класс сәғәте "А.Йәғәфәрованың тормош юлы һәм ижады"
классный час (2 класс) на тему

Ахтямова Гульфия Файзрахмановна

Әҙәбиәт йылын асыу. Айһылыу Йәғәфәрованың тормош юлы һәм ижады. Уҡыусыларҙы шиғыр яҙыу серҙәре менән таныштырыу.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл kl_chas_ayagafarova.odt24.88 КБ
Файл prezentatsiya_opendocument.odp45.75 КБ

Предварительный просмотр:

Ташбулат урта мәктәбе

Әҙәбиәт йылына арналған класс сәғәте

 

Темаһы:

«А. Йәғәфәрованың тормош юлы һәм ижады»

Үткәрҙе: Әхтәмова Гөлфиә

Файзрахман ҡыҙы

Башланғыс кластар уҡытыусыһы

2015 йыл

 Әҙәбиәт йылына арналған класс сәғәте

Тема: Айһылыу Йәғәфәрованың тормош юлы һәм ижады.

Маҡсат:  - 2015 йыл әҙәьиәт йылы булыуы, эмблемаһы менән таныштырыу,

  • А.Йәғәфәрованың тормошо һәм ижады менән таныштырыу,
  • шиғыр яҙыуға, уҡыуға һөйөү уятыу,
  • илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләү.

Дәрес барышы.

  1. Ойоштороу моменты.
  2. Әҙәбиәт йылы менән таныштырыу.

- 2015 йыл Башҡортостан республикаһында ниндәй йыл тип иғлан ителде?

Слайд 1.

  1. - Әҙәбиәт йылының эмблемаһы билдәләнде. Уның авторы рәссам, “Рампа” журналының мөхәррире Игорь Тонконогий.  Уның төп элементы – ҡаҙ ҡаурыйы. Өҫкө өлөшө Аҡбуҙат ҡанаты рәүешендә, ҡаурый өҫтөндә ҡурай сәскәһе төшөрөлгән. 30 ғинуар көнө Өфөлә Әҙәбиәт йылын асыу тантанаһы үтте.

- Ә нимә һуң ул “Әҙәбиәт”? Нисек аңлайһығыҙ?

- Әҙәбиәт төрлө жанрҙағы әҫәрҙәрҙән тора. Ниндәй әҫәрҙәр беләһеҙ?

Слайд2.  Әкиәттәр, шиғырҙар, хикәйәләр,

                романдар, повестар, тәржемәләр,

                поэмалар, халыҡ ижады әҫәрҙәре

  • Был әҫәрҙәрҙе кемдәр яҙа?

 ( Яҙыусылар, шағирҙар, драматургтар)

3. А. Йәғәфәрованың тормош юлы һәм ижады менән таныштырыу.

  • Әҙәбиәткә байҡау яһау өсөн бөгөн үҙебеҙҙең яҡташыбыҙ Әбйәлил районы балалар яҙыусыһы Айһылыу Йәғәфәрова ижадына күҙ һалайыҡ. Сөнки ул бик күп жанр төрҙәренә ижад итә.

Слайд 3. А.Йәғәфәрованын портреты.

  • А. Йәғәфәрова 3 сентябрь 1948 йылда Әхмәт ауылында тыуа. 1966 йылда Ташбулат урта мәктәбен тамамлай һәм балалар баҡсаһы тәрбиәселәрен әҙерләү курсында уҡый.  Шул мәлдән алып бөтә ғүмерен кескәйҙәр тәрбиәләүгә арнай. Красная Башкириялағы “Бәләкәс” балалар баҡсаһында башта тәрбиәсе булып эш башлай.  1968 — 1974 йылдарҙа ситтән тороп БДУ-ла белем ала. Һуңғы 27 йылда балалар баҡсаһы мөдире була. Кескәйҙәргә матур әҙәбиәттең етешмәүе борсоуға һала уны. Тәүәкәлләп балалар өсөн әкиәттәр, шиғырҙар яҙырға, күмәк уйын, күңел асыу программалары әҙерләргә тотона. Ошо ваҡыттан  А.Йәғәфәрованың илһамлы ижады яңынан-яңы бейеклектәргә үрләй.

  • Һеҙгә лә уның ижады яҡындан таныш.  Бик күп кенә шиғырҙарын яттан беләһегеҙ, тик авторын ғына белмәйһегеҙ.

а) Сәп-сәп сәпәкәй...  шиғырын кем дауам итә?

                Сәп-сәп сәпәкәй,

                Минең ҡустым бәләкәй.

                Ҡулын күтәргән була ла,

                Үҙе ҡыуанған була.

         б)   “Минең атым”  шиғырын кем иҫләй?

                 Их! Атҡайым елдерә,

                  Бар ергә лә өлгөрә.

                  Ялбырлай ялы ергә,

                  Саң борҡоп ҡала ерҙә.

  • А. Йәғәфәрованың башҡа шиғырҙарын да тыңлап китәйек.

“Бал ҡорто”                                    “Күбәләк”

Сәскәнән сәскәгә ҡунып               Сәскә үргән ҡыҙыл таҫма,

Бал йыя                                            Әйтерһең дә күбәләк.

Бал ҡорто.                                        Бергә ҡыҙҙар йыйылышһаҡ,

Уңған булған өсөн тулған               Күбәләктәр бик күмәк.

Бал менән

Бал йорто.

Кескәй себеш”                                     Һаумы, ҡояш!

Сип-сип... Илап, кескәй себеш         Йоҡонан торҙо Рәсимә,

Әсәһен йөрөй эҙләп.                          Сыҡты йүгереп тышҡа.

Ә әсәһе өндәшмәй ҙә,                        Ҡулын һуҙҙы ул ҡыуанып:

Тора балаһын күҙләп.                         - Һаумы! - тиеп ҡояшҡа.

Килеп сыбар тауығыма:

“Яуап бир инде”- тинем.

“Ҡурҡаҡ булып, -ти ул миңә,-

Үҫмәһен балам минең.

  • Тағы ла һеҙ уның әкиәтен дә беләһегеҙ. Беҙ “Туған тел” дәресендә ниндәй әкиәтен уҡыныҡ. Кем иҫләй?     ( Сәнскеле күлдәк әкиәте)
  • Ҡыҫҡаса кем һөйләп ҡарай?
  • Был әкиәт беҙҙе нимәгә өйрәтте?

  • А.Йәғәфәрованың һәр әҫәре ямандан яҡшыны айырырға, тәртипле, тәүфиҡлы булырға өйрәтә.

  • Уның 16 китабы сыҡҡан. “Сәнскеле күлдәк”, “Муйынса”,” Алтын тараҡ”,” Ҡойон батшалығында” тигән балалар өсөн китаптары бар.

  • Шулай уҡ А.Йәғәфәрова тәржемә итеү менән дә шөғөлләнә. А.С. Пушкиндың әкиәттәрен башҡортсаға тәржемә итеп “Ҡыҙыл ҡанат, алтын суҡышлы ҡош” китабын сығара.

          ( китаптар күргәҙмәһенән алып күрһәтеү)

  • Шулай уҡ ул драма, пьесса әҫәрҙәрен дә ижад итә. “Тирмәкәй” китабы сыҡты.
  • Ололар өсөн дә яҙа. Бик күптәр яратып уҡыған, Әбйәлил районы кешеләре тураһында “Килендәр” романы баҫылып сыҡты.
  • Балалар өсөн “Йәйғор” исемле 2 христоматияһы сыҡты.
  • А.Йәғәфәрованың бар тормошо , йәшәү мәғәнәһе, булмышы балалар тәрбиәләү, шәхес үҫтереүгә бағышланған.
  • Талантлы яҙыусының ижады юғары наградалар менән баһалана.

Слайд 4  Наградалары:

  •  Хеҙмәт Ҡыҙыл байраҡ ордены кавалеры;

           Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре;

           Халыҡ мәғарифы отличнигы;

            Ким Әхмәтйәнов исемендәге премия лауреаты;

            Хеҙмәт ветераны.

  1. Шиғыр ижад итеү өсөн күнегеүҙәр.

  • Ә шиғыр яҙыу еңел эшме?
  • Уның ниндәй серҙәрен беләһегеҙ?

  ( рифма, ритм)

  • Әйҙәгеҙ бергәләп шиғырҙарға рифмалар уйлап ҡарайыҡ.

Слайд 5.

        а) Йомарланһа туп кеүек,              

        Энәле күлдәк …..... .

        Йомшағым, тип иркәләп

         Әсәһе уны ….........  .               (Кейә – һөйә)

Слайд 6.

        б)Беренсе булып урмандан

        Килде байрамға …..........   .

        Уйынсыҡтар ҙа эленгәс,

        Бөгөн ул ниндәй …............  .    ( Шыршы – ҡупшы)

  • Өйгә эш итеп шиғыр яҙып ҡарарға рифмалы һүҙҙәр бирелгән ине.

Слайд 7.   Рифмалар:   өйөң – көйөң,

                                      бармаҡ – ҡармаҡ,

                                      таҡта – һаҡта

  • Кем шиғыр яҙып ҡараны?

  1. Данияр.                                                     2. Вадим.

Дуҫым менән балыҡҡа барҙыҡ,                  Килеп индем дуҫыма,

Ҡулдарға алып ҡармаҡ.                               -Ҡалай матур өйөң,- тип.

Келәттән ҡармаҡ алғанда                            Йырҙарын тыңлап әйттем,

Ҡыҫылды минең бармаҡ.                            - Ҡалай матур көйөң,-тип.

  1. Риян.                                               5.  Сара                                    

              Минең өйөм.        

Бына был минең өйөм:                      Класыбыҙҙың иң түрендә.

Өләсәйем, әсәйем,                              Эленеп тора таҡта.

Олатайым һәм һеңлем.                       Уҡытыусы апайыбыҙ

Бында минең үҙ көйөм.                      Әйтерһең, тора һаҡта.

          Унан яҡын донъяла                            Башта хәтәр эшләпә,

           Һис бер нәмә лә юҡ.                          Ҡулында оҙон ҡармаҡ.

           Унан башҡа йәшәүҙең                       Батыр сыҡты ҡапҡанан

           Бер йәме лә юҡ.                                  Теләге күлгә бармаҡ.

  1. Гөлизә.                                                Бигерәк матур

Яңы өй һала атайым.                          Беҙҙең өйөбөҙ.

Мин уға ҙур ярҙамсы.                         Өй эсенән яңғырай

Таҡта-һаҡта өйөшәм тип,                  Беҙҙең көйөбөҙ.

Ауырттырҙым бармаҡты.

 6.  Таһир.

Ҡармаҡ алып ҡулыма

Киттем әле балыҡҡа.

Селәү алып бармаҡҡа

Элдем уны ҡармаҡҡа.

Көттөрмәне балыҡ та

Эләкте ул ҡармаҡҡа.

  • Шиғыр яҙыу еңел эшме?
  • Шиғыр яҙыу өсөн кешенең таланты, эске һиҙемләү тойғоһо,  һәләте булырға тейеш.

5. Йомғаҡлау.

  • Быйыл Әҙәбиәт йылында күберәк башҡортса китаптар сығыр, яңы-яңы яҙыусылар исемдәре асыҡланыр. Уларҙың яңы әҫәрҙәре баҫылып сығыр тип өмөт итәйек.
  • Ә бына һеҙгә балалар быйылғы йылда күберәк китаптар уҡырға, китаптарҙы һаҡлап тоторға кәрәк.
  • Шулай итеп, бөгөн класс сәғәтендә нимә белдегеҙ?
  • 2015 йыл ниндәй йыл?
  • Кем ул Айһылыу Йәғәфәрова?


Предварительный просмотр:


Подписи к слайдам:

Слайд 1

Әҙәбиәт йылы

Слайд 2

ӘҘӘБИӘТ Шиғырҙар Драма әҫәрҙәре Хикәйәләр Романдар Повестар Әкиәттәр Поэмалар Халыҡ ижады өлгөләре

Слайд 3

Айһылыу Йәғәфәрова

Слайд 4

Наградалары: Хеҙмәт Ҡыҙыл байраҡ ордены кавалеры; Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре; Халыҡ мәғарифы отличнигы; Ким Әхмәтйәнов исемендәге премия лауреаты; Хеҙмәт ветераны.

Слайд 5

Йомарланһа туп кеүек, Энәле күлдәк …..... . Йомшағым, тип иркәләп Әсәһе уны …......... .

Слайд 6

Беренсе булып урмандан Килде бай рамға ….......... . Уйынсыҡтар ҙа эленгәс, Бөгөн ул ниндәй …............ .

Слайд 7

Рифмалар: Бармаҡ - ҡармаҡ, Өйөң - көйөң, Таҡта - һаҡта.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

3 класста Р.З.Хәйдәрова дәреслеге буенча "Минем уйныйсы килә" темасына дәрес эшкәртмәсе

"Бала" мультимедиа китапханәсен кулланып үткәрелгән дәрес эшкәртмәсе....

Р.З.Хәйдәрованың "Күңелле татар теле" китабы буенча 3 класста "Мин вакытны әйтә беләм" темасы буенча лексик һәм грамматик күнекмәләрне үстерү" дәресе

35 урок раздела "Көндәлек режим" помогает обучить русскоязычных учащихся умению определять и называть время на татарском языке. На уроке используются такие формы общения, как диалог между учителе...

Тема :Сыйфатның чагыштыру дәрәҗәсе. (Р.Х.Ягъфәрова, Р.Ә.Асыльгәрәева)

Тема :Сыйфатның чагыштыру дәрәҗәсе. (Р.Х.Ягъфәрова, Р.Ә.Асыльгәрәева)Дәрес максаты: 1)Предметка караган максат:-сыйфат турында төшенчә ныгыту;-сыйфатның чагыштыру дәрәҗәсен ясалышы белән таныштыр...

Фәрит Иҫәнғолов ижады буйынса тест һорауҙары, 4 класс

Туған әҙәбиәттән Фәрит Иҫәнғолов ижады буйынса тест һорауҙары, яуабы менән...

Дәүерҙәрҙе тоташтырыусы шағир (Абдулхаҡ Игебаевтың тормош һәи ижад юлына бағышланған кластан тыш сара)

Дәүерҙәрҙе тоташтырыусы шағир(Абдулхаҡ Игебаевтың тормош һәи ижад юлына бағышланған кластан тыш сара)...