Әлифба. Е е өн-хәрефе. (Литературное чтение на родном языке)
план-конспект урока по чтению (1 класс)

Мурзагалина Дина Гафуровна

Йэ - өнө. Екән. Йомаҡ. Мәҡәл.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл liter_cht_na_rod_yaz.docx18.24 КБ

Предварительный просмотр:

Технологическая карта урока по литературному чтению на родном языке

в 1 классе

1. Ф.И.О: _____________   Класс_________                                         Дата:_________                                                                                                                  

       2. Тема : Йэ өнө. Екән. Йомаҡ. Мәҡәл.

       3. Дәрес: Ғәмәли мәсьәләләрҙе хәл итеү дәресе.

4. Маҡсат: 1) Е хәрефенең ҡалын ижекле һүҙҙәрҙә яҙылыуын миҫалдарҙа күрһәтеү был хәреф ингән һүҙҙәрҙе күреп яҙырға өйрәтеү;

2) Һүҙ башында, уртаһында, аҙағында [йэ] өнө ишетелгән һүҙҙәрҙе тыңлау һәм уларҙы дөрөҫ яҙа белеү күнекмәһен үҫтереү, бәйләнешле телмәрҙе камиллаштырыү;

3) Тәбиғәткә ҡыҙыҡһыныу уятыу, башҡорт халыҡ ижадына һөйөү тәрбиәләү.

Дәрес барышы:

Дәрес этабы

Уҡытыусы эшмәкәрлеге

Уҡыусы эшмәкәрлеге

1.Психологик комфорт булдырыу

 Бөгөнгө матур көн дә тыуҙы. Саф һауа, ҡоштар, ағастар бөтәбеҙҙе лә ҡыуанып сәләмләй. Уларҙан күңелебеҙгә йылылыҡ, йөҙөбөҙгә яҡты нур,тәнебеҙгә сәләмәтлек алайыҡ. Әйҙәгеҙ, бар донъяны, үҙебеҙҙе сәләмләйек.

Һаумы, ҡояш! Һаумы, дуҫым!

Һаумыһығыҙ, уҡытыусым!

Ҡояш, донъя, тыуған ер,

Миңә йән тыныслығы бир!

Кәйефте кѳйләү. Эшкә әҙерләнеү.

Уҡыу процесына инеп китеү.

Дөрөҫ ултырыу ҡағиҙәһен иҫкә төшөрөү.

2.Уңыш ситуацияһы ойоштороу

 Төркөмдәрҙә эш.

-е хәрефенә башланған һүҙҙәр йыя

-е хәрефе һүҙҙең уртаһында торған һүҙҙәрҙе йыя

-е хәрефенә һүҙҙәр туплай

Үткән дәрестә үтелгәндәрҙе иҫкә төшөрә, ҡабатлай,нығыта.

3. Ғәмәли эштәр

4. Ял минуты

Йомаҡ ҡоям, яуабын көтәм. Слайд 1.

Аҡ бабай, аҡ бабай, аҡ туныңды ҡаҡ бабай. Кем ул? (Ҡар бабай) Ул

беҙгә күстәнәс ебәргән. Ә эсендә нимә икәнлеген белемдәребеҙҙе күрһәтеп, эштәрҙе башҡарғандан һуң асып белербеҙ.

Дәреслек менән эш.

Ер еләге күп беҙҙә,

Еләк йыя кил беҙгә.

                          Зәйнәб Биишева.

-бағанала бирелгән һүҙҙәрҙе уҡыу

-һүҙҙәрҙең мәғәнәләрен асыҡлау

-предметтың атамаһын белдергән һүҙҙәрҙе тап

-предметтың хәрәкәтен белдергән һүҙҙәрҙе табып уҡығыҙ

-предметтың билдәһен белдергән һүҙҙәрҙе табығыҙ

Иғтибар менән экранға ҡарағыҙ.

Ямғыр, ҡояш, юртаҡ, еләк һүрәттәре буйынса телдән эш.

1.Бергәләшеп уҡыйыҡ- йамғыр, ҡойаш, йуртаҡ, йеләк.

2.Был һүҙҙәрҙе уҡығанда, ниндәй уртаҡ өн ишетелә- ([Й] өнө.)

- Ниндәй хәрефтәргә эйәреп килә? (һуҙынҡы хәрефтәр Я, е, ю)

-Я,е, ю һуҙынҡы өндәрендә нисә өн ишетелә? (ике)

-Һүҙҙәр дөрөҫ яҙылғанмы?(юҡ, был һүҙҙәрҙең транскрипцияһы).

Тимәк, ниндәй проблема килеп сыҡты? ([Й] өнө ҡайҙа йәшенгән һәм ике өндө белдереүсе һуҙынҡы хәрефтәр- е,ю,я нисек әйтелә һәм яҙыла?)

- Проблеманы сисер өсөн беҙгә нимәләр эшләргә кәрәк?(Күнегеүҙәр эшләргә, тикшерергә һәм, сағыштырырға, һығымта яһарға)

Арығанһығыҙҙыр. Ял минуты үткәреп алайыҡ.

Бер-ике, беҙ баҫтыҡ,

Сәп-сәп итеп ҡул саптыҡ.

Аяҡтарҙы бер урында

Тып-тып-тып итеп баҫтыҡ.

Ултырҙыҡ, ҡабат баҫтыҡ,

Инде бер аҙ хәл алдыҡ,

Тыныс ҡына ултырҙыҡ.

Бергәләп эшләй белеү, дискуссияла ҡатнашыу, анализлау, иҫбатлау, үҙ фекереңде яҡлай белеү.

Маҡсат ҡуя, эште планлаштыра белеү.

Дежур уҡыусылар эшләтә

5. Мәҡәл өҫтөндә эш

Ете ҡат үлсә, бер ҡат киҫ.

Егәрленең ҡулы ете.

Еренә күрә еләге.

Ерле-ерендә, екән-күлендә.

Үҙ фекерҙәрен асыҡ итеп әйтергә өйрәнәләр.

6. Яңы теманы нығытыу

 «Екән»  тексын уҡыу.

-үҙ аллы уҡыу

-“буксир”

-“сылбыр” менән уҡыу

-“бинар” уҡыу

 Һорауҙарға яуап бирә алған уҡыусыларҙы ынғай баһаларға.

Ниндәй һығымтаға килдек? Дәрес башында ҡуйылған проблеманы систекме?

- [Й] өнө йәшенгән е, ю,я һуҙынҡы хәрефтәрендә йәшенгән.

- Е,ю,я һуҙынҡы хәрефтәре ике өндө белдерә.

- Рус телендә лә, башҡорт телендә лә е, ю, я һуҙынҡы хәрефтәре ике өндө белдерә, ишетелгән урында е, ю,я хәрефтәре яҙыла.

- Дәрес алдынан ҡуйылған проблеманы систек.

 Һүҙҙәр уйлайҙар, һәр бағаналағы һүҙҙәрҙе анализлап, һығымта яһайҙар

6. Рефлексив анализ. Баhалау.

- Дәрес темаһы аңлашылдымы?

- Ауырлыҡтар булдымы? Ниндәй эштәр бик еңел булды?

- Дәрестә нисек эшләүегеҙ менән ризаһығыҙмы?

Ирекле яуаптар


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Рабочие программы по родному языку и литературному чтению на родном языке 4 класс

Рабочие программы по родному языку и литературному чтению на родном языке 4 класс...

Литературное чтение и литературное чтение на родном языке 1 класс ШР

Курс "Литературное чтение" поделен на Литературное чтение (3 часа) и Литературное чтение на родном языке (1 час) ШР. 33 недели...

Рабочие программы по литературному чтению и литературному чтению на родном языке

Календарно-тематическое планирование разработано на основе примерной рабочей программы  основной общеобразовательной программы начального общего образования...