Фонетик уйындар- фонетические игры
методическая разработка

Султанова Рузиля Хамзовна

Фонетик уйындар- фонетические игры

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon foneticheskie_igry.doc343.17 КБ

Предварительный просмотр:

«Ҡыҙыҡлы уйындар»

  Солтанова Рузилә Хәмзә ҡыҙы

Фонетик уйындар

                    “Ниндәй хәреф уйланым?”

Таҡтала ҡ хәрефенә һүрәттәр сыға.

“Өндәр нимә эшләй белә?” уйыны.

Бал  ҡорто һымаҡ безелдәгән өн (з-з-з-з-з).

Ата ҡаҙ төҫлө ыҫылдап торған өн (ҫ-ҫ-ҫ-ҫ-ҫ).

Ҡайһы өн ел һымыҡ шаулай (ш-ш-ш-ш).

Иңкеш осҡандағы тауыш (ҙ-ҙ-ҙ-ҙ-ҙ).

Автомат атҡан тауыш (трр-р-р-р-р).

Полиция машинаһының сиренаһы тауышы(у-и-у-и-у-и)  һ.б

Кем тиҙерәк”уйыны.

     Балаларҙы ике командаға бүлеп, ярыш үткәреү. Һәр команда ижек  рәттәрен ҡабатлай. Мәҫәлән:

ҫа-ҫа-ҫа                                               аҫ-аҫ-аҫ

ҫу-ҫу-ҫу                                              уҫ-уҫ-уҫ

ҫо-ҫо-ҫо                                              оҫ-оҫ-оҫ

ҫы-ҫы-ҫы                                            ыҫ-ыҫ-ыҫ

ҫи-ҫи-ҫи                                             иҫ-иҫ-иҫ

ҫө-ҫө-ҫө                                              өҫ-өҫ-өҫ

ҫү-ҫү-ҫү                                              үҫ-үҫ-үҫ

“Нимә юҡ булды?” уйыны.

      Бер төрлө өнгә мәҫәлән (ҙ) өнөнә һүҙҙәр , уҡыусылар  күҙҙәрен йомған саҡта бер һүҙ алып ҡуйыла һәм улар был һүҙҙе  табырға тейеш(  һүрәттәр ҡулланырға мөмкин).

  “Нимә артыҡ”уйыны

     Бер төрлө өнгә һүҙҙәр араһында шул  өн булмаған һүҙ.

Мәҫәлән:а) ҡыҙ, ҙур, оҙон, күҙ, ҡолаҡ , иҙән.

                б)ҡаш, ҡолаҡ, баш, ҡул, аяҡ, арҡа, бармаҡ, тубыҡ, тырнаҡ.

                в)зәңгәр, йәшел, һары, көрән.

“Серле урман”уйыны

     Балалар парлы өндәргә  “Серле урманда”, мәҫәлән ( ҫ)-(с) ,һүҙҙәр табалар: кеҫәртке, юлбарыҫ, арыҫлан, ҡырмыҫҡа, һандуғас, сәскә, ағас, ҡарлуғас,һайыҫҡан,сысҡан.

“Нидәй ижек артыҡ” уйыны.

    Уҡыусылар был ижектәр араһында ниндәй ижек артыҡ булыуын асыҡларға тейештәр.

Мәҫәлән:

 ҙа-ҙу-ҙы-ҙи-зо-ҙә-ҙө-ҙү

 ҙа-ҙу-ҙи-ҙо-ҙы

 ҙә-ҙө-ҙе-ҙү-ҙу

 ҙе-ҙи-ҙы-ҙә-ҙө-ҙү

ҙа-ҙи-ҙы-уҙ-ҙе-ҙо

“Тылсымлы ҡоҙоҡ”уйыны.

    Ҡоҙоҡ эшләнә, эсендә бер төрлө өнгә предметлы һүрәттәр. Магнитлы таяҡса ярҙамында һүрәттәрҙе ҡоҙоҡтан сығарыу.Мәҫәлән (ү)-(у) өндәренә (үтек,үгеҙ, күркә,сүмес,ураҡ,ҡурай,ултырғыс һ.б)

“Тауышынан тыны” уйыны.

“Му-му!” (һыйыр), “ме-ме!”( кәзә), “бе-бе!”(һарыҡ), “ҡа-ҡа-ҡа!”(ҡаҙ), “мыяу-мыяу!”(бесәй) һ.б.

“Кем тиҙерәк” уйыны.

        Бер төрлө өнгә тиҙ һәм күп итеп һүҙҙәр уйларға.

“Һүҙҙәр уйла” уйыны.

         Бер төрлө ижектәргә башланған һуҙҙәрҙе уйлап табырға.

Мәҫәлән:

Һа-һа-һа (һары,һарыҡ,һалам, һабан).

Һо-һо-һо (һоло, һоро)

Һу-һу-һу (Һунар, һуған, һунарсы).

Һы-һы-һы (һыйыр, һыу, һыуыҡ, һыр).

“Иғтибарлы бул” уйыны.

    Балаларға күк түңәрәк – символдары таратыла.Уҡытыусы төрлө һүҙҙәр әйтә, әгәр  мәҫәлән (ғ) өнө булһа ,түңәрәкте күтәрергә кәрәк.  

 “Кем оҙонораҡ һүҙ таба” уйыны.

     Уҡытыусы әйткән бер өнгә оҙон һүҙ табырға. Кемдең һүҙе иң оҙоно була, шул еңеүсе.  

“Ижек артынан ижек китә” уйыны.

    Алып барыусы ниндәй ҙә булһа һүҙ әйтә. Ҡалған уйнаусылар шул һүҙҙең һуңғы ижеге икенсе һүҙҙең беренсе ижеге, икенсе һүҙҙең беренсе ижеге, өсөнсөһенең беренсе ижеге булып килерлек итеп һүҙҙәрҙән сылбыр төҙөйҙәр. Бирелгән ваҡытҡа тиклем иң күп һүҙ яҙған кеше еңеүсе була.

Мәҫәлән: такта-таба-баҫыу һ.б.        

Кем беренсе?”

      Уйын яҙма рәүештә алып барыла.

      Алып барыусы ниндәй ҙә булһа һүҙ әйтә, шул һүҙҙең һәм уларҙы барлыҡҡа килтергән һәр яңы һүҙҙең бер хәрефен алмаштыра барыу юлы менән икенсе һүҙ яһарға ҡушыла. Мәҫәлән, “йөҙ” һүҙенән “киң” һүҙен китереп сығарырға кәрәк булһын, ти. Уҡыусылар мәсьәләне түбәндәгесә сисергә тейеш булалар: йөҙ-көҙ-көн-төн-төҙ-тиң-киң. Кәрәкле һүҙҙе иң беренсе тапҡан уҡыусыға беренсе урын бирелә.

Кем алдан яҙып тултыра?”

                                Беренсе вариант

        Был уйын ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡыларҙы айыра белергә өйрәтеү маҡсатында ойошторола.

       Уҡыусылар ике командаға бүленә. Һәр команданан берәр уҡыусы таҡтаға  сығып алфавит тәртибендә ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡыларҙан башланыусы бер исем һәм ҡылым яҙа.

        Мәҫәлән, беренсе команда вәкиле “ағас”, “ала”һүҙҙәрен яҙа икән, “а”ның нәҙек пары “ә”булғанлыҡтан, икенсе команда вәкиле шул хәрефтән башланыусы һүҙҙәр уйлап яҙырға тейеш (әтәс, әйтә). Таҡтаға алдан графалар һыҙыла.

Ҡайһы команда   графаны алдан тултыра, шул еңеүсе була.

                                   Икенсе вариант

       Уйындың был варианты яңғырау һәм һаңғырау тартынҡыларҙы айыра белеүгә өйрәтеү маҡсатында ойошторола.

       Беренсе команда вәкиле яңғырау, ә икенсе команда вәкиле һаңғырау тартынҡы өн хәрефе менән башланған ике һүҙ яҙа.

       Мәҫәлән:

    Ваза, врач                                фил, форма

“Ниндәй һүҙ?”уйыны.

           Уйын уҡыусыларҙы ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡыларҙы, яңғырау һәм һаңғырау тартынҡыларҙы айыра белеү маҡсатында ойошторола.

   Уҡытыусы ниндәй ҙә булһа бер һүҙ уйлай һәм уҡыусыларға үҙе уйлаған һүҙҙә нисә ҡалын, нисә нәҙек, яңғырау һәм һаңғырау тартынҡы өн барлығын әйтә.Уҡыусылар бирелгән ваҡыт эсендә (ике-өс минут)шул һүҙгә оҡшаш миҫалдар килтерергә тейеш.

Мәҫәлән, был һүҙҙә ике яңғырау тартынҡы  һәм ике ҡалын һуҙынҡы өн бар. Ваза, бара, бура ,руда һ.б

“Артыҡ һүҙ”.

        Уйын яҙма рәүештә үткәрелә. Уҡытыусы яҙылышы буйынса бер грамматик ҡағиҙәгә ҡараған бер нисә һүҙ әйтә. Был һүҙҙәр араһында шул ҡағиҙәгә бойһонмаған бер (артыҡ) һүҙ булырға тейеш.Уйындың шарты уҡыусыларҙан шул “артыҡ” һүҙҙе табыуҙы һәм уның ни өсөн “артыҡ” булыуын аңлатып биреүҙе талап итә.

     Мәҫәлән: съезд, ҡулъяҙма , ҡулъяулыҡ, донъя, мәсьәлә.

“Кем күберәк белә?”уйыны.

        Алып барыусы мөмкин тиклем оҙонораҡ (күп хәрефле)һүҙ  әйтә.Уйынға ҡатнашыусылар был һүҙҙе яҙып алалар һәм шул һүҙҙәге хәрефтәрҙең һәр береһе  менән башланған исемдәр яҙалар. Әгәр бер үк хәреф ҡабатланып килһә, ул хәреф менән башланған икенсе төрлө һүҙ яҙыла.

Мәҫәлән:

Юлбашсы, ю- юбка, л- лагерь, б- барабан, а- автор, ш- шәкәр, с- сана, ы- ырғаҡ.

“Кем күберәк”

        Уйын к,ҡ һәм г,ғ тартынҡыларын айыра белергә һәм дөрөҫ әйтергә өйрәтеү маҡсатында ойошторола.

        Алып барыусы уйындың маҡсатын һәм шартын аңлата.

        Уйынға ҡатнашыусылар ике командаға бүленә, таҡта ла, аҡбур менән һыҙып, икегә бүленә. Һәр команданан уҡыусылар, бер- бер артлы таҡтаға сығып , к,ҡ  һәм г,ғ тартынҡылары булған һүҙҙәрҙе, бирелгән ваҡыт эсендә, таҡтаға яҙалар. Бер үк һүҙҙе ике тапҡыр яҙырға ярамай.

    Ҡайһы команда күберәк һүҙ яҙһа, шул еңеүсе була.

“Орфографик ярыш”.

      Уйынға ҡатнашыусылар ике командаға бүленә. Таҡта аҡбур менән икегә бүленә. Һәр команданан берәр вәкил таҡтаға сыға , уйынға ҡатнашыусылар уларға , урындан тороп, һ һәм х тартынҡылары булған һүҙҙәрҙе әйтеп яҙҙыралар. Бер һүҙҙе ике тапҡыр яҙырға ярамай. Билдәле ваҡыт эсендә иң күп һүҙ яҙған команда еңеүсе була.

“Аҙашҡан” өн уйыны.

      Уйын өндәрҙе айыра белергә һәм уҡығанда иғтибар менән тыңларға өйрәтеү маҡсатында ойошторола. Уҡыусылар ике командаға бүленә. Алып барыусы рифмалы һәм оҫта итеп уҡый, ә командалар сиратлашып  “аҙашҡан” өндө табып әйтергә тейеш, әгәр таба алмаһа икенсе команда яуап биреп очко ала ала. Мәҫәлән:

        Усаҡ эсендә ут яна,

       Эт бешә ти ҡаҙанда.

Зилә күлдәген үтекләй,

Ҡыҙған итек алған да.

        Минең һеңлем Нәсимә

        Баҫма ҡаҡҡан сәсенә.

Яр буйында балалар

Һыуға бармаҡ һалалар.

        Бесәй битен йыуа,

        Ҡыйығын һыйпап ҡуя.

“Шаярыуға ҡоролған һорауҙар”.

1.)Мәскүҙә бер ҙә юҡ,Ҡазанда икәү.(а)

2.)Әбейҙә бер , бабайҙа ике.(б)

3.)Дәрес башында беҙ нимә ишетәбеҙ?(д)

4.)Диңгеҙҙә бар, һыуҙа юҡ; ауҙарҙа бар, өйҙә юҡ.(ҙ)

 Беҙҙә бар, һеҙҙә бар, илдә юҡ.(ҙ)

5.)Кәзәнең башында нимә бар?(к)

6.)Ағиҙел ситендә нимә күрәбеҙ?(яр)

7.)Урманда бар, ҡырҙа юҡ, мунсала бар, өйҙә юҡ.(м)

8.)һиндә бар, миндә бар – ерҙә-һыуҙа берҙә юҡ.(н)

9.)Һыйырҙа бар, атта юҡ; һарыҡта бар, эттә юҡ.(һ)

10.)Ҡорола юҡ, һыуҙа бар; төтөндә юҡ, утында бар.(у)

11.)Кешелә бар, әҙәмдә юҡ; ашлыҡта бар, бойҙайҙа юҡ.(ш)

12.)Барҙа юҡ, юҡта бар.(ю)

13.)Көн менән төн уртаһында нимә бар?(ө)

14.Көн менән төн нимә менән бөтә?(н)

15.)Өфө уртаһында нимә бар?(ф)

16.)Дәререс аҙағы нимә менән бөтә?(с)

17.)Ҡыш уртаһында нимә бар?(ы)

18.)Йәй нимә менән башлана һәм нимә менән бөтә?(й)

19.)Миндә бар, һиндә юҡ?(м)

20.)Утыҙ “я” хәрефенән торған кеше исеме?(Зоя)

“А” менән яуап бир.

Һәр һорауға “А” хәрефе менән башланған яуап бирегеҙ.(шулай уҡ ҡалған хәрефтәр менән).

-Ҡала –                                 -Диңгеҙ -

-Ил –                                     -Емеш -

-Йылға –                               -Үҫемлек -

-Тау –                                    -Хайуан

-Яҙыусы –                              - Машина  -

-Кейем –                               -Сәскә -

“Хәрефкә һүҙ табыу” уйыны.

    Уҡытыусы (йәки алып барыусы) һүҙ башында килә алған бер хәреф (өн) әйтә. Уҡыусылар ошо хәреф менән башланған исемдәрҙе (йәки ҡылымдарҙы, сифаттарҙы һ.б.) яҙалар. 2-3 минуттан яҙыу туҡтатыла. Кем күберәк яҙырға өлгөргән, шул отҡан булып сыға.

“ Үҙәк хәреф” уйыны.

     Уйнасылар иң алда ниндәй хәрефте үҙәк итеп алыу тураһында һөйләшәләр, мәҫәлән, а, т, л, н һ. б. Шунан һуң һәр кем, уртала үҙәк хәреф торорлоҡ итеп,биш хәрефтән торған һүҙҙәр яҙа. Уйын 3-4 минут бара. Кем күберәк һүҙ таба, шул ота.

Мәҫәлән: балан, болан, балта, болон, келәм, ҡолон һ.б.

“Ижеккә һүҙ табыу” уйыны.

     Уҡытыусы бер ижек әйтә, уҡыусылар шуға тағы бер ижек ҡушып, һүҙ яһайҙар.

Мәҫәлән: та- раҡ, та- маҡ, та- баҡ һ.б.

“ Ижек артынан ижек” уйыны.

      Уйынды алып барыусы бер һүҙ әйтә.Ҡалғандар шул һүҙҙең һуңғы ижеге икенсе һүҙҙең тәүге ижеге , икенсе һүҙҙең һуңғы ижеге өсөнөһөнөң беренсе ижеге һ.б. булып килерлек итеп, һүҙҙәрҙән сылбыр төҙөйҙәр. Бирелгән ваҡыт эсендә иң күп һүҙ яҙған кеше еңеүсе була.

Өлгө:ар-ба, ба-ра-бан, бан-ка, Ка- ма, ма-як, яҡ- таш һ.б.

“Парын әйт” уйыны.

        Уйындың маҡсаты: яңғырау һәм һаңғырау тартынҡыларҙы уҡыусыларҙың хәтерендә нығыраҡ ҡалдырыу. Класс ике командаға бүленә. Бер команда яңғырау, икенсеһе шуға ярашлы һаңғырау тартынҡыларҙы әйтергә тейеш.Тартынҡыларҙы команда вәкилдәре сиратлап әйтәләр.Уйнаусылар хаталанһа, икенсе команда төҙәтә. Билдәле ваҡыт үткәс, командаларҙың ролдәры алышына. Аҙ хаталанған команда еңеүсе булып ҡала.

“Баҫҡыс”уйыны.

Уйын ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡыларҙы айыра белергә өйрәтеү маҡсатында ойошторола.

    Класс ике командаға бүленә. Һәр команданан берәр уҡыусы таҡтаға сығып, ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡыларҙан башланыусы һүҙҙәр яҙа. Таҡтаға алдан баҫҡыстар һыҙып әҙерләнә.

Мәҫәлән:

       Ауыл                      әтәс

      Урман                     үлән

       Орлоҡ                    өрлөк

       Ырҙын                   эйәр         һ.б.

Ҡайһы команда “баҫҡыс”ын, һүҙҙәр яҙып, алдан тултырһа, шул еңә.

“Юғалған тартынҡылар” уйыны.

        Уҡытыусы таҡтаға, тартынҡыларҙы төшөрөп ҡалдырып, бер һүҙ яҙа. Һүҙҙә бер үк һуҙынҡылар тороп ҡалырға тейеш. Мәҫәлән, -о-о- . Был һүҙгә тап килгән нисә һүҙ белһәләр барыһында дәфтәренә   яҙырға тейеш булалар. Мәҫәлән: болон, ҡолон, морон, толом, ҡорос, бойоҡ һ.б.

“Алфавит” уйыны.

          Уйын алфавитты нығыраҡ хәтерҙә ҡалдырыу маҡсатында ойоштороу өсөн тәҡдим ителә.

Таҡта икегә бүленә. Һәр команданан берәр уҡыусы таҡта янына сиратлап сығалар һәм алфавит тәртибендә һүҙҙәр яҙырға тейеш булалар. Мәҫәлән:

               Алма                         алҡа

               Быйма                       балсыҡ

Морфология

“Кем күберәк һүҙ яһай ала?”

        Бер үк һүҙгә ялғауҙар ҡушып, яңы һүҙҙәр яһарға . Иң күп һүҙ яһаған кеше еңеүсе булып ҡала.

ӨЛГӨ: ҡара – ҡаралыҡ – ҡарағусҡыл- ҡараһыу- ....һ.б.

“Исемдән – ҡылмға, ҡылымдан – исемгә”  уйны.

        Исемдәрҙе ялғауҙар ярҙамында ҡылымға, ҡылымдарҙы яңынан исемгә әйләндерегеҙ.

ӨЛГӨ: юл –юлау – юлаусы.

“Кем яҡшыраҡ белә?” уйыны.

        Был уйынды “ Ҡушма һәм парлы һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышы”н өйрәнгәндә файҙаланырға мөмкин.

        Таҡта икегә бүленә һәм уларға аралаштырылып  ҡушма һәм парлы һүҙҙәр яҙыла. Һүҙҙәрҙең барыһы ла айырым бирелә. Һүҙҙәр түбәндәгесә алына:

1- се команда өсөн

2 – се команда өсөн

Аҡ, балыҡ

Аҡ, күл

Ай, һылыу

Ҡот, осоу

Ағай, эне

Инженер, техник

Бөтә, донъя

Үрге, ҡыйғы

Көн, һылыу

Аҡ, тамыр

    Уйында ике команда ярыша. Таҡтаға ике команданан да уҡыусылар алмашлап сығалар һәм үрҙә күрһәтелгән һүҙҙәр ҡушма йәки парлы һүҙҙәр яһап, шул һүҙҙәрҙең эргәһенә яҙалар. Һәр уҡыусы берҙән артыҡ һүҙ яҙмай. Һүҙҙе дөрөҫ яҙыу менән бергә уҡыусынан аңлатып биреүҙе лә талап итергә кәрәк.

“Хикәйә төҙөйбөҙ” уйыны.

    Уйындың маҡсаты:  тамырҙаш һүҙҙәрҙе файҙаланып, логик яҡтан эҙмә- эҙлекле хикәйә төҙөү.

      Уҡытыусы таҡтаға ниндәй ҙә булһа тамыр һүҙ яҙып ҡуя һәм уҡыусыларға шул һүҙҙәр менән тамырҙаш һүҙҙәр уйлап табырға ҡуша. Шунан һуң тамырҙаш һүҙҙәр таҡтаға яҙып ҡуйыла. Уҡыусылар шул һүҙҙәрҙең һәр береһенә һөйләм уйларға һәм хикәйә төҙөргә тейештәр. Мәҫәлән: егәрле, егәрлерәк, егәрлелек һүҙҙәрен ҡулланып, хикәйә төҙөргә ҡушылһын,ти. Хикәйәне уҡыусылар күмәкләп төҙөйҙәр.

“Ниндәй ялғау?” уйыны.

          Класс түңәрәк әйләнәһе яһап баҫа. Уйынды алып барыусы яһаусы һәм үҙгәртеүсе ялғауҙар ҡушылған һүҙҙәр әйтә. Яһалма һүҙ булғанда, уҡыусылар ҡулдарын юғары күтәрергә, ә үҙгәртеүсе ялғау ҡушылғанда, ҡулдарын түбән төшөргән хәлдә торорға тейеш булалар. Ҡулдарын яңылыш күтәрһә йәки күтәрергә тейеш булып та күтәрмәһә, уҡыусы түңәрәктән сығарыла. Уйын түңәрәктә бер уҡыусы тороп ҡалғанға тиклем дауам итә.

“Тиҙерәк уйла” уйыны.

        Алып барыусы бер сифат әйтә. Ҡатнашыусылар шул сифатты сағыштырыу дәрәжәһенә ҡуйып, һөйләм әйтергә тейеш. Кем күберәк һәм тиҙерәк әйтә ала, шул еүеүсе була. Мәҫәлән: Оҙон – оҙонораҡ. Ағиҙел Димдән оҙонораҡ. Шул эште аҙһытыу һәм артыҡлыҡ дәрәжәһе буйынса ла үткәрергә мөмкин. Мәҫәлән: матур – бик матур.Бөгөн көн бик матур.

“ Билдәһенә ҡарап тап” уйыны.

    Сират буйынса уҡыусыларҙын берәүһе кластан сығып торорға тейеш була. Кластағылар бер әйберҙең төрлө билдәләрен бер- бер артлы әйтә башлайҙар. Тыштан  инеүсе ошо билдәләрҙән сығып, ниндәй бер әйбер тураһында һүҙ барыуын белергә тейеш.

                       “Һандарҙы төркөмлә” уйыны

      Бер төрлө бер нисә карточкала аралаштырылып һан төркөмсәләре бирелә. Карточкала нисә һан төркөмсәһе алынһа, таҡта янына шунса уҡыусы сығарыла. Уларҙың һәр ҡайһыһына карточка бирелә. Уҡыусы ниндәй ҙә һан төркөмсәһен айырып алып яҙырға тейеш була. Мәҫәлән:бер уҡыусыға рәт һандарын айырып яҙырға ҡушылһа, икенсеһенән бүлем һандарын, өсөнсөһөнән йыйыу һандарын эҙләтергә мөмкин. Билдәләнгән ваҡыт үтеү менән эш туҡтатыла. Аҙаҡ уның дөрөҫлөгө тикшерелә.

“Артыҡ һанды тап” уйыны.

             Уҡытыусы класҡа берәй төркөмсәгә ҡараған һандар әйтә. Шулар араһында бер һан башҡа төркөмсәнән булырға тейеш. Уйындың шарты уҡыусыларҙан ошо “артыҡ” һүҙҙе табыуҙы һәм ни өсөн “артыҡ” булыуын аңлатып биреүҙе талап итә.

“Тиҙерәк уйла” уйыны.

          Һандар булған башҡорт халыҡ мәҡәлдәрен әйтергә.Мәҫәлән: Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ.һ.б.  Кем күберәк таба шул еңеүсе була.

Шаярыуға ҡоролған һорауҙар.

  • Ниндәй һандар “бойора” ала? (йөҙ, ҡырҡ)
  • Кыҙға ун йәш тулғас ул ни эшләй?

“ Кем күберәк таба?” уйыны.

      Составында сифат ҡылымдар булған мәҡәл, әйтемдәрҙе яҙырға. Кем күберәк таба шул еңеүсе.

Өлгө: Тырышҡан табыр, ташҡа ҡаҙаҡ ҡағыр. Эшләгән – тешләгән.

“Кем иғтибарлыраҡ?” уйыны.

    Таҡтаға  бер картина эленә. Бер нисә минут эсендә уҡыусылар картинаны иғтибар менән ҡарайҙар һәм иҫтәрендә ҡалдыралар. Картина алына. Ҡатнашыусылар шунда һүрәтләнгән хәрәкәтте, эште ҡылымдар менән яҙып сығалар. Кем күберәк иҫендә ҡалдыра һәм күберәк ҡылым яҙа, шул еңеүсе була.

“Бында ниндәй һүҙ?” уйыны.

          Һәр командаға һүҙҙәрҙең һуҙынҡы хәрефтәре төшөп ҡалған карточкалар бирелә.Нөктәләр урынына ҡылым барлыҡҡа килерлек итеп, һуҙынҡылар ҡуйырға.

Мәҫәлән:һ..л, т..ш, ҡ..л, б...р, һ..ҡ, ҡ...й, т...п, т...ҙ, к...л, к...т ,һ.б

“ Һөйләмде тамамла” уйыны.

       Уҡытыусы таҡтаға һөйләмдең башын яҙа ла бер уҡыусыны таҡта янына саҡыра һәм төрлө формалағы ҡылымдарҙы уҡый. Ул мәғәнәһе һәм формаһы менән һөйләмгә тап килгән ҡылымды һайлап яҙып ҡуйырға тейеш. Әгәр саҡырылған уҡыусы яңылышһа, икенсеһе сыға. Башҡалар иғтибар менән күҙәтә.                            

“Төҫтәргә реклама ” уйыны.

         Уҡыусылар түңәрәкләп ултыралар, алып барыусы ниндәй төҫ икәнен әйтә. Һатып алыусыға уҡыусылар реклама эшләргә тейештәр.( Мәҫәлән, зәңгәр –матур төҫ. Зәңгәр төҫтә һауа, йылға, күлдәр бар, …)

“Артыҡ һүҙҙе тап!”уйыны.

әтәс                                    алма

ҡаҙ                                  икмәк

тауыҡ                                ҡарға

һарыҡ                          ҡаҙылыҡ

өйрәк                                    һө                    

“Һүҙҙәр пирамидаһы” уйыны

А

Ә

О

Ө

У

Аҡ

Әй

Оя

Өй

Уҡ

Аҡса

Сәй

Оло

Өкө

Уҡа

Аҡсарлаҡ

Әсәй

Оҙон

Өрөк

Ҡуян

Баҡса

Бесәй

Болот

Бөйөк

Ҡурҡа

“Һүҙҙәр сылбыры” уйыны.

              Мәҫәлән, КӨҘ, ҘУР, РУЧКА, АЛМА…

Хәҙер ошо һүҙҙәрҙән һәйләмдәр, хикәйә төҙөйөк.

“Бойороҡтан -  үкенескә” уйыны.

            Бер уҡыусы ун ҡылымды гел бойороҡ формаһында ҡуллана, икенсеһе шуны үтенес менән әйтә һәм киреһенсә. Башҡалар һорауҙың һәм яуаптың дөрөҫлөгөн тикшереп баралар. Кем яңлыша шул отола.

Өлгө: бар- бар инде;

           Яҙ – яҙһаңсы;

           Килтер- килтер инде.

“Айырып яҙ” уйыны.

       Класс икегә бүленә. Уҡытыусы тамыр, яһалма ҡылымдар әйтә. Бер төркөм – тамыр, икенсеһе яһалма ҡылымды табып яҙа.

Ҡылымдар: яҙ, яҙа, абына-һөрөнә, көсәйгәндән-көсәйә, ута, утай, тай, тая, кил, килә, ултыр, ултыра, йөрө, йөрөй. Һ.б.

    Аҙ хаталанған рәт еңүсе булып ҡала.

“Аҙаҡҡа ет” уйыны.

   Бирелгән ваҡыт эсендә , мәҫәлән, уҡы, кил, ултыр, яҙ һүҙҙәренән хәл ҡылымдың өс төрөн дә яһап күрһәтергә.

    Ваҡыт үтеү менән үк, яҙыу туҡтатыла. Күнегеүҙе аҙағынаса үтәмәүселәрҙең эше тикшерелә .Өҫтәмә һорауҙар биреп баһа ҡуйыла.

“Кем тиҙерәк?” уйын.

          Билдәләнгән ваҡыт эсендә йүгерә, төҙәнә, абына, көлә, илай, көсәйә, бара, ята, ҡыҙа ҡылымдарын индереп, ҡушма ҡылымдар яһарға. Эште дөрөҫ һәм етеҙ башҡарыусылар еңеүсе була

“ Айырма  ниҙә” уйыны.

     Уҡытыусы ( һәр һөйләмдән һүң пауза яһап ) бер текст уҡый. Текста рәүеш тә, сифат та булырға тейеш.Уҡыусылар иғтибар менән тыңлап ултыралар һәм сифатты ла, рәүеште лә улар ҡараған һүҙҙәр менән бергә дәфтәрҙәренә яҙа баралар. Эште хаталанмай башҡарыусылар еңеүсе булып ҡала.

Мәҫәлән:1 ) Атайым  бик матур уйынсыҡ алып ҡайтты. Минең дуҫым Кәрим матур яҙа. 2)Мин тотонған көрәк ҡыҫҡа һаплы ине.  Докладсы телмәрҙе бик ҡыҫҡа һөйләне.  

“ Очко” уйыны.

  1. се  вариант.

       Уҡытыусы класҡа рәүеш һәм сифат индереп төҙөлгән текст уҡый. Һәр һөйләмдә йә рәүеш, йә сифат ҡына булырға тейеш. Уҡыусылар иғтибар менән тыңлап ултырып, рәүешкә уң, сифатҡа һул ҡулдарын күтәрергә тейештәр. Һәр һөйләмдән һуң командаларҙы  дөрөҫ һәм яңылыш ҡул күтәреүселәр иҫәпләнә бара. Һәр дөрөҫ яуапҡа берәр очко яҙыла. Уҡыусыларҙан һөйләмдә рәүешме әллә сифатмы икәнен нисек белеүен аңлатып биреүҙе лә талап итә барырға кәрәк.

  Артыҡ очко йыйыусы команда еңеүсе булып ҡала.

2-се вариант.

      Уҡытыусы класҡа  -да, -дә, -ҙа,-ҙә, -та , -тә, -ла, -лә теркәүестәре һәм урын ваҡыт килештәге исемдәр индереп төҙөлгән текст уҡый. Һәр һөйләмдә йә теркәүес, йә урын-ваҡыт килештәге исем генә булырға тейеш.

Омографтар.

1.Түбәндә бирелгән һул яҡ бағаналағы һүҙҙәр исем, ә уң яҡтағылары – ҡылым.Улар нисек әйтелә. Мәғәнәһен асыҡла.

Алма – алма

Баҫма – баҫма

Бүлмә - бүлмә

Тартма – тартма

Һалма – һалма

Япма – япма

2.Түбәндәге һүҙҙәрҙең мәғәнәләрен билдәләгеҙ.

еңегеҙ              ҡағығыҙ

керегеҙ             ҡуйығыҙ

күнегеҙ             эсегеҙ

күсегеҙ             этегеҙ

3. Ниндәй омографик ялғауҙар беләһегеҙ.

(-ығыҙ, -егеҙ, -оғоҙ, -өгөҙ, -са, -сә,- сы, -се, -со, -сө.)

Лологрифтар.

     Һүҙгә хәреф өҫтәү йәки унан хәреф алып ташлау юлы менән яһалған йомаҡ-һүҙҙәр лологрифтар тип атала.

       

1)Бер хәреф өҫтәп, төҫтө белдергән һүҙҙән ағас яһағыҙ.(ал – тал)

2)Бер хәрефен алып ташлап, аяҡ өлөшөнән суйын һауыт яһағыҙ.(табан – таба)

3)Бер хәреф өҫтәп, кәртә төрөнән ашамлыҡ, ашамлыҡтан ергә ҡағылған ситән ағасы яһағыҙ.(ҡойма – ҡоймаҡ)

4)Аҙнаның көн исеменән халыҡ ижадының бер төрөн яһағыҙ.(йома – йомаҡ)

5)Бер хәреф алып ташлап, музыка ҡоралынан мал торлағына әйләндерегеҙ.(ҡурай – ҡура)

6)Бер хәреф өҫтәп, игендән боронғо үлсәм берәмеген яһағыҙ.(арыш – ҡарыш)

7)Бер хәреф өҫтәп, он иләгестән һауыт яһағыҙ.( Иләк- силәк)

8)Бер хәреф өҫтәп, ғаилә ағзаһын емеш-еләккә әйләндерегеҙ.(бала – балан)

Мине ҡулланалар йортта

Ондан икмәк баҫырға.

Алдыма бер “С” өҫтәһәң,

Эшкинәм һыу ташырға.

(иләк – силәк)

Минең бөтә дүрт хәрефем

Төҫтө белгертеп тора.

Мине хайуан иткең килһә,

Шуға “ Ҡ” өҫтәп ҡара.(һары – һарыҡ)

Шарадалар

                       Үҙ аллы мәғәнәгә эйә булған бер нисә өлөштән торған һүҙҙе

эҙләп табыу уйыны шарада тип атала. Был һүҙ тулы көйө ана шул өлөштәрҙең  мәғәнәләренән сығып табыла.

1) Беренсе өлөшө - азат булмаған кеше; икенсеһе – тирмәндән үткәрелгән ашлыҡ; бергә - хайуан балаһы.

2)   Беренсе өлөшө - атмосфера яуым төшөмө; икенсеһе –кеше йәшәй торған урын;бергә -һаҡта тороусы кешеләр.

3)Беренсе өлөшө - йорт хайуандары; икенсеһе күк есеме; бергә үҫмер ир бала

“Яныңда нимә бар”уйыны.

Балалар түңәрәктә торалар. Уларға үҙҙәрен уратып алған предметтарҙы һанап китергә кәрәк. Ҡабатларға ярамай. Кем күберәк әйтә ала шул еңеүсе була.

“Шағир булам”уйыны.

  Уҡыусыларҙа ижади һәләт үҫтереү маҡсатынан үткәрелә был уйын.Таҡтаға уҡытыусы терәк һүҙҙәр яҙа. Класс икегә бүленә.Ҡайһы команда тиҙерәк шиғырҙы яҙып бөтә шул еңеүсе команда була.

Мәҫәлән: .............етте,                          ............биҙрәм,

                ..............көттө.                       ..............йүгерәм

“ Өс һүҙ менән әйт” уйыны.

       Һүҙлек составын үҫтереү өсөн. Балалар түңәрәкә баҫа йәки класс ике командаға бүленә. Бирелгән һорауға өс һүҙ менән яуап бирергә тейештәр.Мәҫәлән:

-Нимә оса?

-Нимә менән төрөнөп була?

-Нимә менән ашап була?

“Зоопарк” уйыны.

     Бәйләнешле телмәр һәм тирә-йүн менән таныштырыу өсөн.

Балалар түңәрәккә баҫа. Уларҙың һәр береһендә төрлө йәнлектәр һүрәте. Уҡыусы уны атамайынса иптәштәренә һүрәтләргә тейеш.

“Ул  элек нимә йәки кем булған?” уйыны.

 Бәйләнешле телмәр һәм тирә-йүн менән таныштырыу өсөн.

Уҡыусыларға бер предмет әйтелә. Балаларға уларҙың быға тиклем нимә йәки кем булыуын әйтергә кәрәк.

  • Әтәс нимә булған?
  • Күлдәк нимә булған?
  • Шкаф нимә булған?
  • Велосипед нимә булған?

По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Фонетические игры и сказки

Фонетические игры, предназначаются для корректировки произношения на этапе формирования речевых навыков и умений, а так же для получения навыков аудирования. Небольшую игру можно проводить на каждом у...

Рабочая программа по преодолению фонетических ,фонетико-фонематических нарушений речи у детей младшего школьного возраста

Рабочая программа по преодолению фонетических, фонетико-фонематических нарушений речи у детей младшего школьного возраста составлена в соответствии с требованиями ФГОС НОО.Цель программы: Реализ...

Фонетические игры на уроках русского языка

Фонетические игры очень пригодятся для уроков обучения грамоте по любым программам....

Фонетические игры

Фонетические игры для уроков английского языка в начальной школе...

Фонетические игры на уроках

Фонетические игры на уроках...

"Фонетические игры на уроках английского языка"

Фонетическая разминка очень оживляет ход урока, способствует повышению активности учащихся, развивает языковые и творческие способности, снимает напряжение....