Ололар көнөнә байрам сценарийы
план-конспект урока

Ахмедьянова Физалия Ильгизовна

1 октябрь - ололар көнө. Байрам сценарийы

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл yshtrzen_bashlangysy_ololarza.docx16.04 КБ

Предварительный просмотр:

Йәштәрҙең башланғысы- ололарҙа.

-Хөрмәтле ҡунаҡтар, беҙҙең оло уҡытыусыларыбыҙ, коллегаларыбыҙ һәм хеҙмәткәрҙәребеҙ! Бөгөн һеҙҙең көнөгөҙ, 1 октябрь- ололар көнө.

Ошо уңай менән һеҙҙең бөтәгеҙҙе лә уҡыусылар, уҡытыусылар исеменән ҡотлайбыҙ. Һеҙгә Ағиҙел йылғаһындай оҙон ғүмер, Урал тауҙарындай ныҡлы һаулыҡ, бәхетле ҡартлыҡ теләйбеҙ. Бөгөнгө беҙҙең уңыштарыбыҙҙа, өлгәштәребеҙҙә, матур ғаилә ҡороп, балалар үҫтереп йәшәп ятыусы күп ғаиләләрҙә һеҙҙең дә өлөшөшгөҙ бар, сөнки улар ҙа ҡасндыр һеҙҙең уҡыусыларығыҙ булған.

Хәҙер һеҙгә оло байрамығыҙ менән ҙотлау өсөн һүҙ уҡыусыларығыҙҙың уҡыусыларына бирелә.

Һәр саҡ дәртле, көлөп тора,

Ауырлыҡтарға бирешмәй,

Менәүерә Әхәтовна

Йәштәрҙән һис ҡалышмай.

  • Һеҙгә хәҙер музыкаль күстәнәс. Һеҙҙең яратҡан йырығыҙҙың береһен бергәләп башҡарайыҡ. “Ҡартаямы һуң ни йөрәк?”

Илһөйәрлек, телһөйәрлек әсә теленән килә

Тормош серенә өйрәндек

Тик һеҙҙең менән бергә

Вәвилә Загитовна.

  • Һеҙҙең яратҡан һәм йәшлек йырҙарығыҙҙың береһен бергәләп башҡарайыҡ. “Иркәм булаһым килә”.

Уҡыусылар менән бергә  пионер ҙа булдығыҙ,

“Комсомольцы, добровольцы” тип йырҙар өйрәттегеҙ.

Тегеү-сигеү серҙәрен дә һеҙ беҙгә өйрәттегеҙ,

Рәйсә Шәйхетдиновна.

  • Һеҙгә музыкаль күстәнәс “Взвейтесь кострами” йырын бергәләп башҡарайыҡ.

Фәниә Фәритовна.

Хыялдарҙа һеҙҙең менән альпинист та булдыҡ беҙ,

Океандарҙы йөҙөп сығып, Магеллан да булдыҡ беҙ.

Йыһан киңлектәрен гиҙеп,

“Ҡош юлынан” үттек беҙ.

  • Һеҙҙең яратҡан һәм йәшлек йырҙарығыҙҙың береһен бергәләп башҡарайыҡ. “Төнгө серенада”.

Гөлнур Рахметовна.

Пушкин, Лермонтов ижадын,

Һөйөргә өйрәттегеҙ.

Урыҫ теле серҙәренә

Һеҙ беҙҙе өйрәттегеҙ.

  • Һеҙҙең өсөн Альбина һәм Йәнгүзәл башҡарыуында бейеү.

Бейенек тә, йырланыҡ та

Сәхнәләрҙә уйнаныҡ.

Аҡыллы кеше булырға

Һеҙ ихлас өйрәттегеҙ.

Рәшидә Саяровна.

  • Һеҙҙең өсөн Нәркәс башҡарыуында “Һыу буйна әсәй ҡайтып килә” йыры.

Сара апай дәрес бирә

А кубта ла, в кубта.

Уҡыусылар тыңлап тора

Ҡыҙығып, һоҡланып та.

- Һеҙҙең яратҡан һәм йәшлек йырҙарығыҙҙың береһен бергәләп башҡарайыҡ.

“Әйтмә һин ауыр һүҙ”.

Тиҙерәк, тиҙерәк, Әнисә инәй,

Буфет тәҙрәһен асығыҙ.

Һаман тора тел осонда

Һеҙҙең тәмле ашығыҙ.

  • Һеҙҙең өсөн Нәркәс башҙарыуында “Ысын дуҫ” йыры.

Нилә, Фруза, Мәруәр, Мәфрүзә инәй.

Һеҙ бит беҙгә өлгөһөгөҙ,

Һәр нәмәлә тәртип бар тип

Һеҙ беҙҙе өйрәттегеҙ.

Таҙалыҡты һөйҙөгөҙ.

Изге юл, тыныс тормош теләп һеҙҙең өсөн уҡыусылар башҡарыуында “Әсәй” йыры. 8-cе класс ҡыҙҙары башҙарыуында йыр “Йәшлегем шишмәләре”. Һеҙҙең өсөн 7-cе, 8-се класс ҡыҙҙары башҡарыуында “Бәхеттә, шатлыҡта” йыры.

Һеҙ беҙҙең ололарыбыҙ, һеҙ оҙон тормош үтеп, балалар тәрбиәләп үҫтергәнһегеҙ, ейән-ейәнсәрегеҙҙе һөйөп ҡыуанаһығыҙ, лайыҡлы хеҙмәт юлы үтеп бөгөнгөгә еткәнһегеҙ. Һәм һеҙгә ошонан сығып бер-нисә һорау бирергә рөхсәт итегеҙ.

  • Был тормошта иң мөһиме нимә тип әйтә алаһығыҙ?
  • Һеҙ үҙегеҙҙе бәхетле кеше тип уйлайһығыҙмы?
  • Йәш саҡтағы хыялдарығыҙ тормошҡа аштымы?
  • Иҫегеҙҙә ҡалған мәктәп менән бәйле иң ҡыҙыҡлы ваҡиғаны һөйләп китегеҙ.
  • Һеҙҙең йәштәргә әйтер һүҙегеҙ, кәңәшегеҙ.

Килгән ҡунаҡтарға ҙур рәхмәт. Һеҙгә тағы ла һаулыҡ, бәхетле ҡартлыҡ теләйбеҙ. Ә хәҙер сәй табынына рәхим итегеҙ.