" Һыу батшаһы илендә"
статья (старшая, подготовительная группа)

Исмагилова Алина Маратовна

новогодний сценарий сценарий на башкирском языке

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл hyu_batshahy_ilend.docx25.08 КБ

Предварительный просмотр:

Көй аҫтында балалар килеп инәләр.

      Котлы булсын Яна ел!
Гел шатлыктан торсын ул,
Бәхетле хәм мул тормышка
Курсәтсен ул яна юл.

Яна ел котлы булсын!
Чыршылар балкып торсын!
Йолдызлар да, елмаешып,
Игелек теләп торсын!

 Яңа 2020 ел бәхет һәм шатлыклар алып килсен. Йортларыгызда тынычлык, эшләрегездә уңыш юлдаш булсын. Бәйрәм белән!

Бер нисә шиғыр

Йыр “ Шыршы ҡупшы кейенгән”

Ведущий: Әкиәт иленә балалар,

Беҙ сәйәхәткә барырбыҙ,

Ипләп кенә ,шаулашмайынса,

Урындарығыҙға ултырығыҙ!!!

Ведущий:

Урмандар, ҡырҙар

Ҡарға күмелә,

 Ҡыш йырын йырлап

Кем беҙгә килә?

Балаларҙың яуабы-Ҡыш бабай.

Әйе дөрөҫ,Ҡыш бабай.Әйҙәгеҙ бергәләшеп Ҡыш бабайҙы саҡырайыҡ!Тик ул беҙҙе ишетһен өсөн, ҡыҙҙар ҠЫШ ,малайҙар-БАБАЙ,ә ата-әсәйҙәр А-У!!! Тип ҡысҡырырға тейеш.

Ҡыҙҙар-ҠЫШ малайҙар-БАБАй ҡунаҡтар-А-У !!!( өс тапҡыр ҡабатлайҙар)

Көй аҫтында  Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу килеп инәләр.

Ҡыш бабай: Буран-ҡарҙар һепереп

                     Мин киләм һеҙгә.

                     Яңы йылды ҡаршыларға

                     Дуҫтарым менән бергә.

Һаумыһығыҙ балалар! Һаумыһығыҙ ҡунаҡтар!Мине көттөгөҙмө? Мин байрамға ашығып килеп тә еттем инде.

Ҡарһылыу:   Һаумыһығыҙ кескәй дуҫтарым!!! Яңы йыл менән ҡотлайым барығыҙҙы ла!

Ҡыш бабай, ҡара әле,шыршы ниңәлер моңһоу тора, уттары ла уның ялтырамай!

Ҡыш бабай: Ысынлап та, булмаған хәл, был хатаны төҙәтергә кәрәк!

Әйҙәгеҙ, балалар, шыршының уттарын бергәләшеп ҡабыҙайыҡ,

Уның өсөн тылсымлы һүҙҙәр әйтәйек!

Ян һин шыршы уттары

Ҡыуандыр балаларҙы!

                     Әйҙәгеҙ, бөтәбеҙ бергәләп

                     Баҫайыҡ беҙ шыршы тирәләп

                     Байрамға бөтмәҫ йәм өҫтәп

                     Йырлашып алайыҡ бергәләп.

Йыр “ Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу”( старшая Б)

Йыр “ Ҡыш бабай”( Поготовительная группа Б)

Ҡыш бабай менән уйын “ У кого в руках снежок”

Ултырышалар. Көй уйнай , Ҡыҫала –Ҡыҫ-Ҡыҫ килеп инә.

Ике яҡҡа ҡарап ҡағыҙҙан уҡый башлай.

 Тыңлағыҙ,тыңлағыҙ!!!

  Ишетмәнем тип аҙаҡ әйтмәгеҙ!

Һыу батшаһы бойороғо буйынса иғлан!

Ошо залда ултырыусыларҙы , Һыу батшаһы ,үҙенең диңгеҙ аҫты иленә килергә ҡуша!

 Уның күңелһеҙ кәйефен күтәреп, ҡыуандырырға бойора!!!

  Тыңлағыҙ,тыңлағыҙ!!!

  Ишетмәнем тип аҙаҡ әйтмәгеҙ!

Ҡыш бабай:Шуның сама ҡысҡырғандан һуң нисек һине  ишетмәҫкә мөмкин инде!

Исмаһам һаулыҡ та һорашманың, үҙең менән таныштырып та үтмәнең!

Ҡыҫ-ҡыҫ: Ха, ә һаулыҡ һорашыу минең бурысҡа инмәй!!!

Ҡарһылыу: Ҡайһылай ул Һыу батшаһының ярҙамсыһы тәртипһеҙ!Тимәк беҙҙең дә бурысҡа ниндәйҙер Һыу батшаларҙың кәйефен күтәреү инмәй!Беҙҙә бөгөн байрам-Яңы йыл!һәм беҙ уны ошо залда ҡаршылаясаҡбыҙ!

Ҡыҫ-ҡыҫ: Ах һеҙ шулаймы? Хәҙер мин һеҙҙе барығыҙҙы ла ошо ауыма эләктерәм!

(Зал буйлап сеть тотоп балаларҙы тотҡан кеше булып,ата-әсәләрҙе тотҡан кеше булып йөрөй, ипләп кенә Ҡыш Бабай күрмәгән саҡта Ҡарһылыуҙы эләктереп алып китә)

Ҡыш бабай: Ох-ох-ох! Бына һиңә бәлә!Нисә йыл йәшәп Ҡарһылыуымды күҙҙән ысҡындырҙым! Ох ул яуыздарҙы!!!хәҙер нимә эшләргә инде! Ҡарһылыуһыҙ Яңы йыл да булмай инде!

Алып барыусы: Ҡайғырма ҡыш бабай, бына күпме һинең ярҙамсыларың,күмәкләшеп берәй нәмә уйларбыҙ!

Ҡыш бабай: Һеҙ балалар бында ҡалып тороғоҙ,ә мин Һыу батшаһының иленә барып Ҡарһылыуҙы ҡотҡарып киләйем.Осрашҡанға тиклем!!!

Ҡыш бабай сығып китә.

Алып барыусы:Балалар,әйҙәгеҙ беҙ ҙә Ҡыш бабай артынан  Һыу аҫты батшалығына барайыҡ. Унда барып етер өсөн тылсымлы һүҙҙәр әйтергә кәрәк.Иң беренсе күҙҙәрҙе йомабыҙ.

Диңгеҙ аҫтына барайыҡ,

Һыу батшаһын беҙ күрәйек!

Залда ут һүнә, алғы планда креслола Һыу батшаһы ултыра,уның эргәһендә Ҡыҫ-ҡыҫ елпеткес менән елпетеп тора.

Һыу батшаһы: Эх күңелһеҙ ҙә инде миңә,эсем боша ! Диңгеҙ аҫтында минең батшалығымда барыһы ла бар! Бәләкәәй генә балыҡтан алып, ҙууур китка хәтлем , батҡан һандыҡ –һандыҡ алтындар,ҡыйбатлы таштар,барыһы ла минеке.

Нимә ныҡ итеп ялпылдатаһың!Хәҙер тронымдар өрөп төшөрәһең бит.

Ҡыҫ -ҡыҫ: Ғәфү итегеҙ ваше мокрейшество!

(Ҡыҫала икенсе яҡтан килеп ипләп кенә ялпылдата)

Һыу батшаһы: Хәҙер нимә йоҡланыңмы әллә? Эҫенән ирейем бит.

Ҡыҫ-ҡыҫ: Мин,мин ,мин.

Һыу батшаһы: Нимә мин? Бар миңә бер стакан һыу алып кил,тамағым кипте.

(ҡыҫала сығып китә)

Ялҡытты мине ошо матурлыҡ, ана ,балыҡтар(русалкалар )ҙа күҙ яуын алып торалар.

Бейеү “ Балыҡтар “ (старшая Б)

Бейеү” Русалкалар” ( Поготовительная б)

Һыу батшаһы: Ах ул ялҡау ,ҡайҙа юҡҡа сыҡты ул!Ҡыҫ-ҡыҫ ,һин ҡайҙа? Артынан барып килмәһәм.

Сығып китә.

Алып барыусы:Бына беҙ  диңгеҙ аҫты батшалығында ла инде,әйҙәгеҙ ҡарайыҡ әле,артабан нимә булыр икән?

Һыу батшаһы Ҡыҫ-ҡыҫты эҙләп килеп сыға.

Һыу батшаһы: Ҡыҫалаҡай,һин ҡайҙа?

Ҡыҫ-ҡыҫ килеп сыға

Ҡыҫ-ҡыҫ: Әйе тыңлайым ,бөйөктәрҙән дә бөйөк Һыу батшаһы.

Һыу батшаһы: Ах һин минең тоғро ярҙамсым,яратаһыңмы мине?

Ҡыҫ-ҡыҫ: Ҡәҙерле әсәйемде  кеүек, ҡәҙерле атайымды кеүек.

Һыу батшаһы:  Улай булғас ни өсөн минең һаман да кәйефемде күтәрмәйһең!

Ҡыҫ-ҡыҫ: Юҡсы, бына мин һеҙгә бүләк әҙерләнем. Эй пираттар, сығығыҙ,батшаның күңелен күтәрегеҙ!!!

Пираттар бейеүе.

Һыу батшаһы: Пираттарҙың да файҙаһы теймәне, бушҡа ғына уларҙы килтерҙең!

Мин бында ҡайғырыуҙан үлеп барам, ә өҫтә ерҙә , киреһенсә ,күңелле  Яңы йыл байрамы бара. Барыһы ла йырлайҙар,бейейҙәр,күңел асалар.

Ҡыҫ-ҡыҫ: Һуң ниндәй Яңы йыл булһын унда,мин бит Ҡарһылыуҙы урлап алып ҡастым.

Һыу батшаһы: Ә кем була һуң ул Ҡарһылыу?

Ҡыҫ-ҡыҫ: Ҡарһылыу ул Ҡышбабайҙың ейәнсәре. Ул бейей ҙә, йыр ҙа йырлай, теләһәң шиғыр ҙа һөйләп бирә.

Һыу батшаһы: Нимәңде ҡарап тораң ул,бар килтер бында Ҡарһылыуҙы!

Ҡыҫ-ҡыҫ: Хәҙер-хәҙер,бына ул.

Ҡарһылыуҙы индерә.

Ҡарһылыу: Һеҙ кем ул?

Һыу батшаһы: Ҡурҡма ,мин диңгеҙ аҫты хужаһы- Һыу батшаһы.

Ҡарһылыу: Һеҙ ни өсөн мине бында килтерҙегеҙ? Миңә кире ҡайтырға кәрәк,мине Ҡыш бабай менән балалар көтә.(илай)

Һыу батшаһы: Күҙ йәштәре генә етмәгәйне,илама ,былай ҙа йеүеш. Ана,теләйһең икән аша,теләйһең икән эс, тик мин һине бер ҡайҙа ла ебәрмәйем,миңә йырлап,әкиәттәр уҡып күңелемде күтәреп, ҡыуандырып йәшәрһең.

Ҡарһылыу: Юҡ! Мин риза түгел!Ебәрегеҙ мине!

Шомло көй яңғырай.

Һыу батшаһы: Был тағы ла нимә ул?

Ҡарһылыу: Был Ҡыш бабай артымдан килә!

Һыу батшаһы: Ҡыҫ-ҡыҫ, шәберәк йәшер Ҡарһылыуҙы.(йәшерергә урын тапмай ҡаңғыралар) Анауында,юҡ унда түгел анауында,эх минһеҙ бер нимә лә эшләй алмай!

Икеһе лә Ҡарһылыуҙы алып китәләр.

Ҡышбабай килеп инә.

Ҡышбабай: Ау, Ҡарһылыу, ниңәлер мине берәү ҙә ишетмәй! Әйҙәгеҙ бергәләшеп ҡысҡырайыҡ. Аууу, Ҡарһылыу!!!

Көй уйнай,Һыу батшаһы килеп сыға.

Һыу батшаһы: Кем минең батшалығымда тәртипһеҙләнеп ҡысҡыра ул? Бөтә балыҡтарҙы ла ҡурҡытып! Ә?

Ҡышбабай: Һаумы Һыу батшаһы. Был мин ,һинең көтөлмәгән ҡунағың,Ҡышбабай! Кире ҡайтар минең ейәнсәремде Ҡарһылыуымды!

Һыу батшаһы: Кем ул ,мин белмәйем.

Ҡышбабай: Ай яй яй! Беҙ беләбеҙ инде ,һин уны йәшереп сихырлағанһың!

Алып барыусы: Балалар, Һыу батшаһы үҙ ғәйебен танымай, Ҡарһылыуҙы биргеһе килмәй! Һыу батшаһы шау –шыуҙан ҡурҡа,әйҙәгеҙ әле шаулашып алайыҡ, аяҡтар менән тыпырлатып,ҡулдар менән сәпәкәйләп алайыҡ!

Балалар шаулайҙар.

Һыу батшаһы: (ҡолаҡтарын ябып) Ярай булды инде, туҡтағыҙ.Ҡолаҡтарым ауырта.Ҡарһылыу,кил инде бында,кил!

Ҡыҫала Ҡарһылыуҙы етәкләп алып сыға. Ҡарһылыу сихырланған була.

Ҡышбабай: Ҡарһылыу, саҡ һине эҙләп таптыҡ.( Ҡарһылыу өндәшмәй)

Ах һеҙ яуыздар,сихырланығыҙмы минең Ҡарһылыуымды?

Һыу батшаһы: Минме? Мин сихырлай белмәйем . Ниндәйҙән алдыҡ,шундайҙы кире ҡайтарабыҙ.

Алып барыусы: Балалар,һеҙ нисек уйлайһығыҙ,Ҡарһылыу сихырланғанмы?

Ҡышбабай: Ҡарһылыу, хәҙер өйгә ҡайтабыҙ.

Ҡарһылыу: Өйгәме, өйгә түгелме,барыбер,барыбер.

Ҡышбабай: Нимә эшләргә икән, әә миңә ярҙамға Ҡарһылыуҙың ярҙамсылары-ҡарбөртөктәре килер. Улар бит тылсымла,Ҡарһылыуҙы уятырға ярҙам итерҙәр.

Ҡарбөртөктәр бейеүе.

Бейеп бөткәс Ҡарһылыу уяна.

Ҡарһылыу: Балалар, һаумыһығыҙ.Ҡышбабай,һин дә бындамы? Беҙ һеҙҙең менән ҡайҙа ул?

Балалар-Диңгеҙ аҫтында.

Ҡарһылыу: Диңгеҙ аҫтында? Беҙгә бит балалар баҡсаһына ҡайтырға ваҡыт етте.Яңы йылды ҡаршыларға.(Һыубатшаһына) Бәлки һеҙ ҙә беҙҙең менән барырһығыҙ, беҙҙә бик күңелле буласаҡ!

Һыу батшаһы: Юҡ,саҡырғанығыҙ өсөн рәхмәт, кемгә беҙ диңгеҙ аҫтындағы батшалыҡты ҡалдырабыҙ? Беҙ Ҡыҫала менән һеҙҙе ныҡ итеп һағынасаҡбыҙ.Тик беҙгә китергә ваҡыт,һаубулығыҙ.(сығып китәләр)

Алып барыусы: Кире ҡайтыр өсөн күҙҙәрҙе ныҡ итеп йомайыҡ.

Тылсымлы көй уйнай,кире балалар баҡсаһына ҡайталар.

Ҡышбабай: Бына беҙ үҙебеҙҙең матур залыбыҙға ла килеп еттек. Шыршыбыҙ ҙа беҙҙе һағынып көткәндер инде,әйҙәгеҙ байрамыбыҙҙы дауам итеп йыр йырлап алайыҡ!

Йыр “ Эх һин матур шыршы”( Старшая Б)

Йыр “ По белому снегу идет новый год”

Алып барыусы: Ҡышбабай,ә һин уйнарға яратаһыңмы?

Ҡышбабай: Әлбиттә яратам,әйҙәгеҙ сығығыҙ, әҙерәк уйнап алығыҙ!

Уйын “ Лепим,лепим ком большой”

Урындарына ултыралар.

Ҡышбабай: Арыным инде һеҙҙең менән бейе, шиғырҙар тыңлап алайым.

Шиғырҙар.

Ҡышбабай: Уйнаныҡ та, бейенек тә, матур йырҙар ҙа йырланыҡ,тик нимәлер мин оноттом!

Ҡарһылыу: Бүләктәр тураһында оноттоң бит.

Ҡышбабай: Әәә,бүләктәр тураһында,бәлки ошо һандыҡта ятҡан Һыу батшаһының аҫыл таштарын, алтындарын  бүләк итергәлер?

Ҡарһылыу: Нимәгә ул уларға аҫыл таштар,уларға кәнфиттәр,тәмлекәстәр кәрәк.

Ҡышбабай: Хәҙер беҙ шул аҫыл таштарҙы сихырлап тәмлекәстәргә,бүләктәргә әйләндерәбеҙ.

Кәрәкмәй беҙгә алтын,

Аҫыл таш та кәрәкмәй,

Әйләндерәм үҙегеҙҙе

Тәмле күстәнәстәргә!

(Һандыҡ эсенән кулек килтереп сығара.)

Ҡышбабай: Беҙгә хушлашырға ваҡыт етте,киләһе йылға тиклем һау булығыҙ!!!


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

"Табышмаклар илендә кунакта"күңел ачу кичәсе.

Татар халык иҗатына багышланган кичә, зурлар группасына йөрүче балалар белән уздырыла.Бүлмә җәйге аланга охшатып бизәлә.Тирә-якта куаклар,бер читтә яшелчә бакчасы, анда түтәлл...

Конспект развлечения"Без яшибез дуслык илендә"

Конспект развлечения для старшей группы...

ТЕМА: “Балалар һәм әтиләр юл кагыйдәләре илендә.” (Мәктәпкә әзерлек төркеме балалары һәм әтиләре арасында үткәрелгән ярыш-кичәнең программасы)

КВНТЕМА: “Балалар һәм әтиләр юл кагыйдәләре илендә.”(Мәктәпкә әзерлек төркеме балалары һәм әтиләре арасында үткәрелгән ярыш-кичәнең программасы)...

Саннар илендә

Мәктәпкә хәзерлек төркемендә үткәрелгән шөгыль...

1 кечкенәләр төркемендә ачык шөгыль: “Уенчыклар илендә”.

               1 кечкенәләр төркемендә ачык шөгыль.     ...

"Алдар төлкө", "Алтынсәс", "Төлкө менән әтәс", "Батша, егет, аждаһа", "Һыу ҡыҙы"

Башкирская народная сказка для детей старшего дошкольго возраста...

Батша,егет,аждаһа.

Өлкән төркөм балалары өсөн әкиәт....