Открытый урок по башкирскому языку, 3 класс
план-конспект урока (3 класс)

Мурзагалина Назифа Халиловна

Дәрес башҡорт теле, 3 класс.

Тема: Ч,Щ,Ц,Ё хәрефле һүҙҙәр

Маҡсат:

1.  Ч,Щ,Ц,Ё хәрефтәренә һүҙҙәр тупларға,уларҙы дөрөҫ яҙырға;

3.  Һүҙҙәрҙе телмәрҙә ҡулланырға өйрәтеү;

4.  Каллиграфия өҫтөндә эш;

5.  Телмәр үҫтереү;

6.  Циркта  йәки  икенсе  ерҙәрҙә  әҙәпле  булырға  өйрәтеү

Йыһаҙландырыу:

Корабль макеты,кит,ҡабырсаҡ һүрәттәре,  һүҙҙәр,  цирк  афишаһы һәм программаһы,  карточкалар, китап.

 Бурыстар.

1. Балаларҙың белемдәрен нығытыу.

2. Сағыштырыу, баһалау, анализлау, йомғаҡлау, баһалау оҫталыҡтарын арттырыу.

3. Рухи, әхлаҡи, әҙәп тәрбиәһе биреү.

 

Көтөлгән һөҙөмтәләр:

1.Предметлы:

Логик ғәмәлдәргә өйрәтеү (анализ, синтез, сағыштырыу, күҙаллау, эҙмә-эҙлекле күнекмәләр эшләү.

2.Метапредметлы:

1) танып – белеү ғәмәлдәре: яңы белемдәр туплау, һорауҙарға яуап табыу, яңы мәғлүмәттәр менән эшләү;

2) аралашыу ғәмәлдәре (коммуникатив): тыңларға өйрәнеү, иғтибарлы булыу,төркөмләп эшләү, һорау бирә белеү, аралашып эшләү, белемеңде телмәр аша дөрөҫ төҙөп еткереү;

3) регулятив ғәмәлдәре: уңайлы алымдар һайлау, өлгө алгоритм буйынса эшләү.

 

1.  Психологик инеш.

 

Һаумыһығыҙ балалар! (Һаумыһығыҙ)

Кәйефегеҙ шәпме? (Шәп)

Дуҫтарығыҙ күпме? (Күп)

Ҡыңғырау шылтыранымы? (Эйе)

.

  

2. Уңыш. ситуацияһын ойоштороу. Дәрестең маҡсатын билдәләү

- Был нимә?(корабль макетын күрһәтеү)-(корабль)

- Кораблгә ултырып ҡайҙа барырға мөмкин?(сәйәхәткә)

Ошо кораблдә  әйҙәгеҙ белем иленә сәйәхәткә сығайыҡ

Кораблгә ултырыр алдынан һынауҙар үтәбеҙ.Өйгә эш тикшереү.

Үтелгәнде иҫкә төшөрөү.

Дүрт кеше карточка буйынса эшләр.

1 карточка:Ҡалын һуҙынҡылар аҫтына һыҙ.

Ағас ботаҡтарын һындырмағыҙ.

Балалар ҡар бабай эшләнеләр.

2 карточка: Нәҙек һуҙынҡылар аҫтына һыҙ.

Йәшел ағастар тәбиғәтте матурлай.

Йәй көнө эҫе була.

3 карточка:Ҡалын һуҙынҡылар аҫтына һыҙ.

Колхозсылар мал-тыуарҙарға ашарға әҙерләй.

Батыр яуҙа тыуа.

4 карточка: Нәҙек һуҙынҡылар аҫтына һыҙ.

Гөлйемештән төрлө дарыуҙар яһайҙар.

Көслө ел сыҡты.

Ә  ҡалғандарыбыҙ  өй  эшен  тикшерәбеҙ.  Ниндәй  эш  бирелгәйне  өйгә?

(рус һүҙҙәренә ҡушылған ялғауҙарҙың аҫтына һыҙырға).

Ялғауы ниндәй? Ниңә ундай ялғау ҡушылған?

-Афарин уҡыусылар бөтәбеҙ ҙә бергәләп кораблгә ултырҙыҡ.Хәйерле сәғәттә  ҡуҙғалдыҡ.

3.  Матур яҙыу минуты.

-Алда беренсе утрау.Утрауҙа туҡтап ял итер өсөн матур яҙыу минутын башҡарыр кәрәк:

Ч,щ,ц,ё.

Щи, цирк, чабан.

Ошо һүҙҙәрҙә беренсе хәрефтең аҫтына һыҙығыҙ.

Был  өндәр  тураһында  нимә  беләһегеҙ?  (ч,щ  өндәре  гел  нәҙек

тартынҡы,ц  –  гел  ҡалын  тартынҡы,  ё  –  һүҙ  башында,  һуҙынҡы,

аҙағында торһа ике өндө белдерә). Юлды дауам итәбеҙ.

 

4.  Яңы тема өҫтөндә эш. Кит һүрәтен элеү. Әңгәмә,кит тураһында мәғлүмәт биреү.Беҙ кит әҙерләгән эштәрҙе башҡарһаҡ ҡына артабан сәйәхәтебеҙҙе дауам итә алабыҙ.

 

Әйҙәгеҙ, ошо шиғырҙы төрлө интонация менән уҡып китәйек (?!.).

  Хәрефтәр хеҙмәт ярата,-

  Һәр көн таңдан уяна,

  Төрлө-төрлө һүҙҙәр булып,

  Сәфәрҙәргә юллана...

Кит  хәрефтәр әҙерләгән. Бына улар: ч,щ,ц

( Уҡытыусы  ч,щ,ц хәрефтәрен сығара).

Шул хәрефтәр булған һүҙҙәр уйлап сығарығыҙ (врач, летчик,щи, цирк,

чемпион, борщ, Чапаев, Чехов).

-Был һүҙҙәр башҡорт телендә бармы?( Юҡ)

- Ч,щ,ц,ё хәрефтәре менән саф башҡорт һүҙҙәре юҡ. Сәйәхәтте дауам итәйек.

5.  Китап менән эш. Был утрауҙа китап һөйөүселәр йәшәй.Беҙ ҙә китап менән эшләп алайыҡ.

Ҡағиҙәне уҡыу

6.  Нығытыу.

Телдән күнегеү эшләү

 

Һүҙҙәр  яҙыу  (таҡтала  эш):  щи, борщ,  щётка,  лётчик,  плащ,  цирк,

таблица.

Был  һүҙҙәр  ниндәй  телдән  килгән?  Щ,ч  өнө  тураһында  нимә  әйтә

алағыҙ? Ниндәй ҡәғиҙә беләбеҙ? Шул һүҙҙәр менән телдән һәйләмдәр

төҙөгеҙ. Юлды дауам итәйек.

7.  Ял итеү минуты. Ә был утрауҙа ял итеп алайыҡ.

Арынығыҙмы? Уйнап алайыҡ әле. Уйын «Тылсымлы ҡоҙоҡ».

Һееҙҙең  алда  серле  ҡоҙоҡ  тора,  ике  яғында  ике  силәге.  Әгәр  силәкте

дөрөҫ төшөрһәгеҙ, ҡоҙоҡ һыу бирер, һыуһынығыҙ ҡанғансы эсерһегеҙ.

Әгәр  яңылышһағыҙ,  ҡоҙоҡ  хатта  асылмаҫ  та!  Ниндәй  силәкте

алырһығыҙ?

 Ч                    Щ

ВРА

ЛЁТ       ИК

  РУ        КА

  ПО       ТА

 БОР

ПЛА

8.  Һайланма диктант. Диңгеҙ төбөндә ҡабырсаҡ табып алдым. Эсендә ынйы.Ынйы тураһында мәҡлүмәт биреү. Кем күберәк ынйы йыйыр:

Һөйләмдән ч,щ,ц,ё өндәре булған һүҙҙәрҙе генә яҙыу.

1.  Улым, ботинкаңды щёткалап ҡуй

2.  Чили тигән ил бар икән.

3.  Әсәйем щи бешерҙе.

4.  Миңә матур плащ һатып алдылар.

5.  Беҙ циркка барҙыҡ.

Сәйәхәтебеҙҙе дауам итәйек.

9.  Әнгәмә ҡороу. Алда утрау.

Балалар,  ҡарағыҙ  эле,  ниндәйҙер  ҡағыҙ  ята.

Нимә икән ул?

Был  бит  цирк  афишаһы,  программаһы  ла  бар.  Ә  һеҙ,  балалар, циркта

булғанығыҙ бармы? Нимәләр күрҙегеҙ унда? Цирк тураһында шиғырҙар 

тыңлап үтәйек. (Балалар шиғыр һөйләйҙәр).

Циркка барҙыҡ күмәкләп,

Циркта ниндәй ҡыҙыҡ!

Цилиндр кейгән бер маймыл

Цифрҙы йөрөй ҡыуып.

    Циркта ҙур циркуль тотоп

    Бер клоун уйнаны,

Щ

Ч

    Икенсеһе сәғәттәге

    Цифрҙы һананы.

Цифербалт цифрҙары

Ябырылды циркулға.

Циркуль үҙе һикерҙе лә,

Әйләнде бер цифрға.

    Клоундың икеһе лә

    Ҡатып ҡалды аптырап

    Ҡайһы - цифр, ҡайһы – циркуль,

    Ҡайһыһы – циферблат.

10. Текст өҫтөндә эш (стр.49 №85).

11.  Һүҙлек эш.

Уҡыусы текстты уҡый «Циркта».

Шул һорауға яуап бирергә уйлап ултырығыҙ: Балалар ҡайҙа барғандар?

12. Үҙ аллы уҡыу.

13. Текстты сылбырлап уҡыу.

14. Һайлап уҡыу.

Балалар  ҡайҙа  барҙылар?  Ниндәй  трюктар  күрһәттеләр?  Чапа  ни

эшләне?  

16.  Рефлексив анализ. Ошоноң менән беҙҙең сәйәхәт тамам .Дәрестә  нимә  белдегеҙ?  Әгәрһә  дәрес  оҡшаһа,  үҙегеҙҙең  кәйефегеҙҙе

белдерер өсөн йөҙҙәр эшләп күрһәтегеҙ. (☺).

Һау булығыҙ.

 

 

Ҡулланмалар:

1.  Башҡорт теле (Ф.Ш.Сынбулатова, Т.Ә Вәлиев а. Өфө,”Китап”, 2017).

2.  Уйнат,уйлат  баланы  (Т.Х.Аслаев,  Н.Ә.  Исламгулова.  Өфө,”Китап”)

 

 

Скачать:

ВложениеРазмер
PDF icon konspekt_uroka_bash_yaz_3_klass.pdf188.33 КБ

Предварительный просмотр:

По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Конспект открытого урока по башкирской литературе для 3 класса

Урок был проведен на конкурсе "Учитель года башкирского языка и литературы"...

Методическая разработка урока по башкирскому языку в 3 классе на тему: Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр.

Методическая разработка урока по башкирскому языку в 3 классе на тему: Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр....

Конспект урока по башкирскому языку в 4 классе

Урок башкирского языка на тему "Имена существительные (повторение)" . Контроль знаний учащихся  проверяется с помощью теста....

Технологическая карта урока по башкирскому языку. 3 класс

Технологическая карта урока по башкирскому языку и презентация 3 класс...

Тема:«[Йа] өнө ниндәй хәреф менән тамғалана».Открытый урок по башкирскому языку, 2 класс, КМО учителей начальных классов, 20.03.2019 год

Тема: [Йа] өнө ниндәй хәреф менән тамғалана. Нығытыу дәресе.  Маҡсат: 1) Я хәрефенең ҡалын ижекле һүҙҙәрҙә яҙылыуын миҫалдарҙа күрһәтеү был хәреф ингән һүҙҙәрҙе күреп  яҙырға өйрәтеү;2)...

Конспект открытого урока по башкирскому языку на тему «Йыл миҙгелдәре» ("Времена года")

1)Йыл  миҙгелдәре менән танышыу.2)Балаларҙың һүҙлек запасын байытыу,фекерләү һәләтен арттырыу,һөйләү телмәрен үҫтереү. 3)Тыуған яҡҡа,уның тәбиғәтенә һөйөү уятыу, кешелек сифатын тәрбиәләү....

открытый урок по башкирскому языку

Тема: Фонетика. Һүҙьяһалыш. Фонетика буйынса үтелгәндәрҙе иҫкә төшөрөү һәм системалаштырыу....