Открытый урок во 2 классе по башкирскому языку
план-конспект урока (2 класс)

Лариса Гильмутдинова

Урок башкирского языка во 2 классе по теме: "Мин нимә яратам?Нимә менән?" . Урок изучения нового материала  с использованием ИКТ и игровых технологий.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл urok_bashkirskogo_yazyka_vo_2_klasse.docx22.56 КБ

Предварительный просмотр:

Муниципальное общеобразовательное бюджетное учреждение

 средняя общеобразовательная школа с.Нижнесикиязово

муниципального района Балтачевский район Республики Башкортостан

                     

Разработка открытого урока, проведенного

во 2классе

                                                                          Провела Гильмутдинова Л.Н.,

                                                                             учитель башкирского языка и

                                                                           литературы

Тема: Мин нимә яратам? Нимә менән?

Дәрес төрө: яңы материалды өйрәнеү

Маҡсат:

1.Белем биреү:  аҙыҡ-түлек атамаларын өйрәнеү, актив телмәргә индереү ҫ өнөн дөрөҫ әйтә һәм хәрефен яҙа белергә өйрәтеү, Нимә менән ? һорауын үҙләштереү.

2. Үҫтереүсе:  тасуири уҡыу, һөйләү, тыңлап аңлау күнекмәләрен үҫтереү,

уҡыусыларҙың һүҙ байлығын арттырыу, белем кимәлен киңәйтеү.

3.Тәрбиәүи: аҙыҡ-түлеккә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.

Көтөлгән һөҙөмтәләр:  

  1. Предмет УУЭ һөҙөмтәләре: нимә менән? һорауына яуап бирә белеү,  ҫ өнөн дөрөҫ әйтә һәм хәрефен яҙа, был өн менән миҫалдар килтерә белеү.
  2. Метапредмет(предмет-ара) УУЭ һөҙөмтәләре:

а)  регулятив: уҡытыусы менән берлектә дәрес темаһын, маҡсатын билдәләргә күнегеү, булған белемдәрен барлау, юаһалау.

б) танып белеү: кәрәкле мәғлүмәтте айыра, күрһәтә, дөйөмләштерә белеү.

в) коммуникатив: һөйләмдәр төҙөү, парлап диалог ҡороу, үҙ-ара аралашыу, тасуири   уҡый белеү.

       3.  Шәхес булараҡ формалаштырыу УУЭ һөҙөмтәләре: аҙыҡ-түлеккә, ризыҡҡа ҡарата ихтирамлы, һаҡсыл булыу, һәр ризыҡтың да кеше өсөн кәрәкле, файҙалы булыуын аңлатыу.

Йыһазландырыу:  мультимедиа, интерактив таҡта, китаптар күргәҙмәһе, фонохрестоматия

ДӘРЕС БАРЫШЫ

I. Ойоштороу моменты

1.– Һаумыһығыҙ, уҡыусылар! Хәйерле
– Һаумыһығыҙ!
– Кәйефегеҙ нисек?
– Яҡшы.
– Һеҙ дәрескә әҙерме?
– Әҙер.

2. Дәрес алды шиғырын уҡыу.

Ҡыңғырау шылтыраны,
Дәрес башлана хәҙер.
Беҙ инде матур итеп,
Яуап бирергә әҙер.

II. Артикуляция күнегеүҙәре. (Слайд)

1. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен ҡабатлау.

2. Тиҙәйткестәр әйтеү.

Ҡә-ҡә-ҡә – Ҡәҙриә алды ҡәләм,                                   
Ҡы-ҡы-ҡы – ҡыйыҡтан тамсы тама.                            

Һеҙҙең Зөфәр бөҙрә булһа,
Беҙҙең Зөһрә лә бөҙрә.


III. Дәрестең темаһын, маҡсатын билдәләү.

1.Аҙыҡ-түлек  һүрәттәрен, йомаҡтар  ҡулланып дәрестең темаһын билдәләү.

1.Аҡ тирмәнең эсендэ һары сәсле ҡыҙ йоҡлай. (Йомортҡа)

2. Ерҙән ҡаҙып алалар,

Аш, бәлешкә һалалар.

Көлгә күмә малайҙар,

Иҙеп ашай бабайҙар. (картуф)

3. Үҙе генә ашалмай,

Унан башҡа аш бармай. (һуған)

4.Бик ҡәҙерләп кенә телеп

Ашъяулыҡҡа һалалар,

Ул өҫтәлдә иң бөйөк аш,-

Был ни була,балалар? (икмәк)

  • Балалар, беҙ бөгөн нимә тураһында һөйләшәсәкбеҙ? Йә, кем белә?
  • Ашамлыҡтар
  • Тимәк, беҙ бөгөн дәрестә ашамлыҡтар, аҙыҡ-түлек тураһында һөйләшәсәкбеҙ.

2.Алған белемде ситемалаштырыу.

 - Эстафета уйыны менән мин таяҡ бирәм - һөт ризыҡтарын әйтергә

+  һөт, ҡаймаҡ, ҡатыҡ,май, сыр, йогурт, эремсек, ойоған һөт, туңдырма, ҡуйыртылған һөт, ҡорот.

-Яҡшы, балалар, афарин. Һеҙ бик һәйбәт беләһегеҙ икән һөт ризыҡтарын.

-Һеҙҙең парта өҫтөндә карточка ята, һеҙ иптәшегеҙ менән бирелгән һүҙҙәрҙең парын табығыҙ. (слайд)

Ҡаймаҡ   хлеб                             һут    морковь                     аш    блины
кишер   огурец                            ҡыяр   каша                         икмәк   суп
ҡоймаҡ   сметана                        бутҡа   сок
 

- Яуаптарҙы тикшерәбеҙ. (Слайд)

  • Әйҙәгеҙ эле алфавиттан ҫ хәрефен табайыҡ. Уның ни өсөн ҙур хәрефе юҡ?
  • Тағы ла башҡорт телендә ниндәй хәрефтең  баш хәрефе юҡ?

  1. Эш дәфтәрҙәре менән эш. 26 – сы бит, 1-се күнегеу.

                                                      Ял минуты.

  1. Яңы һүҙҙәр менән танышыу. Һүҙлек эше.  30 – сы бит, 2-се күнегеү.
  2.  Диалог төҙөү.
  • Һин нимә яратаһың?
  • Һин иртән нимә ашаның?
  • Икмәкте нимә менән ашаның?
  • Сәйҙе нимә менән эстең?
  • Әсәйен нимә ярата?
  • Һеңлең нимә ярата?

IV. Дәреслек менән эш.

а) С Әлибайҙың «Икмәк» шиғырын уҡыу:

- уҡытыусының өлгөлө уҡыуы

- уҡыусылырҙың тасуири уҡыуы

- хор менән уҡыу

V. Алған белемде нығытыу.  

Төркөмдәрҙә эш.  33 – сө бит, 3- сө күнегеү. Әкиәт геройҙарына меню төҙөгөҙ.

1- се рәт -  Пятачок менән Винни Пухҡа

2-се рәт – Лунтик менән төлкөгә

3 –сө рәт – Бесәй Матроскинға һәм Эт  Шарикка

Был аҙыҡтарҙың  нимәгә бай булыуы , уларҙың файҙаһы тураһында әңгәмә. Аҙыҡ –түлеккә һаҡсыл ҡараш тураһында әйтеп үтеү.  (Слайд)

                              Китаптар  күргәҙмәһе  тураһында уҡытыусы һүҙе.

VI. Өйгә эш.

1. С Әлибайҙың «Икмәк» шиғырын ятларға.

2.  33 – сө бит, 2-се күнегеү.

VII.Дәресте йомғаҡлау.

  • Шулай итеп, бөгөн дәрестә нимә белдегеҙ?
  • Нимәгә өйрәндегеҙ?
  • Һөйләмдәрҙе тултырып әйтегеҙ?

VIII. Баһалау.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Программа мастер-класса (на башкирском языке)

Тема программы : Формирование универсальных учебных действий на уроках литературного чтения (на башкирском языке) По каждому занятию предлагаются отдельные материалы....

рабочая программа 4 класс по башкирскому языку

разработано в соответствии с ФГОС...

рабочая программа 2 класс по башкирскому языку

разработано в соответствии с ФГОС...

Технологическая карта урока по ФГОС (на башкирском языке)

Материал разработан для эффективного использования времени для подготовки к уроку...

Воспитательный план для 7 класса на башкирском языке

Башҡортса  тәрбәиүи план. 7-се класс өсөн тәғәйенләнгән...

Конспект урока литературного чтения на башкирском языке

Урок был проведен на районном семинаре учителей башкирского языка и литературы...

Внеклассное мероприятие по ПДД для начальных классов на башкирском языке. Кластан тыш сара. Юл ҡағиҙәләрен беләһеңме?

Внеклассное мероприятие в начальной школе по  профилактике детского дорожно-транспортного травматизма   «Знаешь ли ПДД?».Цель мероприятия : закрепить знания детей о...