Конспект образовательной деятельности по познавательному развитию (старшая группа)
план-конспект занятия (старшая группа)

Насырова Гульнур Ильдаровна

Конспект составлен на родном башкирском языке. Знакосмтво с трудом пчеловода, с жизнью пчел. Познание через игры и задания.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл bashkirskiy_med.docx21.08 КБ

Предварительный просмотр:

Ойошҡанлы белем биреү эшмәкәрлеге

Тема: Башҡорт балы.

Маҡсат: балаларҙы Башҡортостандың бер мөғжизәһе-башҡорт балы менән таныштырыу.

Бурыстар:

Өйрәтеүсе: балды төҫө, еҫе, тәме буйынса айыра белергә өйрәтеү.

Үҫтереүсе: телмәр үҫтереү: фекерләү, тасуирлауҙы үҫтереү.

Тәрбиәүи: иғтибарлылыҡ тәрбиәләү, умартасы һөнәренә иғтирам тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: умартасылыҡ темаһына һүрәттәр(бал ҡорто, бал ҡорттары, умарта,  умартасы, кәрәҙ, бал ҡорттары һындары һүрәте, төҫлө ҡәләмдәр, обручтарҙан кәрәҙ, парлы һүрәттәр, аудиояҙма: бал ҡорттары  тауышы, проектор.

Балалар урындарына ултыралар.

Артикуляцион гимнастика: тыңлауһыҙ тел, ҡолонсаҡ, бәүелгес, буяусы, бәшмәк.

Аудиояҙмала бал ҡорттары гөжләүе ишетелә.

Тәрбиәсе: Ниндәй тауыш был?

Балалар:Себен, серәкәй, бал ҡорттары.

Әйҙәгеҙ йомаҡ сисәбеҙ - тауыш хужаһы табылыр.

    Нескә билле, егәрле

    Йәй буйы кәрәҙ йыя.

    Балы татлы, шәкәрле

    Умарта уның өйө.

Балалар: Бал ҡорто!

Тәрбиәсе: Әлбиттә, бал ҡорто. (1-се слайд)

Ҡарағыҙ, ул ниндәй матур, нескә билле. Һеҙ бал ҡорто тураһында ниҙәр әйтә алаһығыҙ?

Балалар: тәне буйлы, аяҡтары алты, канаттары үтә күренмәле һ. б.

Тәрбиәсе : Афарин, балалар! Хәҙер беҙ бал ҡорттары йәшәгән умартасылыҡҡа ҡунаҡҡа барабыҙ. (Һәр балаға сәскә һүрәте таратыла.) Кәрәҙҙәргә тейәлдек (һәр кем үҙенең һүрәтенә пар табып, үҙ кәрәҙенэ урынлаша)

Тэрбиэсе: Бына килеп тә еттек. Ҡарағыҙ әле, күпме йорттар-умарталар бында. Иғтибар итегеҙ  әле, умарталар араһында кем йөрөй? (2-се слайд)

Балалар: умартасы.

Тәрбиәсе: Дөрөҫ! Ул нисек кейенгән? Ни өсөн биттәре ҡапланған?

Балалар: бал ҡорттары саҡмаһын өсөн.

Тәрбиәсе: Борон-борондан башҡорт халҡы умартасылыҡ менән шөғөлләнгән. Элек ағас башына менеп бал йыйғандар. Солоҡсолоҡ киң таралған. Беҙҙең Республикабыҙҙың бай тәбиғәте был эшкә бик тә яраҡлы.Умартасы ҡорттарҙы һәр ваҡыт тәрбиәләп ҡарай. Бал ҡорттары уны таный башлайҙар. Ваҡыты еткәс кәрәҙҙәр бал менән тула (3-cе слайд) һәм ул бал һыҡтыра.

Ял минуты.

Ҡыҙҙар һәм малайҙар бергәләшеп түңәрәккә баҫайыҡ.

Бал ҡорто иртә тора(кирелеү)

Таңғы һыуҙа йыуына(бер ҡулды икенсеһе менән бармаҡ остарынан, ҡултыҡ аҫтына тиклем һыпырыу)

Һәр сәскәгә ултыра(тубыҡланып ултырыу һәм кире тороп баҫыу)

Яҡты көнгә ҡыуана(һикереп әйләнеү)

Ҡанатын етеҙ ҡаға(ике ҡулды күтәреп төшөрөү)

Һаҡланып ҡына саға(түңәрәк буйлап йүгереү)

Тәрбиәсе:Бик яҡшы, балалар, ултырышайыҡ. Бал ҡорттары беҙгә конвертта хат ебәргәндәр:  Һаумыһығыҙ ҡәҙерле балалар! Һеҙгә хат яҙалар егәрле, шаян бал ҡорттары. Беҙ һеҙгә посылка ебәрҙек. Ябай түгел, тылсымлы. Һандыҡты асыр өсөн беҙҙең һорауҙарға дөрөҫ яуап бирергә кәрәк. Әҙерһегеҙме?

Балалар: Эйе!

 Ниндәй ҡырағай хайуан бал ярата, халыҡ уны тайыштабан тип йөрөтә.

Балалар: Айыу.(4-cе слайд)

Бәләкәй генә нескә билле, ҡара бөжәк беҙҙең балды урлай

Балалар: Ҡырмыҫҡа.(5-се слайд)

Эре өҫтәл мозайкаһынан кәрәҙ төҙөгөҙ.

Беҙ ебәргән бал ҡорто һүрәттәрен дөрөҫ итеп буяғыҙ.

Балалар эште башҡара.

Балалар: Афариндар! Ниндәй сағыу, матур бал ҡорттары килеп сыҡты. Һорауҙарға яуап бирҙек, ҡушылған эштәрҙе башҡарҙыҡ. Хәҙер һандыҡты асабыҙ(һандыҡ асыла).Ҡарағыҙ әле! Бал ҡорттары беҙгә бал ебәргәндәр. Әйҙәгеҙ тәмләп ҡарайыҡ(бер ҡулланыу өсөн тәғәйенләнгән ҡалаҡтар менән бал тәмләү). Оҡшанымы бал? Бал ниндәй?

Балалар: Эйе, тәмле, шәрбәт, һары, хуш еҫле һ.б.

Тәрбиәсе: Балдан төрлө файҙалы дарыуҙар яһайҙар, кремдар, мазьдар яһағанда ҡулланалар, балауыҙҙан хатта шәм, һындар яһайҙар икән.(6-сы слайд) Шулай итеп балдың файҙаһы һанап бөткөһөҙ. Хәҙер инде ҡайтырға ваҡыт. Тылсымлы кәрәҙҙәргә ултырабыҙ. Һеҙгә бөгөнгө сәйәхәт оҡшанымы?(Һәр баланың фекерен тыңлау, ыңғай һорауҙар биреп әңгәмә барышына ярҙам итеү).


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Конспект организованно- образовательной деятельности по познавательному развитию(старшая группа). Тема: «Наши помощники - органы чувств»

Конспект организованно- образовательной деятельностипо познавательному развитию. Подготовила и провела воспитатель старшей группы "Вербочка" Резникова-Милованова Лариса Евгеньевна...

Конспект образовательной деятельности по познавательному развитию детей группы раннего возраста Тема: «Игрушки» Подготовила: воспитатель Титус Л.И. МАДОУ ЦР

Конспект образовательной деятельностипо познавательному развитию детей группы раннего возрастаТема: «Игрушки»Подготовила:  воспитатель Титус Л.И.МАДОУ ЦРР –д/с №14 г. Кропоткин    ...

Конспект непосредственно – образовательной деятельности по познавательному развитию Старшая группа Тема: «Путешествие утенка, или мир за забором птичьего двора»

Конспект непосредственно-образовательной деятельности с элементами экспериментирования с природным материалом с использованием ИКТ...

Конспект образовательной деятельности по познавательному развитию старшая группа(5-6лет) Тема: «Песок-волшебник»

Конспект образовательной деятельности по познавательному развитию старшая группа(5-6лет)Тема: «Песок-волшебник»...

«ЧУВАШИЯ — МОЙ КРАЙ РОДНОЙ!» Конспект организованно образовательной деятельности по познавательному развитию (старшая группа)

Цель: Формировать у детей интерес к получению знаний о Чувашии.Задачи: Образовательная:   Познакомить детей с историей чувашского народа, с его прошлым и настоящим,  с традициями чувашс...

КОНСПЕКТ непрерывной образовательной деятельности по познавательному развитию (старшая группа)

Воспитатель (в кругу стоя)Здравствуйте ребята! У меня есть кубик, который мы с вами сейчас передадим по кругу, чтобы познакомиться.  Меня зовут Анастасия Григорьевна, (передаем , цветок, вернулся...