Белем иленә рәхим итегеҙ! 1-се кластар өсөн асыҡ ишектәр көнөнө байрам сценарийы.
методическая разработка (1 класс) на тему

Ильясова Гульфинур Рауфовна

Буласаҡ беренсе кластар һәм уларҙың ата- әсәләре өсөн асыҡ ишектәр көнөнә әҙерләнгән байрам

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл berense_klastar_oson_asmyk_ishek.docx43.58 КБ

Предварительный просмотр:

Буласаҡ беренсе кластар һәм уларҙың ата- әсәләре өсөн асыҡ ишектәр көнөнә әҙерләнгән байрам

 Зал байрамаса биҙәлгән:

 Шарҙар,  “Байрам менән!”, Рәхим итегеҙ!” тигән плакаттар.

Башланғыс синыф уҡыусыларының ҡул эштәре, ижади эштәренән күргәҙмәләр. Фотостендтар.

Музыка.” Чему учат в школе”

Гульназ.Хәйерле көн хөрмәтле ата- әсәләр, уҡытыусылар!

Аяз.Һаумыһығыҙ бәләкәстәр, буласаҡ беренсе кластар!

Гульназ.Малайҙар һәм ҡыҙҙар! Йәй үткәс тә ,һеҙҙең һәр берегеҙ мәктәпкә барырға бурыслыһығыҙ. Ә быға һеҙ әле үк әҙерләнә башлағыҙ.

Аяз. Эйе. Сентябрь етһә, һәр бала мәктәпкә ашыға.

Гульназ .беҙҙең һәр беребеҙ әсәйҙең йылы ҡарашын, беренсе уҡытыусының ышаныслы ҡулдарын тойғаны бар. Ә һеҙ, бәләкәстәр, уны тәү башлап татыйһығыҙ.

Белем короле инә

Аяз. Ҡаршы алығыҙ! Белем короле ғәли йәннәптәре!

Король. Минең короллекте һәр кем ярата, сөнки белемһеҙ йәшәүсене мин әлегәсә осратҡаным булманы. Ә һеҙ балалар мәктәпкә әҙерһегеҙме?

Балалар. Эйе!

Буратино йүгереп килеп инә.

Буратино.(Руслан)Әҙер ти һиңә. Мин бик яҡшы беләм уларҙы. Бына был Сәлим исемле малай, ана тегендәге Сара тигән ҡыҙыҡай бер китап та уҡығандары юҡ, портфелдәре лә әҙер түгел.

Король.(Ильсун) Ғәфү ит, Буратино, һин ниңә улай тиһең әле?

 Буратино. Мин үҙемдән сығып әйтәм. Сөнки мин үҙем көнө буйы футбол уйнайым, китап- ручка бер ҙә тотаһы килмәй.

Король. Ююҡ , мин һинең менән бер ҙә килешмәйем. Күрәһеңме, балалар ниндәй йыйнаҡ, матурҙар. Мин уларҙың мәктәпкә әҙер булыуына шигем юҡ, шулаймы балалар?

Балалар. Эйе.

Буратино. Әйҙәгеҙ һуң улай булғас тикшереп ҡарайыҡ.

Король. Әйҙә. Мин балаларға өс һынау тәҡдим итәм. Ризаһығыҙмы шуға, балалар?

 Балалар.эйе.

Король. Беренсе һынау- йомаҡ сисергә.

 -Теле юҡ, һүҙе бар,

 Күҙе юҡ, күрһәтә,

 Бар нәмәне өйрәтә.(китап)

-Үҙе уҡый белмәһә лә,

 Ғүмер буйы яҙыша.(ручка, ҡәләм)

 -Ун ике битле,

 Һыҙыҡ ситле,

Ап-аҡ төҫтә,

Тимер епле.(Дәфтәр)

(БУРАТИНО ТӨРЛӨСӘ ЯУАП БИРЕП ҠАРАЙ, ДӨРӨҪ БУЛМАЙ)

 Король. Дөрөҫ. Балалар ә һеҙ тылсымлы һүҙҙәр беләһегеҙме? Ниндәй һүҙҙәр улар?

Балалар. Рәхмәт,зинһар өсөн…һ.б.

Король.Дөрөҫ. хәҙер һынау. Мин һеҙгә тылсымлы һүҙ менән өндәшһәм һеҙ минең команданы үтәйһегеҙ, әгәр тылсымлы һүҙ ишетмәһәгеҙ үтәмәйһегеҙ. Башланыҡ.

-Балалар аяҡтарҙы тыпырлатығыҙ.

(балалар тик ултыра)

-Балалар зинһар аяҡтарығыҙҙы тыпырлатығыҙ.

(балалар аяҡтарын тыпырлата)

- Балалар ҡул сабығыҙ.

-Балалар, зинһар ҡул сабығыҙ!

 король. Бик яҡшы. Ҡайһылай шәптәр!

Хәҙер инде өсөнсө һынау. Балар шиғыр, йыр беләләрме икән шуны тикшерәйек әле.

(Буласаҡ беренселәр үҙҙәренең һөнәрҙәрен күрһәтә.)

Король. Афарин, бпалалар! Һеҙ өс һынауҙы ла үтәнегеҙ. Күрһеңме, Буратино, балалар мәктәпкә нисе әҙерләнәләр?

Буратино. Мин дә улар кеүек аҡыллы, иғтибарлы  булырға теләйем.

 Король. Бының өсөн хәреф танырға, яҡшы итеп уҡырға өйрәнергә кәрәк. Һеҙгә уҡырға өйрәнергә ошо китап ярҙам итер. Ниндәй китап ул балалар?

 Балалар. Әлифба!

Король. Китап менән дуҫлыҡ һеҙгә яҡшы уҡырға ярҙам итер. Һәр берегеҙ тырышып уҡырға, ялҡауланмаҫҡа тейеш.

Белем батшалығы тик уңғандарҙы ғына ярата. Белем батшалығына рәхим итегеҙ!

 Аяз. Ә хәҙер беҙҙең белем батшалығының уҡыусылары һеҙгә  үҙҙәренең һөнәрҙәрен күрһәтә.

Наҙгөл

Бөгөн башлап баҫаһың һин

 Оло белем юлына

 Серҙәр дрнъяһына асҡыс,

Әлифба ал ҡулыңа.

Әлифбағыҙ- алтын асҡыс,

Уны ихлас уҡығыҙ.

Белем менән ҡоралланып

 Ҡитғаларҙы байҡағыҙ.

Азалина

 Кескәйҙәргә ҙур бүләк- беҙҙән иң изге теләк:

 Тырышып уҡығыҙ, ялҡау булмағыҙ берүк!

Альмира

Йығылһағыҙ ҡай саҡта

 Илап ҡуймағыҙ берүк.

 Дәрестәрҙән арығас

 Уйнап туймағыҙ берүк,

 Әммә өйгә эштәрҙе лә

 Онотоп ҡуймағыҙ берүк

 Кескәйҙәрҙе яҡлағыҙ

илатып ҡуймағыҙ берүк!


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Белем иленә сәяхәт. 1 нче класс. Әлифба бәйрәме.

Прощание с букварём.Игра- путешествие в мир знаний.Почему нам нужны знания? Знания нужны, чтобы получить желаемые профессии.Показ родителям своих знаний.Праздник можно проводить перед праздником 8 мар...

Ололар көнөнә байрам сценарийы.

Ололар көнөнә арналған байрам сценарийы....

Башланғыс кластарҙа уҡыусыларҙың телмәрен үҫтереү

Башланғыс кластарҙа уҡыусыларҙың телмәрен үҫтереү ...

Башланғыс кластар нисек йәшәй. Презентация

Из опыта работы начальной школы...

Башланғыс кластарҙа уҡыусыларҙың телмәр компетенцияһын үҫтереү

Йөкмәткеһе1.     Инеш.Телмәр үҫтереү – тел уҡытыу методикаһының ҡатмарлы өлөшө.          2.     Төп өлөш...

Белем иленә беренче адым әлифбадан башлана

статья: Знание начинается с букваря...

Ололар көнөнә байрам сценарийы

1 октябрь - ололар көнө. Байрам сценарийы...