө көндә беҙ балаларыбыҙҙың үҙ телендә һөйләшмәүе генә түгел, ә бөтөнләй һөйләшмәүе, һөйләшһә лә аңлайышһыҙ телмәре,  урыҫ телендә лә , башҡа телдә лә үҙ фекерен еткерә алмауы менән бик яҡындан танышбыҙ. Был бик аяныс хәл! Бәлки, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы  республикала 2021 йылды “Башҡорт тарихы йылы”тип иғлан итеүе һәр беребеҙҙе уйға һалып, телебеҙгә ҙур иғтибар кәрәклеген аңыбыҙға һеңдерер. Һәр ата- әсә ни өсөн беҙҙең балаларыбыҙҙың теле һай, һәр ғаилә ошо һорау менән янып, телде өйрәнергә үҙ өлөшөн индерһә, ҡоролтай күтәргән эштәр үҙ урынынан ҡуҙғалмаҫмы икән,башҡортом ?!

Беҙ, “Тамсыҡай” төркөмө, эшебеҙҙә балалар фольклорына ҙур иғтибар бирергә тырышабыҙ. Был теманы өйрәнгәндә лә,ҡоролтай күтәргән йыл исеменә тап киләлер тип уйлайбыҙ, сөнки балалар фольклоры тиһәк халҡыбыҙҙың тарихы ла, үткәне лә, бөгөнгөһө лә күҙ алдынан үтә.Был һүҙгә ҙур мәғәнә һалынған, балалар баҡсаһында беҙ халҡыбыҙҙың ауыҙ- тел ижадын да, йыр- бейеүҙәрен дә, әкиәт-риүәйәттәрен дә, һанашмаҡтарын да, уйындарын да өйрәнәбеҙ. Балалар менән эшләгәндә әкиәттәрҙең роле бик мөһим, башҡорт халыҡ әкиәттәре кескәйҙәр өсөн бик ҡыҙыҡлы, йөкмәткеһк менән үҙенә йәлеп итеүсе жанр.Ниндәй генә әкиәтте алһаң да, ул бер ҡасан да үҙ актуаллеген юғалтмаясаҡ. Беҙҙең өләсәйҙәр, ҡәрсәйҙәр әкиәтте “ҡара һүҙ”   (аҡыллы һүҙ), ә беҙ үҙебеҙ һәм беҙҙең балалар әкиәт тип беләбеҙ.

Мин дә үҙ эшмәкәрлегемдә башҡорт халыҡ әкиәттәренә ҙур иғтибар бүләм, сөнки  әкиәттәр бала күңеленә хуш килгән. Уларҙың тәбәғәтенә яҡын торған әҫәрҙән һанала. Улар үҙҙәренең серлелеге менән кескәйҙәрҙе йәлеп итеп, тәрән мәғәнә сағылдыра, һүҙ байлығын арттыра, телмәрен байыта, хәтерен үҫтерә.Борон-борондан ата-бабаларыбыҙ әкиәт һөйләүҙе бала тәрбиәләүҙә ҡулланған, сөнки уның йөкмәткеһендә ысынбарлыҡ ярылып ята, ғәҙеллек һәр ваҡыт тантана итә.

Балаларға бигерәк тә “Ҡурай”,  “Һарыбай”, “Эт нисек үҙенә  хужа тапҡан?”, “Ҡамыр батыр”, “Торна менән төлкө”, “Айыу менән бал ҡорттары”, “Зөһрә ҡыҙ”  һәм башҡа әкиәттәрҙе яратып тыңлай, һөйләй. Әйҙәгеҙ  ошо матур әкиәттәр аша халҡыбыҙҙың үткәнен беләйек,өйрәнәйек!  Киләсәк быуынға тапшырайыҡ !

 

По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Проект "Авыл тарихы эзлэре буйлап"

Авыл тарихы буенча балаларнын белемнэрен ныгыту,  авылнын куренекле шэхеслэре, урыннары, уткэне белэн  белэн таныштыру, региональ якын килуне гамэлгэ ашыру....

Балалар бакчасында тарихи - мәдәни мирасыбыз сыйфатын күтәрү

 2012 нче ел – Тарихи-мәдәни мирас елы.  Без дә Миңлебай “Шатлык” балалар бакчасында мирас булып буыннан буынга күчеп килә торган байлыкка зур игътибар бирәбез. Йола, гореф-гадәт һәм ...

Юл хәрәкәте иминлегенең 80 – еллыгын пропагандылау һәм тарихи мирас елына багышланган “Уткүзкәй – 2012” смотр – конкурсының эшкәртмәсе

Сценарий мероприятия по профилактике детского дорожного травматизма на татарском языке для старшего дошкольного возраста...

"Туган авылым тарихы"

Әлеге эшемдә мин туган авылымның тарихын,данлыклы кешеләрен,елга,урам атамаларының аңлатмаларын тасвирлап күрсәттем.Аның барлыкка килү тарихын,кемнәр яшәвен,ниләр белән шөгыльләнүләрен яздым....

Авылым тарихы.

Туган авыл турында реферат....

"Хуш киләһең Ҡуян йылы!"

Яңы йыл сценариһы  урта һәм өлкәндәр төркөмө өсөн....