"Тыуған яғым Башҡортостан"
творческая работа учащихся на тему

Гарипова Гульназ Рузиловна

инша

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon idiyatullin_almaz_tyugan_yagym_bashkortostan.doc26.5 КБ

Предварительный просмотр:

             

Тыуған яғым – Башҡортостан!

(иншалар конкурсы)

              Тыуған төйәгем һин,  Башҡортостаным!

Мин йәй көнө әсәйем менән Германияла булдым. Унда мине күп нәмә хайран ҡалдырҙы. Башлап самолетта осоу, сит телдә һөйләшкән бихисап кешеләр, төрлө маркалы машиналар, матур-матур гөл баҡсалар.

Тик бер аҙна үтеү менән мин инде Нефтекаманы һағына ла башланым. Бигерәк тә  йәй көндәре юҡһындырҙы. Һәр йылды мин олатайыма ауылға ҡунаҡҡа ҡайтам. Уның менән ат егеп мәтрүшкә йыйырға, минлек бәйләргә урманға барыуҙар… Ә еләктәр һуң! Ауыҙҙа үҙҙәре ирей, хатта өйгә лә ҡайтаһы килмәй. Иртән-иртүк тороп баҡса артындағы әрәмәлектәге һандуғастар һайрауын тыңлау, ялан тәпәй ысыҡлы үләндән, ҡап-ҡара ерҙән йүгереү, һыу ҡойоноуҙар, бәпкә ҡарауҙар, кис көтөүҙән ҡайтҡан һыйырҙар мөңрәүе - барыһы ла бик һағындырҙы. Унан дуҫым Илнурҙы күреп һөйләшәһем, уй-кисерештәрем менән уртаҡлашаһым килде.

Донъяла төрлө илдәр бар. Бер ил – үҙенең тауҙары, икенсеһе – далалары, өсөнсөһө - һыуҙары, дүртенсеһе урмандары менән дан тота. Ә Башҡортостан иһә шуларҙың бөтәһе менән дә мәшһүр.

Әйе, атайымды, тыуған ҡаламды, Башҡортостанымды бик тә һағынып ҡайттым. Боролоштағы таныш светофор ағайым да йәшел күҙен мут ҡыҫа биреп: “Рәхим ит тыуған ҡалаңа!”- тип ҡаршы алды.

Башҡортостан!

              Һинән гүзәл яҡты

Осратманым, күпме ер үтеп.

Һин үҙең дә -

              Ватан киңлегенең

Ғорурлығы, сая бөркөтө!

                    Факиһа Туғыҙбаева.          


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Башҡортостан -тыуған илем.Байрам.

Башҡортостандың тыуған көнө айҡанлы үткәрелгән сара....

Тема: «Башҡортостан—тыуған ерем»

Методическая разработка внеклассного мероприятия на тему:  «Башҡортостан—тыуған ерем»...

Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәтенән эш программаһы

Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәтенән (тормош һабаҡтары)  3 класс өсөн эш программаһы...

Минең Башҡортостаным

К дню Башкортостана посвящается...

урок в 3 классе "Башҡортостан тәбиғәте"

Тема. Башҡортостан тәбиғәте.Дәрестең маҡсаты. Уҡыусыларҙың  һүҙлек запасын яңы һүҙҙәр менән    байытыу; үҙенсәлекле башҡорт өндәренең дөрөҫ әйтелеше өҫтөндә эшләү, үтелгән тек...

Сценарий "2019 йыл - Рәсәйҙә Театр йылына, Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына, Башҡортостан Республикаһының Халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 100 йыллығына арналған кисә"

Был сценарий   2019 йыл -  Рәсәйҙә  Театр йылына, Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына, Башҡортостан Республикаһының  Халыҡ шағиры Мостай Кәримдең  100  йыллығ...