"Наурыз байрамы. Предметтың атамаһын белдергән һүҙҙәр. 2 класс
план-конспект урока (2 класс)
2 класта "Предметтың атаһын белдереүсе һүҙҙәр" темаһы.
Предварительный просмотр:
Тема. Науруз байрамы. Предметтың атамаһын белдергән һүҙҙәр
Маҡсат. – предметтың атамаһын белдергән һүҙҙәрҙе табырға өйрәтеү;
- уҡыусыларҙың бәйләнешле телмәрен, дәрестәге ижади әүҙемлеген үҫтереү;
- науруз байрамы тураһында белешмә биреү, башҡорт байрамдары тураһында белемдәрен арттырыу;
- яҙ миҙгеленә ҡарата ҡыҙыҡһыныу тойғоһо уятыу, уның матурлығын күрә белергә өйрәтеү.
Йыһазландырыу. Презентация, дәреслек, рефлекция өсөн карточкалар, “Яҙһылыу” плакаты
Дәрес барышы.
- Ойоштороу.
- Һаумыһығыҙ, уҡыусылар,хөрмәтле уҡытыусылар. Дәресебеҙҙе ошо сәләмләү шиғыр менән башлап ебәрәйек әле.
- Һаумы, ҡояш,
Һаумы зәңгәр һауа,
Һаумыһығыҙ, уҡытыусым,
Һаумыһығыҙ, дуҫтарым.
Яҡшы. Хәҙер бер-берегеҙгә ҡарап, йылмайыштыҡ, һәр беребеҙгә матур теләктәр, яҡшы кәйеф теләйек. Йылмайыу – яҙ билдәһе, тиҙәр. Хатта ана тышта ҡояш апай ҙа беҙгә йылмайып ҡарап тора.
- Уңыш ситуацияһы.
Ә һеҙҙең ҡулдарығыҙҙа үҙегеҙҙең ҡоятарығыҙ бар. Әйҙәгеҙ әле, һеҙҙең кәйефтәрҙе белеп алайыҡ. Әгәр кәйефтәрегеҙ шәп икән, “ҡояш” карточкаһын күтәрегеҙ, әгәр бөгөн кәйефегеҙ ниңәлер насарыраҡ икән – “болот” карточкаһын күтәрегеҙ.
- Яҡшы. Һәр саҡ кәйефегеҙ ҡояшлы, эштәрегеҙ уң булһын.
- Дәрескә инеш.
Уҡыусылар, бөгөн беҙгә күп ҡунаҡтар килгән. Унан тыш тағы бер ҡунағыбыҙ бар. Йомаҡтың яуабын сисһегеҙ, уның кем икәнен белерһегеҙ.
Ҡар иреп, ер күренер,
Һайрар ҡоштар ҙа килер,
Йәшел үләндәр үҫер,-
Был ниндәй ваҡыт етер? (Яҙ)
- Эйе, афариндар. Бөгөн беҙгә ҡунаҡҡа Яҙһылыу килде.
- Һаумыһығыҙ, балалар.
Ағым һыуҙар кистем мин,
Һеҙгә килеп еттем мин.
Инде өшөп тормайыҡ,
Уйнайыҡ та бейейек.
- Яҙһылыу буш ҡул менән килмәгән, һеҙгә төрлө уйындар, бүләктәр алып килгән. Уның һеҙҙең менән уйнап, һеҙгә шатлыҡ өләшеп ҡайтҡыһы килә. Һеҙҙең һәр бер дөрөҫ яуабығыҙға ошондай матур сәскәләр бүләк итәсәк.
- Дәрестең темаһын, маҡсатын билдәләү.
- Уҡыусылар, ҡарағыҙ әле, Яҙһылыу беҙгә сәскәләр генә түгел, йылы ҡояшты ла алып килгән. Тик был ҡояш ниңәлер күңелһеҙ. (-). Әллә ул берәй һыҙыҡмы икән? Һеҙгә таныш түгелме? Нимәне аңлата ул? (Предметты)
-Тимәк, бөгөн беҙ дәрестә нимә тураһында һөйләшәсәкбеҙ? Темабыҙҙы билдәләп китәйек әле.
-Тап шулай. Бөгөн беҙ предметтың атамаһын белдергән һүҙҙәр менән танышасаҡбыҙ, уларҙы табырға өйрәнербеҙ, һорауҙарын белербеҙ.
Әйҙәгеҙ, ҡулдарға күнегеүҙәр эшләп алайыҡ әле.
Килде лә болот
Күк йөҙө тулып, (устар менән болоттарҙы һүрәтләргә)
Ергә һибелде
Тамсылар булып:
Тып-тып-тып…(өҫтәлдә бейетеү)
- Уҡыусылар, дәфтәрҙәрҙе астыҡ. Бөгөн нисәһе? (19 март)
-Аҙнаның ниндәй көнө? (Кесе йома)
- Ниндәй миҙгел? (Яҙ) Эйе, Яҙһылыу бөгөн бушҡа ғына килмәгән икән.
Артикуляцион күнегеү.
Был һүҙҙең аҙағында ниндәй өн ишетелә? (ҙ)
Телдең осо тештәр араһына ҡыҫтырыла.Һауа ауыҙҙан сыға.
Тиҙҙән бал ҡорттары ла уяныр. Улар нисек йырлай әле.
"Бал ҡорто йырын йырлау"
6. Матур яҙыу минуты.
Әйҙәгеҙ, матур итеп ошо һүҙҙе яҙып ҡуяйыҡ әле. Яҙ.
5. Яңы тема.
-Уҡыусылар, темаға иғтибар итегеҙ әле. Предмет. Ә нимә ул предмет? (Предмет- ул беҙҙе уратып алған бөтә әйберҙәр.) Беҙ уларҙы күрәбеҙ, тотоп ҡарай алабыҙ, һиҙәбеҙ, тоябыҙ. Уларҙың һәр береһенең исеме бар.
- Улар ниндәй һорауға яуап бирәләр? Был нимә? Был кем? Тимәк, предметтың атамаһын белдергән һүҙҙәр ниндәй һорауҙарға яуап бирәләр?
-Бына Яҙһылыу ҙа күп кенә һүҙҙәр алып килгән. Уларҙы ошо һорауҙарға яуап бирерлек итеп бүләйек әле. (болоттар аҫтына тамсылар йәбештерәләр).
-Кем? һорауына ниндәй һүҙҙәр яуап бирҙе?
- Рус телендә кешеләр, хайуандар, бөжәктәр кто- кем? һорауына яуап бирә, ә башҡа йәнһеҙ предметтар что- нимә? һорауына яуап бирә. Башҡорт телендә урыҫ теленән айырмалы рәүештә кем? һорауына тик кешеләр генә яуап бирә, ә хайуандар, бөжәктәр һәм башҡа предметтар бөтәһе лә нимә? һорауына яуап бирә. Был ҡағиҙәне иҫегеҙҙә ҡалдырығыҙ.
Әйҙәгеҙ, ошо картинаға ҡарағыҙ әле. Кем һорауына яуап булған һүҙҙәрҙе әйтегеҙ. Нимә? һорауына яуап биргән һүҙҙәрҙе һанағыҙ. (дәфтәрҙәргә яҙалар)
Төркөмдәрҙә эш.
- Тамаша ҡылыусыларға
Булһын әле бер мәҙәк:
Беҙгә инде күмәкләшеп
Тоҡта ярышыр кәрәк. (Тоҡ артындағы эштәрҙе эшләйҙәр)
Арғы урам, бирге урам –
Хәҙер беҙ ярышабыҙ:
Ҡайһы урам көслөрәк –
Арҡанда тартышабыҙ.
- Китаптарҙы астыҡ. Унда яҙ тураһында текст бирелгән. Үҙ аллы уҡып сығығыҙ әле.
Яҙһылыу арҡан тартышып уйлап алайыҡ, ти. 84-се күнегеү. Текст буйынса һорауҙар төҙөгөҙ.
- Ҡар тиҙерәк бөтһөн өсөн “Ҡар бәрешеп уйнап алайыҡ. Яҙһылыу предметты белдәргән һүҙҙең тәүге ижеген әйтә, һеҙ өйтеп бөтөрөргә тейешһегеҙ.
Ҡа- ҡала, ҡалаҡ, ҡабаҡ, ҡамыр, ҡатыҡ
Та- табаҡ, тараҡ, таба, тамыр, табан
Ба- бала, балыҡ, башаҡ, ба
Физминутка.
Ҡулығыҙ өшөнөмө? Тынығыҙҙы өрөп йылытығыҙ.
“Остолар, остолар” уйыны.
- Был исемдәр ниндәй һорауға яуап бирә тинек әле? (Нимәләр)
Теманы нығытыу.
1.”Аҡ тирәк, күк тирәк” уйнап алайыҡ. (кемдәрҙе атайҙар, шулар ат ярышына сыға)“Ат сабышы” уйыны. “А” хәрефенә башланған исемдәрҙе атағыҙ.
-Ысынлап та, борон яҙғыһын ошондай уйындар үткәреп, байрам үткәрер булғандар. Ул байрам-Наурыз байрамы тип аталған. Науруз яңы йыл, яңы көн тигәнде аңлата. Ул көндө көн менән төн тигеҙләшә. 19 марттан 22 мартҡа тиклем үткәрер булғандар.Бына шунан һуң көн оҙоная башлай. Хәҙерге ваҡытта Науруз байрамы ҡышты оҙатыу, яҙҙы ҡаршылау байрамы булараҡ билдәләнә.
Был көндө малайҙар, ҡыҙҙар өйҙән өйгә йөрөп, хужаларға таҡмаҡтар әйткәндәр, байрам менән ҡотлағандар.
- Әйҙәгеҙ, беҙ ҙә йыл матур килһен өсөн теләктәр теләйек әле. Нимәләр теләйһегеҙ
Йомғаҡлау.
Науруз йылға баш булыр,
Бойҙай ашҡа баш булыр,
Бойҙай уңһа аш булыр,
Уңмаһа аш таш булыр,
Йылдың башы уң булһын
Ризығы мул булһын
Игендәр шашып уңһын
Ҡаҙандар ташып торһон.
Бир хоҙай көндөң һилен
Донъялар булһын имен,
тип теләгәндәр боронғолар. Байрам бүләге итеп балаларға бойҙайҙан бешерелгән тәмлекәстәр биргәндәр. Бәгән мин дә һеҙгә бауырһаҡ алып килдем. Йыл уңышлы булһын, илебеҙ тыныс булһын, игендәр уңһын, бөтәбеҙ ҙә йылмайып, бәхетле йәшәйек!
Өйгә эш биреү. – Ололар йылдың нисек килерен билдәләгәндәр, төрлө һынамыштар әйткәндәр.
Әйҙәгеҙ мин һеҙгә һанашмаҡтар әйтәйем әле.
- Әгәр 1 мартта йылы булып, тамсы тамһа, ҡар тиҙ бөтөр.
- Март башында турғай эсерлек һыу булһа, йыл яҡшы килер.
- 25 мартта ямғыр яуһа, арыш игене уңыр.
1. Яҙға бәйле һынамыштар белешегеҙ.
2. “Яҙ” тураһында йомаҡтар яҙып алып килегеҙ, предметты белдергән һүҙҙәргә һыҙығыҙ.
Баһалау. Байрам аҙағында уйындарҙа иң шәп булған ҡыҙҙы Наурузбикә итеп һайлағандар, бүләктәр биргәндәр. Бөгөн беҙҙең Наурузбикәбеҙ кем икән? Уға бүләккә “бишле” билдәһе. (сәскәләрен һанайҙар)
Рефлексия.
- Дәресебеҙгә йомғаҡ яһап китәйек .
Бөгөн нимә тураһында һөйләштек? Нимә белдегеҙ?
Мин бөгөн дәрестә ....... белдем.
..... ҡыҙыҡлы булды.
Мин .... аңланым.
Мин.... өйрәндем.
Мин үҙемә .... билдәһе ҡуям.
-Кәйефтәрҙе билдәләйек. Кем үҙенең эше менән риза, кәйефе шәп –“ҡояшты” күтәрегеҙ, кем теманы аңламаны, кәйефе насар – “болотто”.
Бөгөн бик һәйбәт эшләнегеҙ, беҙҙең ҡояш та ЙЫЛМАЙҘЫ. (ҡояшты йылмайтып ҡуябыҙ)
По теме

Открытый урок на тему: "Предметны белдергән сүзләр"
Урок разработан для обобщения по теме "Предметны белдергән сүзләр" во 2 классе. План урока составлен так, чтобы было удобно использовать и презентацию к этому уроку....

Перспектив башлангыч мәктәп 2 сыйныф Татар теле Тема :Предметны белдергән сүзләр. Интерактив тактага презента
татар теленнән 2 сыйныф өчен ясалган презентация "Предметны белдергән сүзләр" темасын ныгытырга ярдәм итә...

Эш һәм хәрәкәтне белдергән сүзләр.
Максат: Укучыларга эш һәм хәрәкәтне белдергән сүзләр турында мәгълумат бирү....

План-конспект урока татарского языка на тему "Предметны белдергән сүзләр"
План-конспект урока татарского языка на тему "Предметны белдергән сүзләр"...
Технологическая карта по татарскому языку для 2класса по ФГОС.Тема: "Эш - хәрәкәтне белдергән сүзләрне кабатлау, ныгыту"
Бу дәресне 2сыйныфта кабатлау дәресе буларак үткәрдем....


