Башланғыс кластарҙа башҡорт теле дәрестәрендә уйын технологияһын ҡулланыу
учебно-методический материал (1 класс)

Ильясова Гульфинур Рауфовна

“Уйын бала-сағала сәм, ярыш теләге уята.Уйынсыларҙың һәр береһе, йәшенә ҡарамай, физик яҡтан да, интеллектуаль йәһәттән дә ал бирмәҫкә тырыша. Сослоҡта, етеҙлектә, беләк, бил көсөндә, мәргәнлектә, зирәклектә, тапҡырлыҡта, иғтибарлылыҡта, һиҙгерлектә ярыша. Бындай һәләттәрҙе һәр кем үҙе өсөн уйнағанда ғына түгел, күмәкләп уйнағанда күрһәтергә тырыша. Сөнки уның уңышы – команданың уңышы, команданың уңышы – уның уңышы. Шуға күрә уйындарҙа бер-береңә арҡаланыу, бер - береңә һалыныу насар ғәҙәт иҫәпләнә.  Шул иһә бала – сағаны үҫтерә, коллективлыҡ тойғоһо тәрбиәләүенә булыша”, - тип яҙа күренекле фольклор белгесе Ә. М. Сөләймәнов.

ашҡорт теле дәрестәрендә ҡулланыу өсөн тәҡдим ителә.

Скачать:


Предварительный просмотр:

Башланғыс кластарҙа башҡорт теле дәрестәрендә төрлө уйын технологияһын ҡулланыу

“Уйын бала-сағала сәм, ярыш теләге уята.Уйынсыларҙың һәр береһе, йәшенә ҡарамай, физик яҡтан да, интеллектуаль йәһәттән дә ал бирмәҫкә тырыша. Сослоҡта, етеҙлектә, беләк, бил көсөндә, мәргәнлектә, зирәклектә, тапҡырлыҡта, иғтибарлылыҡта, һиҙгерлектә ярыша. Бындай һәләттәрҙе һәр кем үҙе өсөн уйнағанда ғына түгел, күмәкләп уйнағанда күрһәтергә тырыша. Сөнки уның уңышы – команданың уңышы, команданың уңышы – уның уңышы. Шуға күрә уйындарҙа бер-береңә арҡаланыу, бер - береңә һалыныу насар ғәҙәт иҫәпләнә.  Шул иһә бала – сағаны үҫтерә, коллективлыҡ тойғоһо тәрбиәләүенә булыша”, - тип яҙа күренекле фольклор белгесе Ә. М. Сөләймәнов.

Күренекле педагогтар Г. К. Селевко, С. А. Шмаков, Л. Н. Петрановская, Л. И.Пироговалар хеҙмәттәрендә  уйын балаларҙың белем алыуында, ижади үҫеүендә, уйлап сығарыу һәләттәрен үҫтереүендә мөһим роль уйнауын иҫбатлайҙар.

Түбәндәге уйындар башҡорт теле дәрестәрендә ҡулланыу өсөн тәҡдим ителә.

Метаграммалар

Бер хәрефте икенсеһе менән алмаштырып табыла.

Ш менән төрлө төҫлө еңел ҡыуыҡ 

Ҡ менән мамыҡ кеүек, үҙе һыуыҡ.

                                           (шар-ҡар)

Ҡ менән йәшелсә, Т менән һауыт-һаба, С менән балыҡ.

(ҡабаҡ, табаҡ, сабаҡ)

Т менән ашамлыҡ, Ҡ менән бороңғо хәрби ҡорал,

Ш менән йәшелсә.(талҡан, ҡалҡан, шалҡан)

Тартынҡыны тарт

Уҡытыусы таҡтаға : бел, теҙ,тет, тек, бер һүҙҙәрен яҙып ҡуя. Унан класҡа ҡарап:

-Шул һүҙҙәрҙең тәүге тартынҡыларын алып ташлап, ҡалған өлөшөн яҙығыҙ,-тине.

Һүҙҙәрҙә ниндәй үҙгәреш булды?Һуҙынҡыларҙы әйтеп күрһәтегеҙ.

Кем еңеүсе?

“Е”  хәрефенә башланған һүҙҙәрҙе теҙеп яҙығыҙ. Иң күп яҙған кеше еңеүсе.

Ниндәй хәреф?

..ейәк, ...йәрсән, ...кватор, ...кран,...лгес, ...лекке, ...некәш, ...шсән, ...таж, ...үеш, ...ңеүсе, ...тмеш, ...лгәргес.

Бер “ау”ҙан.

“Ау” һүҙенең алдынан б,һ,т,ш тартынҡыларын ҡушып ҡарағыҙ. Ниндәй һүҙҙәр килеп сыҡты? Шуларҙы индереп берүике һөйләм төҙөгөҙ.

 Өсөнсө артыҡ

Уҡытыусы өсәрләп һүҙҙәр әйтә, уларҙың икеһе тамырҙаш, береһе тамырҙаш түгел. Балалар тамырҙаш булмаған һүҙҙәрҙең аҫтына һыҙа баралар:

  1. Балыҡ, балаҡ, балыҡсы.
  2. Белем,белешеү,беләү.
  3. Балтырған,баллы, балта.
  4. Ашамлыҡ, ашҡыныу,ашау.
  5. Бысратыу,бысыу,бысҡы.

Оҡшаш тамырҙар

Был уйын тамырҙаш һүҙҙәр яһау буйынса үткәрелә. Уҡытыусы  тамыр һүҙҙәр әйтә, әуҡыусылар шул тамырға яғау ҡушып һүҙ яһай.