Рабочая программа по башкирской литературе
рабочая программа (1 класс) по теме

Ахтямова Гульшат Ураловна

1 класс

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл poyasnitelnaya_zapiska_bash.lit_.docx35.17 КБ
Файл ktp_bash.lit_.docx20.93 КБ

Предварительный просмотр:

                                             I.Аңлатма         яҙыу
           Башланғыс класта башҡорт әҙәбиәте айырыуса әһәмиәтле урын алып тора. Сөнки башланғыс класс уҡыусылары туған тел аша ысынбарлыҡты танып белә, кешеләр араһындағы, йәмғиәттәге мөнәсәбәттәрҙе, үҙен уратып алған донъяны өйрәнә, шәхес булараҡ үҫә. Фәҡәт үҙ телең генә ата-бабаларыңдың үткәнен белергә, киләсәккә өмөт-хыялдарын яҡшыраҡ аңларға ярҙам итә. Ошоларға ирешмәйенсә тороп, телеңдең, милләтеңдең киләсәген күҙаллауы мөмкин түгеддер. Шуға ла туған телде бөтә нескәлектәре менән өйрәнеү, белеү мотлаҡ.
          Бала үҙ телендә һөйләшә, фекер йөрөтә, уның аша кешеләр араһындағы мөнәсәбәттең иң ҡатмарлы донъяһына үтеп инә, тәбиғәт, йәмғиәт һәм сәйәси күренештәрҙе лә танырға өйрәнә, улар хаҡында тәүге төшөнсәләрҙе үҙләштерә. Туған телде өйрәтеү уҡыусының үҙ аллы фекер йөрөтөү һәләтен, һөйләү һәм яҙма телмәрен үҫтереүҙе, байытыуҙы, камиллаштырыуҙы, баланың үҙен шәхес итеп         үҫтереүҙе,         формалаштырыуҙы         күҙаллай.
          Башланғыс мәктәптә башҡорт әҙәбиәте уҡытыу юғары кластарға өйрәнеләсәк тел һәм әҙәбиәт дәрестәренә әҙерлек этабы булып тора. Әгәр уҡыусы туған тел дәрестәрендә башланғыс класта уҡ яҡшы һөҙөмтәләргә ирешһә, уға өлкән кластарҙа башҡа предметтарҙы уңышлы үҙләштереү өсөн ҙур мөмкинселектәр тыуа. Шуға ла башланғыс кластарҙа ҡуйылған мөһим шарттар – уҡыусыларҙы тормош менән таныштырып, унда үҙ урынын табырға өйрәтеү; мәктәптә уҡытылған туғандаш әҙәбиәттәр менән сағыштырып, Башҡа фәндәр, сәнғәт төрҙәренә бәйле алып барыу; һәр көн һайын арта барған фәнни мәғлүмәтте кеткереү; әҙәбиәт һәм сәнғәттең етеҙ үҫеше аша уҡыусыларҙың танып белеү һәләтлектәрен үҫтереү; уларҙың үҙ аллы белем алыуыуына, әҙәби китап уҡыуына, уҡылғанды баһалай белеүенә булышлыҡ итеү һәм ижади эшмәкерлектәрен әүҙемләштереү бурысы тора. Шулай уҡ йәмғиәт алдында яуаплылыҡ тойған һәм рухи яҡтан ныҡлы булған интеллектуаль шәхес тәрбиәләү         бурысы         ла         мөһим. 
          Башланғыс мәктәптә башҡорт әҙәбиәте дәрестәрен өйрәтеү түбәндәге 
маҡсаттарҙы тормошҡа         ашырыуға         йүнәтелгән:
− башланғыс мәктәп системаһының төп нигеҙен тәшкил иткән дөрөҫ, йүгерек һәм тасуири уҡыу күнекмәләрен үҫләштереү, үҙ аллы аңлап уҡыу күнекмәләрен булдырыу;         танып         белеү         даирәһен         формалаштырыу;
−уҡыусыларҙың танып белеү һәм ижади эшмәкәрлектәрен үҫтереү, әҙәби әҫәрҙәренә һүрәтләнгән тормош күренештәрен, ваҡиғаларҙы һәм образдарҙы ысын         күңелдән         ҡабул         итеүгә         булышлыҡ         итеү;
−текстар аша эшләү күнекмәләрен булдырыу, юғары әхлаҡи сифаттар тәрбиәләү;
−туғандаш, башҡа халыҡтарҙың әҙәбиәтенә, мәҙәнитенә, сәнғәтенә ихтирам тойғоһо        тәрбиәләү;
−уҡыусыларҙы китап уҡыуға йәлеп итеү һәм белемле уөҡыусылар тәрбиәләү;
−бергә уҡыу компетентлығын, уҡыу техникаһын үҙләштереү; уҡылған һәм тыңланған әҫәрҙәрҙе аңлау, китаптарҙы таныу, үҙ аллы һайлау күнекмәләренә эйә булырға өйрәтеү, китап уҡыуға ныҡлы ҡыҙыҡһыныу арттырыу.
 Уҡыу планына ярашлы предметтың төп эстәлеге
           Базис уҡыу пландарына ярашлы, Рәсәй Федерацияһының дөйөм белем биреү мәктәптәрендә Туған тел предметын өйрәнеүгә беренсе класта бөтәһе 23 сәғәт         бүленә. 
                Телмәр         һәм         уҡыу         эшмәкәрлегенең         төрҙәре
          Телдән һөйләнгән телмәрҙе тыңлау һәм ҡабул итеү. Мәғлүмәтте тыңлау һәм мәғәнәһенә төшөнә барыу: уҡыусы һөйләмде тыңлай, һөйләүсенең фекер ебенә төшөнә, телмәр аша уның мөнәсәбәтен, мәғәнә биҙәктәрен билдәләй, йөкмәткеһенә ҡарап үҙ яуабын әҙерләй, ҡылығын, тәртибен планлаштыра; уҡылған фәнни-мәғлүмәти, әҙәби әҫәрҙәр буйынса һорау биреү һәм мәғлүмәт алыу күнекмәләре формалаштыра. Был күнекмәләр һөйләү, яҙыу, уҡыу менән аралашып,         үрелеп         бара.
Уҡыу
         Ҡысҡырып уҡыу. Уҡыу күнекмәһенә өйрәткәндә ҡысҡырып уҡыу бик ҙур әһәмиәткә эйә. Ҡысҡырып уҡыу баланы өйрәтеүҙә мөһим урын тота, тиҙ, дөрөҫ, йүгерек, аңлы һәм тасуири уҡыу күнекмәләрен барлыҡҡа килтерә.
Эстән уҡыу. Телмәр органдарының ҡатмарлығынан тыш, һүҙҙәрҙе әйтмәйенсә, күҙ йөрөтөп, текстың йөкмәткеһен аңлап уҡыу. Был уҡыуҙың тиҙлеген яҡшырта, балала уҡыуға ҡарата яуаплылыҡ тойғоһон арттыра, үҙ аллы уҡырға күнектерә.
       Төрлө         текстар         менән         эш.Төрлө төрҙәге текстар тураһында дөйөм мәғлүмәт         биреү.
        Әҙәби, фәнни-популяр, өйрәтеү текстарының үҙенсәлектәрен айырмалағын күрһәтеү сағыштырыу. Был текстарҙың маҡсатын билдәләү. Фольклор – халыҡ ижады өлгөләре менән таныштырыу, мәғлүмәт биреү.Әҙәби әҫәрҙең тексы өҫтөндә эш. Әҙәби әҫәрҙең исеме йөкмәткеһенә тура килеүҙе аңлау, уҡытыусы ярҙамында әҙәби текстың үҙенсәлектәрен билдәләү. Фольклорҙа, йәғни халыҡ ижадында халыҡтың тарихи үҫеш юлында алған тормош тәжрибәһе, аң кимәле, иң яҡшы милли традициялары сағылыуын, ғөмүмән, дөйөм кешелек, әхлаҡ ҡанундары тупланыуын аңлау.
Тулы һөйләү - уҡыған тексты ентекләп һөйләү ул. Фрагменттың төп фекерен билдәләү, терәк һәм мөһим һүҙҙәрҙе ҡулланыу; эпизодты тулы һөйләү, тексты бүлектәргә бүлеү; һәр бүлектең һәм текстың төп фекереен билдәләү; уларға исем биреү; план төҙөү күнекмәләре булдырыу 
Өйрәтеү, фәнни-популяр, әҙәби һәм башҡа текстар менән эшләү
Әҫәрҙең йөкмәткеһен исеменә тура килеүен күҙәтеү. Өйрәтеү һәм фәнни-популяр текстарҙың үҙенсәлеген билдәләү. Легендалар, риүәйәттәр, ҡобайырҙар, дин тураһындағы текстарҙың дөйөм үҙенсәлектәренә, айырмалыҡтарына төшөнөү. 
         Һөйләү. Һөйләү, тексты яҙыу кеүек үк, телмәр эшмәкәрлегенең продуктив формаһына инә. Улар икеһе лә фекерләү процесын сағылдырып, билдәле йөкмәтке, текст, информация барлыҡҡа килтерәләр һәм уны башҡаларға тапшырыу         фукцияһын         үтәйҙәр.
        Диалог төҙөү. Диалогтың телмәрҙең бер төрлө булыуына төшөнөү. Диалог ике йәки бер нисә кешенең үҙ-ара һөйләшеүе, фекер алышыуы. Диалогтың үҙенсәлектәре тураһында төшөнсә биреү; бирелгән һорауҙы аңлау, уларға яуап биреү һәм текст буйынса үҙ-ара һорауҙар төҙөү; әңгәмәсене бүлдермәйенсә, итәғәтле формала үҙеңдең фекереңде әйтеп, уҡылған әҫәр буйынса         фекер алышыуҙа         ҡатнашыу.
        Монолог. Монолог тураһында аңлатма бирелә. Монологик һөйләү телмәрендә берәү һөйләүсе, ә ҡалғандар тыңлаусы ролен башҡара. Һөйләү, информацияны тапшырыу процесы әңгәмәгә ҡарағанда киңерәк, тулыраҡ була.
Яҙыу. Яҙыу телмәренә эйә булыу – үҙең ишеткән, күргән, уҡыған, кисергән хәл-ваҡиғаларҙы йәки үҙ башыңда тыуған фекрҙәрҙе билдәле маҡсатта һәм ситуацияла тулы, дөрөҫ, эҙмә-эҙләлекле, бәйләнешле һәм матур яҙа белеү.
Китап         уҡыу         даирәһе.Башланғыс мәктәп уҡыусылары үҙләштерә, ҡабул итә алырлыҡ Рәсәй, Башҡортостан халыҡтарының ауыҙ-тел ижады әҫәрҙәре; классик әҫәрҙәр, сит ил         яҙыусыларының         әҫәрҙәре         менән танышыу. 
Уҡытыусы ярҙамында текстағы тасуирлау сараларының: синонимдарҙың, антонимдарҙың эпитеттарҙың, сағыштырыуҙарҙың, метафораларҙың, гиперболаларҙың әһәмиәтен билдәләү. Әҫәр геройының портретын, ҡылығын тасуирлау, телмәре, уйҙары тураһында төшөнсә биреү; авторҙың геройға мөнәсәбәтен билдәләү. Һөйләү төрҙәренең композицион үҙенсәлектәре тураһында         дөйөм         төшөнсә         биреү.
       Хикәйәләү – теге йәки был ваҡиға тураһында хәбәр итеү, һөйләү. Һүрәтләү – пейзажды, портретты, интерьерҙы йәки кегенең тышҡы сифаттарын эҙмә-эҙ тасуирлау. Хөкөмләү – уҡыусыларҙың билдәлебер кеше ҡылығы, эше буйынса фекер йөрөтөүен, үҙ фекерен иҫбатлауын, дәлилләүен, һығымта яһауын талап итә         торған         монологик         телмәр.
           Эш программаһын үҙләштереү осоронда планлаштырылған

                             һөҙөмтәләрҙе         баһалау
         Башланғыс класс уҡытыусыһы программаны үҙләштереү осоронда тиң тәүҙә шәхси         үҫеш         кимәлен         ҡуя.
         
Шәхси үҫеш кимәле. Баланы шәхес итеп үҫтереү, кешелек сифаттарын тәрбиәләү. Уны үҙ аллы үҫешкә, камиллашыу оҫталығына өйрәтеү. Һөҙөмтәлә уҡымышлы, үҙ еренең, иленең, халҡының ҡиммәттәренә төшөнгән, уны һаҡлаған, яҡлаған социум итеп формалаштырыуға башланғыс нигеҙ һалыу.
Был йүнәлештә уҡыуҙың һәм белем алыуҙың мөһимлеген, үҫеш өсөн кәрәклеген аңлатырға, китап уҡырға ғәҙәтләнеү, ҡыҙыҡһыныу теләген булдырырға.
          Метапредмет кимәле. Универсаль эш төрҙәренә өйрәтеү: танып белеү, регулятив һәм коммуникатив эшмәкәрлек, йәғни баланы үҙ аллы уҡыуға, белем алырға         өйрәтеү.
         Предмет кимәле. Уҡыу предметын өйрәнеүҙә яңы белем үҙләштереү, уны анализлау һәм ҡулланыу өлкәһеендә тейешле тәжрибә туплау.
Предметтың өйрәнеүҙең һөҙөмтәләре түбәндәгеләр:
-компетентлы         уҡыуҙы         формалаштырыу;
-уҡыу         техникаһын         үҙләштереү;
-уҡылған         йәки         тыңланған         әҙәби         әҫәрҙе         аңлау;
-интерпретацияның         төп         элементтарын         үҙләштереү;
-әҫәрҙе         анализлау         һәм         үҙгәрт         күнекмәләренә         өйрәтеү;
- һөйләү         телмәрен         үҫтереү;
- бәләкәй текстар төҙөү, һүрәтләү, йөкмәткеһен план буйынса аңлата алыу;
- шиғырҙы яттан һөйләү һәм таныш булмаған аудиторияла сығыш яһау күнекмәләренә эйә булыу.

Уҡыу китабы

Уҡыу китабы: Башланғыс мәктәптең 1-се класы өсөн уҡыу китабы.- Өфө:Китап,2010.

Материаль–         техник         ҡулланмалар.
−камера;
−компьютер;
− принтер;

−интерактив         таҡта
            Программаға ярашлы уҡыусыларҙың әҙерлек кимәленә

                                               ҡарата         талаптар
1. Мәҙәниәтле уҡыу күнекмәләренә үҙләштереү, тексты аңлау, китапҡа һәм         китап         уҡыуға         ҡыҙыҡһыныу         тәрбиәләү.
Был мәсьәләне хәл итеү уҡыу күнекмәләрен формалаштырыуҙы күҙаллай. Ошо бурымты тормошҡа ашырыу өлкән кластарҙа башҡа предметтарҙы уңышлы өйрәнеүгә нигеҙ һала. Туған тел предметының йөкмәткеһен үҙләштереү аша уҡыусылар тексты аңлап уҡыу, төрлө мәғлүмәт менән эшләү, кәрәк булғанын таба белеү күнекмәләренә эйә була. 
2. Һөләү эшмәкәрлегенә, яҙыу-аралашыу культураһына эйә булырға өйрәтеү.
Был йүнәлеш китаптағы төрлө маҡсатты күҙ уңында тотҡан текстар өҫтөндә эшләүҙе, уларҙы айыра алыуҙы, тирә-йүн тураһындағы белемдәрен арттырыуҙы күҙ уңында тота. Уҡыусылар уҡыу һәм белем алыу барышында телмәрҙең диалог һәм монолог формаһын төҙөргә, дәреслектә бирелгән мәғлүмәтте ҡуллана белергә, өҫтәмә ҡулланмалар менән эш итергә өйрәнәләр, үҙ фекерҙәрен әйтергә, һығымта яһай белеү һәләттәрен         үҫтереләр. Әҙәби әҫәрҙәрҙә бирелгән хәл-ваҡиғаларға ҡарата әхлаҡи- эстетик тойғолар һәм зауыҡ тәрбиәләү.
Был йүнәлештәге мәсьәләләрҙе тормошҡа ашырыу - әҙәби әҫәрҙе сәнғәттең үҙенсәлекле айырым бер төрө итеп ҡабул иттереү; әҫәрҙең әҙәби ҡиммәтен аңларға; тасуирлау сараларын танып белергә өйрәтеү ул. Шулай уҡ әҫәрҙең сәнғәттең башҡа төрҙәре менән сағыштырыу, уларҙың оҡшаш һәм айырмалы яҡтарын табыу, үҙең дә ижад итеп ҡарау.
Әхлаҡи ҡиммәттәрҙе формалаштырыу, әҙәбиәт менән танышыуҙаан йәм табырға, әҙәби әҫәрҙең рухи асылын аңларға өйрәтеү.
Әҙәби әҫәрҙәрҙең үҙенсәлеген, уның әхлаҡи асылын, шәхесте тәрбиәләү маҡсатынан сығып аңлау мөһим урын алып тора. Әҙәби әҫәрҙе уҡыған бала тирә-йүнде уратып алған төп әхлаҡи-этик ҡиммәттәрҙе үҙләштерә, геройҙарҙың ыңғай һәм кире эштәре менән таныша, баһалай, анализлай; унда һүрәтләнгән тормош күренештәрен, ваҡиғаларҙы һәм образдарҙы ихлас ҡабул итә., аңлай һәм тормошта ыңғай һөҙөмтәһен булдырырға ынтыла; әҙәби әҫәрҙәрҙе эмоциональ ҡабул итеү һөҙөмтәһендә үҙендә ыңғай сифаттар тәрбиәләргә тырыша.



Предварительный просмотр:

Дәрес темаһы

Уҡыусылар

эшмәкәрлеге

Йыһазландырыу

Дата план буйынса

Үткәреү

датаһы

1

Мин  уҡый  беләм!

Д.Талхина «Китап». Р.Ниғмәти

Уҡырға өйрәнеү-ҙур

ҡаҙаныш, уҡый белеү

ҡыҙыҡлы шөғөл икәнен төшөндө-  рөү.Китап уҡыуға теләк тәрбиәләү, ылыҡтырыу

Һүрәттәр,мә-

ҡәлдәр

тиҙәйткестәр,

көләмәстәр

18.02.13

2

Әкиәт уҡырға яратам. Шалҡан.

Тирмә әкиәте.

Әкиәт тураһында төшөнсә биреү.

Әкиәттәрҙең күбеһендә ҡулланған тылсымлы предмет -тарға иғтибар биреү.

Һүрәттәр,мә-

ҡәлдәр

көләмәстәр

20.02.13

3

Ж.Кейекбаев «Айыу ниңә ҡойроҡһоҙ?». Ж.Кейекбаев «Айыу ниңә ҡыш өнөнән сыҡмай?».

Был предметтарҙың

иң сетерекле мәлдә көтмәгәндә хасил булыуҙары, геройҙар

ҙы иң ауыр ситуацияларҙа ла ҡотҡарып алып ҡалыусы тылсымлы

көскә эйә булыуҙарын күрһәтеү

Мәҡәлдәр

тиҙәйткестәр

4.03.13

4

Ҡараҡтың бүрке яна. Ошаҡсы.

Әкиәттә изгелектең

яуызлыҡты еңеүен

күрһәтеү. Әкиәтте тасуири уҡырға,

тыңларға,һәм һөйләргә өйрәтеү

Һүрәттәр,мә-

ҡәлдәр

көләмәстәр

06.03.13

5

Л.Толстой «Тейен менән бүре». Ат ҙурлыҡ ҡуян.

Әкиәтте тасуири уҡырға,тыңларға,һәм һөйләргә өйрәтеү

Һүрәттәр

11.03.13

6

Башаҡ.Украин халыҡ әкиәте. К.Ушинский «Эш бөткәс, уйнарға ярай».

Әкиәтте  тыңларға,

һәм һөйләргә өйрәтеү,һүрәттәр төшөрөү.

Мәҡәлдәр

тиҙәйткестәр

13.03.13

7

Ф.Сынбулатова ғаилә «Атай – ғаиләлә хужа», «Минең яҡын кешелә- рем».

Ижекләп ,дөрөҫ итеп,

һалмаҡлап уҡыу. Яй-

лап, дөрөҫ итеп, һүҙләп уҡыуға күсеү.

Һүрәттәр

18.03.12

8

К.Кинйәбулатова «Мин бер малай». Л.Толстой «Атай һәм улдар».

Ҡ.Әлибаев «Эш ҡарышмай».

Иллюстрация, һүҙлек һүҙҙәр аша йөкмәт- кене фаразлау.Ҙур булмаған текстарҙа тыныш билдәләренә иғтибар итеп, бер һөйләмде икенсе -һенән айырып уҡыу.

Фотоһүрәттәр йомаҡтар,

тиҙәйткестәр,

20.03.13

9

 М.Дилмөхәмәтов «Ағайым».

Д.Талхина  «Өйрәнәм»

Уҡыған текст буйынса фекер алышыу. Йөкмәткеһе буйынса һорауҙарға яуап биреү. Малайҙар кесе йәштән үҙҙәрен көслө, булдыҡлы заттар итеп әҙерләй.

Фотоһүрәттәр көләмәстәр

01.04.13

10

 С.Кәрим «Тәүге дәрес».

Кем бай? Әкиәт. Ф.Сынбулатова

«Ихтыяр көсө».

Етеҙ һәм аңлы уҡыу өҫтөндә ентекле эш.

Әҫәрҙең йөкмәткеһе, уның геройҙары тураһында һөйләшеү ҡороу.

Фотоһүрәттәрйомаҡтар,

тиҙәйткестәр,

03.04.33

11

Р.Солтангәрәев «Ҡояш ҡайтҡан». Ф.Сынбулатова «Ҡартатайым кәңәштәре».

Яйлап, дөрөҫ итеп, һүҙләп уҡыуға күсеү Уҡыған текст буйынса фекер алышыу.Йөк-

мәткеһен һөйләү.

Әңгәмәләшеү,арал-, шыу мәҙәниәтенә төшөнөү

Һүрәттәр.

Тест №1.

08.04.13

12

Р.Ғәббәсова «Әсәйем ҡояш кеүек».

Ф.Ғөбәйҙуллина «Әсәйем».

Л.Толстой «Иң-иң матуры».

Уҡыған текст буйынса фекер алышыу.Йөк-

мәткеһен Һөйләү. Әсәйҙең кәңәштәрен, теләктәрен тыңлау, үтәү-баланың изге бурысы булыуын төшөндөрөү.

Мәҡәлдәр

тиҙәйткестәр

10.04.13

13

Р.Солтангәрәева «Йоҡла, балам,күҙ нурым». Өс ҡыҙ. Әкиәт

Етеҙ һәм аңлы уҡыу өҫтөндә ентекле эш.

Ҡыҙҙар – матурлыҡ, һәм изгелек сығанағы тигән йүнәлеш биреү.

Һүрәттәр

15.04.13

14

К.Кинйәбулатова «Гөр килә өйҙөң эсе».Һәтес-һәтес-һәтес тә…

Бишек йырҙарын

көйләп һамаҡларға өйрәнеү.

Йомаҡтар,

тиҙәйткестәр.

17.04.13

15

Ф.Сынбулатова «Олатайым менән өләсәйем». Ф.Юлдашбаева «Өләсәйем».

Етеҙ һәм аңлы уҡыу өҫтөндә ентекле эш.

Уҡыған текст буйынса фекер  алышыу.Йөк-

мәткеһен Һөйләү. Әсәй. өләсәй тураһында шиғыр һөйләргә өйрәнеү.

Фотоһүрәттәр

22.04.13

16

Ф.Ғөбәйҙуллина «Минең әсәйем кем?»

Әсәй- һине донъяға тыуҙырған,һөйөп,яратып тәрбиәләгән иң яҡын кешең икәнен һәм уның кәңәштәрен, теләктәрен тыңлау, үтәү-баланың изге бурысы булыуын төшөндөрөү.

Һүрәттәр,мә-

ҡәлдәр

көләмәстәр.

24.04.13

17

Ә.Таһирова «Биҙәкле силәктәр».

Һ.Әфтәхова «Йәмле өй».

Ҡыҙҙар – матурлыҡ, нәзәкәтлек һәм изгелек сығанағы тигән йүнәлеш биреү.

Йомаҡтар,

тиҙәйткестәр.

29.04.13

18

В.Осеева «Улдар». Йомғаҡлау. Уҡыу етеҙлеген тикшереү

Етеҙ һәм аңлы уҡыу өҫтөндә ентекле эш. Уҡыған текст буйынса фекер алышыу. Йөкмәткеһен Һөйләү

Һүрәттәр.

Тест №2.

06.05.13

19

Н.Игеҙйәнова «Бәхәс».

М.Хисмәтуллина «Йәй».

Етеҙ һәм аңлы уҡыу күнекмәһен камиллаштырыу.

Тасуири уҡырға өйрәтеү

 Мәҡәлдәр

тиҙәйткестәр

08.05.13

20

Ф.Ғөбәйҙуллина «Көҙ».

А.Йәғәфәрова «Төҫлө япраҡтар».

Тексты йөкмәткеһенә яҡын итеп йәки ҡыҫҡартып һөйләү күнекмәләре биреү.

Һүрәттәр,мә-

ҡәлдәр

көләмәстәр

13.05.12

21

Т.Искәндәриә «Ҡар яуа».

Н.Сладков «Яҙғы шау».

М.Хисмәтуллина «Яҙ».

Етеҙ һәм аңлы уҡыу күнекмәһен камиллаштырыу. Баланы үҙе уратып алған тәбиғәткә иғтибарлы, күҙәтеүсән булырға, матурлыҡты тоя белергә һәм ундағы күренештәрҙе тасуирлап һөйләргә өйрәтеү.

Һанашмаҡтар.

15.05.13

22

С.Кәрим «Иғтибарлы булыу- үҙе изгелек». Т.Искәндәриә «Изгелек

Тасуири уҡырға өйрәтеү Тексты йөкмәткеһенә яҡын итеп йәки ҡыҫҡартып һөйләү күнекмәләре биреү

Һүрәттәр.

20.05.13

23

Ф.Ғөбәйҙуллина,

Б.Байым, Ф.Фәтҡуллина шиғырҙары.

Етеҙ һәм аңлы уҡыу күнекмәһен камиллаштырыу.

Тасуири уҡырға өйрәтеү..Баланы үҙе уратып алған тәбиғәткә иғтибарлы, күҙәтеүсән булырға, матурлыҡты тоя белергә һәм ундағы күренештәрҙе тасуирлап һөйләргә өйрәтеү.

Мәҡәлдәр

тиҙәйткестәр.

22.05.13


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Рабочая программа по башкирскому(государственному) языку для 2 класса.

Рабочая программа для 2 класса поучебнику Тулумбаева и Давлетшиной.Рассчитан на 34 недели ,1 час. в неделю...

Рабочая программа по башкирскому(государственному) языку для 3 класса

Рабочая программа  по учебнику Тулумбаева и Давлетшиной.Расчитан на 68 недель ,2 часа внеделю...

рабочая программа по башкирскому государственному языку для 4 класса

Уҡытыу  рус телендә  алып  барылған  мәктәптәрҙән   4-се  класы  өсөн башҡорт (дәүләт)  теленән  эш программаһы.Эш прогаммаһы 34 сәғәткә бүленгән (аҙн...

рабочая программа по башкирскому языку в 3 классе

Рабочая программа по башкирскому  языку  в  3  классе   башкирских школ...

рабочая программа по родной литературе(башкирской) 2 класс

“Башҡорт әҙәбиәте”буйынса программа “Мәғариф тураһында”ғы законға, “Дөйөм белем биреү йөкмәткеһенең фундаменталь үҙәге” документына, “Рәсәй Федерацияһының икенсе быуын Федераль дәүләт хөкүмәт стандарт...

Рабочая программа по Башкирской литературе в 1,2,3,4 кл

Уҡытыу башҡорт телендә ойошторолған мәктәптәргә тәҡдим ителгән был уҡыу программаһы Рәсәй Федерацияһының дөйөм белем биреү буйынса икенсе быуын дәүләт стандарттары талаптарына,милли мәктәптәр өсөн эшк...