"Көҙ етте "иртәлеге сценарйы.
материал (средняя группа)

Ғибәҙуллина Рәшиҙә Рәхимовна
Башҡорт балалар баҡсаһында уртансылар төркөмөнә көҙ темаһына иртәлек сценарийы.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл koz_stsenariy.docx13.79 КБ

Предварительный просмотр:

Көҙ байрамы сценарийы

Уртансылар төркөмө

Зал биҙәлгән, музыкаға балалар инә, япраҡтар менән бейейҙәр, ярымтүңәрәккә теҙеләләр

А.Б. Моңһоуланған урмандар,

   Һарғайған йәшел  аҡлан,

Ҡоштар осҡан йылы яҡҡа,

Йылдың ҡай миҙгеле еткән?

Бал-р: Көҙ еткән!

А.Б. Ерҙә һары япраҡтар –

         Көҙ килеүҙең билдәһе.

         Һары япраҡ Көҙһылыуҙың  

         Төшөп ҡалған көҙгөһө.

А.Б. Эйе, балалар, һеҙ дөрөҫ әйттегеҙ, илебеҙгә көҙ килгән. Ул бөтә тәбиғәтте матур сағыу алтын төҫтәргә буяған. (япраҡ күреп ҡала)  Бал-р, ҡарағыҙ әле мин нимә таптым, был  бит тылсымлы алтын япраҡ!! Ишетәһегеҙме, ул беҙҙе тылсымлы көҙгө урманға саҡыра, барабыҙмы урманға?  Әйҙәгеҙ, сүгәләп ултырайыҡ, күҙҙәрҙе ҡаплайыҡ та, мин ошо алтын япраҡ менән тылсымлы һүҙҙәр әйткәс, бөтәбеҙ ҙә көҙгө урманға барып етербеҙ!

  Алтын япраҡ, көҙгө япраҡ,

Тылсымыңды күрһәт әле,

Беҙҙең шаян кескәйҙәрҙе

Урманға илтсе, йәле!  (тылсымлы музыка, бал-р торалар)

А.Б. Ниндәй серле матурлыҡ,

Моғжиза бит урманда!

Карағыҙ, балалар, күрегеҙ,

Алтын төҫтә аҡлан да!

Әйҙәгеҙ, бал-р, көҙгө урманды сәләмләп йыр йырлайыҡ!

     Йыр “Көҙ килгән” (түңәрәктә, хәрәкәттәр менән)

А.Б.Афарин, урындарға ултырҙыҡ. Әйҙәгеҙ әле, урманыбыҙға арнап шиғырҙарыбыҙҙы ла һөйләп ишеттерәйек!

3-4 бала шигыр һөйләй

А.Б.Афарин! Бал-р, ҡарағыҙ әле, мин урманда тағы ла бер япраҡ таптым – унда ниндәйҙер эҙҙәр бар! Ниндәй хайуандың эҙҙәре икән был?... карағыҙ әле, кәрзине лә тора, эсендә нимә ул? (БӘШМ-Р) Кем йөрөгән икән бында?

Тейен йөрөгән тауыш ишетелә, өйөм аҫтынан Тейен сыға)

Тейен: Һаумыһығыҙ, бал-р! был  һеҙ икән… мин ышҡылыҡҡа әҙерләнеп йөрөй инем, төлкө-бүреме әллә тип, ҡурҡып япраҡтар аҫтына йәшендем бына…

А.Б. Ҡурҡма, Тейенкәй, беҙ көҙгө урманға сәйәхәткә килдек… Ә һинең кәрзинеңдә нимәләр ул?

Тейен: Һуң, бәшмәктәр! Күрмәйһегеҙме әллә?

А.Б. Ҡарале, Тейен дуҫ, һин бәшмәктәрҙе дөрөҫ йыйҙыңмы ул?  Араһында ашарға яраҡһыҙҙары ла күренә…

Т: Ээээй, ҡабаландым шул!  Әсәйе оҙаҡ йөрөмә, ямғырға юлыҡма тигәйне. Ҡабаланып бөтәһен бергә тултырғанмын.

А.Б. Борсолма, хәҙер беҙҙең бал-р һиңә ярҙам итер!

Уйын “бәшмәктәрҙе айыр”

А.Б. Тейенкәй, беҙҙең бал-р бәшм-р тур-да йыр ҙа беләләр.

Т.: Шулаймы, йырлап күрһәтегеҙ һуң!

Йыр “Бәшмәктәр”

Т. Ай-яй-яй! Ямғыр төшкәләй түгелме ул? Ой-ой, мине әсәйем әрләр, ямғырға саҡлы ҡайт тигәйне, мин йүгерҙем, бал-р, һау булығыҙ! Рәхмәт һеҙгә! (сыға)

А.Б. Ысынлап та, ямғыр тамсылары төшкәләй инде әллә… Ямғыр яуайыммы икән, яумайыммы икән тип беҙҙең менән шаяра ахыры. Саҡырабыҙмы ямғырҙы?

Бал-р: Ямғыр, яу, яу, яу!

Ямғыр, яу, яу, яу!

Тамсылар тауышы, Ямғырҡай инә, тамсылар һипкән хәрәкәттәр эшләй

Ямғыр: Һаумыһығыҙ, кескәйҙәр!

     Һаумыһығыҙ, зирәктәр!

     Мин – Ямғыр апайығыҙ,

     Болоттоң шаян ҡыҙы!

     Көҙөн һеҙҙе сылатам,

     Тәҙрәгеҙгә туҡылдатам.

     Ямандарҙы өшөтәм,

     Шулай ҙа күп минең файҙам!

А.Б. Һаумы, Ямғыр апай! Беҙ беләбеҙ, һин көҙ көнө бик кәрәкле, тик беҙҙең балаларҙы сылатырға, өшөтөргә ашыҡма! Бына малайҙарыбыҙ ямғыр яуғанда матур-матур кәлүштәр кейеп йөрөйҙәр. Уларҙың бейеүҙәрен ҡарап үт әле.

Бейеү “Галоши”

Ямғыр: Афариндар икән малайҙарығыҙ, рәхмәт! Бал-р, ә минең менән уйнап алғығыҙ киләме?

Бал-р: Эйе!

Я.: Әйҙәгеҙ әле, “Ел, ямғыр, ҡоштар” уйынын уйнап алайыҡ. Һеҙ тауыштарға тап килгән хәрәкәттәр күрһәтергә тейеш. Ә мин һеҙҙе бутарға тырышырмын. Ҡарап ҡарайыҡ әле, кем иғтибарлыраҡ: минме, һеҙме?

Уйын “Ел, ямғыр, ҡоштар”

Я.: Афариндар! Бер нисек тә алдап булманы. Арып бөттөм. Эҫе булды. Эллә ямғыр яуҙырайыммы?!

А.Б. Ямғыр апай, беҙҙең бал-р һинең тамсыларыңдан ҡурҡмай тинек бит инде. Бына ҡыҙҙар ямғыр яуғанда дождевиктар кейеп йөрөй. Бейеүҙәрен ҡарап ҡара әле

Бейеү “Дождевиктар”

Я.: Һай афариндар! Ҡайһылай ҡурҡыуһыҙ бал-р булып сыҡтығыҙ. Ярай, мине Болот әсәйем көтәлер, йә берәй ҡайҙа ямғыр кәрәктер, ҡайтайым. Һау булығыҙ, бал-р! (сығып китә)

А.Б. Бал-р, көҙгө урманда күптән йөрөйбөҙ, ә Көҙ ҡыҙы һаман күренмәй… Сеү, тыңлағыҙ әле… япраҡтар шығырлаған тауыш, әллә килә инде…

Музыкаға көҙ инә. Ҡулында икмәк, беләгендә кәрзин.

Көҙ: Мин – Көҙ ҡыҙы, киләм һеҙгә,

         Көҙгө байлыҡ ҡулымда!

        Муллыҡ менән байлыҡ теләйем

        Кескәйҙәргә, өлкәндәргә!  (тәрбиәсегә икмәк бирә)

А.Б.: Рәхмәт, Ҡөҙ ҡыҙы! Хуш еҫле икмәгең, мул  уңыштарың өсөн рәхмәт әйтәбеҙ һиңә!

Бал-р: Рәхмәт!

А.Б. Алтын көҙ ҡунаҡҡа килгән,

    Һары күлдәген кейгән.

    Йылмайып ҡарай беҙгә.

    Йырлап алайыҡ бергә!

Йыр “Осень-раскрасавица”

Көҙ: Рәхмәт, бал-р!

А.Б. Көҙһылыу, беҙҙең бал-р һиңә арнап шиғырҙар ҙа ятланылар.

Шигырҙар

К.: Рәхмәт, кескәйҙәрем! Күңелем күтәрелеп китте, әл дә килгәнһегеҙ әле урманыбыҙға. Һары, ҡыҙыл, алтын төҫлө япраҡтарым менән уйнап та алабыҙмы әллә?

Музыкаль уйын “Пляска-игра с листьями”

К.: Рәхмәт, бал-р! Һеҙҙең менән күңелле булды. Кәйефем күтәрелде. Урмандарҙы-аҡландарҙы тағы ла бер йөрөп сығаһым бар, китергә ваҡыт. Һеҙгә тигән күстәнәсем бар, ауыҙ итәрһегеҙ. Урманыбыҙға тағы ла килегеҙ, хушығыҙ! (сыға)

Бал-р РӘХМӘТ әйтә.

А.Б. Бал-р, беҙгә лә үҙебеҙҙең бал-р баҡсаһына ҡайтырға ваҡыт. Күҙҙәрҙе ҡаплайбыҙ ҙа, тылсымлы япраҡ беҙҙе залыбыҙға алып ҡайтыр

Алтын япраҡ, көҙгө япраҡ,

Тылсымыңды күрһәт әле.

Беҙҙең шаян кескәйҙәрҙе

Баҡсаға алып ҡайт әле…

Хушлашыу.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

« Чудо от доброго сердца» сценарий музыкального кукольно-драматического спектакля по мотиву сказки Ганса Христиана Андерсена «Дюймовочка» ,автор сценария — Савиных Ольга Сергеевна.

Уважаемые коллеги и родители! Представляю Вашему вниманию сценарий, по которому был поставлен спектакль с детьми старших групп. Драматургическая эклектика дала возможность раскрыть свои таланты каждом...

Сценарий музыкальной сказки-импровизации для детей 5-го года жизни "Курочка Ряба", сценарий новогоднего утренника для малышей "В гостях у Умки"

Разработка сценария музыкальной сказки -импровизации"Курочка Ряба" может быть использована к весеннему праздничному развлечению 8 марта.  В сценарии использован музыкальный материал по программе ...

Сценарий организованной деятельности детей II младшей группы. Мир природы. Тема: «Помощники» Интеграция образовательных областей: «Познание», «Художественное творчество», «Коммуникация», «Физическая культура» Сценарий организованной деятельности дете

Программные задачи.   Научить детей классифицировать овощи и фрукты и дать понятие, где они растут.Закрепить понятие: широкий, узкий.Развивать речь детей, мышление, внимание и память. Активи...

Сценарий физкультурного досуга для детей старшего дошкольного возраста «Если очень захочу — в космос скоро полечу!» Аксинья Попова Сценарий физкультурного досуга для детей старшего дошкольного возраста «Если очень захочу — в космос скоро полечу!» Сценар

Сценарий физкультурного досуга для детей старшего дошкольного возраста «Если очень захочу — в космос скоро полечу!»Аксинья Попова Сценарий физкультурного досуга для детей с...

Сценарии праздников.2019г. ДОСУГ по сказкам А.С.Пушкина. Сценарий утренника "До свидания детский сад". Сценарий праздника " 8-МАРТА".

1. ДОСУГ по сказкам А.С.ПУШКИНА. 2019г.2.СЦЕНАРИЙ УТРЕННИКА  " ДО СВИДАНИЕ ДЕТСКИЙ САД." 2018г.3.СЦЕНАРИЙ ПРАЗДНИКА "8-МАРТА"....