Урок-путешествие "7 чудес Башкортостана"
презентация к уроку (4 класс) на тему

Привить интерес учащихся к достопремичательствам республики

Скачать:


Предварительный просмотр:

Тема:Башҡортостандың ете мөғжизөһе.

Маҡсат:Башҡортостандың ете мөғжизөһе менөн яҡындан таныштырыу;улар менөн ғорурланыу тойғоһон уятыу һәм уларға һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләү;уҡыусыларҙың телмәрен үҫтереү.

Йыһазландырыу:Башҡортостандың физик картаһы,слайдтар,мөғжизәләрҙең фотоһүрәттәре.

                                         Дәрес барышы.

IОйоштороу моменты

Бөгөн беҙҙә башҡорт теле

Яратам һине ,телем.

Рәхмәт һиңә,һинең аша

Алам яҡшы белем!

II Инеш әңгәмә

- Уҡыусылар,таҡтала һеҙ нимәне күрәһегеҙ?(карта)

-Ә карта тураһында нимә беләһегеҙ?

-Бөгөн дәрестә был карта ни өсөн кәрәк булды икән?

III Тема һәм маҡсатты әйтеү

-Эйе дөрөҫ.Беҙ һеҙҙең  менән ҙур бүлекте башланыҡ»Транспорт,юл,сәйәхәт» тигән.Шуға күрә бөгөнгө дәрестә Башҡортостандың мөғжизәләрен эҙләп сәйәхәткә сығырбыҙ.

-Сәйәхәткә юлланыр алдынан,юлда осраясаҡ яңы һүҙҙәр,һүҙбәйләнештәр менән танышайыҡ:

Сәйәхәт итеү-путешествовать

Һәйкәл-памятник

Мәмерйә-пещера

Шифахана-санаторий

Минераль һыуҙар-минеральная вода

(уҡыйым,уҡыусылар уҡый(хор менөн),тәржемә итеү

-Дәфтәрегеҙгә яҙып ҡуйығыҙ

-Ә хәҙер телдән генә ошо һүҙҙәр менән һөйләмдәр төҙөү

IV Төп өлөш

-Өфө ҡалаһына килеп еттек.Нимә күренә унда?Был  ни мөғжизә?(С.Ю.һәйкәле)

-Салауат Юлаев тураһында нимәләр беләһегеҙ?

Нигина:Юлай улы батыр,һай,Салауат

Сал Уралда-илдә бер ине.

Күп интеккән зарлы башҡорт халҡын

Яҡты көнгә тартыр ир ине.

Лиза:Батырҙарҙың тыуған йылы була,

Вафат булған йылы билгеһеҙ

Салауаттың да шанлы ғүмер юлы

Халыҡ ғүмере һымаҡ үлемһеҙ.

Ребус сисеү(Слайд-Батырлыҡ)

-Тимәк,был батырлыҡты күрһәткән һәйкәл-баш ҡалабыҙҙың символы.Скульпторы Сосланбек Дафаевич Тавасиев,архитекторы Ғәйнетдинов И.С.)

-Беренсе мөғжизәне таптыҡ.Дәфтәрегеҙгә яҙып ҡуйығыҙ-С.Ю.һәйкәле.

Сәйәхәтебеҙ республикабыҙҙың төньяҡ-көнсығышына йүнәлә.Алда ниндәйҙер тау күренә.Был ниндәй тау икән?

-Башҡортостандың Салауат районында Йүрүҙән йылғаһына һыйынып ҡына тәбиғәттең тылсымлы көсөнә эйә шифалы Янғантау тауы(карталағы урынын күрһәтәм)

-Ни өсөнмөғжизә тип әйтелә?Тауҙың нимәһе мөғжизә булырлыҡ икән?

-икенсе мөғжизәбеҙ-Янғантау

-Өсөнсө туҡталышыбыҙ Ғафури районы.Бында ниндәй мөғжизә бар икән?(Красноусол минерал һыуҙары)

-Улар нимә менән дан тота?

-Был минерал һыуҙар кальций сульфатына,минераль тоҙҙарға һәм файҙалы микроэлементтарға бик бай.Шуның өсөн һыуҙы дауалау өсөн дә ҡулланалар.

-Тимәк,тағы ла бер мөғжизәне таптыҡ(Красноусол минерал һыуҙары).

-Күҙҙәрҙе йомоп,сәйәхәтебеҙҙе дауам итәбеҙ.Башҡортостандың көньяғында урынлашҡан Бөрйән районына килеп еттек.Ниндәй мәмерйә был?

Аитова Эвелина:Затлы һарайҙарың ары торһон

Һин барында,Шүлгән!

Бөйөк һының көҙгөләрҙән түгел,

Үҙ күлеңдән Шүлгән!

(уҡытыусы Шүлгәнташ тураһында белешмә бирә)

-Был беҙҙең өсөн мөғжизәме уҡыусылар?

-Шулай булғас,дәфтәрегеҙгә яҙып ҡуйығыҙ.

-Мәмерйәнең исеме һеҙгә берәй нимә тураһында һөйләйме?(Шүлгән таш,Шүлгән –Урал батырҙың ағаһы).

-Ә Урал батырҙы һеҙ ҡайҙан беләһегеҙ?

-“Урал батыр”тураһында эпос бар.Унда Урал батыр бөтә кешелектең ер йөҙөндәге тереклектең үҙемһеҙлеге өсөн көрәшә.

-«Урал батыр»эпосы –башҡорт халҡының баш китабы.Ул 1910 йылда М.Буранғолов тарафынан яҙып алына.Эпос 4576 поэтик юлдан тора.

-Тағы ла бер мөғжизәне таптыҡ.

IV Ял минуты(Ҡурай моңо )

-Ниндәй иллаһи моү ағыла?Ҡайҙан сыға ул моң?

-Нимә ул ҡурай?

-Ҡурай үләне башҡорт халҡының символы.Уның ете тажы,берләшкән ете ырыуҙы символлаштыра.Башҡортостандың флагында ла,гербында ла ҡурайҙың ете тажы һүрәтләнгән.

-Алтынсы мөғжизә-ҡурай.

-Тирә-яғыбыҙ сәскәләргә күмелгән болон.Болон буйлап атлайыҡ.Бәлки сәскәләр араһында яталыр беҙҙең мөғжизә?

Алексеев Игорь:Беҙҙең баҡсала йәшәй

Иртән,таңдан эш башлай,

Гөлдәрҙән гөлгә ҡунып,

Бик күп бал йыйып ташлай.

-Шулай итеп,беҙ һеҙҙең менән Башҡортостандың ете мөғжизәһен табып бөттөк.Ҡабатлап үтәйек.

7 ул нимә?(һан.......)

Төркөм менән эшләү:1Егәрленең  ҡулы ете.

2 Етәү  берәүҙе көтмәй

3Аҙнаһына ете йома.

VРефлексив анализ.Баһалау.

VIЙомғаҡлау.Йыр «Был минең тыуған ерем»


Предварительный просмотр:


Подписи к слайдам:

Слайд 2

М өғжизә-чудо Сәйәхәт итеү-путешествовать Һәйкәл-памятник Шифахана-санаторий Мәмерйә-пещера Йылылыҡ-теплота Минерал һыуҙар-минеральные воды

Слайд 3

Салауат Юлаев һәйкәле .

Слайд 5

Янғантау.

Слайд 6

Красноусол минерал һыуҙары.

Слайд 7

Шүлгәнташ мәмерйәһе.

Слайд 8

“Урал батыр” эпосы.

Слайд 9

Ҡурай.

Слайд 12

Башҡорт балы.

Слайд 14

Башҡортостан-тыуған ерем!


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

"Роль родных языков воспитании гражданина Башкортостана"

Тема урока: "Роль родных языков воспитании гражданина Башкортостана". Данный урок формирует патриотическое отношение обучающихся к русскому язуку, осознанию его величия и могущества....

7 чудес Башкортостана

Цель: познакомить учащихся с достопримечательностями, которые были выбраны жителями и гостями республики в рамках телевизионной акции «Семь чудес Башкортостана»...

Внеклассное мероприятие «Семь чудес Башкортостана» ко дню Суверенитета Башкортостана

праздник «Семь чудес Башкортостана», посвящен Дню Республики Башкортостан...

Внеклассное мпероприятие «Семь чудес Башкортостана» посвященное Дню Республики Башкортостан

Разработка внеклассного мероприятия для учащихся 3класса. В роли ведущих, докладчиков сами дети. Мероприятие проведено в предверии Дня республики Башкортостан. Посвящено 100летию РБ. Разработку можно ...

"Семь чудес Башкортостана"

Презентация к уроку Марийского языка и ИКН...

Сценарий мероприятия "7 чудес Башкортостана"

Родной край! Сколько восхитительных воспоминаний всего в паре слов. Цветущие вишневые сады, манящая синева голубого летнего неба, аромат золотистой липы – ностальгия захлестывает при одном упоминании ...

Классный час "7 чудес Башкортостана"

Разработка классного часа для начальных классов...