Конкурсное задание - Методический семинар, презентация
презентация к уроку (1 класс) по теме

Мавлетова Зилда Ахмадиевна

«Методик семинар» исемле  муниципаль һөнәри конкурс эшем

«Математика  дәресенә һөйөү уятыу менән бергә дәрескә актив эшмәкәрлек булдырыу, яңылыҡ керетеү  маҡсатында  ҡорама ҡорау   технологияһын  ҡулланыу»

 

Скачать:

Предварительный просмотр:


Подписи к слайдам:

Слайд 1

Ҡораманың башҡорт халҡына элек - электән хас ҡул эше икәнен беләбеҙ . Тик ниңәлер хәҙер был ҡул эше онотолоп барған һымаҡ . Сөнки магазиндарҙа хәҙер йәнең теләгән әйбер күп . Ҡораманы әйбер тип кенә ҡарау кәрәкмәйҙер , ҡорама ҡорау - ул ижад эше . Борон- борондан ата-бабаларыбыҙ был эшкә бик етди ҡараған һәм күңел биреп башҡарған . Балаларға улар туҡыманы төҫтәренән генә айырырға өйрәтеп ҡалмағандар , уны дөрөҫ киҫергә , уларҙан кәрәкле биҙәк яһарға , биҙәктәрҙе уҡый белергә өйрәткәндәр . Шуға күрә « Методик семинар» исемле муниципаль һөнәри конкурс эшем шул турала барасаҡ . Мин математика дәресенә һөйөү уятып ҡына ҡалмайым, ҡорама ҡорау ижады аша миҫалдар, мәсьәләләр эшләүҙә ҡораманы ҡора белер һәм иҫтә ҡалырлыҡ итеп өйрәнер өсөн ҡорама ҡорауҙы дәрестә яңылыҡлы технология ҡулланыу итеп алдым. Танышыу бите Мәүлитова Зилдә Әхмәҙиә ҡыҙы Мәҫкәү урта мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы

Слайд 2

«Методик семинар» исемле муниципаль һөнәри конкурс эшем « Математика дәресенә һөйөү уятыу менән бергә дәрескә актив эшмәкәрлек булдырыу, яңылыҡ керетеү маҡсатында ҡорама ҡорау технологияһын ҡулланыу » Әйтһәң – онотормон , Күрһәтһәң - иҫтә ҡалдырырмын , Өйрәтһәң – аңлармын . ( Боронғо ҡытай халҡының аҡыл фекеренән )

Слайд 3

Нимә ул инновацион технология? Математика дәресендә ҡорама ҡорау ижадын ҡулланыуҙың сәбәптәре Инновацион технология - ул яңылыҡлы , эҙләнеү - тикшеренеү алымдары буйынса уҡытыу . Шул күҙлектән сығып, 1 кластан математика дәресендә ҡорама ҡорау ижады аша ҡушырға өйрәтергә , геометрик фигураларҙы танып белергә һәм бәләкәстән ҡорама ҡорарға өйрәнеүҙе - дәрестә был технологияны ҡулланыу сәбәбе итеп алдым .

Слайд 4

Икенсе быуын федераль дәүләт стандартының мәктәп алдына ҡуйған иң мөһим бурыстарын үтәргә өйрәтеү Мәктәпте тамамлағанда уҡыусы « үҙ алдына маҡсат ҡуйырға һәм уны тормошҡа ашырыу юлдарын үҙе таба алыу дәрәжәһенә күтәрелергә тейеш ». Был яңы стандартта « эшлекле белем биреү » тип атала һәм стандарттың нигеҙе булып тора. Был федераль д әүләт стандарты бурысын да теүәл үтәргә тырышам. Сөнки, бала беренсе класта уҡығанда уҡ ҡорама ҡорау ижады аша төҫтәрҙе танырға өйрәнә, ҡорама эше геометрик фигураларҙан торғанын белә, шул фигураларҙан төрлө ижади эш эшләп булғанын аңлай, уларҙы матур итеп йәбештерергә генә өйрәнеп ҡалмай, уларҙың аңлатмаһын – биҙәк серҙәрен өйрәнә. Яйлап баланың уларҙы тоташтырып тегеүгә һәләте асыла, ҡорама ҡорауҙы тормошта ҡулланырға өйрәнә.

Слайд 5

Яңы быуын федераль дәүләт стандартының талаптарын, маҡсатын тормошҡа ашырыу Башланғыс кластарҙа төп маҡсат һәм бурыс булып балаларға белем алырға ҡыҙыҡһындырыу һәм теләк уятыу , алған белемдәрен практикала ҡуллана белергә өйрәтеү тора. Системалы эшсәнлекте күрһәтеүсе үҙәк – ул һөҙөмтә . - шәхси һөҙөмтәләр ( баланың шәхси сифаттары, белем алыуға әҙерлеге һәм белем дәрәжәһен, танып белеүен үҫтереүгә һәләтле б улыуы) Мәҫәлән, бер һанын өйрәнгәндә, өйҙә кемдәр берәү генә була тигән һорау ҡуйҙым. Әсәй, атай берәү генә була, тигән яуап ишеттем. Тағы өйҙә нимә берәү генә була һәм ул да булһа өй уртаһында ултыра тигән һорауыма, мейес тип яуап бирҙеләр. Шунан сығып, « Бүрәнәле өй » тигән ҡорама биҙәген өйрәттем . Ҡорама эшендә урталағы ҡыҙыл квадрат усаҡ , уны уратып алған квадрат бүрәнәләр . Уртала күк квадрат булһа - һыу тигәнде аңлата . Ысынлап та, мейестең берәү генә булыуына һәм уның файҙалы , ҡойоҡтоң берәү генә булыуына һәм бик кәрәкле икәнлегенә төшөндөләр .

Слайд 6

« Бүрәнәле өй » ҡорама биҙәге Был биҙәкте тәүҙә ҡағыҙҙан , һуңынан туҡыманан шаблон буйынса йәбештереп эшләргә өйрәндек . ( Әлегә мин тегергә өйрәтмәйем , ике яҡлы скотч менән туҡыманы йәбештереп эшләү күпкә еңелерәк .) Уртала бер квадрат, эргәһендә бүрәнәләр , тип иҫтә ҡалдырҙылар . Балаларҙың белем алыуға әҙер булыуҙарын күргәс , һәләттәрен артабан үҫтерергә тотондом . Рәт һандарын да ҡорама ҡорау аша бик тиҙ өйрәндек: мин беренсе бүрәнәне һалам, мин икенсе бүрәнәне һалам, ә мин өсөнсөһөн..., тей торғас, ун рәтте һалып та ҡуйҙыҡ. «Бүрәнәле өй» әҙер булды. Был биҙәкте эшләү башҡаларына ҡарағанда еңелерәк тойолдо.

Слайд 7

- предмет - ара һөҙөмтәләр ( баланың белем алыуға һәләтен һәм алған белемдәрен практикала ҡуллана белеү оҫталығын булдырыусы универсаль уҡыу ғәмәлдәре ); Тәүге биҙәкте өйрәнгәндән һуң, рәсем дәресендә был эште дауам иттек. Хатта уларҙың матур, төрлө биҙәкле туҡыманан тегелгән түшәкте күргәс, үҙҙәренең дә ҡорама тегеү теләге тыуҙы. Бындай ҡорама эштәре өйҙәрендә лә барлығын һөйләнеләр. Өләсәйҙең генә эше түгел икән, балаларҙың да күңел һалып башҡараһы эш булыуына дәрт өҫтәнем һәм ҡорама ҡорауҙа оҫталыҡ тыуҙырырға ынтылдым.

Слайд 8

- предмет һөҙөмтәләре ( уҡыу предметын өйрәнеү барышында яңы белемдәр алыуҙа , уларҙы ҡулланыуҙа уҡыусылар тарафынан үҙләштерелгән тәжрибә ) Артабан тәжрибәмде һандар өйрәнгәндә , телдән иҫәпләгәндә тағы ҡорама ҡорау эштәре аша дауам иттем . И ке һанын өйрәнгәндә яңы ҡорама ҡорау биҙәген өйрәттем . «Алмаз » биҙәге - йәғни квадрат эсендә квадрат тип атала . Ул боронғо урыҫ биҙәге . Квадратты ҡыялап бөкләп ҡырҡҡас , балалар ике өсмөйөш барлыҡҡа килеүен белделәр . « Алмазды », йәғни квадратты уртаға ҡалдырып , дүрт яғына икешәрләп өсмөйөш теҙеп йәбештерҙеләр . Квадраттарҙы ҙурая килеү размерында үҙем алдан ҡырҡып әҙерләп ҡуйҙым . Шулай итеп , ике һанын да өйрәнергә ҡорама биҙәгене ң ярҙамы тейҙе .

Слайд 9

« Алмаз » биҙәге

Слайд 10

Уҡыусылар тарафынан үҙләштерелгән тәжрибәне артабан да һандарҙы өйрәнгәндә иркенләп ҡулландым. Дүрт һанын өйрәнгәндә « Шахмат » биҙәге ярҙамға килде . Квадратты дүрткә бүлеп , төҫтәрен бер-береһе менән алмаштырып , бик матур биҙәк йәбештереп эшләнек . Группаға бүленеп , был биҙәкте бик яратып башҡарыусылар булды . Һигеҙ һанын өйрәнгәндә һигеҙ ҡанатлы « Йондоҙ » биҙәген эшләнек . Был эш ауырыраҡ булды , әҙер шаблондар булғас , ҡурҡмайынса эшләй алдылар .

Слайд 11

«Йондоҙ » биҙәге

Слайд 12

Уҡытыусы алдында уҡыусы шәхесен үҫтереүҙә һөҙөмтәләргә ирешеү өсөн төп педагогик мәсьәлә булып балаларҙа универсаль уҡыу ғәмәлдәрен (УУҒ) формалаштырыу тора. Универсаль уҡыу ғәмәлдәрен өйрәнеү уҡыусыларға яңы белемдәрҙе уңышлы үҙләштерергә , танып белеүҙең төрлө өлкәһендә ориентир һайларға , белем алыуға теләк тыуҙырырға мөмкинлек бирә . Уҡыусылар һан танырға, ҡушырға, алырға ғына өйрәнеп ҡалманылар, шул уҡ ваҡытта, матурлыҡты күрергә, ҡорама эшенең серенә өйрәнергә бер аҙым яһанылар.

Слайд 13

Белем алыуҙың универсаль ғәмәлдәре дүрт төрлө Коммуникатив универсаль уҡыу ғәмәлдәре : тыңлай , ишетә , үҙ фекереңде диалог һәм монолог рәүешендә башҡаларға еткереү , башҡаларҙы кәмһетмәйенсә үҙ фекереңде яҡлай белеү . Танып белеү универсаль уҡыу ғәмәлдәре : ысул айырып ала белеү , төрлө белем сығанаҡтарынан файҙаланыу , йөкмәткеһен моделләштереү . Регулятив универсаль уҡыу ғәмәлдәре : уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу , сисеү юлдарын билдәләү , уны сисеү , үҙ эшенә контроль яһай һәм баһа бирә белеү . Әхлаҡи яҡтан универсаль уҡыу ғәмәлдәре : кешелеклелек ҡиммәттәренә яҡшы мөнәсәбәт формалаштырыуға йүнәлтелгән ғәмәлдәр . Миңә ҡорама ҡорау эшен дәрестә дөрөҫ ҡулланырға белем алыуҙың регулятив универсаль уҡыу ғәмәлдәре төрө ярҙам итте.

Слайд 14

Шәхси һөҙөмтәләр булдырыу уҡыу ғәмәлдәре : 1 ) Тыуған илгә , халҡыңа , ил тарихына ҡарата гражданлыҡ нигеҙҙәре , үҙ милләтен яратыу , башҡорт булыуы менән ғорурланыу хистәре формалаштырыу ; 2 ) Тәбиғәт , халыҡ , мәҙәниәт , дин төрлөлөгөн берләштергән социаль ҡараш формалаштырыу ; Дәрестә тема аңлатҡанда ҡорама ҡорау эшен ҡулланып, мин балала Тыуған илгә һөйөү менән бергә халҡыбыҙҙың боронғо ҡул эшен өйрәтеп, үҙ милләтенә яратыу уятырға теләйем. Һәр бала башҡорт булыуы менән ғорурланып йәшәргә тейеш, бының өсөн үҙ теленең байлығы менән бергә ҡул эштәренең төрлө һәм бай булыуын аңлап, күреп, үҙ ҡулы менән эшләп ҡарарға тейеш. Рухи мәҙәниәтте өйрәнмәйенсә, матди мәҙәниәтте булдырып булмай. Шуны мин һәр дәрестә баланың мейеһенә һеңдерергә тырышам.

Слайд 15

Универсаль уҡыу ғәмәлдәре : 1) д әрестә һәм төрлө ситуацияларҙа диалогта ҡатнаша белеү 2) ү ҙ фекерҙәрен телдән , йәки яҙма рәүештә еткерә белеү 3) б ашҡа халыҡтарҙың мәҙәниәтенә , тарихына хөрмәтле ҡараш , башҡалар фекеренә ҡарата түҙемлелек формалаштырыу 4) у ҡыусыла уҡыуға ҡыҙыҡһыныу уятыу , уҡыуҙың мәғәнәһен аңлауҙы формалаштырыу 5) ә хлаҡи нормаларға нигеҙләнеп, уҡыусының үҙ эшләгән эштәре өсөн шәхси яуаплылығын үҫтереү 6) эстетик тәрбиә биреү 7) б ашҡалар тойғоһон аңлау , ҡайғырта белеү , шәфҡәтлелек , мәрхәмәтлелек , әхлаҡи тойғолар үҫтереү 8) б алаларҙың дуҫтары , ололар менән хеҙмәттәшлек итеү күнекмәләрен формалаштырыу , конфликтлы ситуациялпрҙы булдырмау һәм уларҙан сығыу юлдарын таба белеүҙәрен үҫтереү 9) һ ау һәм сәләмәт йәшәү рәүеше формалаштырыу , төрлө тормош ситуацияларына һәм әҙәби әҫәрҙәрҙәге геройҙарҙың ғәмәлдәренә кешелек нормаларынан сығып баһа биреү 10) ижади хеҙмәткә , эштең һөҙөмтәһенә мотивация булдырыу , матди һәм рухи байлыҡҡа һаҡ ҡараш формалаштырыу

Слайд 16

Универсаль уҡыу ғәмәлдәре талабынан сығып дәрес планын төҙөйөм. Дәрес башында, әлбиттә, дәрес темаһын аңлатыу өсөн уҡыу проблемаһын табыуҙы маҡсат итеп ҡуям, яуапты диалог аша алам. Һәр бала һорауҙарға яуап бирергә тырыша. Үҙ фекерҙәрен әйтеп, дәресте йәнләндереп ебәрәләр. Мин был ҡорама ҡорау эшен тема аңлатҡанда, йә үткән теманы ҡабатлағанда ҡулланып, уҡыусыла дәрескә ҡыҙыҡһыныу уята алғаныма бик шатмын. Эстетик тәрбиә лә шунан башлана, тип уйлайым. Бәләкәстән матурлыҡты күреп , үҙҙәре шул матурлыҡты тыуҙырыуҙа ҡатнашып үҫһәләр , аҙаҡ та матурлыҡҡа сумып йәшәүҙәренә ышанам . Ҡорама ҡорау эше һау һәм сәләмәт йәшәү рәүешенә лә тәьҫир итә . Өйөңдә ҡорама юрған , түшәктәр , ултырғыс япмалары булһа , йортҡа ғына түгел , күңелгә лә бөтмәҫлек йәм , ҡот өҫтәй . Һәм , ысынлап та, ҡорама ә йберҙәрҙең ыңғай биологик энергетикаға эйә булыуы фәнни яҡтан иҫбатланған . Етмәһә , традицион булмаған медицинала « төҫтәр терапияһы » тигән өлкәгә етди ҡарайҙар . Медицина үҙәгендә хәҙер бындай терапияны төрлө сирҙәрҙән дауалауҙа , шулай уҡ ябығырға теләүселәргә ҡарата ҡулланалар икән .

Слайд 17

Регулятив универсаль уҡыу ғәмәлдәре Дәрестә ҡорама ҡорау ижадын өйрәткәндә регулятив универсаль уҡыу ғәмәлдәре ҡулланыу ярҙам итә : 1) эшк ә өйрәтер өсөн алдан эш урынын әҙерләү ; 2) уҡытыусы ярҙамы менән уҡыу проблемаһын табыу һәм формалаштырыу ; 3 ) уҡытыусы ярҙамы менән эште планлаштырырға өйрәнеү ; 4) уҡытыусы ярҙамында эштең дөрөҫлөгөн тикшереү ; 5) эш барышында кәрәкле эш ҡоралдары менән эш итә белеү (линейка, ҡәләм , юйма , ҡайсы ) һәм өҫтәлмә саралар ( информацион һәм коммуникацион технологиялар , белешмә әҙәбиәт һ.б .) ҡуллана белеү ; 6 ) эш сифатына баһа бирә белеү ; 7) уңышһыҙлыҡтарҙың сәбәбен аңлай һәм ситуациянан сығыу юлдарын таба белеү .

Слайд 18

Уҡыу мәсьәләһен аҙымлап сисеү этабы Уҡыу проблемаһын тыуҙырғандан һуң, уҡыу мәсьәләһен сисеү тора ( 25 минут) . Беренсе класта уҡыусылар ҡушыу, алыуға миҫалдар өйрәнгәс, таҡтала яҙып эшләйҙәр. Шул ваҡытта ҡорама ҡорау эше бик урынлы була. Кем миҫалдың яуабын белә, шул, уҡытыусы күрһәткәнсә, ҡорама өлөштәрен йәбештереп ҡуя. Кем яуабын белмәй, уға ҡорама өлөштәрен йәбештереү бәхете теймәй. Икенсе ваҡыт ул миҫалдарҙың яуабын уйлап яҙырға тырыша. Бындай эш балалар өсөн бик мауыҡтырғыс эш, сөнки миҫал эшләгән арала улар күмәкләп ҡорама ла ҡорап өлгөрә. Ҡорама биҙәгенең исемен дә атайҙар. Был биҙәкте ҡорау нимәгә өйрәтә – һөйләп бирәләр. Икенсе эш итеп, был ҡораған ҡорама гиндәй геометрик фигураларҙан тороуҙарын әйтәләр, хатта дәфтәрҙәренә был фигураларҙы линейка, ҡәләм ярҙамында һыҙып ҡуялар. Ҡорама биҙәктәрен байрам темаһына ҡағылышлы алырға була. Мәҫәлән, 23 февраль көнө корабль һүрәтен шаблон буйынса ҡатырғаға йәбештереп ҡораһалар, 8 март көнөнә сәскә биҙәге ҡорап күңел асырға була. Ҡорама биҙәктәре бик күп һәм төрлө-төрлө. Тик ялҡауланмай тәүҙә үҙеңә өйрәнеп, аҙаҡ балалар менән бергә ҡорарға ғына ҡала.

Слайд 19

Рефлексия, баһалау этабы Рефлексия йә баһалау этабына 5 минут бирелә. Йомғаҡлау рефлексияһы : Дәрестә ниндәй уҡыу мәсьәләһе өҫтөндә эшләнек ? Нимәләр башҡарҙыҡ ? Дәрес беҙгә нимә бирҙе, нимәгә өйрәтте ? Дәрескә баһа ҡуйыу : Дәрес һеҙгә оҡшанымы ? Кемгә оҡшаны, ни өсөн ? Кемгә оҡшаманы , ни өсөн ? Ҡайһы эштәр оҡшаны ? Ҡайһылары оҡшаманы ? Өйгә эште өс дәрәжәлә биреү : мәсьәләне уҡып , яуабын табыу ; бирелгән мәсьәләгә телдән кире мәсьәлә төҙөү ; геометрик фигураларҙан берәй һүрәт эшләп килтереү .

Слайд 21

Ә һин ҡорама ҡора беләһеңме ?



Предварительный просмотр:

«Методик семинар» исемле  муниципаль һөнәри конкурс эшем

 Учалы районы  Мәҫкәү урта мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Мәүлитова Зилдә Әхмәҙиә ҡыҙы

Презентацияға аңлатма

Слайдтар  һаны

  Ҡораманың башҡорт халҡына элек - электән хас ҡул эше икәнен беләбеҙ. Тик  ниңәлер хәҙер был ҡул эше онотолоп барған һымаҡ. Сөнки магазиндарҙа хәҙер йәнең теләгән әйбер күп. Ҡораманы әйбер тип кенә ҡарау кәрәкмәйҙер, ҡорама ҡорау - ул ижад эше. Борон-борондан ата-бабаларыбыҙ был эшкә бик етди ҡараған һәм күңел биреп башҡарған. Балаларға улар туҡыманы төҫтәренән  генә айырырға  өйрәтеп ҡалмағандар, уны дөрөҫ киҫергә, уларҙан кәрәкле биҙәк яһарға, биҙәктәрҙе  уҡый белергә өйрәткәндәр.                                                                                              Шуға күрә «Методик семинар» исемле  муниципаль һөнәри конкурс эшем шул турала барасаҡ.  Мин математика дәресенә  һөйөү уятып ҡына ҡалмайым, ҡорама ҡорау ижады аша миҫалдар, мәсьәләләр  эшләүҙә ҡораманы  ҡора белер  һәм иҫтә ҡалырлыҡ итеп  өйрәнер өсөн ҡорама ҡорауҙы дәрестә яңылыҡлы технология ҡулланыу итеп алдым.

 Слайд 1

«Методик семинар» исемле  муниципаль һөнәри конкурс эшем

«Математика  дәресенә һөйөү уятыу менән бергә дәрескә актив эшмәкәрлек булдырыу, яңылыҡ керетеү  маҡсатында  ҡорама ҡорау   технологияһын  ҡулланыу»

Слайд 2

Нимә ул инновацион технология? Математика дәресендә  ҡорама ҡорау ижадын ҡулланыуҙың сәбәптәре.

Инновацион технология - ул яңылыҡлы, эҙләнеү - тикшеренеү алымдары буйынса уҡытыу. Шул күҙлектән сығып,  1 кластан математика дәресендә тәүҙә 1-ҙән  10-ға тиклемге һандар эсендә ҡушырға өйрәнгәндә, аҙаҡ рәт һандарын  ҡорама ҡорау ижады аша  өйрәтергә, геометрик фигураларҙы танып белергә  һәм  бәләкәстән  ҡорама ҡорарға өйрәнеүҙе - дәрестә был технологияны ҡулланыу  сәбәбе итеп алдым.

Слайд 3

Икенсе быуын федераль дәүләт стандартының мәктәп алдына ҡуйған иң мөһим бурыстары дәрестә үтәләме?

Мәктәпте тамамлағанда уҡыусы «үҙ алдына маҡсат ҡуйырға һәм уны тормошҡа ашырыу юлдарын үҙе таба алыу дәрәжәһенә күтәрелергә тейеш». Был яңы стандартта «эшлекле белем биреү» тип атала һәм стандарттың нигеҙе булып тора. Тимәк, традицион дәрестәрҙән айырмалы булараҡ, уҡытыусы, әҙер материалды  биреүсе түгел, ә белем алыуҙы ойоштороусы булырға, уҡыусыны үҙ алдына маҡсат ҡуйырға һәм уны тормошҡа ашырыу юлдарын үҙе таба алыу дәрәжәһенә күтәрергә тейеш.  Уҡытыусының төп маҡсаты:  уҡытыу-тәрбиә биреү процессында уҡыусыныңы белемгә һәләтен асыу, универсаль уҡыу ғәмәлдәре формалаштырыу, рухи яҡтан камил, ижади мөмкинлектәрен тормошҡа ашырырға һәләтле шәхес  тәрбиәләү.  Уҡыусылар дәрес темаһын үҙҙәре асырға, уҡыу проблемаһын үҙҙәре табырға һәм сисергә тейеш булалар.

 Был федераль дәүләт стандарты  бурысын да теүәл үтәргә тырышам.  Сөнки, бала беренсе класта уҡығанда  уҡ ҡорама ҡорау ижады аша төҫтәрҙе танырға өйрәнә, ҡорамалар геометрик фигураларҙан торғанын белә, шул фигураларҙан төрлө ижади эш эшләп булғанын аңлай, уларҙы матур итеп йәбештерергә генә өйрәнеп ҡалмай, уларҙың аңлатмаһын – биҙәк серҙәрен  өйрәнә.  Яйлап баланың уларҙы тоташтырып тегеүгә һәләте асыла, ҡораманы тормошта ҡулланырға өйрәнә.

Слайд 4

Яңы быуын федераль дәүләт стандартының талаптарын,  маҡсатын тормошҡа ашырыу

Ә шулай ҙа уҡытыу эшсәнлеген уҡытыусы ниндәй принциптарҙы күҙ уңында тотоп төҙөй.     Белеүебеҙсә,  яңы быуын федераль дәүләт стандарттарының  үҙ талаптары һәм маҡсаты бар.

Башланғыс кластарҙа төп маҡсат һәм бурыс булып балаларға белем алырға ҡыҙыҡһындырыу һәм теләк уятыу, алған белемдәрен практикала ҡуллана белергә өйрәтеү тора.

  •  Системалы эшсәнлекте күрһәтеүсе үҙәк –  ул һөҙөмтә.
  • шәхси һөҙөмтәләр (баланың шәхси  сифаттары, белем алыуға әҙерлеге һәм белем дәрәжәһен, танып белеүен  үҫтереүгә  һәләтле  булыуы)

        Мәҫәлән, бер һанын өйрәнгәндә, өйҙә кемдәр берәү генә була тигән һорау ҡуйҙым. Әсәй, атай берәү генә була,  тигән яуап ишеттем. Тағы өйҙә нимә берәү генә була һәм ул  да булһа өй уртаһында ултыра тигән һорауыма, мейес тип яуап бирҙеләр. Шунан сығып, «Бүрәнәле өй», йәки  «америка квадраты»  тигән ҡорама биҙәген өйрәттем. Ҡорама эшендә  урталағы  ҡыҙыл квадрат усаҡ, уны уратып алған квадрат бүрәнәләр. Яртыһы - яҡты төҫтәрҙән булһа, яртыһы - ҡараңғы төҫтәрҙән була, йәнәһе өйҙөң  ярты өлөшө  ҡояш менән яҡтыртылған, ярты өлөшөндә  күләгә. Уртала күк квадрат булһа - һыу тигәнде аңлата. Ысынлап та, мейестең берәү генә булыуын һәм  уның файҙаһын, ҡойоҡтоң берәү генә булыуын һәм бик кәрәкле икәнлеген төшөндөләр. Был биҙәкте тәүҙә ҡағыҙҙан, һуңынан туҡыманан  шаблон буйынса йәбештереп эшләргә өйрәнделәр. Уртала бер квадрат, эргәһендә бүрәнәләр, тип иҫтә ҡалдырҙылар. Балаларҙың белем алыуға әҙер булыуҙарын  күргәс,  һәләттәрен артабан  үҫтерергә тотондом.

Слайд 5

    «Бүрәнәле өй” ҡорама биҙәге менән таныштырыу

Был биҙәкте тәүҙә ҡағыҙҙан, һуңынан туҡыманан  шаблон буйынса йәбештереп эшләргә өйрәнделәр. (Әлегә мин тегергә өйрәтмәйем, ике яҡлы скотч менән туҡыманы йәбештереп эшләү күпкә еңелерәк.)  Уртала бер квадрат, эргәһендә бүрәнәләр, тип иҫтә ҡалдырҙылар. Балаларҙың белем алыуға әҙер булыуҙарын  күргәс,  һәләттәрен артабан  үҫтерергә тотондом.  Киләсәктә  бындай эш  үҙҙәренә йорт һалып кергәндә ҙур ярҙам булып торасаҡ.  Йәшәгән йорттары тураһында ла әңгәмә ҡорҙоҡ.  Ни өсөн мейесте ҡыҙыл төҫтә эшләйбеҙ, тип һораусылар ҙа табылды.  Мейес - ул йылылыҡ  биреү өсөн эшләнгән, унда ут, шуға ҡыҙыл төҫтә эшләйбеҙ, тигән яуап та булды.   Рәт һандарын  да ҡорама ҡорау аша бик тиҙ өйрәндек:   мин беренсе  бүрәнәне һалам,  мин икенсе бүрәнәне һалам, ә мин өсөнсөһөн..., тей торғас, ун рәтте һалып та ҡуйҙыҡ. «Бүрәнәле өй» әҙер булды.  Был биҙәкте эшләү башҡаларына ҡарағанда еңелерәк тойолдо.

Слайд 6

предмет - ара һөҙөмтәләр (баланың белем  алыуға һәләтен һәм алған белемдәрен практикала ҡуллана белеү оҫталығын булдырыусы универсаль уҡыу ғәмәлдәре).           Тәүге биҙәкте өйрәнгәндән һуң, рәсем дәресендә был эште дауам иттек. Хатта уларҙың матур, төрлө биҙәкле туҡыманан тегелгән түшәкте күргәс, үҙҙәренең дә  ҡорама тегеү теләге тыуҙы. Бындай ҡорама эштәре өйҙәрендә лә барлығын һөйләнеләр. Өләсәйҙең генә эше түгел икән, балаларҙың да күңел һалып башҡараһы эш булыуына  дәрт өҫтәнем һәм ҡорама ҡорауҙа оҫталыҡ тыуҙырырға  ынтылдым.

 Ҡорама ҡорау техникаһының төрҙәрен өйрәттем:   Квадраттарҙан ҡорау; таҫмаларҙан ҡорау;

өсмөйөштәрҙән ҡорау;

Слайд 7

предмет һөҙөмтәләре  (уҡыу предметын өйрәнеү барышында  яңы белемдәр алыуҙа, уларҙы ҡулланыуҙа уҡыусылар тарафынан үҙләштерелгән тәжрибә)

Артабан тәжрибәмде һандар өйрәнгәндә, телдән иҫәпләгәндә  тағы  ҡорама ҡорау эштәре аша дауам иттем. Ике һанын өйрәнгәндә яңы ҡорама ҡорау биҙәген өйрәттем.  «Алмаз» биҙәге -  йәғни квадрат эсендә квадрат тип атала. Ул боронғо урыҫ биҙәге.  Квадратты ҡыялап бөкләп ҡырҡҡас, балалар ике өсмөйөш барлыҡҡа килеүен белделәр. «Алмазды», йәғни квадратты  уртаға ҡалдырып, дүрт яғына икешәрләп өсмөйөш теҙеп йәбештерҙеләр. Квадраттарҙы ҙурая килеү размерында үҙем алдан ҡырҡып әҙерләп ҡуйҙым.  Шулай итеп, ике һанын да өйрәнергә ҡорама биҙәгенең ярҙамы тейҙе.

Слайд 8

 «Алмаз биҙәге» менән таныштырғанда ҡиммәтле  алмаз ташы тураһында әйтелде. Балалар  алмаз  ташын төрлө төҫтә күрҙеләр. Уны уртаға ҡалдырып, өсмөйөш менән уратып алыр кәрәк, тип уйланылар. Был биҙәкте эшләргә квадрат һәм өсмөйөштәр ярҙамға килде.

Слайд 9

Уҡыусылар тарафынан үҙләштерелгән тәжрибәне артабан да  һандарҙы өйрәнгәндә иркенләп ҡулландым. Дүрт һанын өйрәнгәндә «Шахмат» биҙәге ярҙамға килде. Квадратты дүрткә бүлеп, төҫтәрен бер-береһе  менән алмаштырып, бик матур биҙәк йәбештереп эшләнек. Группаға бүленеп, был биҙәкте бик яратып башҡарыусылар булды.

    Һигеҙ һанын өйрәнгәндә һигеҙ ҡанатлы «Йондоҙ» биҙәген эшләнек.  Был эш ауырыраҡ булды, әҙер  шаблондар булғас, ҡурҡмайынса эшләй алдылар.

 Слайд 10

«Йондоҙ» биҙәге менән таныштырыу

    Слайд11

Уҡытыусы алдында уҡыусы шәхесен үҫтереүҙә һөҙөмтәләргә ирешеү өсөн төп педагогик мәсьәлә булып балаларҙа универсаль уҡыу ғәмәлдәрен (УУҒ) формалаштырыу тора.   Универсаль уҡыу ғәмәлдәрен өйрәнеү уҡыусыларға яңы белемдәрҙе уңышлы үҙләштерергә, танып белеүҙең төрлө өлкәһендә ориентир һайларға, белем алыуға теләк тыуҙырырға мөмкинлек бирә.

 Уҡыусылар һан танырға, ҡушырға, алырға ғына өйрәнеп ҡалманылар, шул уҡ ваҡытта, матурлыҡты күрергә, ҡорама эшенең серенә өйрәнергә бер аҙым яһанылар.

Слайд 12

Белем алыуҙың универсаль ғәмәлдәре
дүрт төрлө:

Коммуникатив универсаль уҡыу  ғәмәлдәре :  тыңлай, ишетә, үҙ фекереңде диалог  һәм монолог рәүешендә башҡаларға еткереү, башҡаларҙы кәмһетмәйенсә үҙ фекереңде яҡлай белеү.

Танып белеү универсаль уҡыу  ғәмәлдәре: ысул айырып ала белеү, төрлө белем  сығанаҡтарынан файҙаланыу, йөкмәткеһен   моделләштереү.

Регулятив универсаль уҡыу ғәмәлдәре: уҡыу мәсьәләһен  ҡуйыу, сисеү юлдарын билдәләү, уны сисеү, үҙ эшенә контроль яһай һәм баһа бирә белеү.

Әхлаҡи яҡтан  универсаль  уҡыу ғәмәлдәре: кешелеклелек ҡиммәттәренә  яҡшы мөнәсәбәт формалаштырыуға  йүнәлтелгән  ғәмәлдәр.

    Миңә ҡорама ҡорау эшен дәрестә дөрөҫ  ҡулланырға  белем алыуҙың регулятив универсаль уҡыу ғәмәлдәре төрө ярҙам итте.

Слайд 13

Шәхси һөҙөмтәләр булдырыу  уҡыу ғәмәлдәре:

1) Тыуған илгә, халҡыңа, ил тарихына ҡарата гражданлыҡ нигеҙҙәре, үҙ милләтен яратыу, башҡорт булыуы менән ғорурланыу хистәре формалаштырыу;

2) Тәбиғәт, халыҡ, мәҙәниәт, дин төрлөлөгөн берләштергән социаль ҡараш формалаштырыу;

   Дәрестә тема аңлатҡанда ҡорама ҡорау эшен  ҡулланып, мин балала Тыуған илгә һөйөү менән бергә халҡыбыҙҙың боронғо ҡул эшен өйрәтеп, үҙ милләтенә яратыу уятырға теләйем. Һәр бала башҡорт булыуы менән ғорурланып йәшәргә тейеш, бының өсөн үҙ теленең байлығы менән бергә  ҡул эштәренең төрлө һәм бай булыуын аңлап, күреп, үҙ ҡулы менән эшләп ҡарарға тейеш. Рухи мәҙәниәтте өйрәнмәйенсә, матди мәҙәниәтте булдырып булмай. Шуны мин  һәр дәрестә баланың мейеһенә һеңдерергә тырышам.

Слайд 14

Универсаль уҡыу ғәмәлдәре:

1) дәрестә һәм төрлө ситуацияларҙа диалогта ҡатнаша белеү

2) үҙ фекерҙәрен телдән, йәки яҙма рәүештә еткерә белеү

3) башҡа халыҡтарҙың  мәҙәниәтенә, тарихына хөрмәтле ҡараш, башҡалар фекеренә       ҡарата түҙемлелек формалаштырыу

4) уҡыусыла уҡыуға ҡыҙыҡһыныу уятыу, уҡыуҙың мәғәнәһен аңлауҙы формалаштырыу

5) әхлаҡи нормаларға нигеҙләнеп, уҡыусының үҙ эшләгән эштәре өсөн шәхси яуаплылығын үҫтереү

6) эстетик тәрбиә  биреү

7) башҡалар тойғоһон аңлау, ҡайғырта белеү, шәфҡәтлелек, мәрхәмәтлелек, әхлаҡи тойғолар үҫтереү

8) балаларҙың дуҫтары, ололар менән хеҙмәттәшлек итеү күнекмәләрен формалаштырыу, конфликтлы ситуациялпрҙы булдырмау һәм уларҙан сығыу юлдарын таба белеүҙәрен үҫтереү

9) һау һәм сәләмәт йәшәү рәүеше формалаштырыу, төрлө тормош ситуацияларына һәм әҙәби әҫәрҙәрҙәге геройҙарҙың ғәмәлдәренә кешелек нормаларынан сығып баһа биреү

10) ижади хеҙмәткә, эштең һөҙөмтәһенә мотивация булдырыу, матди һәм рухи  байлыҡҡа һаҡ ҡараш формалаштырыу

 Слайд 15

Универсаль уҡыу ғәмәлдәре талабынан  сығып дәрес планын төҙөйөм. Дәрес башында, әлбиттә, дәрес темаһын аңлатыу  өсөн уҡыу проблемаһын табыуҙы маҡсат итеп   ҡуям, яуапты  диалог аша  алам. Һәр бала  һорауҙарға яуап бирергә тырыша. Үҙ фекерҙәрен әйтеп, дәресте йәнләндереп ебәрәләр. Мин был ҡорама ҡорау эшен тема аңлатҡанда, йә үткән теманы ҡабатлағанда ҡулланып, уҡыусыла дәрескә ҡыҙыҡһыныу уята алғаныма бик шатмын.

    Эстетик тәрбиә лә шунан башлана, тип уйлайым. Бәләкәстән матурлыҡты күреп, үҙҙәре шул матурлыҡты тыуҙырыуҙа ҡатнашып үҫһәләр, аҙаҡ та матурлыҡҡа сумып йәшәүҙәренә ышанам. Ҡорама ҡорау эше һау һәм сәләмәт йәшәү рәүешенә лә тәьҫир итә.  Өйөңдә ҡорама юрған, түшәктәр, ултырғыс япмалары булһа, йортҡа ғына түгел, күңелгә лә бөтмәҫлек йәм, ҡот өҫтәй. Һәм, ысынлап та, ҡорама әйберҙәрҙең  ыңғай биологик энергетикаға эйә булыуы фәнни яҡтан иҫбатланған.  Етмәһә, традицион булмаған медицинала «төҫтәр терапияһы» тигән өлкәгә етди ҡарайҙар.  Медицина үҙәгендә хәҙер бындай терапияны төрлө сирҙәрҙән дауалауҙа, шулай уҡ ябығырға теләүселәргә ҡарата ҡулланалар икән.

 Слайд 16

Регулятив универсаль уҡыу ғәмәлдәре:

  Дәрестә ҡорама ҡорау ижадын өйрәткәндә регулятив универсаль уҡыу ғәмәлдәре ҡулланыу ярҙам итә:

1)  эшкә өйрәтер өсөн  алдан эш урынын әҙерләү;

2)   уҡытыусы ярҙамы менән уҡыу проблемаһын табыу һәм формалаштырыу;

3) уҡытыусы ярҙамы менән эште планлаштырырға өйрәнеү;

4)  уҡытыусы ярҙамында эштең дөрөҫлөгөн тикшереү;

5)  эш барышында кәрәкле эш ҡоралдары менән эш итә белеү              (линейка, ҡәләм,  юйма, ҡайсы)  һәм өҫтәлмә саралар                                  (информацион һәм коммуникацион технологиялар, белешмә әҙәбиәт һ.б.) ҡуллана белеү;

6) эш сифатына баһа бирә белеү;

7) уңышһыҙлыҡтарҙың сәбәбен аңлай һәм ситуациянан сығыу юлдарын таба белеү.

 Слайд 17

Уҡыу мәсьәләһен аҙымлап сисеү этабы:

      Уҡыу проблемаһын тыуҙырғандан һуң, уҡыу мәсьәләһен сисеү тора                       (25 минут).  

    Беренсе класта уҡыусылар ҡушыу, алыуға миҫалдар өйрәнгәс,  таҡтала  яҙып  эшләйҙәр. Шул ваҡытта ҡорама ҡорау эше бик урынлы була. Кем миҫалдың яуабын белә, шул, уҡытыусы күрһәткәнсә,  ҡорама өлөштәрен  йәбештереп ҡуя. Кем яуабын белмәй, уға ҡорама өлөштәрен  йәбештереү бәхете теймәй. Икенсе ваҡыт ул миҫалдарҙың яуабын уйлап  яҙырға тырыша. Бындай эш балалар өсөн бик мауыҡтырғыс эш, сөнки миҫал эшләгән арала улар  күмәкләп ҡорама ла ҡорап өлгөрә. Ҡорама биҙәгенең исемен дә атайҙар. Был биҙәкте ҡорау нимәгә өйрәтә – һөйләп бирәләр.

   Икенсе эш итеп, был ҡораған ҡорама гиндәй геометрик фигураларҙан тороуҙарын әйтәләр, хатта дәфтәрҙәренә был фигураларҙы   линейка, ҡәләм ярҙамында һыҙып ҡуялар.

  Ҡорама биҙәктәрен байрам темаһына ҡағылышлы алырға була. Мәҫәлән, 23 февраль көнө корабль һүрәтен шаблон буйынса ҡатырғаға йәбештереп ҡораһалар, 8 март көнөнә сәскә биҙәге ҡорап күңел асырға була. Ҡорама биҙәктәре бик күп һәм төрлө-төрлө. Тик ялҡауланмай тәүҙә үҙеңә өйрәнеп, аҙаҡ балалар менән бергә  ҡорарға ғына ҡала.

 Слайд 18

Рефлексия, баһалау этабы:

Рефлексия йә баһалау этабына 5 минут бирелә.

Йомғаҡлау рефлексияһы: Дәрестә ниндәй уҡыу мәсьәләһе өҫтөндә эшләнек? Нимәләр башҡарҙыҡ?  Дәрес беҙгә нимә бирҙе, нимәгә өйрәтте?

Дәрескә баһа ҡуйыу: Дәрес һеҙгә оҡшанымы? Кемгә

 оҡшаны, ни өсөн?  Кемгә оҡшаманы, ни өсөн?  Ҡайһы эштәр оҡшаны? Ҡайһылары оҡшаманы ?

Өйгә эште өс дәрәжәлә биреү: мәсьәләне уҡып, яуабын табыу;  бирелгән мәсьәләгә телдән  кире мәсьәлә төҙөү; геометрик фигураларҙан берәй һүрәт эшләп килтереү.

 Слайд 19

 Уҡыусыларымдың ҡорама эштәре

 Слайд 20-23


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Конкурсное задание «Методический семинар»

Проектная деятельность младших школьников как способ познания мира, возможности творческого самовыражения.Цель: демонстрация способности к анализу, осмыслению и представлению своей педагогической деят...

Конкурсное задание "Методический семинар".Компьютерная презентация с объяснительной запиской.

Конкурсное задание "Методический семинар".Компьютерная презентация с объяснительной запиской педагогического опыта работы участника, описание его инновационной методики и технологии, направленных на р...

Конкурсное задание «Методический семинар»

Конкурсное задание«Методический семинар»...

Конкурсное задание "Методический семинар"

Компьютерная презентация профессиональной педагогической деятельности по теме "Проектно-исследовательская деятельность, как средства формирования личностных и метапредметных УУД через взаимодействие с...

Региональный этап Всероссийского конкурса "Учитель года РТ-2016", конкурсное задание "Методический семинар"

«Хорошее обучение — это обучение, которое забегает вперед развития и ведет его за собой».Л.С.Выготский...

Конкурсное задание "Методический семинар"

Конкурсное задание "Методический семинар"...

Презентация к конкурсному заданию "Методический семинар" Тришичева А.Н.

Конкурсное задание "Методический семинар" презентация....