Тема:«[Йа] өнө ниндәй хәреф менән тамғалана».Открытый урок по башкирскому языку, 2 класс, КМО учителей начальных классов, 20.03.2019 год
методическая разработка (2 класс)

Мавлетова Зилда Ахмадиевна

Тема: [Йа] өнө ниндәй хәреф менән тамғалана. Нығытыу дәресе.  Маҡсат: 1) Я хәрефенең ҡалын ижекле һүҙҙәрҙә яҙылыуын миҫалдарҙа күрһәтеү был хәреф ингән һүҙҙәрҙе күреп  яҙырға өйрәтеү;

2) Һүҙ башында, уртаһында, аҙағында [йа] өнө ишетелгән һүҙҙәрҙе тыңлау һәм уларҙы дөрөҫ яҙа белеү күнекмәһен үҫтереү, бәйләнешле телмәрҙе камилләштереү;

3) Тәбиғәткә ҡыҙыҡһыныу уятыу, башҡорт халыҡ ижадына һөйөү тәрбиәләү.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл ya_ono_nindy_href_menn_tamgalana.docx78.84 КБ

Предварительный просмотр:

Тема: [Йа] өнө ниндәй хәреф менән тамғалана. Нығытыу дәресе.  3-сө дәрес.

Мәҫкәү урта мәктәбе башланғыс кластар уҡытыусыһы Мәүлитова Зилдә Әхмәҙиә ҡыҙы.

 

Маҡсат: 1) Я хәрефенең ҡалын ижекле һүҙҙәрҙә яҙылыуын миҫалдарҙа күрһәтеү был хәреф ингән һүҙҙәрҙе күреп  яҙырға өйрәтеү;

2) Һүҙ башында, уртаһында, аҙағында [йа] өнө ишетелгән һүҙҙәрҙе тыңлау һәм уларҙы дөрөҫ яҙа белеү күнекмәһен үҫтереү, бәйләнешле телмәрҙе камилләштереү;

3) Тәбиғәткә ҡыҙыҡһыныу уятыу, башҡорт халыҡ ижадына һөйөү тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: Презентация, слайдтар, парлашып эшләргә карточкалар, төркөмдәргә бүленеп эшләү өсөн карточкалар, күстәнәскә  ҡыҙыл һәм йәшел алмалар.

Дәрес барышы.

I. Ойоштороу.

«Психологик атмосфера» ситуацияһы тыуҙырыу.

- Һаумыһығыҙ, уҡыусылар! Килгән ҡунаҡтар!

-Уҡыусылар, бөгөн беҙгә дәрескә бик күп ҡунаҡтар килгән. Беҙҙең халыҡта “Ҡунаҡ аҙ ултырыр, күп һынар” тигән мәҡәл бар, шуға күрә һынатмайыҡ үҙебеҙҙе. Бөгөн беҙҙең ғәҙәти дәрес түгел. Был дәресте беҙ  бергә алып барырбыҙ, тип ышанам.

  Бөгөнгө матур көнгә күҙ һалайыҡ, һауа, ҡояш, ағастар… Барыһы ла ниндәй йәмле! Матур! Уларҙан күңелебеҙгә йылылыҡ, йөҙөбөҙгә яҡты нур, тәнебеҙгә сәләмәтлек алайыҡ.

-Уларға нимә әйтәйек?

- Рәхмәт! Хәйерле көн!

II. Үтелгәнде нығытыу.

  1. Уңыш “ ситуацияһы тыуҙырыу, эште төркөмдәрҙә ойоштороу,

матур яҙыу минуты.

- Дәфтәрҙәге һүҙҙәрҙе дөрөҫ, матур яҙығыҙ. (Ямал, ҡояш, оя).

А) Беренсе һүҙҙе уҡыйыҡ. Ямал  һүҙендә Я хәрефе ҡайҙа килә?

(беренсе). Аҫтына һыҙығыҙ.

а) – Икенсе  һүҙҙе уҡыйыҡ. Ҡояш һүҙендә Я хәрефе ҡайҙа килә?

(Уртала). Аҫтына һыҙығыҙ.

б) - “Оя” һүҙендә Я хәрефе ҡайҙа килә? (Аҙаҡта)

- Әйҙәгеҙ числоны яҙайыҡ. Егерменсе март.  Класта эш.

в) - “Япраҡ” һүҙен яҙайыҡ. Был һүҙҙә Я хәрефе ҡайҙа килә?

(Башта). Аҫтына һыҙығыҙ.

- Һеҙ ниндәй хәрефтең аҫтына һыҙҙығыҙ? Тимәк беҙ үткән дәрестәрҙә   ниндәй хәреф тураһында өйрәндек?

- йа тип әйтелә,  бер генә я хәрефе яҙыла.

- Эйе, уҡыусылар беҙ һеҙҙең менән ике өндө белдереп килгән Я хәрефе тураһында белдек.

 – Япраҡ  һүҙенә  матур итеп һөйләм төҙөп, дәфтәргә яҙып ҡуяйыҡ.

Яҙын ағастар япраҡ яра. 

  • Ҡояш тураһында матур һөйләм төҙөп яҙайыҡ.

Шаян ҡояш көлә. 

  • Һөйләмдәр тураһында нимә әйтергә мөмкин? (Һөйләм баш хәрефтән башлана, аҙағында нөктә ҡуйыла)
  • Хәрәкәтте белдергән һүҙҙәр ниндәй һүҙ төркөмө була? (ҡылым).

Мин һеҙгә йомаҡтар ҡоям, ә һеҙ яуабын табығыҙ:

Яҙ килһә - йәшәрә, көҙ етһә - һарғая. (Япраҡ)

Иртә килә, кис ҡайта. (ҡояш)

  • Балалар, мин һеҙгә йомаҡтар ҡойҙом. Нимә ул йомаҡ?
  • Ул халыҡ ижадының бер төрө. Йомаҡ -  ул уйҙы йомоп, йәшереп әйткән фекер.
  •  Нимә ул халыҡ ижады? (авторы юҡ, уны халыҡ уйлап сығарып, быуындан-быуынға күсеп килгән әҫәрҙәр)
  • - Башҡорт халыҡ ижады төрҙәрен һанап сығығыҙ (әкиәттәр, йомаҡтар, мәҡәлдәр һәм әйтемдәр, эпостар, легендалар, һ. б.)

III. Яңы тема өҫтөндә эш.

  Шулай итеп, бөгөн беҙ  башҡорт халыҡ ижады аша Йа өнө ишетелеп тә, Я хәрефе яҙылған  һүҙҙәр темаһын нығытабыҙ.

 1-се күнегеү. Йомаҡтар.

Йомаҡтарҙы башлағас дауам итәйек. Мин йомаҡтар ҡоям, кем яуабын белә, шул таҡтаға яҙа: ҡуян, ябалаҡ, ярғанат, ямғыр, ҡыяр, яҙ,  янғын, аяҡтар.

Йәйен - һоро, ҡышын - аҡ, 
Ҡыҫҡа ҡойроҡ, шеш ҡолаҡ. /ҡуян/ 

Көндөҙ ул насар күрә. 
Тап бына шуға күрә, 
Үҙ ҡорбанын һағалап, 
Төндә тора самалап. /ябалаҡ/ 

Келәте бар, малы юҡ, 
Балаһының һаны юҡ. /ҡыяр/ 

Ҡанатлы ла ҡолаҡлы, 
Төнөн генә оса ул, 
Ҡош тип әйтеп булмай уны,- 
Ниндәй хайуан була ул? /ярғанат/ 

Йәйен томра эҫелә 
Күгәреп болоттар килһә, 
Тамсылар булып тамыр, 
Был ни була? Был ... . /ямғыр/ 

Аҡ юрғанын ташлай, 
Һыртын аса башлай. /яҙ/ 

Ут менән көрәшәбеҙ беҙ, 
Шуға көслө, ҡыйыубыҙ. 
Бар кешегә кәрәк һөнәр – 
Әйтегеҙсе, беҙ кемдәр? /янғын һүндереүселәр/ 

Ике ағай йәнәшә бара 
Береһен-береһе уҙыша бара. /аяҡтар/ 

2-се күнегеү. Әкиәт.

Быйыл Театр йылы бит. Әйҙәгеҙ, хәҙер әкиәт сәхнәләштерәйек.  «Хәрефтәр ҙә ыҙғыша икән».

Ҡатнашалар:

Й хәрефе – Гөлнәзирә

А хәрефе –Гүзәл

Я хәрефе - Нәркәс

Борон-борон заманда был тирмәлә өндәр генә йәшәгән ти. Бер мөйөшөндә тик ҡалын һуҙынҡы өн хәрефтәр, икенсе мөйөшөндә тик нәҙек һуҙынҡы өн хәрефтәр йәшәгән. Шулай әҙәмсә килешеп торғанда Й хәрефе ғауға һала башлаған:

Гөлнәзирә. (Й хәрефе) - Кит, кит! Һинең менән йәнәшә тормайым! –тигән ул А хәрефенә.- Килмә лә эргәмә, баҫма ла!-тип екергән ғауғасыл Й хәрефе.

Гүзәл.(А хәрефе) Мин торам, мин ишетеләм бит.  А хәрефе илап ебәргән. Шунда Я хәрефе түҙмәгән.

Нәркәс.(Я хәрефе)  -Нисек оялмайһығыҙ? Ниндәй тауыш күтәрҙегеҙ, - Мин һеҙҙе келәткә индереп йоҙаҡлап ҡуям. - Үҙем хәйләкәр, уҫал, яман, боҙоҡ хәрефтәрҙең береһемен, үҙем яҙылам, - тип килеп баҫҡан. Шул ваҡыттан алып Я яҙылған һүҙҙәрҙә уның урынына Й һәм А өндәре ишетелә лә тора.

- Был әкиәт беҙҙе нимәгә өйрәтә?

- Эйе, үҙе хәйләкәр, үҙе уҫал,үҙе яман  - Яя хәрефе булған  һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙыр кәрәк.

- Һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙайыҡ: Йамал, ҡуйан,ҡайа, тайаҡ, майаҡ, йаман, шайан, зыйан, хыйал, ёмортҡа.

- Эйе, бер һүҙ артыҡ булды. Был һүҙҙә башҡа ҡағиҙә. Уны беҙ киләһе дәрестә үтербеҙ. Йо урынына  - ё өнө ишетелә, ләкин йо-морт-ҡа яҙыла.

«Бөгөнгө йомортҡа иртәгәге тауыҡтан ҡиммәтерәк”, тигән әйтем бар. Уны нисек аңлайһығыҙ? Әгәр белгегеҙ килһә, «Ике бурһыҡ» әкиәтен тыңлайыҡ.

(Мирас әкиәт һөйләй)

  • Бәләкәс әйберҙән баш тартып, ҙурына ымһынма. Булғандың ҡәҙерен бел.  Маленький да удаленький, урыҫтар әйтмешләй.

3-сө күнегеү. Халыҡ ижадының бер төрө - Әйтемдәр.

Әйтемдәрҙең мәғәнәһен аңлатабыҙ һәм  я хәрефенә  осраған  һүҙҙәрҙе яҙа барабыҙ: яҙ, яу, яҡты, яңы, яман, ярты, яр, ялҡау.

Яҙ булған, ите аҙ булған.

Ат тауҙа, егет яуҙа һынала.

Икмәк-тоҙ — яҡты йөҙ.

Яҙ кейгәнен ҡыш кейгән.

Яңыны, яңы иткән -иҫке;

Ямандан ярты ҡалаҡ, аш ҡалыр;

Яр аҫтынан - яу сыҡҡан;

Ялҡауҙың  көн дә башы ауырый.

Физминутка. Бер эйелә, бер бөгөлә,

Япраҡтар көслө елгә. (Кәүҙәне бөгөү).

Ҡояшты ла онотмай, (кәүҙәне әйләндереү).

Уны күҙәтә гел дә. (башты борғолау).

4-се күнегеү. Тиҙәйткес.

Бесәй сысҡанды ҡунаҡҡа саҡырған,

Сынаяҡ аҫтынан сәй эсергән.

Парлашып эшләү. Парталағы күршегеҙ менән кәңәшләшеп эшләп алығыҙ әле. Карточкала һүҙҙәр яҙылған.  Сынаяҡ, ҡырҡаяҡ, яҫтыҡ, ҡыяр, ҡашығаяҡ,  Данияр һүҙҙәрендә нисә хәреф,  нисә өн, нисә ижек бар?

Сынаяҡ – 6 хәреф, 7 өн, 3 ижек

Ҡырҡаяҡ – 7 хәреф, 8 өн,  3 ижек

Яҫтыҡ – 5 хәреф,  6 өн,  2  ижек

Ҡыяр – 4 хәреф,  5 өн,  2 ижек

Ҡашығаяҡ – 8 хәреф,  9 өн,  4 ижек

Данияр – 6 хәреф,  7 өн,  3 ижек

Сынаяҡ — сәй эсеү өсөн аҫлы-өҫлө итеп эшләнгән фарфор-фаянс һауыт.

Сынаяҡ аҫты — сәй эсә торған парлы һауыттың аҫҡа ҡуйылған йәйпәк өлөшө, сынаяҡ өҫтө — өҫкә ҡуйылған йомро өлөшө.

Ҡырҡаяҡ (урыҫ.Мокрица) — дымлы, бысраҡ урында үрсегән күп аяҡлы күкһел аҡ бөжәк; бөтә ер йөҙөндә еүеш һәм ҡараңғы урындарҙа йәшәй торған ҡыҫала һымаҡ хайуандар.

Ҡашығаяҡ: Сәнске, бысаҡ, ҡалаҡтар, Тәрилкә һәм сынаяҡ, Бөтәһе лә ҡашығаяҡ. Сүмес, батмус, фужерҙар, Оло, бәлкәй табаҡ, Бөтәһе лә ҡашығаяҡ. Ҡашығаяҡ эсендә. Кәстрүл бар, таба ла.

Яҫтыҡ башҡорттарҙа бик мѳһим роль уйнаған. Ѳй йыһазы булараҡ ҡына түгел, ҡара кѳстәрҙән, күҙ тейеүҙән һаҡланыу кеүек тә ҡулланғандар. 
Ҡош ҡауырһыны менән биҙәлгән яҫтыҡтар ҙа булған һәм күҙ тейеүҙән һаҡлау ролен үтәгән. Яҫтыҡ башҡорттарҙа изгелек, кешегә ҡарата ихтирам символы булараҡ билдәле. Мәҫәлән, кѳтѳп алған ҡунаҡ килһә, бүлмәнең ситенә бәләкәй яҫтыҡ һалғандар, ҡунак инеү менән был тамғаны аңлаған, сәләмләшкәс, шул яҫтыҡҡа ултырып доға ҡылған.
 

Физминутка. Тын юлына гимнастика
«Ябыҡ-асыҡ» - тын алабыҙ, шунан танауҙарҙы бармаҡтар менән бер ҡыҫып, бер асып һауаны сығарабыҙ.

«Яра» - тәндәге яра әрнемәһен өсөн йыш-йыш өрәбеҙ. 

5-се күнегеү. Мәҡәлдәр.

Һәр берегеҙгә берәр мәҡәл, я хәрефе булған һүҙҙәрҙе  дөрөҫ итеп яҙып,   күсереп алырға, мәғәнәһен аңлатырға:

Тайаҡ барҙа ҡуян осрамай, ҡуян осрағанда тайаҡ булмай.

Тайауға – терәү, йыртыҡҡа – йамау. 

Йаҡшы һүҙ балдан татлы.

Йаман кешенең теле әсе.

Йалҡау аҙ эшләй, аҙ эшләһә лә, күп  тешләй.

Йалҡауҙың көн дә башы ауырый.

6-сы күнегеү. Таҡтала эш. Ике төркөмгә бүленеп, түбәндәге һүҙҙәргә я хәрефен ялғап яҙығыҙ. Ҡайһы төркөм шәберәк?

I төркөм. Той, туй, тай,  турай, ҡый, ҡой, йылмай

II төркөм.  Ҙурай, тый, йый, уй, ҡуй, һый, матурай.

IV. Һығымтаға модель яһау.

- Тимәк я хәрефе ниндәй һүҙҙәрҙә яҙыла? Я хәрефе ҡалын ижекле  һүҙҙәрҙә  яҙыла. Һүҙҙең башында ла, уртаһында ла, аҙағында ла Я хәрефе яҙыла.

                                                          Һүҙ

                                             

                               

                                         башы            уртаһы         аҙағы

                                         

                                          [йа]               [йа]                [йа]                     

                                           я                     я                   я

V.  Йомғаҡлау. Бөгөн дәрестә нимәгә өйрәндегеҙ? Нимә белдегеҙ?

1)- Я хәрефенең ҡалын ижекле һүҙҙәрҙә яҙылыуын миҫалдарҙа күрһәттек.

2) Һүҙ башында, уртаһында, аҙағында [йа] өнө ишетелгән һүҙҙәрҙе  дөрөҫ яҙырға өйрәндек.

3) Тәбиғәтте күҙәттек, башҡорт халыҡ ижадын ҡулландыҡ.

VI.  Өйгә эш.

VII.  Баһалау  Дәресте ошо мәҡәл менән бөтөрәйек. Уҡып ишеттерәйек: Белеме барҙың, ҡәҙере бар.

Рефлексия. Кем үҙен яҡшы эшләнем ти, ҡыҙыл алманы  алып ҡала,

 кем һәйбәт эшләнем ти, йәшел алманы алып ҡала.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Открытый урок во 2 классе. Провела учитель начальных классов Севастьянова О. В. Предмет: Русский язык Тема: «Заглавная буква в именах собственных

Урок закрепления новых знаний. Дети закрепляют знания о правописании имен собственных. Урок построен в игровой форме с использованием заданий поискового, творческого  характера, способствующих ра...

Конспект урока русского языка в 3 классе. Автор: учитель начальных классов МБОУ «СОШ № 9» О.В.Некрылова Тема урока: Сочинение по картине И.И.Левитана «Золотая осень».

Тип урока-урок обобщения и закрепления полученных ранее знаний. Учащиеся знакомятся с творчеством великого русского художника И.Левитана, учатся составлять описательный текст....

САМОАНАЛИЗ УРОКОВ УЧИТЕЛЯ НАЧАЛЬНЫХ КЛАССОВ И УЧИТЕЛЯ РУССКОГО ЯЗЫКА И ЛИТЕРАТУРЫ ГИМНАЗИИ Г, БАЛХАША ПОРОШИНОЙ Л. В.

САМОАНАЛИЗ УРОКОВ УЧИТЕЛЯ НАЧАЛЬНЫХ КЛАССОВ И УЧИТЕЛЯ РУССКОГО ЯЗЫКА И ЛИТЕРАТУРЫ ГИМНАЗИИ Г, БАЛХАША ПОРОШИНОЙ Л. В....

Памятки, правила, алгоритмы и таблицы по русскому языку в помощь учителям начальных классов, учителям русского языка и учителям-логопедам

Памятки, правила, алгоритмы и таблицы по русскому языку в помощь учителям начальных классов, учителям русского языка и учителям-логопедам....

Урок литературного чтения в 3 классе. Составила: учитель начальных классов Еркудова Инна Михайловна Тема урока:С. Чёрный «Воробей», «Слон»

Тема урока:С. Чёрный «Воробей», «Слон»Цели урока: - продолжить изучение творчества С. Черного на примере стихотворений «Воробей» и «Слон»; - а...