Классный час Птицы - наши друзья
классный час (1 класс) на тему

Ахтямова Гульфия Файзрахмановна

Класс сәғәте "Ҡоштар - беҙҙең дуҫтар"

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл kl_ch_koshtar.docx24.79 КБ

Предварительный просмотр:

Ташбулат урта мәктәбе

Асыҡ класс сәғәте.

Тема:”Ҡоштар-беҙҙең дуҫтар”

1 класс

       

                                                           Үткәрҙе: башланғыс кластар

                                                         уҡытыусыһы Әхтәмова Г.Ф.

2018 йыл

Асыҡ класс сәғәте.

Тема:”Ҡоштар-беҙҙең дуҫтар”

Маҡсат. 1. Балаларҙың беҙҙең яҡтың ҡоштары тураһындағы белемен тәрәнәйтеү, уларҙың көнкүрешенә, йәшәү үҙенсәлегенә иғтибар итеү. 2. Ҡоштарға һаҡсыл ҡараш, тәбиғәткә һөйөү тәрбиәләү. 3. Балаларға тирә-яҡ мөхитте, хайуандар донъяһын һаҡлау сараларын аңлатыу.

Йыһазлау. Ағас һүрәте, тауыштары яҙылған фонояҙма,презентация

Дәрес  барышы

 Инеш һүҙ. Хөрмәтле   балалар!  

- Тышҡа ҡарағыҙ әле, ниндәй миҙгел?

- Яҙғыһын тәбиғәттә ниндәй үҙгәрештәр була?

- Яҙ миҙгелен 3 өлөшкә бүләләр: март – яҡтылыҡ айы, апрель – һыу айы,  май – йәшеллек айы. Әле ниндәй ай?

Теманы асыу.

 Мин апрель айын ҡоштар айы тип әйтер инем? Ни өсөн тип уйлайһығыҙ?

- Беҙҙең илдә һәр йыл һайын  1 апрель көнөн ҡоштар көнө тип билдәләйҙәр.  Был көндө һәр кеше ҡулынан килгәнсә ҡоштарға изгелек эшләргә тейеш. Ә балалар ниндәй яҡшылыҡ эшләй ала һуң ( яуаптар).  - Бөгөн нимә тураһында һөйләшербеҙ?

Беҙҙең бөгөнгө тема “Ҡоштар – беҙҙең дуҫтар”

  • Башҡортостанда 300 тирәһе төр ҡош йәшәй. Шуларҙың ҡайһы берәүҙәре менән танышып китәсәкбеҙ. Бөгөн беҙ һеҙҙең менән ҡоштар ҡайтыуына әҙерләнәбеҙ. Ошо ағасҡа сыйырсыҡ ояһы төҙөйөк. Һәр өлөшөн ниндәйҙер  эштән һуң ғына ҡуйып була.

  1. Һәр һүрәттә ниндәй ҡош икәнлеген әйтер кәрәк.

( турғай, ҡарабаш турғай, ҡарға, һайыҫҡан, күгәрсен, тумыртҡа)

  • Был ҡоштарҙы бер һүҙ менән нисек әйтергә була? (ҡышлаусы ҡоштар)

Сыйырсыҡ ояһынын алды ҡуйыла.

2.- Тағы ла ниндәй ҡоштар бар?  ( Күсер ҡоштар)

Улар менән яҡындан танышып китәйек.

Ҡарға.

Бар белгәне ҡар ҙа ҡар,

Йәй буйына ҡар даулар.

Ҡарғалар Европа һәм Азияла осрай. Улар бергәләшеп колония менән  баҡсаларҙа, парктарҙа, кешегә яҡыныраҡ ерҙә оя ҡоралар. Ояларына 3-6 йомортҡа һалалар. 18-22 көндә бала сығаралар.Уларҙың файҙаһы - төрлө үләкһәләр, саранчалар, ҡарышлауыҡтар менән туҡланалар. Шулай итеп иген культураларын ҡотҡаралар.

Ҡара ҡарғалар яҙ килеүенең тәүге билдәһе.  Ҡарға килмәй, ҡар китмәҫ тип әйткәндәр. Ҡара ҡарға килгәс, бер айҙан ҡар китер – ҙә тиҙәр.

Сыйырсыҡ.

Ҡолға башында йорто,

Эсендә тора йырсы.

Сыйырсыҡты халыҡ кеше көлдөрөүсе тип атай. Ул бесәй булып мыяулай, тауыҡ булып ҡытҡылдай, баҡа булып баҡылдай, бала һымаҡ илай, һыҙғыра ала. Сыйырсыҡтар бөжәктәр, ҡорттар, ҡусҡарҙар менән туҡлана. Улар парлашып йәшәйҙәр, үҙ ояларына 35  тапҡырға тиклем осоп киләләр, йәҡни тәүлегенә 200-300 –гә тиклем бөжәкте юҡ итәләр.

Йырын тыңлау.

Кәкүк.

Ул йәй буйына 270 меңдән ашыу ҡарышлауыҡ, май ҡуңыҙын юҡ итә. Йомортҡаһын теләгән ҡоштоң ояһына һалып китә, үҙе бала сығармай. Сөнки ул ашаған йөнтәҫ ҡарышлауыҡтарҙы ҡошсоҡтары ашай алмаҫ ине.

Йырын тыңлау.

Һабантурғай.

Эй һайрай ҙа һуң был һабантурғай

Ҡарҙар бөткәнен дә көтөп тормай.

Һабансылар күңелен нурлай-нурлай,

Һай һайрай ҙа һуң был һабантурғай.

Кем генә яратмай икән һабан турғайҙарын. Улар осҡанда һәр саҡ һайрайҙар. Шул саҡта йылға шауы, ҡыңғырау сәскәләре тауыштары ишетелгәндәй була. Һабан турғайҙары баҫыуҙарҙа, яландарҙа, көтөүлектәрҙә бик күп бөжәктәрҙе, ҡый үләндәренең ояларын ҡороталар. Ояларын ерҙә яһайҙар, күсеүсе ҡоштарға инәләр.

Йырын тыңлау.

Һандуғас.

Йомаҡ

Яңғыратып һыу буйҙарын

Һайрай алһыу таң тыуғас,

Моңло, дәртле     (һандуғас.)

 

Иң йырсы ҡош һанала. Йырын тыңлау.

Ҡарлуғас.

Йомаҡ.

Түшендә аҡ алъяпҡыс,

Ҡанаты хәс ҡыйғас ҡаш.

Күҙе, башы йомроҡас,

Был ниндәй ҡош?

                            Ҡарлуғас

Был ҡоштар кешегә яҡын йәшәйҙәр. Өй ҡыйыҡтарында, һарай тирәһендә оя ҡоралар.

Йырын тыңлау.

  • Былар барыһы ла ниндәй ҡоштар булды? (күсер ҡоштар)
  • Сыйырсыҡ ояһының башын ҡуйыу.

Физминутка

  • Тағы ла ниндәй ҡоштар бар? ( йорт ҡоштары)
  • Улар ниндәй файҙа килтерә?
  • Әйҙәгеҙ улар менән ял итеп алайыҡ.

3.Ҡоштар кешеләргә ниндәй файҙа килтерәләр?

  • Баҡсаларҙағы бөжәктәрҙе, ҡоротҡостарҙы ашайҙар.
  • Кешеләр уларҙың йырҙарын тыңлап ҡыуана.
  • Борон-борондан ата-бабаларыбыҙ ҡоштарға ҡарап тәбиғәт  торошон билдәләгәндәр. Ошонан һынамыштар килеп сыҡҡан.

Ҡарлуғастар түбән осһа, ямғыр яуыр.

Ҡаҙ томшоғон ҡанат аҫтына тығып, бер аяғын күрәрһә, көндәр һыуыр.

Ҡарғалар ағастың аҫҡы ботағына ҡунһа, ел булыр.

Торналар килһә, баҫыуға ашыҡ.

Һайыҫҡан шыҡырлаһа, ҡунаҡ килер.

  • Килтергән файҙалары өсөн ҡоштарға хатта һәйкәлдәр ҡуйылған.
  • Американың  Солт-Лейк-Сити ҡалаһында аҡсарлаҡтарға һәйкәл ҡуйылған.  Баҫыуҙарҙағы уңышты саранчанан һаҡлап ҡалырға ярҙам итә.  Ә Бостон ҡалаһында  баҫыу һаҡсыһы булған өсөн турғайға һәйкәл ҡуйылған.

Самара ҡалаһында Бөйөк Ватан һуғышында ярҙам итеүсе почтальон-күгәрсендәргә һәйкәл ҡуйылған. Күгәрсендәр Тыныслыҡ символы ла.

Санкт-Петербург ҡалаһында Бәхетле ғаилә символы булараҡ ҡауҙыларға (аист) һәйкәл ҡуйылған.

Сыйырсыҡ ояһына тишек ҡуйыу.

4. Күп  ҡоштар ер йөҙөнән юғала. Ни өсөн тип уйлайһығыҙ?

Кешеләр нисек итеп тәбиғәткә ярҙам итеү тураһында уйлағандар. Һәм “Ҡыҙыл китап” төҙөгәндәр. Был китапҡа 295  йәнлек, 312 төрлө ҡош  ингән.  Ә ниндәй йәнлектәр һәм ҡоштар яҙылған һуң был китапҡа.

  Ә уҡыусылар ниндәй өлөш индерә ала ҡоштарҙы һаҡлауҙа. Ә хәҙер Башҡортостанда “Ҡыҙыл китапҡа” керетелгән ҡоштар тураһында тыңлап үтәйек.

Бөркөт – бик ҙур йыртҡыс ҡош, уның ҡанаттары 2 метрға етә. Йоморан, алйырҙан, сысҡан, ҡуян кеүек йәнлектәрҙе ашай. Хәҙер беҙҙең республикала ғына түгел, бөтә ил буйынса ла бөркөттәр һаны әҙ ҡалған.

Туғаҙаҡ. Ҡасандыр Башҡортостандың далаларында көтөү-көтөү булып йөрөгән был ҡошто ла хәҙер бик тиҙ табып булмай. Туғаҙаҡ та бик ҙур. Уның ауырлығы 16-17 кг-ға етә. Ул тик киң далаларҙа, сиҙәм ерҙәрендә генә йәшәй. Үлән һәм бөжәктәрҙе ашай.

Ҡарағош. Бөркөттән бәләкәйерәк был ҡош та “Ҡыҙыл китапҡа” индерелгән.

Шоңҡар. Хәҙер был ҡоштоң тик исеме генә ҡалып бара. Һуңғы йылдарҙа шоңҡар ояһын күреүселәр ишетелмәй.

Сыйырсыҡ ояһына таяҡ ҡуйыу.

5. "Экология өсөн көрәшәйек".

- Ҡоштарға ярҙам итеү өсөн ниндәй ҡағиҙәләр үтәргә кәрәк?

      1. Ҡош ояларын туҙҙырма

  1. Ҡоштарҙы һәм уларҙың балаларын тотма!
  2. Урманда   үҫемлектәрҙе,   бөжәктәрҙе,   ҡош   ояларын   тапамаҫ   өсөн һуҡмаҡтан ғына йөрөргә тырыш!
  3. Урманда   һәм   паркта   шаулама, ҡоштарҙы, йәнлектәрҙе ҡурҡытырһың.
  4. Тәбиғәтте сүпләмә!

  • Бына беҙҙең оябыҙға сыйырсыҡ та ҡайтты.  Ул ниндәй файҙа килтерә?
  • Атайҙарығыҙға ҡайтып әйтегеҙ, бергәләп оя эшләп ҡуйығыҙ.

  1. Рефлексия.

  • Бөгөнгө класс сәғәте һеҙгә оҡшанымы?
  • Нимәләр иҫегеҙҙә ҡалды?
  • Оҡшаһа ағасҡа йәшел япраҡтар ҡуяйыҡ, оҡшамаһа һары япраҡ йәбештерегеҙ.

По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Классный час "Птицы - наши друзья" 3 класс

Классный час с презентацией и элементами соревнования. В ходе данного занятия дети расширят знания о птицах, научатся работать в группе....

Классный час "Птицы -наши друзья"

Главная особенность данного классного часа состоит в организации природоохранной деятельности, а именно изготовление и развешивание кормушек, подкомка птиц....

Классный час: "Птицы - наши друзья"

Загадки о птицах, словарные слова,...

Классный час "Птицы - наши друзья"

Внеклассное мероприятие с целью воспитания ответственного отношения  к природе, к "братьям нашим меньшим"...

Классный час. "Птицы - наши друзья"

Цели:Познакомить учащихся с птицами родного края, показать необходимость защиты птиц.Развитие интереса к живой природе.Развитие речи, внимания, наблюдательности, мышления учащихся.Воспитание чувства л...

Классный час "Птицы-наши друзья"

Открытый классный час на школьном методическом объединении классных руководителей "Птицы-наши друзья". Данный материал может быть использован для проведения классных часов, внеклассных мероп...

Классный час "Птицы - наши друзья"

Цель:- экологическое воспитание обучающихся;- расширение кругозора;- проверка знаний эрудиции;- видеть взаимосвязь человека с природой. Задачи:- содействовать воспитанию чувства доброты, сопережи...