Конспект мероприятия посвященного памяти о погибших при захвате школы в г.Беслане Северной Осетии
классный час по теме

Мавлетова Зилда Ахмадиевна

День памяти погибших при захвате школы в г.Беслане Северной Осетии - мероприятие на башкирском языке

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл beslan_lineyka.docx158.9 КБ

Предварительный просмотр:

  Беслан ҡалаһында булған фажиғәле хәл – мәктәпте террористар ҡамауға  алған ваҡиғаны иҫкә алыу  маҡсатында линейка үткәреү (2004-2014)
 Маҡсат:  Уҡыусыларҙа толерантлылыҡ, ҡайғы уртаҡлашыу, үҙеңде, эргәңдәгеләрҙе  аңһыҙ бәлә – фажиғәләрҙән һаҡларға өйрәтеү
-  «терроризм» төшөнсәһен аңлатыу
- кеше ғүмеренең, иркенлектә йәшәүҙең ҡәҙерен белергә өйрәтеү,  кешеләрҙең хоҡуҡтары бер һәм тигеҙ икәнлеген аңлатыу, тирә-йүндәгеләргә хөрмәт менән ҡарарға, шәхси хоҡуҡты боҙмаҫҡа, кешегә  уҫаллыҡ күрһәтмәҫкә өйрәтеү.

 -  Тыуған илде хөрмәт итергә, патриот булырға өйрәтеү.
 Йыһазландырыу:  хәүефһеҙлек сараларын үтәү плакаттары,  балалар һүрәттәре, аҡ күгәрсендәр, шарҙар.

Тәрбиүи эштәре буйынса директор урынбаҫары:  Беслан һүҙе  һәр  кемгә таныш, уны белмәгән кеше юҡтыр ул был яҡты донъяла. Беслан – ул Төнъяҡ Осетия Республикаһының ҡалаһы, 2004  йылдың  1 сентябрендә ул ҡалала йөҙәрләгән бала һәм ололарҙың ҡурҡыныс фажиғә арҡаһында ғүмере өҙөлдө.

 Терракт ваҡытында 1-3 сентябрь көндәре Беслан ҡалаһында 334 кеше үлде, уларҙың
186-һы бала,   15-е уҡытыусы,  900 – ҙән ашыуы  төрлө яралар алды.

1 уҡыусы

Сентябрь айы еткәс,

Мәктәп ишеген асты.

Белем көнө  тип тормай

Террорист ишек япты.

Спортзал шартлатҡыс менән,

Мәктәп төтөнгә тулды.

Был көн ҡурҡыныс төш булып

Мәңгегә иҫтә ҡалды.

2 уҡыусы

Уҡыусылар ғүмере өҙөлдө,

Уҡытыусылар ҙа үлде.

О, кешеләр! Һеҙ илде һаҡларға тейеш...

Ә балаларға үлем килде.

Ниңә балаға атырға?

Ул бит йәшәй башламаған.

Шартлатҡыс үлтергән малайҙы

Әсә илай - яңғыҙ ҡалған.


3 уҡыусы

Күпме ғәйепһеҙ баланың

Ғүмерен алды улар.

Уҡытыусыһыҙ ҡалды бала,

Аңһыҙ үлемдән ҡотҡар.

Мәктәптә үлгән шул балаларҙы

Һаҡларбыҙ күңелдәрҙә.

Изге диңгеҙ барлыҡҡа килә

Күҙҙән аҡҡан йәштәрҙән.

4  уҡыусы

Был диңгеҙ ҡасандыр

Көсәйер, ҡайнар ташып.

Террорист батып үлер

Үҙ ғәйебен белһә танып.

Беренсе сентябрь көнөн

Онотмабыҙ һис ҡасан.

Балалар тауышы мәңгегә

Ул көндө тынып ҡалған.

5 уҡыусы

Күк йөҙө иланы һыҡтап,

Рәсәйҙә йәшен үтте

Көньяҡта көслө буран булғандай

Йөҙҙәрҙән шатлыҡ китте.


6 уҡыусы

Бандиттар хайуан һымаҡ

Ҡотороп ҡанды эсә.

Балаларға көстәре еткәс,

Аҡылдан яҙҙы әсә.

7 уҡыусы

Ниңә улар  күрә алмай кешене?

Ниңә тартып ала баланы?

Һуғышта үлгән кеше етмәйме

Тормош мәғәнәһен аңлаймы?

 Йыр йырлайҙар  М.Сәлимов, «Тыныслыҡ йыры»


 А.б. -  «терроризм»  һүҙен ишеткәс һеҙгә нисек була?
(балаларҙың яуаптары).

А .б. Хәҙерге тыныс ваҡытта 1 сентябрҙә  Беслан ҡалаһының мәктәбендә булған хәл уҡысыларҙы ныҡ ҡайғыға һалды. 334 бала һәм оло кешеләр кешеһеҙлек шарттарҙа үләләр. Ул уҡыусыларҙы, байрамға килгән ата-әсәләрҙе, уларҙың туғандарын,  заложниктарҙы ҡотҡарыусы спецназ кешеләрен – өйҙәренә ҡайта алмай һәләк булғандарҙы бер ҡасан да онотоп булмай. 18 беренсе класс уҡыусылары быйылғы йылда ҙур юғары уҡыу йорттарына кергән булырҙар ине, тик улар  өсөн  беренсе ҡыңғырау һуңғы тапҡыр шылтыраны.

Кешеләр тыныслыҡтың ҡәҙерен белергә тейештәр, ватандаштарының тормошо менән ҡыҙыҡһынып торорға тейештәр, һәм ғәйепһеҙгә ҡорбан булғандарҙы  иҫкә алырға тейештәр. 3 сентябрь көнө – Бесланда һәләк булғандарҙы, терроризм ҡорбандарын  иҫкә алыу көнө.  Беслан фажиғәһен иҫкә алып һәм  бөтә терроризм ҡорбандарын   иҫкә алып – бер минутлыҡ тынлыҡ иғлан итәм.

Шәм яндырыу


 Бер минутлыҡ тынлыҡ

 А.б.  Байрам ваҡытында мәктәпте ҡамауға алыу,  шул ҡурҡыныс фажиғә бөгөнгө көнгә тиклем йәшәй алмағандарға һуңғы ҡыңғырау булды.    Терроризм – ул ҡайғы, ул  бөтә нәмәне емереү, ул аңһыҙ үлем,  ул уҫаллыҡ, уға хәҙерге  беҙҙең тыныс ваҡыттағы тормошта урын юҡ, тигәнде мәңге иҫкәртеп тора. Күҙ йәштәре, күрәалмау, ҡайғы... Был ҡот осҡос датаны оноторға ярамай!

Терроризм –  ул ҡот осҡос һүҙ, политика. «Террор» (лат. terror — страх, ужас)  һүҙенең синонимы  «көс менән алыу», «ҡурҡытыу», шартлатыу, яндырыу. (  насилие, устрашение, запугивание.) 
 Шуға күрә, башҡаса ундай хәл ҡабатланмаһын өсөн, хәлдән килгәнсе  тырышыр кәрәк, һаҡ булыр кәрәк, уяу булыр кәрәк!

А.б. Бесландағы терракт ваҡытында заложниктарҙы азат иткәндә беҙҙең ватандашыбыҙ - Дмитрий Александрович Разумовский һәләк була. Ул  спецназ үҙәгенең хәүефһеҙлек эше буйынса  РФ Федераль хеҙмәтенең «Вымпел»   етәкләү  бүлегенең  начальнигы була, подполковник.

1968 йылдың 16 мартында Ульяновск ҡалаһында тыуа. Разумовскиҙең атаһы төҙөүсе-инженер, әсәһе – музыка уҡытыусыһы булып эшләй. Разумовский өсөн Бесланда һуңғы көрәш була. Ул үҙенең «Вымпел»   исемле группаһы менән ҡалаға килә. 32  террорист  меңдән ашыу уҡыусыларҙы һәм ололарҙы өс көн буйына спортзалда  ҡамауҙа тоталар. Өсөнсө көндө шартлау булдыралар,  спортзалдың стенаһы емерелә. Иҫән-һау ҡалған заложниктар йүгерешә башлайҙар, ә Разумовскийҙың штурмға алыу группаһы мәктәп бинаһын штурмға алырға тигән приказ ала.   Улар дошмандың ут нөктәһенә инәләр, ләкин снайперҙың пуляһынан мәктәп территорияһында уҡыусылар ҙа, ҡотҡарыусылыр ҙа  һәләк булалар.

 А.б.  Бесланда терракт ҡулынан һәләк булғандар беҙҙең йөрәктәрҙә, төрлө ҡалаларҙа һалынған монументтарҙа, һәйкәлдәрҙә мәңге йәшәйәсәк. 

               Тәрбиә эше буйынса директор урынбаҫары Зилдә Мәүлитова әҙерләне












По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Конспект мероприятия, посвященного Дню Знаний в 1 классе

Конспект мероприятия, посвященного Дню Знаний в 1 классе...

Конспект мероприятия "Посвящение в первоклассники"

Праздник «Посвящение в первоклассники»Дата проведения: 30 октября 2014 года.Цель: поиск новых, нетрадиционных форм в деле проведения традиционных праздниковЗадачи: ·...

Сценарий урока мужества "Живая память", посвященный памяти воинов, погибших в Чечне

Сценарий урока мужества  "Живая память", посвященный памяти воинов, погибших в Чечне...

Конспект мероприятия, посвященного святому празднику-Пасха.

Работа состоит из презентации и конспекта мероприятия, посвященному празднованию торжества - Пасха. Основные вопросы, рассматриваемые с детьми, - традиции праздника, атрибуты проведения Пасхи, пасхаль...

Конспект мероприятия, посвященный Дню Победы

Мероприятие рекомендовано для коррекционных школ.Цель мероприятия: создать условия для формирования чувства гордости за свою Родину, сохранения памяти о подвиге наших солдат в Великой Отечественн...

Внеклассное мероприятие, посвященное памяти Героя России Алдара Цыденжапова

Внеклассное мероприятие, посвященное памяти Героя России Алдара Цыденжапова.Цель: Познакомить учащихся с подвигом Алдара Цыденжапова.Задачи:1. Нравственно- патриотическое воспитание учащихся на пример...