Сценарий "2019 йыл - Рәсәйҙә Театр йылына, Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына, Башҡортостан Республикаһының Халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 100 йыллығына арналған кисә"
классный час (4 класс)

Мавлетова Зилда Ахмадиевна

Был сценарий   2019 йыл -  Рәсәйҙә  Театр йылына, Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына, Башҡортостан Республикаһының  Халыҡ шағиры Мостай Кәримдең  100  йыллығына арналған.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл stsenariy.docx88.62 КБ

Предварительный просмотр:

2019 йыл -  Рәсәйҙә  Театр йылына,

Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына,

Башҡортостан Республикаһының

 Халыҡ шағиры Мостай Кәримдең  100  йыллығына арналған

 кисә

Белешмә өсөн: Башҡортостан Республикаһының тыуған көнө – 23 март 1919 йыл  — 11 октябрь1990 йыл

Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы — РСФСР составында башҡорт халҡының автономлы республикаһы.

1990 йылдың 11 октябрендә «Башҡорт АССР-ы суверенитеты тураһында» декларация ҡабул ителә.

А.б. Башҡортостанда Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуҙы билдәләү буйынса әҙерлек саралары башланды.

  2019 йылда Башҡортостандың халыҡ шағиры, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Социалистик Хеҙмәт Геройы Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тула. Ул ғына түгел, 2019 йыл - Рәсәйҙә Театр йылы тип аталды, быйыл Башҡортостан Республикаһына ла  100 йыл тула.

 Шул айҡанлы, беҙҙең Мәҫкәү урта мәктәбе, быйылғы юбилейҙарҙы билдәләргә ихлас күңелдән тотондо. Бөгөн актив ҡатнашҡан уҡыусыларҙы ҡотлау  тантанаһына  йыйылғанбыҙ.

  Хөрмәтле  ҡунаҡтар,  ҡәҙерле  уҡытыусылар, уҡыусылар, Һеҙҙе  ошо Йыл байрамдары менән ҡотлайым, иҫәнлектә - һаулыҡта йәшәүебеҙҙе, илдәрҙең тыныс булыуын теләйем. Ҡотлау тантанаһын йәнле алып барыр өсөн, һорауҙарым бар.

1. Һорау: Башҡортостанда иң күбе ҡайһы милләт йәшәй ?

Башҡортостанда 30-ҙан ашыу милләт вәкилдәре йәшәй.

Иң күп һанлы милләт –урыçтар, улар дөйөм республика халҡының 39.3% тәшкил итә.

Икенсе урында татарҙар - 28,4%. 

Башҡорттар - өсөнсө урында ғына тора, улар һаны 21,9%

2. Һорау. Саф башҡорт телендә ҡайһы райондарҙа күберәк һөйләшәләр ? (Баймаҡ, Бөрйән, Белорет, Учалы, Әбйәлил, Ишембай )

3. Һорау. Тағы ла республикабыҙҙа ниндәй милләт халҡы йәшәй?  (сыуаштар, мариҙар, украиндар, мордвалар, удмурттар, белорустар, немецтар һ.б.)

4. Һорау. Башҡортостанда  күпме  кеше йәшәй ? ( 4. млн. ашыу)

Ете мөғжизә.

2009 йылда республикабыҙҙың тәбиғәт мөғжизәләрен билдәләүҙә бик күп халыҡ ҡатнашып, үҙ тауыштарын белдерҙе. Исемлектә бөтәһе 200-ләп мөғжизә бар ине. Шуларҙың тик етәүһе генә еңеп сыҡты. Ниндәй мөғжизәләр икән улар ? Таҡтала бер-нисә мөғжизәле урындарҙы яҙып элгәнмен, шуларҙың араһынан кәрәкмәгәнен алып ташлап,  ете мөғжизәне генә ҡалдырыр кәрәк.

1. Башҡорт балы.

2. Ҡурай.

3. «Урал батыр» эпосы

4. Шүлгәнташ мәмерйәһе.

5. «Янғантау»

6. Красноусол  минераль сығанаҡтары.

7. Салауат Юлаев һәйкәле.

Кем ул Салауат Юлаев? (Милли батырыбыҙ)

Викторина һорауҙарына рәхим итегеҙ.

1. Беҙҙең республика нисек атала? (Башҡортостан)

2. Башҡортостан Респ-на нисәнсе йылда уҙаллылык бирелде? 11.10.90

3. Республикабыҙҙың баш ҡалаһы нисек атала? (Өфө)

4. Башҡортостан Республикаһының Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы  кем? (Радий  Хәбиров)

5. Нимә ул "ҡоролтай"? (Дәүләт йыйылышының Юғары органы)

6. «Башҡортостан символикаһы» нимәләрҙән тора? (флаг, герб, гимн)

7. Республикабыҙҙың флагы ниндәй төçтә ? (Йәшел, аҡ, зәңгәр)

8. Республиканың гербында нимәләр төшөрөлгән ? (С.Юлаев, ҡурай)

9. Флагтағы төҫтәр нимә аңлата?

10. Башҡортостан гимнының авторы кем? (Р.Шәкүр, Ф.Иҙрисов)

11. "Башкорт" һүҙе иимә аңлата? (легенданы һөйләйҙәр)

12. Башҡортостан ҡайҙа урынлашҡан? (Көнъяҡ Уралда)

13. Башҡорттарҙың боронғо торлағы нисек атала. (тирмә)

14. Башҡорт халҡының милли геройы кем? (С.Юлаев)

15. "Салауат Юлаев" романының авторы кем? (С.Злобин)

16. Салауат Юлаев һәйкәле ҡайҙа урынлашҡан, скульпторы кем?

( Өфө ҡалаһының Ағиҙел буйы ярында, Сосланбәк Тавасиев)

17. Башҡорттарҙың ниндәй байрамдары бар? (Ураҙа, ҡорбан)

18. Яҙғы сәсеү бөткәс,башхорттарҙың ниндәй байрамы уҙа? (Һабантуй)

19. "Науруз" байрамы ҡасан була?( Яҙғыһын ҡар ирей башлаһа.)

20. Башҡорттарҙың милли аҙығын ата.(Бишбармаҡ, сәксәк, ҡаҙы…)

21. Айранды нимәнан эшләйҙәр? (Ҡатыҡтан)

22. Башкорттарҙың ниндәй шифалы эсемлеге бар? (Ҡымыҙ)

23. Башҡорттарҙың милли кейемдәрен һанап сығығыҙ.(Елән, камзул..)

24. Башкортостандағы иң бейек тау? (Ямантау)

25. Башҡортостанда ниндәй йылғалар бар? (Ағиҙел, Дим, Ыҡ, Өршәк )

26. Башҡортостандағы иң оҙон йылға? (Ағиҙел)

27 Башкортостанда нисә ҡала бар? (21)

28. Башҡортостандағы иң йәш ҡала? (Ағиҙел)

29. Ниндәй ҡала үҙенең нефтселәре менән ғорурлана? (Ишембай)

30. "Башҡортостанда иң ҙур күл?(Асылыкүл)

31. Башҡортостан нимәгә бай ? (нефть, бал, урман…)

32. Башҡортостандың милли музыка ҡоралы: (ҡурай)

33. Беҙҙең райондың администрация етәксеһе кем (Ф. Дәүләтгәрәев)

Башҡортостан Республикаһының халыҡ шағиры Мостай Кәримдең

 100 йыллығына арналған  шиғырҙар монтажы

           Кил инде
Сыйырсығым, ҡошсоғом,
Хәҙер бында ҡыш түгел,
Матурым, һин кил инде,
Өйөң өлгөрҙө бөгөн.
Тәҙрәләре уйылған,
Ал, зәңгәргә буялған,
Сыйырсығым, һинең өсөн
Ҡуныр тал да ҡуйылған.
Ҡанаттарыңды елпеп,
Аҫыл һайрауың һирпеп,
Сыйырсығым, кил инде,
Өйөң әҙер бит инде.                 1938

        Беренсе тамсылар 
Көн буйы тын торған һауала 
Ҡаралып болоттар ҡабара, 
Түбәндән, шаулашып, гөрләшеп, 
Үттеләр бер төркөм ҡарғалар. 
     Ҡояш та бөркәнсек ябынды, 
     Өйҙәрҙә тәҙрәләр ябылды, 
    Турғайым оянан сыҡты ла 
    Ҡомлоҡта йыуынып ҡағынды. 
Ел бөгөн, хәбәрсе шикелле, 
Ямғырҙың хуш еҫен килтерҙе, 
Шунда уҡ япраҡтар битенә 
Беренсе тамсылар һикерҙе.         1938

Ҡыш килгәс 
Алыҫта урман, 
Урманда томан. 
Ерҙе ҡаплаған 
Аҡ мамыҡ юрған. 
Тышта ел өрә, 
Ҡарҙы һеперә, 
Мин өйҙә торам 
Һалҡынға күрә. 
Тышта ата ҡаҙ. 
Ул, меҫкен, бойоҡ. 
-Әсәй, ниңә уның 
Бер аяғы юҡ?                            1938

     Һауаларҙа, бейектәрҙә 

Һауаларҙа, бейектәрҙә 
Кейек ҡаҙ тауыштары. 
Шатлыҡ менән тулды бөгөн 
Күңелем һауыттары. 
        Көтмәгәнде килтерер тип, 
       Яҙҙы көтмәгән инем. 
        Былай уҡ ҡабынырмын тип, 
        Өмөт итмәгән инем. 
Нимә булды? Сайпылам бит 
Яҙа баҫһам аҙ ғына. 
Яңы бәхет килдеме? Юҡ, 
Бары килде яҙ ғына...             1979

           Тулҡындар
Апрель кисе зәңгәр пәрҙә тартты,
Төн һыйынды Иҙел битенә,
Аҡһыл айҙың тоноҡ нурҙарынан
Көмөшләнеп тулҡын һикерә.
   Мин кәмәлә
   Шаян тулҡындарҙың
   Һикерешеүен ҡарап барамын.
  - Ишкәксе дуҫ!
   Бик тиҙ алыҫлаттың
   Ярҙар менән беҙҙең араны.
Яҙғы Иҙел бөтөрөлөп аға,
Тулҡын кәмәбеҙгә үрелә,
Ҡанаттарын ҡаҡҡан шул тулҡындар
Йәшлегемдәй матур күренә.         

                     Кеше 
Ваҡыттарҙы, араларҙы 
Еңмәк булып ҡабаландым. 
Еңмәҫ борон, саңдар ҡағып, 

Оран һалып, һауаландым. 
    Йәнәһе лә мин әжәлһеҙ, 
    Ҡояшҡаса һалам күпер, 
    Мин башлаған утлы юлдар 
    Йыһандарҙы ярып үтер. 
Иркем булғас, тарихтарҙы 
Меңәр йылға йәшәрттем мин. 
Хыялымда кешеләрҙе 
Киләсәктә йәшәттем мин. 
   Күп алыштым, күп бирештем 
   Был тормоштоң ағымында. 
   Баҡһаң икән, сәбәләнәм 
   Заманымдың ҡарынында.     1988

ҠАЙЫН ЯПРАҒЫ ТУРАҺЫНДА
Ер шарының картаһына
Ҡараһаң яҡшы ғына, -
Башҡортостан шул картала
Бер япраҡ саҡлы ғына.
       Эйе, япраҡ аҡ ҡайындың
       Бер япрағы ни бары.
       Ә ҡайыны – бөйөк Рәсәй –
       Шундай йәшел, юғары.
...Картаға ҡарап, еремде:
- Бер япраҡ саҡлы, - тинем,
Мин хайранмын киңлегеңә,
Башҡортостаным - илем!
       Бер сигең Яйыҡ ярында,
       Ыҡ буйында бер сигең,
       Бөркөт ҡанатын талдырыр
       Сал тауҙарың бар һинең.
Һиндә тормоштоң көрлөгө,
Донъялар именлеге,
Һиндә тауҙар ғорурлығы,
Далалар иркенлеге.
        Һыуҙарың көмөш. Тупрағың
        Торғаны алтын һинең,
        Бар хазинаңдан ҡиммәтле
         Бәхетле халҡың һинең!

Рус түгелмен, ләкин россиян мин


Рус түгелмен, ләкин россиян мин,
Совет Ватанының улымын.
Ниндәй яҡты бейеклектәренә бөгөн
Күтәреләм йәшәү юлының!
     Күңелемдә минең сыуағы,
     Күҙҙәремдә - ҡояш нурҙары,
     Йөрәгемдә - мең йыл тотҡонлоҡто
     Үтеп сыҡҡан өмөт йырҙары.
Ерҙә нисек мин ныҡ баҫып торам,
Ниндәй иркен алам һулышты!
Шуларҙың бит мин бөтәһе өсөн,
Рус туғаным, һиңә бурыслы!
  Һин тәм бирҙең минең икмәгемә,
  Һин тат бирҙең эскән һыуҙарға.
  Ер йөҙөндә күпме халыҡтар йәшәй,
  Туған иттең мине шуларға.
Рус түгелмен, ләкин россиян мин,
Россиян мин – ниндәй ғорурлыҡ!
Ун ғүмерең миңә кәрәк түгел,
Бер яҙмышым шуға торолоҡ.

Башҡортостан Республикаһының

 Халыҡ шағиры Мостай Кәримдең  100  йыллығына арналған конкурс

Мостай  Кәримдең  «Өс таған» хикәйәһенә

викторина һорауҙары

1. ...Ә был ауыл ҡарағас, ҡайын, ҡарағай урмандары менән ҡапланған тауҙар араһында – Урал итәгендә ултыра. Уның ике яғында – ике ҙур күл. Береһен – Ҡалҡанкүл, икенсеһен Ҡылыскүл тип атап йөрөтәләр. Ҡалҡаны алыҫыраҡ, Ҡылысы ауыл эргәһендә генә....(Бөркөтлө, 87-се бит)

2. ...Башта малайҙар үҙҙәре ултырған ерҙән ауыл ситендәге яңғыҙ ҡарағасҡа тиклем йүгереп уҙышырға булдылар. Өсөһө лә, балаҡтарын төрөп, Айҙар таяҡ менән һыҙып билдәләнгән һыҙыҡҡа баҡтылар.

   Вәзир команда бирҙе:

   - Раз, два, пли! (Башлыҡ һайлау. 93-сө бит)

3. Ә хәҙер ул тауҙың көньяҡ битләүендә Шәрифулланың һарыҡтары  керт-керт үлән ашап йөрөй. Тау башында эреле-ваҡлы биш кеше ултыра. Һары мыйыҡлы, ас яңаҡлы Шәрифулла ағай үҙе инде. Ә ҡалған дүртеһе тураһында һеҙҙең хатта ишеткәнегеҙ ҙә юҡтыр. Ғәжәп тә түгел. Уларҙың әлегә һис ни менән дан ҡаҙанғандары юҡ шул...

  Шәрифулла ағай бик серле тауыш менән нимә тураһындалыр әңгәмә һөйләй. Ҡалған дүртеһе тын да алмай тыңлап ултыра...(Күкрәктауҙағы әңгәмә, 88-се бит)

4. Өсөнсө “таған” һерәйеп баҫып ҡалды. Оҙаҡ торҙо ул. Бөгөн донъя бөтһә лә, ул Башлыҡтың һуңғы фарманын, бәлки, үтәмәҫ тә ине. Ләкин иртәгә лә көн бар бит. Шуны уйлап, Вәзир туп-тура ферма яғына йүгерҙе. Шәрифулла, эшен бөтөрөп, ҡайтырға сыҡҡайны.  

  - Бына, ағай, Күкрәктауҙа таптым... – тип шыуҙырҙы ул. Дөрөҫөн әйтеп, ғәфү һорарға көсө етмәне.

   - Вәт, маладис, мырҙам! Ғәҙел егет икәнһең. Рәхмәт үҙеңә, - тине Шәрифулла. (Вәзирҙең беренсе һәләкәте. 100-сө бит)

5. – Башта һәйбәтләп ҡулыңды йыуып ин, - тип бойорҙо Нәғимә инәй. Үҙе тағы ла ауыр көрһөнөп миҙалды улының һүрәте аҫтына элеп ҡуйҙы...

    Ни тиһәң дә, Башлыҡты өйҙә майлы бутҡа менән ҡаршыланылар. Ә Вәзирҙе Ҡорбанбикә еңгә, бөтә ауылды яңғыратып, янап ҡаршыланы. Ҡорбанбикә еңгәнең ҡылығы үтә ҡырҡыу шул.  Әгәр һыйыры көтөүҙән ҡайтмаһа, урам буйлап һөрән һалып уҙа...

   Ҡайтып инер алдынан Вәзир зәңгәр күлдәктең ҡалдыҡ-боҫтоҡтарын сисеп ҡултығына ҡыҫтырғайны. Ул ҡапҡанан инеү менән, асыҡ тәҙрәнән әсәһенең сағыу тауышы яңғыраны...

  Айҙарҙы өйҙә иҫкә алыусы ла булманы. Туғыҙ бала араһында берәүҙең юҡлығын һиҙмәнеләр ҙә. Ул аласыҡҡа инеп, көршгәктәге ҡатыҡты күтәреп эсте лә бесәнлеккә, үҙ урынына, инеп ятты....(Өйҙә һарығып көткәндәр, ахырыһы, 101-се бит)

6. Миҙалын ялтыратып Ғабдулла урамға сыҡҡанда, ҡапҡа төбөндә тоғро юлдашы Айҙар ултыра ине....Миҙалды күргәс тә Айҙарҙың артыҡ иҫе китмәне. Киреһенсә, атай кешенең миҙалын уйынсыҡ урынына тағып сығыуҙы ул килештереп етмәне....

- “Батырлыҡ өсөн” миҙалын һул яҡҡа, йөрәк тураһына тағалар...

  Дуҫының шаҡ ҡатмауына аптыраған Ғабдулла миҙалды һүҙһеҙ генә һул яҡҡа күсереп таҡты....

...Башлыҡ Яҡупты тағы бер ҡат баштан-аяҡ һынап тикшереп сыҡты...

..- Һинең, Яҡуп, Күкрәктауға менгәнең бармы?

- Ниңә, бар.

- Ағарып торған Кирәмәтте күргәнең бармы?

- Ниңә, бар.

- Беҙ “Өс таған” тигән отряд – шунда балыҡ ебәреп үрсетергә булдыҡ. Өсөнсө булып беҙгә ҡушылаһыңмы?(Өсөнсө терәү. 104-се бит.)

7. Өйгә ингәс, Нәғимә инәй ейәнен эргәһенә ултыртты лаарҡаһынан тағы ла бер ҡат һөйөп алды.

  - Миҙал килешеп тора үҙеңә.

  - Ысынлапмы, өләсәй?

  - Өләсәйең бушты һөйләмәҫ. Бына һин, биш ҡыш һабаҡ уҡыған кеше, өләсәйеңә төшөндөрөп бирсе: миҙалды ни өсөн бирәләр?

  - Батырлыҡ өсөн.

  - Ярай, быныһын аңлаттың, рәхмәт. Ә кемгә бирәләр уны?

  - Батырҙарға.

...- Улай булһа, тыңла. Батыр үлһә, улына ҡылысы ҡала, мәргән үлһә, уҡ-һаҙағы ҡала. Кәрәк саҡта, ил ҡушҡанда, ата ҡоралын ҡулға алғандар. ...Атанан ҡалған көпө-кәпәсте балалары кейә. Ана һинең башыңда ла атайың мәрхүмдең кәпәсе. Әммә атанан ҡалған дан-шөһрәт кәпәс түгел. (Дан кәпәс  түгел. 108-се бит)

8....Өйгә ҡайтҡас, үҙенең өлгөлөгөн бөтөрөү тураһында Яҡуп байтаҡ баш ватты. Эште ниҙән башларға?....

    ....Моғайын, рогатканан башларға кәрәктер....

 ... Яҡуп «өлгөлөктө» бөтөрөүҙең планын үҙгәртте. Бөгөнгө ҡул эшкә ярамай икән, аяҡтар бар....Ҡойма буйында ятҡан тупты алып, ҡапҡаға бәреп уйнаған булды.... ҡапҡаны асты...ҡапҡа шығырлап ҡуйҙы...әсәһе шунда уҡ асыҡ тәҙрә эргәһенә йүгереп килде:

- Яҡуп, тип, ҡайҙа бараһың?

- Тубым урамға тәгәрәп сыҡты, әсәй, - тип Яҡуп дөрөҫөн әйтте. (“Өлгөләр ҡыйрала башланы”, 110-сы бит)

9. Вәзир йомғаҡтың осон табып алды ла һүтеп сырмарға кереште. Уның йөрәге, айыу эҙенә төшкән һунарсы йөрәге һымаҡ, ярһып тибергә тотондо. Үҙе йомғаҡты һүтә, үҙе һуҙып-һуҙып көйләй:

- Йомро-йомро йомғағым, күрмәнеңме аҡсамды? – ти. Шунда уҡ йомғаҡ өсөн яуап та ҡайтара.

 - Йомро-йомро йомғаҡмын, һүтелеп бөткәс,  әйтермен...

- Әйтмәһәң дә белермен...(Йомро-йомро йомғағым, 114-се бит)

10. ...Яҡупты өйгә алып инделәр. Врач уның тамағын, күҙҙәрен ҡараны, ятҡырып ҡорһағын ҡапшаны....

- Балағыҙ сәләмәт. Сәп-сәләмәт, - тине.

-Сәләмәт бала шулай буламы ни. Янмаған, күгәрмәгән ере юҡ бит.

- сирле булһа, ырғымаҫ, һикермәҫ, йығылмаҫ та ине. Шулаймы, егет кеше, - тине врач. («Өлгөләр сылтырап ҡойола», 119-сы бит)

11. Балыҡтар ҙа иртәле-кисле шаяныраҡ булалар. Әле лә бына, һыу өҫтөндә иҫәпһеҙ-хисапһыҙ түңәрәктәр яһап, балыҡ уйнай. Ҡайһы бер үтә шуҡтары өҫкә һикереп сығалар ҙә үҙҙәренең тәңкәләрен йылтыратып, маҡтанған булалар. Йәнәһе: «Күрегеҙ, беҙ ниндәй һылыубыҙ! - иҙәр». Шулай ҙа ғәмһеҙҙәр улар, балыҡтарҙы әйтәм...

...Ана бит һыу өҫтөндә күпме балыҡ сиртә. Малайҙар оҙаҡ итеп күлгә ҡарап торҙо....Бәлки, улар үҙҙәренең яңы күлгә китәсәктәрен һиҙеп шулай ҡыуанышаларҙыр... (Күл өҫтөндә балыҡ уйнай. 124-се бит)

12. – Яуһын әйҙә. Игендәр үҫер. Яуыр, яуыр ҙа туҡтар. Иртәгә лә көн беҙҙеке бит. Ямғырҙан һуң балыҡ һәләк шәп ҡаба ул.

...- Ә бына ҡайҙан кәмә табырға? Кәмә! Һинең уйыңа кергәне бармы шул? – тип Ғабдулла үҙенең Башлыҡ икәнен хәтергә төшөрөп алды.(Иртә ямғырлы булды. 127-се бит)

13. ...Вәзир сыҙаманы:

- Эй, Өлгө, ни эшләйһең унда? – тип ҡысҡырҙы.

- Олатайымдың яңы кәмәһен йөҙөргә өйрәтәм, - тип яуап ҡайтарҙы. (Кәмәне йөҙөргә өйрәтәм, 130-сы бит)

Башҡортостан Республикаһының

 Халыҡ шағиры Мостай Кәримдең  100  йыллығына арналған һүрәттәр конкурсы.

Һүрәттәрҙе Мостай Кәримдең  «Өс таған» повесына эшләнек.  

 А.б. Мостай Кәрим “Өс таған” повесында  һеҙҙең кеүек малайҙарҙың тормошо аша  идеялар бирә. Яҡты хыялдар менән йәшәргә, намыҫлы, матур йәшәргә өйрәтә.

  • Намыҫлы йәшәргә.
  • Көсөңдән килгәнен үҙең эшлә.
  • Иптәштәреңде хөрмәт итергә.
  • Үс тотмаҫҡа.
  • Йола буйынса йәшәргә.
  • Кеше әйберенә ҡул һуҙмаҫҡа.
  • Ғәфү итә белергә..
  • Кешеләргә изгелек эшләргә, уның өсөн хаҡ һорамаҫҡа.
  • Ололарҙы тыңларға, уларҙы хөрмәт итергә.
  • Дан кәпәс түгел. Атай даны – байлыҡ та, кейем дә түгел балаларына күсергә. Һәр кем үҙ данын үҙе яуларға тейеш.
  • Компромисс табырға.
  • Тәбиғәтте һаҡларға, яратырға.
  • Ҡурҡаҡ булмаҫҡа.
  • Ысын батырлыҡ эшләһәң, берәү ҙә һине бәләкәй тимәҫ, хөрмәт итер.
  • Телебеҙ бик матур, туған телеңде яратырға.
  • Бер-береңә ярҙам итергә.
  • Алдарға ярамай.
  • Иғтибарлы булырға. Ғабдулла өләсәһенә ниндәй иғтибарлы.

Иң мөһиме – бәләкәйҙән үк оло тормошҡа, оло эштәргә әҙерләнеп үҫергә, яҡты хыялдарҙы, идеяларҙы тормошҡа ашырырға ынтылырға кәрәк. 

2019 йыл Рәсәйҙә – Театр йылы тип иғлан ителде.

  Был айырыуса беҙҙең республика өсөн мөһим ваҡиға. Сөнки быйыл Башҡортостандың бер быуатлыҡ юбилейы, Мостай Кәримгә йөҙ йыллығы билдәләүе көтөлә.

Нимә ул театр?

   Театр (бор. грек.— тамаша ҡылыу урыны, ҡарайым, күрәм) — авторҙың (ижад итеүсенең) уй-фекерҙәрен, хис-тойғоларын тамашасыларға еткерә торған сәнғәт төрө.

Актёр авторҙың хис-тойғоларын тамашасыларға еткереүе — тамаша тип атала. Ҡағиҙә булараҡ, актёр пьессала яҙылған кисерештәрҙе күрһәтә. Тамаша ваҡытында актёр үҙенең кәүҙәһе, хәрәкәттәре, тауышы, төрлө предметтар ярҙамында эш итә.

Театр йылына Мостай Кәримдең  «Өс таған» повесынан өҙөктәр

сәхнәләштерҙек.

Вәзирҙең беренсе һәләкәте

Ҡатнашалар:

Вәзир

Башлыҡ (Ғабдулла)

Айҙар

Шәрифулла (көтөүсе)

Вәзир Ғабдулланы ҡосаҡлап алған, артынан Айҙар эйәргән. Вәзирҙең кемгәлер яҡшылыҡ эшләгеһе килде. Ул салбарының кеҫәһенән бәке сығарып:

Вәзир: - Малайҙар, ә, малайҙар, туҡтағыҙ әле.  Башлыҡҡа ҡоралһыҙ  йөрөү килешмәҫ. Мә, Ғабдулла, ал.

Ғабдулла менән Айҙарҙың  дүрт  күҙе  һигеҙ булды.

Ғабдулла: - Ҡайҙан  ҡулға төшөрҙөң быны?

Вәзир: - Һорашып торма, биргәндә ал.

Ғабдулла: - Ҡайҙан алдың, дөрөҫөн әйт. Юғиһә бәкеңә бармаҡ осомдо ла тейҙермәйем.

Вәзир: - Дөрөҫө ни инде уның...Биргәс, ал да ҡуй.

Ғабдулла: - Ҡайҙан алдың тиҙәр һиңә?

Вәзир: - Ҡайҙан тип ни...Дөрөҫө генә... ( ҡапыл төйөлөп ҡалды)

Ғабдулла: - Нимә “дөрөҫө генә?»

Вәзир: - Дөрөҫөн генә әйткәндә, бая мин уны Шәрифулланың сумкаһынан сәлдерҙем. Ниңә,  оҡшамаймы ни?

Ғабдулла: - Урланыңмы? (ике иптәшен ике яҡҡа этәреп ебәрҙе) Урланыңмы, эт ҡайышы?

Вәзир: - Урламаным, сәлдерҙем, һабы күренеп тора ине.

Ғабдулла: - Ух, бәке ҡарағы! (Берҙе һуғып ебәрә. Икенсе һелтәнгәндә уның ҡулын Айҙар тотоп ҡала)

Айҙар: - Ҡулыңды бысратма шуға һуғып.

Башлыҡ (Ғабдулла): - Көтөүсе Шәрифулланың һөйәк һаплы бәкеһен урлаған өсөн, ҡараҡ Вәзирҙе “Өс тағандан” сығарып ташларға. Бынан һуң уға ҡул бирмәҫкә, һүҙ ҡушмаҫҡа. Мәсхәрә!

Айҙар: - Ҡараҡҡа мәсхәрә!

Вәзир башын түбән эйеп, оҙаҡ уйланып торҙо.

Башлыҡ: - Бәкене хәҙер үк хужаһына илтеп бирергә, Шәрифулланың аяғына йығылып, ғәфү үтенергә! Әгәр ҡарышһа, «ҡараҡ» тигән яманатты бөтә ауылға таратырға!

Башлыҡ: - Ҡараҡҡа ҡул бирмәҫкә, һүҙ ҡушмаҫҡа. Мәсхәрә!

Айҙар: - Мәсхәрә!

Ике малай ҙа боролоп сығып китәләр.

Вәзир һерәйеп тороп ҡалды. Оҙаҡ торҙо. Шунан ферма яғына йүгерҙе. Эш бөтөрөп ҡайтып килгән  Шәрифулла  ҡаршыһына сыға.

Вәзир: - Бына, ағай, Күкрәктауҙа таптым...

Шәрифулла: - Вәт маладис, мырҙам! Ғәҙел егет икәнһең. Рәхмәт үҙеңә.

Ләкин бындай маҡтауҙар һәм рәхмәттәр егетте ҡыуандырманы.  

Вәзирҙең икенсе һәләкәте

Ҡатнашалар:

Вәзир

Башлыҡ (Ғабдулла)

Айҙар

Яҡуп

Аҙбар эсе. Вәзир малайҙарҙы шунда йыйған,  үҙен хужа итеп тота.

Вәзир: - Малайҙар, һеҙҙең өсөн бәләкәс кенә һыйым бар. Аҙ булһа ла  күп итеп ҡабул итегеҙ.

Яҡуп: - Ниндәй һый булыр икән? (ирендәрен сәпелддәтеп ҡуйҙы)

Вәзир: - Һый тип ни, әллә ниндәй һый ҙа түгел инде. Ҡана, Яҡуп, фуражкаңды биреп  торсо.

  Вәзир фуражканы алып, аҙбарҙың ҡараңғы мөйөшөнә китте. Ситән араһына ҡулын тығып, ул һәрмәнергә кереште.

Вәзир: - Әһә, эләктегеҙме, тәмлекәйҙәр! Бер, ике, өс, дүрт, биш, алты, ете, һигеҙ, Ғабдулла менән Айҙарға өсәр перәник, ҡалғандарға берәр, бөтәһенә лә тигеҙ.

Яҡуп: - Их! (ирендәрен сәпелддәтеп ҡуйҙы)

Ғабдулла: - Хы,хы,хы (тамаҡ ҡырып ҡуйҙы)

Айҙар: - мәм-мәм (тамаҡ төбө ҡытыҡланып китте)

Вәзир: -Аҙбарҙа көйшәп  ултырырға беҙ быҙау түгел дә, әйҙәгеҙ, аласыҡ артына барабыҙ, унда һәләк аулаҡ. (сығалар)

 Вәзир аласыҡ артына сыҡҡас, фуражкалағы перәниктәрҙе таш өҫтөнә һалды, фуражканы Яҡупҡа ырғытты. Малайҙарҙың күҙҙәре аҡайҙы, ирендәре турһайҙы.

Ғабдулла: - Был нимә?

Айҙар: - Һин нимә?

Вәзир: - Ни булды һеҙгә?

Башлыҡ (Ғабдулла): - Сысҡандан ҡалған һыйыңды үҙең генә һоғон инде.

Вәзир тамам ҡойолоп төштө.

Вәзир: - Кисә генә ҡайтарып ҡуйғайным да, ышанмаһағыҙ ана...

Яҡуп: - Сысҡандан ҡалғанды ашаһаң,  теш ныҡ була икән ул.

Айҙар: - Беҙҙең тештәр былай ҙа ныҡ. Һинең кеүек беҙ шәкәр кимереп үҫмәгән.

Малайҙарҙың ғәрлеге эстәренә һыймай ине.

Ғабдулла: - Рәхмәт, һыйланғандан да артыҡ булды. «Өс таған, киттек!».

Малайҙар яй ғына китеп барҙылар. Вәзир тәүҙә перәниктәргә бик оҙаҡ ҡарап торҙо. Унан тегеләрҙе берәм-берәм картуф баҡсаһына тондора башланы.

Вәзир: - Мә һиңә! Мә һиңә! Мә һиңә! ....

Һуңғы перәникте ырғытҡас, ул лап итеп таш өҫтөнә ултырҙы ла быуылып иларға кереште, бик оҙаҡ үкһене, күҙҙәрендә йәше бөткәнсе иланы ул.

А.б. Ә хәҙер ҡотлау тантанаһына күсәйек. Бөгөнгө кластан тыш сараны  үткәреүҙә ҙур көс һалған уҡыусыларыбыҙҙы ҡотларға ваҡыт етте. Улар 2019 йыл Рәсәйҙә – Театр йылына, Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына, Башҡортостан Республикаһының  халыҡ шағиры  Мостай Кәримдең  100  йыллығына арналған конкурстарҙа  ҙур активлыҡ күрһәттеләр. Араһында  Еңеүселәребеҙ ҙә бар. Улар:

1. Мөхәмәтшина  Илина

2. Әбеҙғилдин Мирас

3. Мөхәмәтов Илназ

4. Заһиҙуллина Гөлгенә

5. Ғайсин Радмир

6. Ситдиҡов Эмиль

7. Ғөбәйҙуллин Радмир

8. Лоҡманова Алтынай

9. Шәһәрғазина Азалия

Актив  ҡатнашыусылар:

1. Әлибаева Наҙгөл

2. Бүләкова Нәркәс

3. Сафина Гөлнәзирә

4. Хәлитова Гүзәл

5. Бүләков Сыңғыҙ

6. Мөхәмәҙиев Мораҙым

7. Мөхәмәҙеев Арсен

8. Рәхмәтуллин Рөстәм

9. Мөхәмәҙеева Диана

10. Мөлөкова Сөмбөл

11. Бүләкова Ынйы

12. Байрамғәлин Радмир

  Шулай итеп, бөгөн  беҙ, Мәҫкәү урта мәктәбе башланғыс класс уҡыусылары, 2019 йыл Рәсәйҙә – Театр йылына, Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына, Башҡортостан Республикаһының  Халыҡ шағиры  Мостай Кәримдең  100  йыллығына арналған   тәүге эшебеҙгә йомғаҡ яһаныҡ.  Бындай  эштәр  йыл дауамында барасаҡ. Район һәм республика күләмендә үткәреләсәк конкурстарҙа  актив  ҡатнашасаҡбыҙ.  Сөнки, һәр кем үҙ илен үҫтереүгә бәләкәй генә булһа ла өлөш индерергә тейеш һәм бурыслы. Иғтибарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт!


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Башҡортостан -тыуған илем.Байрам.

Башҡортостандың тыуған көнө айҡанлы үткәрелгән сара....

Проект МОУ ИРМО "Оёкская СОШ "Мост дружбы" (Иркутская область - республика Тыва)

       Русский язык и российская культура определяют самобытность и жизнеспособность российского народа.    Будучи государственным языком Российской Федерации, рус...

Йыллыҡ аттестациялау контроль эше. 4 класс. Башҡорт теле

Йыллыҡ аттестациялау контроль эше Контроль диктант.Ҡара алтын*Өҫтәлмә эш мотлаҡ бирелә. Уҡыусыларҙың алған белемдәренә ҡарап, группалар буйлап төрлө типтағы эштәр бирелә....

Конспект урока технологии Тема: «Мосты. Водный транспорт. Изготовление моста из различных материалов.» 3 класс

Цель деятельности учителя: знакомство с видами мостов, изготовление моста из бумаги, развитие навыков самостоятельной творческой деятельности в ходе создания моста.Планируемые результаты...

Проектная работа "Мост дружбы" (Иркутская область - республика Тыва)

Наша школа  принимает участие в интернет – проекте «Мост дружбы» (Иркутская область – республика Тыва). Главной целью этого проекта является продвижение русского языка в н...