"Бөрйән яҡтары" тексы буйынса эш
занимательные факты

Юлубаева Олеся Шамиловна

Текст буйынса эш

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл boryn_yaktary_ilem-_bashkortostan.docx18.28 КБ

Предварительный просмотр:

                               Бөрйән яҡтары.

     Бөрйән яҡтары бик матур. Унда төрлө ағастар үҫә. Күркәм тауҙар болоттарға етеп торған һымаҡ күренә. Тау йылғаларының сылтырап аҡҡан һыуы  бик тәмле.  Урмандарында ҙур  айыуҙар, уҫал бүреләр, хәйләкәр төлкөләр, һоро ҡуяндар,  бәләкәй тейендәр йәшәй. Тау итәктәрендә тәмле еләктәр үҫә.(41 һүҙ)

Өҫтәлмә эш:

Текстан 3 исем, 3 сифат, 3 ҡылым  табып яҙығыҙ.

                      Илем-Башҡортостан.

       Башҡортостан-бик бай ил.Унда нимәләр генә юҡ! Аҡ бүрекле тауҙар ҙа, ҡылғанлы киң яландар ҙа, матур йылғалар ҙа, зәңгәр күлдәр ҙә,йәшел урмандар ҙа күп бында.

       Беҙ йәшәгән ерҙәге байлыҡтарҙы һанап бөткөһөҙ.Нефть һәм газ, күмер һәм металл, алтын һәм баҡыр-бөтәһе лә бар был ерҙәрҙә.

       Шулай уҡ ҡиммәтле тиреле хайуандары, иҫ киткес балы менән дан ҡаҙанған Башҡортостан.(61 һүҙ)

Өҫтәлмә эш:

1.Күплектә булған һүҙҙәрҙе  табып яҙығыҙ.

2.Ниндәй һорауына яуап биреүсе һүҙҙәрҙе яҙығыҙ.

3.Тәүге ике һөйләмде тәржемә ит.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Фәрит Иҫәнғолов ижады буйынса тест һорауҙары, 4 класс

Туған әҙәбиәттән Фәрит Иҫәнғолов ижады буйынса тест һорауҙары, яуабы менән...

А. Карнайҙың "Урманда" әҫәре буйынса дәрес планы

Тема:А.Карнайҙың “Урманда” хикәйәһе.Маҡсат:1.Яҙыусының әҫәрен шыма, тасуири, етеҙ уҡырға;2.Үҙ фекерҙәрен дөрөҫ, асыҡ әйтергә, иҫбатларға өйрәтеү;3.Көҙгө тәбиғәт матурлығын күрә белергә,бар...

А.Йәғәфәрованың "Яҡшылыҡ" әкиәте буйынса ФДББС ярашлы дәрес планы

Предмет. Башҡорт әҙәбиәтеКласс. 5 гТема.Айһылыу Йәғәфәрова. “Яҡшылыҡ” әкиәтен өйрәнеү. Маҡсаттар:        1.Шәхси сифаттарҙы үҫтереү:үҙ аллы эшләргә, беле...

А.Йәғәфәрованың "Яҡшылыҡ" әкиәте буйынса ябай дәрес планы

Предмет. Башҡорт әҙәбиәтеКласс. 5 Тема.Айһылыу Йәғәфәрова. “Яҡшылыҡ” әкиәтен өйрәнеү. Маҡсаттар:        1.Шәхси сифаттарҙы үҫтереү:үҙ аллы эшләргә, ...

А.Йәғәфәрованың "Кемдең күлдәге матур?" әҫәре буйынса балалар театры өсөн презентация

А.Йәғәфәрованың "Кемдең күлдәге матур?" әҫәре буйынса балалар театры өсөн презентация.Сценарий, планы кәрәк осраҡта шәхси һорау-мөрәжәғәт аша ебәрә алам....