Башланғыс кластарҙа уҡыусыларҙың телмәрен үҫтереү
статья (1 класс) на тему

Башланғыс кластарҙа уҡыусыларҙың телмәрен үҫтереү  

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon telmr_ustereu.doc83 КБ

Предварительный просмотр:

Иҫке Собханғол дөйөм урта белем биреү мәктәбенең  Яңы Собханғол филиалы

        

Башланғыс кластарҙа  уҡыусыларҙың   телмәрен 

үҫтереү

                                                                                                                                     

                                                                                                                                     

                                                                                                                                   

                                                                                                                                      Педсоветта сығыш яһаны

                                                                                                                     Протокол № 1  

                                                                                                                 “5” ноябрь, 2014 йыл.

                                                                                       

                                                                                                                                   Әҙерләне башланғыс кластар уҡытыусыһы

                                                                    Хоҙайбирҙина Флүрә Ырыҫйән ҡыҙы. 

           

 Йөкмәткеһе

1.Инеш. Телмәр үҫтереү – тел уҡытыу методикаһының ҡатмарлы өлөшө.          

2. Төп өлөш.Телмәр үҫтереү алымдары.              

3.Йомғаҡлау. Телмәр үҫтереүҙең әһәмиәте.     

4.Ҡушымта. Грамматик уйындар һәм мауыҡтырғыс күнегеүҙәр

5.Ҡулланылған әҙәбиәт.      

Уҡыусыларҙың телмәрен үҫтереү

     Йәмғиәттәге үҙгәрештәр,компьютер технологияһының алға китеүе өлкәндәрҙең генә түгел,балаларҙың да аң һәм психологик үҫешенә,телмәренә йоғонто яһамай ҡалмай.Уҡыусыларҙың телмәрендә тупаҫ һүҙҙәрҙән торған лексик берәмектәр,жаргон лексика әүҙемләшә.Шуға ла мәктәптә, белем биреү менән бер рәттән ,коммуникатив маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыу төп бурыстарҙан һанала.

     Телмәр үҫтереү – тел уҡытыу методикаһының ҡатмарлы өлөшөн тәшкил итә. Был шуның менән аңлатыла: әҙәби телдең нормалар системаһын, законлыҡтарын үҙләштереү һәм телмәрҙә ҡулланырға өйрәнеү конкрет бер лексик-грамматик тема менән генә сикләнмәй, ә программала күрһәтелгән бөтә материалды өйрәнеү барышында бөтә уҡыу йылдарында ла дауам итә.

     Коммуникатив ҡараштан сығып,мотлаҡ аралаша белеүҙе формалаштырырға, йәки  икенсе  төрлө  әйткәндә,аралашыу компетенцияһын барлыҡҡа килтерергә  кәрәк. Аралашыу  компетенцияһы тип әйткәндә телмәр эшмәкәрлегенең бөтә  төрҙәре: уҡыу, ишетеү (тыңлау), һөйләү(монолог,диалог),яҙыу- менән  файҙалана  белеү күҙ уңында  тотола.

       Телдән һәм  яҙма  аралашыу бәйләнешле, ләкин һәр береһе  4 төр телмәр  эшмәкәрлегендә: һөйләү, тыңлау, уҡыу, яҙыу  аша  тормошҡа  ашырыла. Ысынбарлыҡта аралашҡанда кеше уҡый һәм  уҡығанды тикшерә, кәрәкле  информацияны һәйбәтерәк  хәтерләү һәм иҫенә  төшөрөү өсөн яҙып та  ала . Был эштәрҙең төрҙәре бер- береһе  менән тығыҙ үрелеп  бара һәм улар  араһында  тиҙ  генә аныҡ сик ҡуйыуы ҡыйын.

     Телмәр үҫтереү барышында балаларҙа телгә ҡарата уйындар ярҙамында ҡыҙыҡһыныу уятыу һәм үҫтереү, туған телгә ҡарата ихтирамлы, етди ҡараш тәрбиәләү;  матур, әҙәби итеп һөйләшергә  өйрәтеү.

     Маҡсатҡа ирешеү өсөн түбәндәге мәсьәләләрҙе сисеү кәрәк:

·     Тел сараларын дөрөҫ ҡулланып, бер-береңде аңларға һәм үҙ фекереңде асыҡ итеп әйтергә өйрәтеү. Тел саралары, минеңсә, шунан ғибәрәт: хәрефтәр, өндәр, типик һөйләмдәр, һүҙбәйләнештәр;

·     Гуманитар фекерләүҙе үҫтереү;

·     Һөйләмдәрҙе бер-береһенә бәйләп телмәр төҙөү һәм билдәле бер фекерҙе, уйҙы әйтә белергә өйрәтеү (белдереү, хәбәр итеү, фекерләү, ҡараш, тасуирлау, хуплау, маҡтау, шелтәләү һ.б.) ;

·      Уҡығанды, һөйләгәнде аңларға өйрәтеү (аудирование) ;

Был бурыстарҙы уңышлы тормошҡа ашырыу өсөн, әлбиттә, уҡытыусынан дәрестә төрлө методтар һәм алымдар менән ижади  эшләү талап ителә.

       Шулай итеп, уҡытыусының алдында ҙур проблема килеп баҫа: нисек уҡыусыларҙы  телмәр эшмәкәрлеген әүҙемләштерергә һәм шул нигеҙҙә телмәр үҫтерергә.

       Бөгөнгө көндә уҡыусыларҙың телмәр күнекмәләрен үҫтереүҙә уларҙың һүҙ менән эшләй белеүе, һүҙбәйләнештәр, һәйләмдәр төҙөй белеүе, бәйләнешле текст менән эшләй белеүе беренсе планда тора.

   Башланғыс класс уҡыусыларын диалогик телмәргә өйрәтеү ҡатмарлы һәм оҙайлы процесс.Уҡытыусы балаға һорау бирә,ә уҡыусы 2-3 һүҙҙән торған һөйләм менән яуап бирә.Тәүҙә уҡыусы уҡытыусы артынан ҡабатлаһа,артабан ул үҙ аллы һөйләмдәр төҙөй башлай.Башланғыс класс уҡыусылары өсөн һорауҙар ҡыҫҡа,конкрет була,уларға тулы һөйләмдәр менән яуап биреү талап ителә.Бындай эш һөйләм төҙөлөшөн үҙләштереүгә ярҙам итә.Артабан уҡыусылар диалогты ролдәргә бүлеп тасуири уҡырға,һөйләп ҡарарға өйрәнә.

Уҡыусыларҙың актив һәм пассив һүҙлек запасын байытыуҙа диалогик телмәрҙе кластан класҡа тулыландыра барыу,күнегеүҙәрҙең төрлө,мауыҡтырғыс  булыуы отошло була.

     Телмәр аша фекерҙе башҡаларға еткереүҙең, аралашыуҙың төрлө формалары бар: әңгәмә, әкиәт, йомаҡ, мәҡәл, йыр, лекция, шиғыр һ.б.. Быларҙың һәр береһе  әҙәби телдең йә диалог, йә телдән һәм яҙма монолог формаларын ҡабул итә. Тел программаһында юғарыла һаналған жанрҙарҙың балалар өсөн аңларлыҡ, үҙләштерерлек булғандары ғына һайлап алына һәм уҡыусыларҙың һөйләү менән яҙыу телмәрен үҫтереүҙе күҙ уңында тота. Тәүге дәрестәрҙән үк уҡыусыларҙың телмәренә ҙур иғтибар бүлергә, телмәр хаталарын төҙәтеп, дөрөҫ һөйләүҙәрен талап итеү мөһим. Шул уҡ ваҡытта яйлап ҡына телгә ҡарата ихтирам, дөрөҫ һөйләшеү ихтыяжын тәрбиәләү отошло.

      Эш алымдарын үтәүҙә түбәндәге принциптарға таянып эшләү уңышҡа өлгәшеүгә ярҙам итә:

·     Коммуникатив йүнәлеш принцибы:

  Үҙ-ара аралашыуға өйрәтеү практик маҡсаттарҙың иң мөһиме. Шуға күрә коммуникатив йүнәлеш принцибы төп методик принцип булып тора, сөнки уҡыусыларҙың уҡыуы (һөйләгәндә аңлау, һәйләшеү) һәм яҙыу (шыма уҡыу, дөрөҫ яҙыу) коммуникацияһына йәлеп итеүгә нигеҙләнергә һәм системалы булырға тейеш. Был принципты тормошҡа ашырыу аралашыу өсөн ыңғай шарт булып тора. Шуға күрә һәр дәрестә уҡытыу процесын ошо принципҡа ярашлы рәүештә ҡорорға кәрәк.

·     Аңлылыҡ принцибы:

аңлы рәүештә телмәр төҙөргә өйрәтеү һәм һүҙ белдергән хәрәкәтте үтәүҙе автоматик кимәлгә еткереү телде тойорға ярҙам итә.

·     Туған телгә таянып өйрәтеү принцибы:

 телен башҡа  телдәр менән сағыштырып өйрәтеү.

·     Уҡытыуҙа тәрбиәүи принцип:

дәресте булған һәр мөмкинселекте Тыуған илгә, уның мәҙәниәтенә һәм тарихына, халыҡ йолаларына һөйөү тәрбиәләү өсөн ҡулланыу, халыҡтар араһындағы дуҫлыҡты нығытыуға йүнәлтеү.

  Уҡыусы үҙаллы телде үҙләштерергә өйрәнергә тейеш, шуға күрә уҡытыусы тик уҡытып ҡына ҡалмай, ә балаға уҡырға ярҙам итә.

     Телмәр үҫтергәндә уҡытыуҙа уйындар ҡулланыуҙың әһәмиәте бик ҙур.

Шулай уҡ артикуляция өҫтөндә эш, парлы эшләү, төркөм менән эшләү, ситуатив һөйләшеү, проекттар, парлы уйындар .

     Уйындар –  телмәр үҫтереүҙең  башланғыс этабындағы иң мөһим компоненттарҙың береһе. Һәм шулай уҡ монолог, диалог кеүек формаларҙың бәйләнеше төп урын алып тора. Диалогҡа өйрәтеү ике мәсьәләне сисә:

·     ишеткәнде кире ҡабатлап әйттереү;

·     диалогтағы бер репликаны мәғәнәле, бәйләнешле айырым бер итеп үҫтерә белергә өйрәтеү, микромонолог төҙөү.  

  Телмәр үҫтереүҙә  сюжетлы уйындар ҡулланып эшләү  уңышлы һөҙөмтәләр бирә :

·     баланың һүҙлек запасын ҡулланып,телде  аңлауы;

·     уңайһыҙланмайынса бер-береһе менән аралашыуы;

·     уйлау ҡеүәһен күтәреү;

·     көтөлмәгәндә килеп тыуған телмәр ситуацияларынан еңел сыға белеү;

·      Телгә ҡыҙыҡһыныу, өйрәнеү теләктәре уяна;  

·     баларҙың ижади һәләттәре арта.

  Мәктәпкәсә йәштәге балалар тормошта иң кәрәк була торған күнекмәләрҙең күбеһен уйын аша алалар. ә мәктәпкә килгәс, уйындан етди эшкә күсергә тура килә. Был күсеш киҫкен булмаһын өсөн, дәрестәрҙә уйын һәм мауыҡтырыусанлыҡ бигерәк тә 1-се-2се кластарҙа  ҙур урын алырға тейеш.  . Уҡыусыларҙың йәш үҙенсәлегенә, дәрестең ҡатмарлылығына һәм эш төрҙәренә ҡарап, ял минуттары йөкмәткеһе һайланыла.. Ғәҙәттә, дидактик уйындар, ҡыҙыҡлы эштәр, проблемалы һорауҙар, башватҡыстар, мәсьәләләр, теге йә был теманың асылын, үҙенсәлектәрен характерлаусы  әкиәттәр, көләмәстәр, йомаҡтар, мәҡәлдәр, һәр төрлө логик күнегеүҙәр, стилистик күнегеүҙәр – былар бөтәһе лә, уҡыусыларҙың донъяны танып белеүен, фекерләү ҡеүәһен, зирәклеген, телмәрен үҫтереүҙә ҙур роль уйнайҙар.

Ҡушымта

Грамматик уйындар һәм мауыҡтырғыс күнегеүҙәр бер нисә төргә бүленәләр:

Фонетик, лексик, грамматик мәсьәләләр.

Фонетик, лексик, грамматик уйындар.

Мәғлүмәт биреүсе мауыҡтырғыс материалдар.

Шаярыуға ҡоролған һорауҙар.

Метаграммалар

Бер хәрефте икенсеһе менән алмаштырып табыла.

Ш менән төрлө төҫлө еңел ҡыуыҡ 

Ҡ менән мамыҡ кеүек, үҙе һыуыҡ.

                                           (шар-ҡар)

Ҡ менән йәшелсә, Т менән һауыт-һаба, С менән балыҡ.

(ҡабаҡ, табаҡ, сабаҡ)

Т менән ашамлыҡ, Ҡ менән бороңғо хәрби ҡорал,

Ш менән йәшелсә.(талҡан, ҡалҡан, шалҡан)

Шарадалар

Уйын-йомаҡтар шарадалар тип атала.

Бер өлөшө бик тәмле,                                              

Икенсеһе бер йәнлек,

Бергә ҡушһаң: һуғылған,

Түргә йәйеп ҡуйылған.

(бал+аҫ=балаҫ)

Бер өлөшө, ай-һай,әсе,

Икенсеһе төҫ була...

Бергә ҡушып, ҡороп ҡуйғас,

Ҡуян эләгеп ҡуя.

(тоҙ+  аҡ  = тоҙаҡ)

Кем күберәк һүҙ яһай ала?

  Бер үк һүҙгә төрлө ялғауҙар ҡушып, яңы һүҙҙәр яһарға.Иң күп һүҙ яһаған кеше еңеүсе булып ҡала.

Өлгө: ҡар-ҡарт, ҡармаҡ,ҡарағат, ҡара, ҡаралыҡ, ҡараһыу, ҡартлыҡ, ҡараҡ.

Һандарҙан һүҙҙәр төҙөү.

6Н – алтын                                5ЕК – бишек

К3 –  көс                                    100 Өк– йөҙөк

Т10 –  тун                                    Б6 – балтырған

Кем тиҙерәк, етеҙерәк

Уҡыусылар өс командаға бүленә. Уҡытыусы һәр командаға бер тема бирә. Ошо темаға уҡыусылар һүҙҙәр уйлай. Кемдең яуаптары, яҙылыштары дөрөҫ, һүҙҙәре күп ошо команда беренселекте яулай һәм бүләккә “биш” билдәһен ота. Мәҫәлән, тема: “Уҡыу әсбаптары” (китап, ҡәләм, дәфтәр һ.б.), “Йәшелсәләр” (кишер, кәбеҫтә, ҡыяр), “Ғаилә”  (атай, әсәй, олатай һ.б.)

Был күнегеүҙе ҡатмарлаштырырға мөмкин. Ошо һүҙҙәр менән һүҙбәйләнештәр, аҙаҡтан һөйләмдәр төҙөтөргә мөмкин.

Ҡулланылған әҙәбиәт

Баһауетдинова М.И., Йәғәфәрова Г.Н. Күңелле минуттар. Өфө, Китап,

Тасуири уҡыу формалаштырыу өсөн күнегеүҙәр

Орфоэпик күнегеүҙәр

Пауза менән бүленмәгән һүҙҙәрҙе дөрөҫ әйттереү.

тора алмай ҡола ат

һары ат арғы урамда

алып кил күрә алмай

иртә үк килә алманы

алғы яҡ алып бар

Бирелгән һүҙҙәрҙән төшөп ҡалған өндәрҙе таптырыу.

Муйнаҡ бирьяҡ тәү тапҡыр

Өләсәй олатай яҡшатлана

Аръяҡ ҡарағас Арғауыл

Яңауыл табағас

2. а) н һәм ң хәрефтәре ингән һүҙҙәрҙе сағыштырыу.

тин –таң ен –ең

төн –төң тун-туң

мен-мең мин-миң

ин-иң тин-тиң

ун-уң өн-ө

Тауыштың көсөн һәм урындарын билдәләп, текстар уҡыу.

Шиғырҙы тәүҙә эстән, унан һуң уң яҡта бирелгән күрһәтмәләр буйынса уҡығыҙ:

Ҡыуанышып балалар –ҡысҡырып

Урындарына ятты, - ғәҙәттәге тауыш менән

Улар менән бесәй ҙә – ҡысҡырыбыраҡ 

Йоҡларға ятҡан булды. –аҡрыныраҡ 

Мырылдауҙан туҡталып,- бик аҡрын

Юрый күҙҙәрен йомдо, - аҡрын

Өйҙәгеләр йоҡланы, - бышылдап  

Шаулап йөрөүсе бөттө. – бик аҡрын

( Ғ.Сәләм.)

“Һулыш күләме” күнегеүе.

Роберт Миңнуллиндың “Маҡтансыҡ” шиғырын уҡыйбыҙ. Балалар тыныс ҡына күкрәк, елкәне һелкетмейсә иҫнәп, “дүрт сәғәт, алты сәғәт,…” тип, “маҡтаныуҙарын” дауам итәләр.

“Маҡтансыҡ

Минме? Һыу аҫтындамы?

Рәхәтләнеп торалам.

Кәрәк икән, тын алмайым

Кәрәк икән, тын алам (иҫнәйбеҙ)

Бер минут та торалам,

Бер сәғәт тә торалам,

Ике сәғәт тә торалам,

Өс сәғәт тә торалам

Водолаз кейемендә (иҫнәйбеҙ).

Артикуляция гимнастикаһы күнегеүҙәр.

Һәр күнегеү 5-10 тапҡыр ҡабатланырға мөмкин.

Ирендәр өсөн күнегеүҙәр:

а) “Йылмайыу” – ирендәр асыҡ, йылмайыу күренешендә, тештәр ҡыҫылған;

б) “Торба” – ирендәрҙе борғо кеүек түңәрәкләтеп алға табан һуҙыу;

в) Ирендәрҙе ауыҙ эсенә тартып, тештәр мерән ҡыҫыу;

г) Аҫҡы иренде өҫкө ирен өҫтөнә ҡуйыу.

Тел өсөн күнегеүҙәр:

а)”Сәғәт”- телде уңға – һулға йөрөтөү;

б) ) “Бәүелсәк”- телде аҫҡа, өҫкә йөрөтөү;

в)”Көрәк”- телде сығарып, көрәк һымаҡ аҫҡы иренгә һалыу;

г)”Аттар”- ат сабыуы тауышы сығарыу;

д)”Энә”- телде алға ныҡ итеп һуҙырға ла, ауыҙҙан энә һымаҡ ослайтып сығарыу;

е) “Ҡалаҡ” – телде киң итеп ауыҙҙан сығарарға, ҡалаҡ һымаҡ уның ситтәрен бөкләргә, сикәләрҙе эскә тартып, һауаны эскә һурырға.

 Дөрөҫ һулыш алыу өсөн түбәндәге күнегеүҙәр.

Танау аша тәрән итеп тын алыу, оҙаҡ итеп ауыҙ аша һауаны сығарыу. 1.Баҫабыҙ. Бер ҡулды диафрагмаға, икенсе билдән юғары ҡабырғаларға

ҡуябыҙ. Баш туры. 1-тәрән һулыш алабыҙ, 1 – һулышты тотҡарлайбыҙ, 1-5 һулышты әкрен генә сығарабыҙ.

Танау менән иҫнәүҙе күнектергәндән һуң, балаларға махсус яйлаштырылған һулыш күнегеүҙәрен өйрәтеүгә күсәбеҙ. 

1. “Ҡурай”. Ултырып эшләйбеҙ.Ҡулдарҙы йомарлап, ауыҙ алдына ҡуябыҙ – оҙон ҡурайҙы күҙаллайбыҙ. “П-Ф-Ф-ф-ф” тип һулышты көс менөн оҙонораҡ итеп этеп сығарабыҙ. Һулыш бөткәс, танау менән иҫнәйбеҙ. ( 3 ҡабат эшләнә).

2. “Стена сәғәте теле”. Аяҡтарҙы елкә киңлегендә айырып баҫабыҙ, ҡулдар билдә. Яҡ –яҡҡа эйелгәндә “даң-доң” тип һулышты сығарабыҙ, турайып баҫҡанда тиҙ генә һулыш алабыҙ (11 ҡабат).

3. “Утын ярыу”

Аяҡтарҙы елкә киңлегендә айырып баҫабыҙ. Ҡулдарҙы баш артында “йоҙаҡлағанда” иҫнәйбеҙ, алға эйелеп һулышты “уах” тип сығарабыҙ (5-6 тапҡыр).

4. “Боксер”

Баҫабыҙ. Ҡулдарҙы йоҙроҡлап, терһәкте бөгөп, күкрәккә ҡуябыҙ. Тиҙ генә иҫнәйбеҙ, ҡулды йоҙроҡлаған килеш киҫкен генә алға этеп “һа” тип һулышты сығарабыҙ (10 ҡабат)

Ҡулланылған әҙәбиәт.

1. Башҡортостан уҡытыусыһы №№1-12,2011.

2.  Башҡортостан уҡытыусыһы №№ 1-3, 2012.

3.  Мавлиярова А.Т. Формирование  устной речи учащихся начальных классов гимназий Республики Башкортостан.- М., 2003.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

"Һау бул башланғыс класс!" Байрам өсөн сценарий.

Сценарий выпускноговечера на башкирском языке...

Башланғыс кластарҙа уҡыусыларҙың телмәр компетенцияһын үҫтереү

Йөкмәткеһе1.     Инеш.Телмәр үҫтереү – тел уҡытыу методикаһының ҡатмарлы өлөшө.          2.     Төп өлөш...

телмәр үҫтереү дәресенән календарь-тематик план

Һүрәтләү, йомаҡтар.Дәфтәрҙә эш, уйын Айыуханға ярҙам ит.Һөйләмдәр төҙөү,хәтер нығытыуға күнекмәләр , йомаҡтар, һүрәттәр ҡарау.  ...