Кескәйҙәр төркөмө өсөн сценарий
план-конспект занятия по окружающему миру (младшая группа) на тему

Кескәйҙәр төркөмө өсөн сценарий.

Ғаилә.

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon keskyzr_torkomond_oyoshtorolgan_belem_bireu_eshmkrlege.doc34.5 КБ

Предварительный просмотр:

Кескәйҙәр төркөмөндә ойошторолған белем биреү эшмәкәрлеге.

Тема: Ғаилә.

Төп белем биреү эшмәкәрлеге өлкәһе: Тирә яҡ донъя.

Белем биреүҙә интеграциялар:  социаль-коммуникатив үҫеш, телмәр үҫтереү; художество-эстетик үҫеш(ҡорама йәбештереү); физик үҫеш.

Маҡсат: балаларға ғаилә һәм ғаилә ағзалары тураһында төшөнсә бтреү; ғаилә тураһындағы белемдәрен камиллаштырыу; ғаиләләге һәр кемдең бер-береһен яратыуы, ярҙам итеүе, бергә дуҫ йәшәүҙәое тураһында аңлатма биреү; ғаилә ағзаларына ҡарата  һөйөү, ихтибарлы ҡараш тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: туп; өй төшөрөлгән плакаттар, ғаилә ағзалары һүрәттәре.

Белем биреү эшмәкәрлегге барышы:

-Һаумыһығыҙ, балалар!

-Һаумыһығыҙ!

-Балалар, әйҙәгеҙ әле ҙур түңәрәк эшләйек.

Ҡарағыҙ әле, беҙгә бөгөн ҡунаҡтар килгән. Улар менә һаулыҡ һорашайыҡ! Һаумыһығыҙ!

-Афарин. Ә хәҙер ҡунаҡтарға үҙебеҙ турала һөйләп, йырлап ишеттерәйек.

Бына танауым,

Был – минең ҡашым,

Күҙем, ҡолағым,

Ә бына башым!

- Афарин, балалар! Ә хәҙер иссемдәребеҙҙе әйтәйек.

Мин – Марина Урал ҡыҙы!

(Һәр балаға туп тоттороп исемдәрен әйттереү)

- Афарин балалар, ултырғыстарға ултырайыҡ.

- Ҡарағыҙ әле, беҙгә бөгөн бер матур ҡыҙ ҡунаҡҡа килгән. Уның исеме – Ләйсән.

- Һаумыһығыҙ, балалар!

- Һаумыһығыҙ!

- Мин – Ләйсән. Һеҙҙе күреп танышыуыма бик шатмын. Әйтегеҙ әле, балалар, һеҙҙе бөгөн балалар баҡсаһына кем алып килде?

(Балаларҙың яуаптары: атай, әсәй, олатай, өләсәй һ.б)

  • Һеҙ уларҙы яратаһығыҙмы?
  • Эйе, балалар, һәр беребеһһең атһы, әсәһе, өләсәһе, олатаһы бар. Был – ғаилә тип атала. Һәр кешенең үҙ ғаиләһе була.
  • Әйҙәге, хәҙер ғаилә тураһында бармаҡ уйыны уйнап алайыҡ:

Был бармаҡ – олатай,

Был бармаҡ - өләсәй,

Был бармаҡ – атай,

Был бармаҡ - әсәй,

Был бармаҡ – мин,

Был – минең ғаиләм!

  • Афарин, балалар!
  • Ә хәҙер, баҫтыҡ, ял итеп алайыҡ.

Аҡ ҡуян, йомшаҡ ҡуян,

Беҙгә ҡунаҡҡа килгән.

Ҡойроғо ҡыҫҡаҡ ҡына,

Ҡолағы ергә тейгән.

  • Афарин, балалар! Ял иттек, урындарға ултырабыҙ. Беҙҙең балаларҙың ғаилә тураһында шиғырҙары ла бар:

Нәзирә: Ҡоймаҡ бешерә әсәйем

Таралды тәмле еҫе.

Сәй эсәбеҙ бергә-бергә

Шау-гөр килә өй эсе.

Диана: Топ-топ-топ!

Мин атлайы, атлайым!

Уң ҡулымдан тотҡан атай,

Һул ҡулымдан - әсәйем!

Әлиә: Ҡурайҙы мин бик беләм

Ағайым уйнай гелән.

Бейетеп тә, йырлатып та

Була ул ҡурай менән.

  • Афарин, Нәзирә! Афарин, Диана! Афарин, әлиә!
  • Балалар, был Ләйсәндең өйө. Кемдәр менән йәшәй икән ул?
  • Әсәй.
  • Атай.
  • Өләсәй.
  • Олатай.
  • Афарин, балалар! Ләйсәндең өйө матур, күңелле. Ә бына был өй, нишләптер, күңелһеҙ. Был өй матур, йәмле, күңелле булһын өсөн нимә эшләргә кәрәк?

(Сәскәләр түңәрәктәр менән биҙәкләргә).

Ҡорама йәбештереү.

  • Афарин! Хәҙер өй матурланды.

- Балалар, беҙгә бөгөн ҡунаҡҡа кем килде?(Ләйсән)

-Ул кемдәр менән йәшәй?(Атай, Әсәй, олатай, өләсәй)

- Бер һүҙ менән нисек әйтелә?(Ғаилә)

- Афарин, балалпр! Әйҙәгеҙ, ҡунаҡтар менән хушлашайыҡ.

- Һау булығыҙ!


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Беренсе кескәйҙәр төкөмөндә музыка дәресе

Беренсе кескәҙәр төркөмөндә музыка дәресе. "Урманға-ҡуянға сәйәхәт"...

«Тәбиғәт күрке - күскәнтәй» темаһына икенсе кескәй төркөмдә танып-белеү эшмәкәрлеге конспекты

Башҡортостан Республикаһы муниципаль районы Хәйбулла районының 3-cө һанлы «Шатлык» балалар баҡсаһы муниципаль мәктәпкәсә мәғәриф учреждениеһы      «Тәбиғәт күр...

«Бәпембә сәскәһен әүәләү» темаһына икенсе кескәй төркөмдә художестволы-эстетик тәрбиә бүлегенең ойошторолған белем биреү эшмәкәрлеге конспекты.

Башҡортостан Республикаһы муниципаль районы Хәйбулла районының 3-cө һанлы «Шатлык» балалар баҡсаһы муниципаль мәктәпкәсә мәғәриф учреждениеһы   «Бәпембә сәскәһен әүәләү»темаһына и...

"Ҡурсаҡтың күлдәген матурлау" темаһына кескәй төркөмдә әүәләү

Кескәй төркөмдә әүәләүТема. Ҡурсаҡтың күлдәген матурлау.Маҡсат. Пластилиндан ваҡ киҫәктәр өҙөп алып, түңәрәктәр әүәләү, бер нисә төҫ менән эшләү, пластилин борсаҡтарҙы тигеҙ арауыҡтарҙа ҡатырға ...

«Төҫлө туптар әүәләү» темаһына икенсе кескәй төркөмдә художестволы-эстетик тәрбиә бүлегенең ойошторолған белем биреү эшмәкәрлеге конспекты.

«Төҫлө туптар әүәләү» темаһына икенсе кескәй төркөмдә художестволы-эстетик тәрбиә бүлегенең ойошторолған белем биреү эшмәкәрлеге конспекты. Маҡсат. Балсыҡ киҫәген ике ус эсендә (таҡтала) өйрөлтөп...

Кескәйҙәр өсөн "Әсәйемә" шиғыры

Балаларға әсәй тураһында шиғыр...

Кескәйҙәр өсөн башҡортса физминуткалар

Кескәйҙәр өсөн башҡортса физминуткалар, үҙ ижадым...