Сценарий "Новогодняя сказка" на башкирском языке.
материал по теме

Мухамадуллина Айсылу Юнусовна

Трудно найти материал к Новогодним праздникам для башкирских школ. Поэтому предоставляю сценарии на башкирском языке "Новогодняя сказка".

Скачать:


Предварительный просмотр:

I сцена

Леший керә (уфылдай, арҡаһын ыуа, ыңғыраша).

  • Ой, һыуыҡ, ел ыжғыра, бөтөн һөйәктәрем һыҙлай, билем ауырта. Ошо ҡарурманда үлеп китермен инде. Бер кем дә белмәй ҙә ҡалыр.

Кикимора керә.

  • Эй, сәләм! Ниңә күңелһеҙ? Чурбаныңды элеп ҡуйҙыңмы. Әллә ауырып тораһыңмы?

Леший.

  • Дауалар инең тиҙерәк...

Кикимора.

  • Мин был урманда – беренсе дауалаусы, белгес, аптекарь. Һин, Леший, үҙеңә оҡшамағанһың. Башың ауырталыр, моғайын? Оҙаҡламай Яңы йыл етә, ә һинең менән мәшәҡәт күп.

Леший.

  • Әйтмә лә инде, былай ҙа башта аҡыл юҡ. Хәҙер бөтөнләй ҙә киселгә әйләнде. Шуға ла ултырам хәҙер.

Кикимора.

  • Хәҙер, хәҙер. Ошоно эсһәң, үтәсәк. (кружка бирә).

Леший эсер ҡарай.

  • Тфү, тфү... Әшәке.

Кикимора.

  • Һуң был бит дарыу.

Леший.

  • Нимәнән эшләнең һуң уны?

Кикимора.

  • Һөлөктән, ҡойроҡтан, әҙерәк тараҡан, ҡайын япрағы, киптерелгән мухомор ҡушып ҡайнаттым. Вареньенан да һәйбәтерәк килеп сыға. Бөтөн хандраны бөтөрә. Яңы йылды күңелле итеп үткәрәсәкһең. Йәшлегең кире ҡайтыр.

Леший.

  • Киптерелгән мухомор тиһеңме? Эх һин, дауалаусы, едрена вошь! Ошондай “белгес” менән оҙаҡ йәшәрһең инде? Иртәрәк үлмәһәң!? Минең мейемдә кисел булһа ла, ну-ка, дуй бынан тиҙерәк!

Кикимора.

  • О-е-ей? Һин ысынлап та үҙең үҙеңә оҡшамағанһың! (Баҫтырышып сығалар).

Тауыш. Иғтибар! Иғтибар! Урманда  йәшәүселәрҙең радиостанцияһы һөйләй. Яңы йылға тиклем бер нисә көн ҡалды. Бөтәгеҙ ҙә мөһим ҡунаҡтарҙы: Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙы ҡаршыларға әҙерләнегеҙ.

II сцена

Әбей менән бабай һөйләшеп ултыра.

Бабай.

  • Әбей, һин үҙең бит: “Йонсойом, ҡарҙан булһа ла берәй ҡыҙ, өй йыйыштырыусы яһап бир тинең.

Әбей.

  • Яһауын,яһаның... Тәрилкәне швабра, кейемдәрҙе ҡышағаяҡ сепрәге менән таҙарта. Мейеһе урынына нимә ҡуйҙың һуң?

Бабай.

  • Телевизорҙан ниндәйҙер деталде алып ҡуйҙым. Яҡшыраҡ булһын  тип.

Ҡар ҡыҙы.

  • Лучший подарок для лучшей девушке на свете!

Әбей.

  • Яҡшыраҡ булһын тинең, ә һәр ваҡыт киреһенсә! Ул бит бер нәмә лә эшләй белмәй, ҡулынан бөтә нәмә төшә!

Ҡар ҡыҙы.

  • Когда работа не ладится и настроение на нуле – чай Брук Бонд!

Бабай.

  • Аңланым... Мин уға реклама блогы ҡуйғанмын.

Ҡар ҡыҙы.

  • Е – мое, че ж ты наделал-то?

Әбей.

  • Шулайҙыр тип уйланым да. Эх, һин ҡарт бүкән!

Бабай.

  • Йә, етәр, ауыҙыңды яп!

Ҡар ҡыҙы.

  • Сделай паузу – скушай “Твикс”!

Әбей.

  • Бар әле, Ҡар ҡыҙы, сүптәрҙе түгеп кил. Бер файҙаң булыр, исмаһам.

Ҡар ҡыҙы сыға (сыға барышлай).

  • Не все йогурты одинаково полезны...

Әбей.

  • Хәҙер ни эшләйбеҙ инде бының менән? Ул бит бөтә техниканы, донъябыҙҙы боҙасаҡ. (Ҡар ҡыҙы керә.)

Әбей.

  • Уфф, башым ауырта хәҙер...

Ҡар ҡыҙы.

  • Аспирин Упса – живите без боли.

Бабай.

  • Асыҡтырҙы, берәй нәмә бармы ашарға?

Ҡар ҡыҙы.

  • Сегодня – лапша “Галина Бланка”!

Бабай.

  • Концентрат ашамайым. Ҡулды ла йыумайым.

Ҡар ҡыҙы.

  • Сэйвгард и вы на защите семьи!

Әбей.

  • Әйҙә, психолог саҡыртайыҡ. Бәлки ярҙам итер.

Психолог инә.

  • Ниндәй проблема?

Ҡар ҡыҙы.

  • МММ – нет проблем!

Бабай.

  • Беләһегеҙме, уның башында тик реклама. Мейеһен таҙартып булмаймы?

Ҡар ҡыҙы.

  • Только “Комет”! он и микробов убивает!

Әбей.

  • Зинһар, ярҙам итегеҙ!

Ҡар ҡыҙы.

  • Пожалуйста, заплатите налоги!

Психолог.

  • Да-а, ауыр хәл. (Ҡар ҡыҙына) Һин беләһеңме, мин кем?

Ҡар ҡыҙы.

  • Доктор Кариес?

Психолог.

  • Бында тылсымһыҙ булмай. (Ҡар ҡыҙын ултырғысҡа ултырта. Ҡулдары менән серле хәрәкәттәр эшләй).
  • Мин 1,2,3 тип әйтеүгә һин йоҡларһың һәм 1,2,3 тигәндә уянырһың.

Ҡар ҡыҙы йоҡлап китә. Ҡалғандар уны уратып ала. Психолог хирург хәрәкәттәре эшләй һәм нимәнелер ситкә бәреп ебәрә. (серпантин ата) Бөтәһе лә ситкә китә, Ҡар ҡыҙын аса.

Психолог.

  • Бына булды.

Әбей.

  • Ысынлап та килеп сыҡтымы?

Бабай.

  • Хәҙер ҡарайбыҙ.

Психолог.

  • 1,2,3.

Ҡар ҡыҙы күҙҙәрен аса. Тирә яғына ҡарана. Ултырғыстан тора.

Бөтәһе бергә.

  • Килеп сыҡты. Тороп тороғоҙ. Тикшереп ҡарайыҡ. Нимә ул Ариель, Блендамед, Дирол, Комет, Силит?

Ҡар ҡыҙы аптырап ҡарай.

  • Һеҙ ниндәй телдә һөйләшәһегеҙ ул?

Бөтәһе.

  • Ура, килеп сыҡты! Бына һиңә тылсым!

Ҡар ҡыҙы.

  • Ни эшләп торабыҙ? Һуң оҙаҡламай Яңы йыл, Ҡыш бабай ҡайҙа?Әйҙәгеҙ саҡырып киләйек. (Сығалар.)

III сцена

Леший һәм Кикимора сыға.

Кикимора йырлай.

  • В лесу родилась телочка...

Леший.

  • Телочка түгел, елочка.

Кикимора.

  • Ә, эйе... В лесу родилась елочка

     В лесу она росла.

     Зимой и летом бледная...

Леший.

  • Не бледная, а...

Кикимора.

  • Не бледная была.

В трусишках зайка серенький

Под елочкой скакал.

Леший.

  • Нимәлә скакал?

Кикимора.

  • В трусишках. Һуң ҡыш көнө һыуыҡ, өшөмәҫ өсөн шулай кейенгән. Йырларға ҡамасаулама!

В трусишках зайка серенький

Под елочкой скакал.

Порою волк, сердитый волк

С овцою пробегал.

Леший.

  • Ә ниңә һарыҡ менән?

Кикимора.

  • Бүреләр һарыҡты ныҡ ярата, шуға!

Леший.

  • Ә-ә.

Кикимора.

  • Чу, снег по лесу частому

Под полозом скрепит.

Лошадка вислоухая

Торопится, лежит.

Леший.

  • Лежит?

Кикимора.

  • Һуң, арыған да, ята!

Везет лошадка дровенки

И уголь, и овес.

А в дровнях тех мужик примерз,

Он елку детям вез.

Кикимора рәхәтләнеп көлә, баш эйә, воздушный поцелуй ебәрә.

  • Ә хәҙер шыршыны тоҡандырырға кәрәк.

Леший.

  • Шыршыны? Ниңә? У бына ниндәй матур.

Кикимора.

  • Шулай тейеш. Яңы йылда шыршыны яндыралар.

Кикимора.

  • Ну, әгәр тейеш икән... (кеҫәһенән шырпы сығара).

Кикимора.

  • Һин нимә? Башыңа һыуыҡ ҡаптымы? Бөтә балалар шыршыны нисек тоҡандырырға белә. Әйҙәгеҙ бергәләп 1,2,3 – шыршы тоҡан!

Леший.

  • О-о, ниндәй матур!

Кикимора.

  • Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу килеүенә шыршы әҙер. (Сығалар.)

IV сцена

Ҡара костюи, күҙлек кейгән, ҡулдарына радиотелефон тотҡан охранниктар килеп керә.

1 охрана.

  • ВИП-персона килдеме?

2 охрана.

  • Ул аҙаҡы моментта ғына килеп етә.

1 охрана.

  • Бөтә ерҙе ҡарап сыҡтым. Йылытҡыстар бер ерҙә лә күренмәй.

2 охрана.

  • Былай сәхнәлә, шыршы янында тәртип бар.

1 охрана.

  • Йә улайһа, киттек. (Сығалар.)

Тауыш.

  • Иғтибар, иғтибар! Шыршы янына Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу килә. Бөтәгеҙ ҙә ҡаршыларға әҙерләнегеҙ.

Күңелле көй аҫтында Ҡыш бабай, Ҡарһылыу, Яңы йыл, әбей, бабай, Ҡар ҡыҙы, Леший, Кикимора, охранниктар керә.

Ҡыш бабай.

  • Һаумыһығыҙ, балалар! Һаумыһығыҙ, урман йәнлектәре, дуҫтар! Һеҙҙең янға ашығып килеп еттем.

Бергә.

  • Һаумы, Ҡыш бабай, Ҡарһылыу, Яңы йыл.

Ҡарһылыу.

  • Яңы йыл менән ҡотлайым

Бөтәгеҙҙе лә, дуҫтар!

Яңы йыл яңынан-яңы уңыштар,

Шатлыҡ-ҡыуаныстар алып килһен!

Алып барыусы.

  • Балалар, әйҙәгеҙ әле Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуға үҙебеҙ әҙерләгән “Эй, Ҡыш бабай” йырын йырлап, шыршы тирәләй әйләнәйек.

Ҡарһылыу.

  • Ҡыш бабайҙың тоғо бик ҙур

Күстәнәсе мул ғына.

Бүләктәрен тиҙ таратһын,

Беҙгә кәрәк шул ғына.

Ҡыш бабай.

  • Эйе, мин һеҙгә бик күп бүләктәр тейәп килдем. Йә, кем шиғыр һөйләй, кемдәр бейеп күрһәтә, кемдәр матур йырҙар белә – уларҙы бүләк көтә.

Алып барыусы.

  • Эйе, байрам ҡунаҡтары, әйҙәгеҙ Ҡыш бабайҙың күңелен күрәйек. Йырлайыҡ, бейейек, шиғырҙар һөйләйек!

Һәр класс 10-15 минут сығыш яһай. Кәнфиттәр өләшеү.

Йыр-бейеүҙәрҙән һуң Ҡыш бабай.

  • Рәхмәт, рәхмәт, балалар! Ҡыуандырҙығыҙ ҡалай! Минең дә һеҙҙең менән шыршы тирәләй бейегем килеп китте. Әйҙә, Ҡарһылыу ҡыҙым, йырлап-бейеп алайыҡ!

Алып барыусы.

  • Балалар, яҡыныраҡ килегеҙ бейетәйек әле Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙы. (“Шыршы ҡупшы кейенгән” йырын йырлау.)

Ҡыш бабай.

  • Рәхмәт, ҙурланығыҙ, дуҫтар! Минең тағы ла бер серле бүләгем бар. Ул яңы тыуған Яңы йыл ул.

Алып барыусы.

  • Һаумы, һаумы, өр Яңы йыл,

Уҙ тыуған ил түренә.

Төклө аяғың менән баҫ

Тыуған илем еренә.

Яңы йыл.

  • Һаумыһығыҙ, балалар,

Һаумыһығыҙ, дуҫтарым,

Һаумыһығыҙ, йәнлектәр,

Ҡотло булһын байрамдар!

Уңышлы булһын эштәр!

Яңы йылда яҡшы теләк

Теләйем һеҙгә, дуҫтар,

Ныҡлы һаулыҡ, бәхеттәр

Шатлыҡ, сафлыҡ, ҡыуаныстар!

Күберәк булһын биштәр!

Ҡарһылыу.

  • Яңы йылда яуған ҡарҙар,

Алып килһен яңы йырҙар,

Яңы өмөт яңы бәхет,

Яҡты хыял, яҡты уйҙар!

Ҡыш бабай.

  • Һай, афарин, Яңы йыл!

Рәхмәт, ҡыҙым Ҡарһылыу!

Теләктәрең тормошҡа ашһын!

Яңы йыл улым!

Минең тоғро алмашсым бул!

Мин урынымды һиңә бирәм.

Ныҡлы баҫып тор!

  • Ә мин, балалар, Ҡарһылыу ҡыҙым менән китәйем инде. Беҙҙе башҡа мәктәптәрҙә лә көтәләрҙер. Һау булығыҙ, дуҫтар!

Балалар.

  • Һау бул, Ҡыш бабай, Ҡарһылыу!

Алып барыусы.

  • Байрамыбыҙҙы дауам итәбеҙ! Бергәләшеп уйнап алайыҡ.

Һәр класс 1-2 уйын уйната. Билеттар оттороу.



Предварительный просмотр:

Сценарий “Яңы йыл”

Алып барыусы:

Аҡбуҙ аттар сабып килә

Минең тыуған яҡтарҙан.

Дуғаһына йөҙ ҡыңғырау

Таҡҡан етеҙ аттарға.

Шулай килә ҡыштың туйы

Аҡ ялан юлдарынан.

Уңға-һулға ҡарҙар оса,

Үрелгән ялдарынан.

Алып барыусы: Хөрмәтле ата-әсәйҙәр, ҡыҙҙар һәм малайҙар, Яңы йыл кисәһен     башлайыҡмы? Әллә урмандан киләсәк ҡунаҡтарҙы көтәйекме?

                                        Ҡарһылыу инә.

Ҡарһылыу:

Ниндәй матур, ниндәй күркәм

Байрам һәр ерҙә.

Тоғро дуҫым һәм Яңы йыл

Һәр ваҡыт бергә.

Беҙгә күңелле,

Йәшәүе рәхәт.

Беҙҙе иш иткән

Дуҫлыҡҡа рәхмәт.

        Һаумыһығыҙ, ҡыҙҙар, малайҙар! Һеҙҙең менән тағы ла Яңы йыл байрамында осрашыуыма бик-бик шатмын. Һеҙ минең исемде иҫләйһегеҙме? Әллә бер йыл эсендә онотоп та ҡуйҙығыҙмы?                 

Балалар.  Юҡ-юҡ. Һин Ҡарһылыу.

Ҡарһылыу. Эй-й, рәхмәт төшкөрҙәре! Эйе, мин Ҡарһылыу. Ҡыш бабайҙың ейәнсәре. Йыл һайын беҙ олатайым менән һеҙҙең шыршы байрамына киләбеҙ. Ә һеҙ кемдәр менән килдегеҙ?

Балалар. Әсәйем менән. Атайым менән. Өләсәйем менән.

Ҡарһылыу. Ә кем бөгөн бында дуҫтары менән килде?

Балалар. Мин, мин…

Ҡарһылыу. Оһо-һо, һеҙ ҡайһылай күмәк. Тимәк, һеҙ дуҫлыҡтың нимә икәнен беләһегеҙ?

Балалар. Эйе.

Шау-шыу ҡуба. Һеперткеһен уңлы – һуллы болғап, Мәскәй әбей килеп инә.

Мәскәй. Юҡ, улар бер нәмә лә белмәй. Дуҫтары ла юҡ уларҙың.

Ҡарһылыу.  Абау, кем был?

Балалар. Мәскәй әбей.

Ҡарһылыу. Һеҙҙе балалар яҡшы белә икән.

Мәскәй. Белмәй әллә, “Яңы йыл йондоҙнамәһе” сериалында Ҡырағай фәрештә булып, йыл һайын бында килеп торам. Мин – телейондоҙ! “Йондоҙҙар фабрикаһы”ндағылар пүстәк минең алда. “Не родись красивой” фильмын ҡарайһығыҙмы? Минең турала ул. “Хозяйка судьбы” ла минең хаҡта.

Ҡарһылыу. Ә-ә, һеҙ Мәскәй әбейме ни? Һаумыһығыҙ?

Мәскәй. Һаумы һылыуҡай. Әле мин юҡта нимә тураһында һөйләшә инегеҙ?

Ҡарһылыу. Дуҫлыҡ тураһында.

Мәскәй. Ә-ә, нимә тинең? Ниңәлер ҡолаҡтарым насар ишетә башланы.

Ҡарһылыу.  Балалар, әйҙәгеҙ әбей ишетерлек итеп ҡысҡырып әйтәйек: дуҫлыҡ!

Дуҫлыҡ! Дуҫлыҡ!

Мәскәй. Ой-й, ой, ниңә ҡысҡыраһығыҙ шул тиклем итеп (сәбәләнә)? Һаңғырау итеп бөтәһегеҙ бит.

Ҡарһылыу. Хәҙер ишеттегеҙме инде, Мәскәй әбей?

Мәскәй. Ә кем һуң ул – дуҫлыҡ?

Ҡарһылыу. Һеҙ белмәйһегеҙме ни?

Мәскәй. Ишеткәнем дә, кргәнемдә юҡ.

Ҡарһылыу. Балалар, бәлки һеҙ аңлатырһығыҙ?

Балалар. Бер-береңде бәләнән ҡотҡарһаң, бер-береңә ярҙам итһәң, шул дуҫлыҡ була.

Мәскәй. Бушлаймы?

Ҡарһылыу. Әлбиттә, бушлай. Шуға ла Дуҫлыҡ бит ул.

Мәскәй. Ә һин уны ҡайҙа күргәнең бар? Ҡайһы баҙарҙа һатыла? “Кока-кола”ны беләм, “Сникерс”ты ла беләм, ә дуҫлыҡты белмәйем. Әллә “Орбит” һымаҡ сәйнәй торған нәмәме?

Ҡарһылыу. Дуҫлыҡ һатылмай, шулаймы балалар?

Балалар. Эйе.

Мәскәй. Улай булмай, юҡты һөйләмәгеҙ. Хәҙерге мәлдә бөтөн нәмә лә һатыла һәм һатып алына.

Ҡарһылыу. Дуҫлыҡтан башҡалары – эйе.

Мәскәй. Һатылмағас, тимәк, ул нәмә донъяла юҡ, үәт!

Ҡарһылыу. Улайһа балаларҙан һорайыҡ.

Мәскәй. Уларҙан һорап ни файҙа, барыбер бер нәмә лә белмәй улар.

Ҡарһылыу. Тикшереп ҡарайыҡ.

Мәскәй. Мин дә һорауҙар бирәм улай булғас.

Ҡарһылыу. Башлайыҡмы?

Мәскәй. Башлайыҡ.

Ҡарһылыу. Дуҫтар бергәләшеп мәктәпкә йөрөй, шулаймы?

Балалар. Эйе.

Ҡарһылыу. Театрға, концерттарға йөрөйҙәрме?

Балалар. Эйе.

Мәскәй. Билет алмайынса, ҡасып инәләрме?

Балалар. Юҡ.

Мәскәй. Ашағанда бысранып бөтәләрме?

Балалар. Юҡ.

Ҡарһылыу. Дуҫтар вәғәҙә бирһә, һүҙендә торамы?

Балалар. Эйе.

Мәскәй. Тәҙрә төбөнә бергәләп менәләрме?

Балалар. Юҡ.

Ҡарһылыу. Юлды аша сыҡҡанда, һаҡ ҡына сығалармы?

Балалар. Эйе.

Мәскәй. Светофорҙың ҡыҙыл утына сығалармы?

Балалар. Юҡ.

Ҡарһылыу. Зоопаркка бергә йөрөйҙәрме?

Балалар. Эйе.

Мәскәй.  Ундағы хайуандарҙы бына ошолай итеп үсектерәләрме? (шыршы тирәләй балаларҙы ҡыуып алып йөрөй).

Балалар. Юҡ.

Ҡарһылыу. Дуҫтар еңеүҙәре менән маҡтанмай, шулай бит?

Балалар. Эйе.

Мәскәй. Бесәйҙәргә көн күрһәтмәйҙәрме?

Балалар. Юҡ.

Ҡарһылыу. Бер-береһенең уңышына шатланалармы?

Балалар. Эйе.

Мәскәй.  Бергәләшеп алдашалармы?

Балалар. Юҡ.

Ҡарһылыу. Уҡыуҙа бер-береһенә ярҙам итәләрме?

Балалар. Эйе.

Мәскәй.   Бер-береһенә өйгә эш күсертәләрме?

Балалар. Юҡ.

Мәскәй.   Сдаюсь, сдаюсь… Еңдегеҙ. Ярҙам итеү, имеш. Үҙҙәре бында йылыла, ә Ҡыш бабайығыҙ урманда аҙашып йөрөйҙөр әле. Эргәһендә юл күрһәтерҙәй кеше лә юҡтыр.

Ҡарһылыу.  Ысынлап та, һүҙгә әүрәп киткәнбеҙ. Йүгерҙем, йүгерҙем!

Мәскәй. Туҡта! Әлдә үҙемдең осҡосом бар! (Һеперткеһен күрһәтә). Был булмаһа, Ҡыш бабай кеүек ҡарҙа, буранда ҡалған булыр инем. (Һеперткеһен үбә). Әй, онотоп торам! Һеҙгә бит телеграмма ебәрҙеләр!

Ҡарһылыу.  “Ҡәҙерлеләрем! Беҙ 1-2 көндән килеп етербеҙ. Буран юлға ҡалын ҡар һалған, самолет осмай. Аттар арыны. Ҡар санаһы саҡырттым. Ҡыш бабай һәм Яңы йыл.”

Мәскәй. Бына шул-шул. Һеҙ бында рәхәтләнеп байрам итергә, йырлап, бейергә йөрөйһөгөҙ.

Төлкө. Бөтә күстәнәстәрҙе үҙҙәре ашап бөтә инде.

Айыу. Һин, хәйләкәр, юҡты һөйләмә әле.

Бүре. Былай булмай бит инде, йәмәғәт, ни эшләйбеҙ?

Ҡуян. Әллә мин саптырып ҡына барып киләйемме? (барыһы ла уйлайҙар).

Терпе. Таптым, таптым, уйлап таптым.

Айыу. Йә, һөйлә, Энәбай.

Терпе. Мәскәй инәй бар бит әле бында, ул һеперткеһе менән осоп ҡына барып, юлдарын һепереп, юл күрһәтеп бында алып килһен.

Айыу. Һай, Энәбай, үҙеңдә лә баш бар икән…

Бүре. Мин энәгә генә баймы тиһәм, аҡылға ла бай икән.

Мәскәй. Юҡ, юҡ, мин бармайым, телеграмма килтергән дә еткән, заправкам да юҡ, етмәһә йәмһеҙмен…

Айыу. Бигерәк сибәр, бигерәк һылыуһың инде, Мәскәй, ул йөҙөң, ул танауың, ул һеперткең. (Мәскәй быға иреп китә, ул шат).

Мәскәй. Йә, ярай инде, шул тиклем маҡтағас, остом, көтөгөҙ! (бейеп сығып китә.)

Алып барыусы. Йәгеҙ әле, дуҫтар, ҡыш бабай килгәнсе беҙ ҙә йырлашып, бейешеп алайыҡ.

Шыршы тирәләй йыр.

Мәскәй шыжлап килеп инә.

Мәскәй. Һөйөнсө! Һөйөнсө! Киләләр!

 Руслан.  

Ап- аҡ мамыҡ ҡарҙар яуа,

Аҡҡа төрөп донъяны.

Бөгөн беҙҙе үҙ янына

Йәшел шыршы йыйнаны.

Бар тәбиғәт ап-аҡ ҡарҙан

 Ҡалын юрған ябынған.

Ә беҙ килдек бергәләшеп

Йәшел шыршы янына.

Арслан.

Күрегеҙ был шыршыны,

Шыршының да ысыны.

Ниндәй төҙ, матур, бейек,

Тора түбәгә тейеп.

Алмаз.

Бөгөн беҙҙә ҙур байрам.

Бөгөн Яңы йыл килә.

Беҙҙең күңелдәр йырға

Һәм бейеүгә елкенә.

Руслан.

Сәү! Дуҫтарым, туҡтағыҙ,

Тыныслыҡты һаҡлағыҙ.

Яңы йыл тамашаһының

Мөғжизәһен тыңлағыҙ.

Аэлита.

Мин Ҡарсәсәк, Ҡарсәсәк

Йәшәйем урманда бик шәп.

Йәнлектәр менән мин дуҫ,

Ғүмерҙәрем уҙмай буш.

Ҡуяндар һәм айыуҙар

Килә миңә ярҙамға.

Ҡыш бабай ҡурай бирҙе

Ул бик тылсымлы, тине,    

Ҡурай тауышын ишетһәм,

Килеп етермен тине.

Бейейҙәр. Ҡурайҙы түмәргә һалып тора.

Төлкө.

Был ниндәй әйбер икән,

Әллә алайым микән.

Терпе.

Ал һин уны, Төлкөбикә,

Тылсымлы ҡурай бит ул.

Ҡыш бабайҙан Ҡарсәсәккә

Бирелгән бүләк бит ул.

Ҡушҡан уға Ҡыш бабай

Ҡурайҙы уйнатырға.

Шуны ишеткәс Ҡыш бабай

Килә ти балаларға.

Төлкө.

Бик шәп булыр,

Ҡурайҙы үҙемә алайым әле,

Кәңәш кәрәк дуҫтарҙан,

Бүрегә барайым әле.

Аэлита.

Эй, хоҙайым, ҡайҙа киткән?

Ҡурайҡайым юғалған.

Ошо бүкәндә ине бит,

Кем эше икән, кем алған?

Барайым әле күбәләккә,

Ул күрмәнеме икән?

(шыршы буйлап китә)

Эй, Күбәләк һин ҡайҙа?

Ярҙам ит әле миңә.

Күбәләк.

Нимә булды, Ҡарсәсәк,

Ниңә йөрөйһөң илап?

Аэлита.

Бар ине минең ҡурайым,

Кем алды икән уны?

Күбәләк.

Мин күрҙем, ҡурайыңды

Төлкөбикә алды уны.

Бүрегә ул юл алды,

Урманға кереп юғалды.

Аэлита.

Белдем серҙе дуҫтарҙан.

Киттем эҙләп был юлдан.

Төлкөбикә менән Бүре осраша.

Төлкө.

Бүре дуҫҡай, туҡтале,

Миндә табыш бар әле,

Уйната алһаҡ ҡурайҙы

Беҙ байырбыҙ был айҙа.

Ҡыш бабабыҙ йүгереп килеп,

Беҙгә бүләктәр бирер.

Бүре.

Туҡта, туҡта, бир әле,

Мин өрөп ҡарайым әле,

Барып сыҡһа шәп булыр

Беҙҙең тамаҡ туҡ булыр.

(Эсен һыпыра. Өрөп ҡарай килеп сыҡмай)

Төлкөбикә.

Һинән эш килеп сығамы ни

Бир әле миңә тиҙерәк!

(Тартышалар, өрөп ҡарайҙар.)

Ҡарсәсәк менән Күбәләк инә.

Күбәләк.

Ә-ә, бына ҡайҙа икән улар,

Туҡтағыҙ яҡшы саҡта!

Тылсымлы ҡурай ул

Яуыздарға уйнамай.

Ҡурайҙы тартып ала.

Төлкө.

Юҡ-юҡ, Ҡарсәсәк дуҫҡай,

Беҙ тик шаярҙыҡ ҡына.

Аэлита.

Улай булғас ашығайыҡ.

Ваҡыт уҙҙырмай бушҡа.

Беҙҙе балалар көтә.

Ҡаршы түгел алырға

Һеҙҙе үҙебеҙ менән.

Күбәләк.

Һаумыһығыҙ, балалар!

Һеҙгә ҡунаҡҡа килдек.

Һеҙҙең шыршы байрамығыҙ

Күңелле үтһен тинек.

Йә, ҡарсәсәк тиҙерәк уйна,

Ҡурайыңды ишетә һалып,

Ҡыш бабай килеп етһен.

Ҡыш бабай менән Яңы йылды саҡырыу.

Ҡыш бабай.

Илем менән күсә-күсә, төрлө ерҙәрҙе үттем.

Ҡар бурандары туҙҙырып,

Бында ла килеп еттек.

Байрам менән киләм,

Яңы йыл менән!

        Һаумыһығыҙ, һаумыһығыҙ, дуҫтарым минең! Барығыҙҙы ла Яңы йыл менән ҡотлайым! Һеҙҙе һағынып, бына, көскә килеп еттек. Яңы йылды ла үҙебеҙ менән алып килдек. Ул әлегә бик йәш әле, ә бер йылдан ул да минең кеүек ҡартайып китер.

Ҡарһылыу. Олатайым, ҡарасы, шыршы нисек матур биҙәлгән, ә күпме ҡунаҡтар, матур-матур кейемле малайҙар-ҡыҙҙар.

Ҡыш бабай. Рәхмәт, балалар! Ҡыҙым, беҙ нисек йырлай инек әле?

Ҡарһылыу. Ә-ә, иҫемә төштө, олатай, былай:

                Шыршы ҡупшы кейенгән,

                Беҙгә ҡунаҡҡа килгән.

                Әйләнәбеҙ тирәләп,

                Йырлашабыҙ бергәләп.

Ҡыш бабай. Дөрөҫ, ҡыҙым, әйҙәгеҙ әле, тәүҙә шыршының уттарын ҡабыҙайыҡ, унан бергәләшеп уйнарбыҙ, йырларбыҙ.

Ҡарһылыу. Дөрөҫ, олатай, әйҙә, тылсымлы таяғыңды эшкә ҡуш. (Ҡыш бабай таяғы менән шыршыға ҡағыла, уттар тоҡана). Йәгеҙ әле, дуҫтарым, хәҙер бергәләп йырлап, бейеп алайыҡ. Кемдең ниндәй һөнәре бар, шуларҙы күрәйек, кем ниндәй кейемдәр кейгән, шуларға баһа бирәйек.

Балалар шыршы тирәләй йырлайҙар.

Балаларҙың сығышы.

Ҡыш бабай бүләктәр тарата.

Ҡыш бабай. (Яңы йылды етәкләп). Әлегә исемең һан ғына, әлегә юҡ даның, дәрәжәң. Илемдә исемде эш бирә, рәхим ит, Яңы йыл, хужа бул! яңынан-яңы уңыштар теләйем һиңә. Ҡаршы алдылар ҙурлап. Рәхмәт хөрмәтегеҙгә. Бына инде беҙҙең дә һеҙҙең менән айырылышыу ваҡыттары етте. Сөнки беҙҙе башҡа ауылдарҙа икенсе дуҫтар –туғандар көтә. Һау булығыҙ, бәхетле булығыҙ, дуҫтар, туғандар, киләһе Яңы йылға тиклем!

Алып барыусы. Йәгеҙ әле, Ҡыш бабай, Ҡарһылыу менән хушлашайыҡ. Рәхмәт, Ҡыш бабай, рәхмәт, Ҡарһылыу! Хуш булығыҙ! Киләһе йыл яңынан көтәбеҙ.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

ПРЕПОДАВАНИЕ БАШКИРСКОГО ЯЗЫКА В РЕСПУБЛИКЕ КАК ГОСУДАРСТВЕННЫЙ И РОДНОЙ ЯЗЫК. ЯЗЫК – ХРАНИТЕЛЬ КУЛЬТУРЫ И ТРАДИЦИИ.

ПРЕПОДАВАНИЕ БАШКИРСКОГО ЯЗЫКА В РЕСПУБЛИКЕ КАК ГОСУДАРСТВЕННЫЙ И РОДНОЙ ЯЗЫК.ЯЗЫК – ХРАНИТЕЛЬ КУЛЬТУРЫ И ТРАДИЦИИ....

ОБРАЗОВАТЕЛЬНАЯ ПРОГРАММА по учебным предметам «Родной (башкирский) язык» и «Литературное чтение на родном (башкирском) языке» для 2-4 классов общеобразовательных организаций с русским языком обучения

Данная программа по родному (башкирскому) языку разработана в соответствии с Федеральным законом от 29.12.2012 года № 273-ФЗ «Об образовании в Российской Федерации» и варианта учебного пла...

Рабочая программа по учебному предмету "Родной башкирский язык и литературное чтение на родном башкирском языке" для 1 класса.

Автор учебника: З.Ғ. Нафиҡова, Ф.Ф.Мортазина. В русских школах где есть родной башкирский язык....

Рабочая программа по учебному предмету "Родной башкирский язык и литературное чтение на родном башкирском языке" для 2 класса

Автор учебника: З.Ғ. Нафиҡова, Ф.Ф.Мортазина. В русских школах где есть родной башкирский язык....

Рабочая программа по учебному предмету "Родной башкирский язык и литературное чтение на родном башкирском языке" для 3 класса

Автор учебника: З.Ғ. Нафиҡова, Ф.Ф.Мортазина. В русских школах где есть родной башкирский язык....