Әҙәби уҡыу дәреслектәренә йәлеп итеү өсөн ҡулланылған отошло алымдар
учебно-методический материал по чтению (4 класс)
Уҡыусыларға белем, тәрбиә биреүҙә әҙәби әҫәрҙең роле ҙур. Хәҙерге техника прогрессы алға киткән осорҙа уҡыусыларҙың танып белеү, үҙ аллы белем алыу, әҙәби китап уҡыуға ынтылыу һәләтлектәрен үҫтереү бурысын ҡуя.Ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырыу өсөн әҙәбиәт дәрестәрен синыфтан тыш башҡарыла торған күп төрлө саралар менән тығыҙ бәйләү, ижади эҙләнеү эштәре ойоштороу, төрлөләндереү, ҡала,ауыл, республика яңылыҡтары, халҡының тормошо менән бәйләү мөһим тип иҫәпләйем. Әҙәбиәт дәрестәрен мәктәптә өйрәнелгән башҡа предметтар менән бәйләү уҡыусыларҙы ҡыҙыҡтыра.Ошо бурыстарҙы күҙ уңында тотоп, төрлө отошло алымдар, методтар ҡулланыу уҡытыусының үҙенән тора. Һәр уҡытыусы үҙ эшенә яуаплы, ижади ҡараһа, балаларҙа әҙәби әҫәрҙәрҙе уҡыуға ҡыҙыҡһыныу уятып була.Бер нисә алымға ғына туҡталып китәһем килә. Ул иң тәбиғи алымдарҙың береһе- ижади эш алымы. Ижади эш алымы уҡыусының ҡыҙыҡһыныуын, активлығын арттырыу,фекерләүен байытыу, әхләк тәрбиәһе биреү яғынан отошло. Дәрестән тыш бик күп саралар үткәрергә була.
Предварительный просмотр:
Әҙәби уҡыу дәреслектәренә йәлеп итеү өсөн ҡулланылған отошло алымдар
Уҡытыу процессында әҙәбиәт уҡытыусыһынан йәш быуында яңыса фекерләү, үҙ- ара мөнәсәбәттә, хеҙмәттә юғары мәҙәниәтле булыу,намыҫлылыҡ, тоғролоҡ, дуҫлыҡ, шәфҡәтлелек кеүек әхләк сифаттары тәрбиәләүгә иғтибар биреү талап ителә.
Уҡыусыларға белем, тәрбиә биреүҙә әҙәби әҫәрҙең роле ҙур. Хәҙерге техника прогрессы алға киткән осорҙа уҡыусыларҙың танып белеү, үҙ аллы белем алыу, әҙәби китап уҡыуға ынтылыу һәләтлектәрен үҫтереү бурысын ҡуя.Ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырыу өсөн әҙәбиәт дәрестәрен синыфтан тыш башҡарыла торған күп төрлө саралар менән тығыҙ бәйләү, ижади эҙләнеү эштәре ойоштороу, төрлөләндереү, ҡала,ауыл, республика яңылыҡтары, халҡының тормошо менән бәйләү мөһим тип иҫәпләйем. Әҙәбиәт дәрестәрен мәктәптә өйрәнелгән башҡа предметтар менән бәйләү уҡыусыларҙы ҡыҙыҡтыра.Ошо бурыстарҙы күҙ уңында тотоп, төрлө отошло алымдар, методтар ҡулланыу уҡытыусының үҙенән тора. Һәр уҡытыусы үҙ эшенә яуаплы, ижади ҡараһа, балаларҙа әҙәби әҫәрҙәрҙе уҡыуға ҡыҙыҡһыныу уятып була.Бер нисә алымға ғына туҡталып китәһем килә. Ул иң тәбиғи алымдарҙың береһе- ижади эш алымы. Ижади эш алымы уҡыусының ҡыҙыҡһыныуын, активлығын арттырыу,фекерләүен байытыу, әхләк тәрбиәһе биреү яғынан отошло. Дәрестән тыш бик күп саралар үткәрергә була.
Беҙҙең мәктәп уҡытыусылары бына инде нисә йыл ауыл китапханаһы менән тығыҙ берлектә эшләй. Был уҡыусыларҙа ҡыҙыҡһыныу уята, улар яҙыусының әҫәрҙәрен үҙ аллы ла өйрәнәләр, сөнки кисәләр ваҡытында викторина үткәрелә. Викторина үткәреү яҙыусының ижадын яҡшы белгән уҡыусыларҙы билдәләп китергә мөмкинселек бирә. Шулай уҡ теге йәки был яҙыусының әҫәрен өйрәнгәндә уҡыусылар менән инсценировкалау алымын ҡулланыу отошло. Әҫәрҙе өйрәнгәндә уҡыусыларҙы тасуири, эмоциональ уҡырға өйрәтеү мөһим. Улар дөрөҫ, матур итеп уҡығанда ғына иптәштәре алдында сығыш яһай алалар. Әҙәбиәт дәресен хис- тойғо менән уҡытҡанда ғына уҡыусыларҙа яҙыусы ижадына ҡыҙыҡһыныу уятып була.
Шулай уҡ уҡыусылар менән ғилми- эҙләнеү эштәре алып барыу уларҙы өҫтәлмә рәүештә тарихи белешмәләр, энциклопедиялар һәм башҡа төрлө ғилми китаптарҙы өйрәнергә, уҡырға ылыҡтыра. Бына бер нисә йыл инде шәжәрәне өйрәнеү буйынса эҙләнеү эштәре башҡарыла. Дәрестән тыш үткәрелгән сараларҙа элетрон- дәреслектәр,видеояҙмалар ҡулланыу бик уңайлы. Теге йәки был яҙыусының, шағирҙың тауышын, уның ижади кисәһенән, пьесаларынан өҙөктәр ҡарау, йырҙарын тыңлау үткәрелгән сараларҙы йәнләндереп ебәрә.
Ысынлап та әҙәбиәттең киләсәк быуынды тәрбиәләүҙә, йәш быуындың күңелендә боронғоларҙан килгән әҙәп ҡағиҙәләрен нығытыу һәм үҫтереүҙә роле ҙур.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Рус телле балаларға башҡорт телен өйрәтеүҙә ҡулланылған ҡайһы бер отошло алымдар. Методик ҡулланма. Өфө: БМҮИ нәшриәте. 2009. 28 бит.
Ҡулланмала авторҙар коллективы рус телле уҡыусыларға башҡорт теленең серҙәренә өйрәтеүгә үҙ тәжрибәһенән отошло эш алымдарын тәҡдим итә. авторҙар тарафынан әҙерләнгән мауыҡтырғыс күнегеүҙәр, схемалар,...

мастер-класс Туған тел дәрестәрендә ҡулланылған универсаль эш төрҙәре
Туған тел дәрестәрендә ҡулланыу өсөн материалдар 1-2 класс...

Туған тел дәрестәрендә ҡулланылған универсаль эш төрҙәре
Туған тел дәрестәрендә ҡулланылғануниверсаль эш төрҙәре...



