Минең фронтовиктарым!
статья

Нуриева Зөһрә Тәбрис ҡыҙы

Улар Еңеү менән ҡайтты!

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл ular_eneu_yaulany.docx25.54 КБ

Предварительный просмотр:

Улар Еңеү яуланы

Кешелек дөньяһында һағыш килтергән Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуға етмеш биш йыл уҙһа ла, уның әсе ҡайтауазы әле бөгөн дә үҙен һиҙҙереп ҡушыла. Ғүмерендә бер генә мәртәбә лә ауыҙ тултырып "атай" тип әйтә алмаған балалар, хәҙер инде үҙҙәре өләсәй-ҡартатай йәшендә, ҡанлы ут эсендә йөрөгән ҡарт ветерандарыбыҙҙың һаны ла йылдан - йыл һирәгәйә бара. Бөйөк Еңеү көнөндә уларҙың һағышлы йөҙҙәрендә һәрсаҡ йәш тамсылары ялтырай. Уттар, һыуҙар кискән, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашкан  олатай менән өләсәйем тураһында һөйләп китәһем килә.

Өләсәйем Әхмәтшина Мөнәүәрә Минегәрәй ҡыҙы 1923 йылдың 12 сентябрендә Мийәкә районының  Мийәкәтамаҡ ауылында тыуған. Никифар урта мәктәбендә  белем ала. Уҡытыусы һөнәрен һайлап, Бәләбәй педагогия училещеһына уҡырға инә. Мийәкәтамаҡ урта мәктәбендә өлкән пионервожатый булып эшләгән ҡыҙ 1942 йылдың май айында, комсомолдың Тыуған илде һаҡларға тигән саҡырыуына яуап итеп, үҙ теләге менән фронтҡа китергә яҙыла. Өләсәйемдең яҙмаларынан : “Уфанан беҙҙе товар вагондарына Сталинградҡа оҙаттылар, унда беҙҙе бик мөһим командирҙар ҡаршыланы һәм казармаларға урнаштырыла. Бер ай буйына беҙҙе өйрәттеләр, һуңынан подразделениеларға бүлделәр. Мин 748 се зенит – артиллерия полкына эләктем - тип яҙған ул.

Минең  өләсәйемдең  төп бурысы - приборҙар менән эш итеү булған. Уның вазифаһына дошман самолетының маркаһын, осоу йүнәлешен билдәләү, уларҙы прибор буйынса сағыштырып ҡарау һәм зенит установкаларын биреү кергән. Трактор заводын һаҡлаған зенит батареяһының иғтибарын ситкә йүнәлтеү өсөн немецтар тимер юлды, промышленность объекттарын утка тоталар. Төнгө бомба һөжүмдәрен кире ҡағыу өсөн зенитсыларға приборҙар ҡулланмайса "ҡулға алыу" уты алып барырға тура килә. Кыҙҙар фашистарҙың разведчик-самолеттарын "ҡошсоҡтар" тип атайҙар. Әгәр күктә "ҡошсоҡтар" пәйда булһа, күңелһеҙ хәл булмаһын көт тә тор...

Өләсәйем  һуғыш темаһын һөйләргә бик яратмай ине. Шулай ҙа бына ҡасан да булһа бындай хәл тураһында һөйләп ишеттерҙе: "Бер көндө беҙҙең өҫтән "ҡош" осоп үтте һәм өҫтөбеҙгә бомбалар яуа башланы, ерҙән танкылар һөжүм итә, улар артынан пехота килә. Һөжүмде кире ҡаҡҡанда танкка ҡаршы гранаталар, яғыулыҡ һалынған шешәләр ҡулланылды. Был һуғышта батальондағы биш ҡыҙ контузия алды. Әхирәтем менән мине ҡаҙып алып, лазаретҡа һалдылар. Аңыма килгәндә,  хәлде белергә килгән командирыбыҙҙы күрҙем...  Контузия эҙе ғүмерлеккә ҡалды: уң яҡ ҡолағым ишетмәй".

Сталинградтан һуң зенит батареяһын тимер юл станцияһын һаҡлау өсөн Люблин ҡалаһы янына күсерәләр. Кыҙҙар тәүлек әйләнәһенә тулы хәрби әҙерлек хәлендә тора. Күктә немецтарҙың бомбаға һунарсы самолеттары гел осоп тора. Тирә – яҡта төрлө разведчиктар йөрөй, улар туп-тулы зенит расчеттарын юҡҡа сығаралар. Алты айҙан һуң зенитсылар Польшанан Германияға күсә. Улар тимер юл селтәрен көндөҙ ҙә, төндә дә һаҡлайҙар.    

    Минең өләсәйем– Мөнәүәрә Минегәрәй ҡыҙы Еңеү көнөн Берлиндан 80 километр өҫтәрәк Одер йылғаһы буйында ҡаршылай. Ул был иҫтәлекле көндәр тураһында бына нисек хәтерләй ине: “Беҙ илашабыҙ, көлөшәбеҙ, бер – беребеҙҙе ҡосаҡлайбыҙ, иҫән-һау ҡалыуыбыҙға ҡыуанабыҙ. Оркестр көйөнә биибез, “Урра!"ҡысҡырабыҙ".

Еңеүҙән һуң зенитсыларҙы бер немец шәһәренә алып китәләр, унда хәрбиҙәр лагерь ойошторған. Сәғәт биштә тороп, киске сәғәт 11 ҙә ятҡандар: кыҙҙар көн буйына төҙөлөш материалдарын күтәреп ташығандар. Ниһәйәт, демобилизациялау башлана. Иң тәүҙә өлкән йәш кешеләрен, 50-60 йәштән үткәндәрҙе ебәргәндәр. Ҡыҙҙарҙы тик өсөнсө эшелон менән генә ҡайтарырға булалар, ләкин диверсанттар тимер юлды шартлаталар һәм тағы ярты ай көтөргә тура килә уларға. И.В.Сталиндың бойороғо буйынса ҡатын – ҡыҙҙарҙы фронттан өр – яңы хәрби кейемдә демобилизациялайҙар. Һәр зенитсыга бер нисә метр ситса, бишәр килограмм шәкәр һәм башҡа туҡланыу аҙыҡтары бирелә. Кыҙҙар өйгә товар вагондарында ҡайталар. Ләкин һуғыштан күптәр өйҙәренә әйләнеп ҡайта алмай. Минең өләсәйем менән бергә фронтҡа киткән Ырымбур ҡыҙы Гөлшат Сталинград янында һәләк була.  

Өләсәйемә – фронтовик булараҡ һуғыштың нәтижәләре менән дә күҙгә – күҙ осрашырға тура килә: ул Кыңгыр – Мәнәүездәге балалар йортонда тәрбиәсе булып эшләй. Балаларҙың үҙен яратыуы, кешеләрҙең ихтирамы уның өсөн иң юғары бүләк булып торған.

“Мин Тыуған илгә иҫән – һау әйләнеп ҡайтыу бәхетенә ирештем. Фронтовик егеткә - Нәғимов Тәлғәт Тәмербәк улына кейәүгә сыҡтым. "– тип әйтә  ине.

 Олатайым - Тәлғәт Тәмербәк улы үҙенең өс агае менән 1941 йылда армияға алына. Хәрби училищены тамамлағас, уны Сталинградҡа минометчик итеп ебәрәләр.  Олатайым 64 йәшендә вафат була, миңә бары 13 йәш ине, шуға күрә мин уның тураһында бик аҙ беләм. Уның һөйләгәндәренән бер нисә хәтирә исемдә  ҡалған. Мәҫәлән, немец генералы фельдмаршал Фридрих Паулюстың окружения солғанышта ҡалып, нисек итеп пленға эләгеүен күргән. Мин Паулюстың үҙен күрҙем! – тип әйтә торгайны  ул.

Олатай ярҙамында уларҙың ротаһы окружениенан иҫән –һау сыҡҡан. Был шулай булған: уларҙың ротаһы бер утрауҙа киҫелеп ҡалған, фәҡир солдатлар ағас ҡайрыларын ҡайнатып эскәндәр, ләкин уның менән генә тамаҡ ялғап булмай бит.... Аслыҡтан бер нисәһе һәләк булғандар, күбеһенең хәлһеҙлектән атларға мөмкинлеге ҡалмаған.

 Шулай бер көндө, минең  ҡартатайым, һайыҫҡандың туҡылдауын ишетеп ҡала һәм шул яҡҡа үрмәләй башлай. Ауыл малайы булараҡ, яҡында ғына ниндәйҙер мәйет барлығын һиҙә. Ысынлап та, ҡар аҫтында һәләк булған  ат ятҡан икән, ҡабырғалары ҡояшта ҡаҡланып бөткән. Ул бер өлөш ҡаҡланған йылҡы итен айырып алып, ауыҙына ла килтереп етмәйенсә тәмле ит иҫенә хушһыҙ ауған. Бер нисә минуттан һуң аңына килә, иптәштәрен саҡыра. Шулай итеп, улар йылҡы итенең шулпаһын тәмләп, көс алып, иҫән ҡалалар.

Олатайым Ҡыҙыл йондоҙ ордены менән бүләкләнгән. Ул ҡыҙыл байраҡты иҫән –һау йылғанан (үҙе менән бергә) йөҙөп алып сыҡҡан. Шул йылғаны кискәндә, уның уң ҡулы яралана. Госпитальдә ятҡанда, уның ҡулында гангрена башлана. Врачтар бер кулын киҫәргә тип ҡарар сығаралар. Ләкин ул ризалашмай. "Үлһәм үләм, ләкин ҡулды бирмәм, мин бит гармунһыҙ йәшәй алмайым ", – тип ҡаршы килә. Ни тиклем таҙартһалар ла, тырышһалар ла ҡулы төҙәлмәй уның. Ике солдат носилкала мал-мөлкәтһеҙ, өметһеҙ олатайҙы ауылына алып ҡайталар.  Өс улына үлем хаттары алып, хәсрәт утында янған Сара инә, дүртенсе улын үлем тырнағынан азат итеү өсөн көрәш башлай. Йәй буйына үлән һыуҙары менән, доғалары менән дауалай ул уны. Көҙгә олатайым аҡрынлап терелә башлай. Еңеү байрамын ул үҙенең тальян гармуны менән ҡаршы ала. Шатлыҡтан бөтә ауыл йырлай ла бии.

Минең олатайым бит оҫта ине. Ул баянда матур итеп уйнай, үҙе йырлай ине. Урмандан ҡурай киҫеп алып ҡайтып, моңло көйҙәр уйнай ине. Бына шундай талантлы кеше булды ул. Стәрлетамаҡ Дәүләт Педагогия институтын тамамлап яҡшы итеп ялға сыҡҡансы рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып, уҡыусыларға белем серҙәрен төшөндөрҙө, директор урынбаҫары вазифаһын башҡарҙы. Ниндәй генә эшкә тотонһа ла, бар йанын биреп башҡара . Ауылда ул бик абруйлы, дәрәжәле кеше була, уны хөрмәт итәләр. Өләсәйем менән бергә дүрт бала тәрбиәләп үҫтергән. Улар барыһы да юғары белемле, тормошта үҙ юлдарын, үҙ урындарын тапҡандар. Өлкән улдары Морис Башҡортостан ауыл хужалығы институтын ҡыҙыл дипломға тамамлай һәм 35 йыл Аксен ауыл хужалығы техникумында белем бирә. Ул үҙенең яратҡан шөғөлө – баҡсасылыҡ менән шөғөлләнә. Йырҙар ижад итә, йөҙҙән артыҡ йырҙар авторы, гитарала бик оҫта уйнай. Үткән йылда уның шигырьләр йыйынтығы донъя күрҙе.

Ҡыҙҙары – минең әнием – Рәйсә Тәлғәт ҡыҙы, физика һәм математика уҡытыусыһы, Россия Федерацияһының халыҡ мәғәрифе отличнигы.

Икенсе ҡыҙҙары Нәфисә ауыл хужалығы институтын тамамлап, оҙаҡ йылдар "Сельхозхимия" ойошмаһында баш бухгалтер вазифаһын, унан Бишбүләк Үҙәк Һаҡлыҡ банкында эшләй. Уның хеҙмәте рәхмәт хаттары, күп Маҡтау ҡағыҙҙар менән билдәләнгән.

Кеселәре – Салават, Башҡорт Дәүләт Медицина институтының стоматология бүлеген тамамлай. Бөгөнгө көндә Октябрьский ҡалаһында теш врачы булып хеҙмәт юлын дауам итә, үҙенең шәхси кабинетын аса. Салават ағай – Республиканың һаулыҡ һаҡлау отличнигы, яҡшы теш врачы, уның тураһында "хоҙайҙан һәләтле врач" тиҙәр.

Йыл һайын 9 май көнөндә, олатайым  һәм өләсәемдең балалары, оноҡтары бергә йыйылабыз. Ул күптән инде изге йолаға әүерелде: ата – әсә ҡәбере янында уларҙың яҡты иҫтәлектәре алдында баш эйеү, хәтирәләр яңы төҫкә индереү, алдағы быуындарға һабаҡ биреү, ғаилә байрамдарын ҡаҙерләргә өйрәтеү. Сөнки улар  өсөн иң яҡшы байрам – ул Еңеү байрамы ине. Мин үҙемдең  ветерандарым  менән ғорурланам, сөнки улар Ватаныбыҙ өсөн үҙҙәренең ғүмерҙәрен лә ҡыҙғанмайса, ауыр һуғышты еңеп, дөньяны ҙур афәттән ҡотҡарып, тыуған илебез бәхетле тормошта йәшәһен өсөн көрәшкәндәр.

Шуға ла беҙ, еңеүселәр быуыны төҙөп биргән бөгөнгө ирекле мул тормошта йәшәүселәр, иҫәндәрҙең ҡәҙерен белергә, тейешле хөрмәтебеҙҙе күрһәтергә бурыслыбыҙ.

                                                                   

                                         

                                        Бәләбәй ҡалаһы  “Ҡайынкай” балалар баҡсаһының    

                                        музыкаль етәксеһе - Нуриева Зөһрә Тәбрис ҡыҙы.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Проект мини-музей «Мир воздуха » Руководитель мини-музея: Горкина С.С.- воспитатель первой категории р.п. Пышма МБДОУ ПГО « Пышминский детский сад № 7».

Наименование мини-музея: мини-музей «Мир воздуха »Профиль музея:  познавательно- исследовательский.   Цель:Изучение детьми воздуха и способы его обнаружения.Формировать осоз...

Обогащение предметно-развивающей среды посредством создания мини-музея в группе. Наш мини- музей "Чудо-дерево"

Каждое посещение нашего мини-музея – это деятельность, имеющая учебную, воспитательную, развивающую цель. В мини-музее  в условиях группы происходит развитие познавательных интересов и познавател...

Мини-музей "Буренушка" (мини-паспорт)

Мини-музей "Буренушка" (мини-паспорт)...

Проект «Минем туганнарым», «Минем өем – мой дом»

Лэпбук–тематическая папка по комплекту «Татарча сөйләшәбез»(«Говорим по-татарски»)...

Консультация «МИНИ – МУЗЕЙ В ДЕТСКОМ САДУ КАК ФОРМА РАБОТЫ С ДЕТЬМИ И РОДИТЕЛЯМИ. МИНИ – МУЗЕИ ПАТРИОТИЧЕСКОЙ НАПРАВЛЕННОСТИ»

Цель: Обогащение воспитательно-образовательного  пространства новыми формами работы  с детьми и их родителями. Задачи:     ·...