Развитие речи через экспериментальную деятельность
статья по развитию речи (средняя группа)

Хуснутдинова Эльзида Рафаэловна

Ребенок познает мир с помощью окружающего мира

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл telmr_ustereu_sarahy_bularak_ekspereminal_eshmkrlek.docx14.61 КБ

Предварительный просмотр:

Телмәр үҫтереү сараһы булараҡ эксперименталь эшмәкәрлек

«Бала алдында тирә яҡтың бар нимәһен, донъяның бер киҫәге лә төрлө йәйғор төҫтәре уйнағандай итеп асырға белергә кәрәк. Һәр ваҡыт нимәһендер асып бөтөрмәй ҡалдырыу мотлаҡ. Сөнки баланың ошо белгән нимәһенә тағын да кире әйләнеп ҡайтыу теләге тыуһын,,

                                                                                                                 В.А.Сухомлинский

Төрлө ғалимдар фекеренсә, бала тик танып белеү эшмәкәрлегендә үҫешә. Бала тирә-яҡ донъяны танып белеү ярҙамында үҙләштерә. Мәктәпкәсе йәштәге балаларҙың аң белем активлығын үҫтереү буйынса иң һөҙөмтәле алым булып балаларҙың эксперименттар яһауы тора. Ул балаларға өйрәнгән объекттың йәки тирә яҡ предметтың төрлө яҡтарын ысын күҙ алдына килтерергә мөмкинселек бирә. Мәктәпкәсе йәш, белеүебеҙсә, баланың интенсив үҫеү осоро ваҡытында дөрөҫ телмәргә эйә булыуы һәм иң мөһиме-уның менән актив ҡулланыу баланың дөрөҫ психофизик үҫешенең иң төп шарты булып тора.

Телмәр-кешенең мөһим ижады, психик функцияһы. Барлыҡ кешенең танып белеү һәләтенә ҡарата үҙ аллы ойоштороуға, үҙ аллы үҫеүгә һәм үҙеңде шәхес итеп төҙөүҙә, үҙ донъяңды икенсе шәхестәр менән диалог аша өлкәһенең сағылышы.

Баланың ваҡытында һәм сифатлы һөйләү телмәре үҫһен өсөн, ул уны йыш ҡулланырға, үҙ йәшендәгеләр һәм өлкәндәр менән бәйләнешкә инергә, тимәк билдәле телмәр активлығына эйә булырға тейеш.

Балаларҙы тирә яҡ менән таныштырыу процессын туранан тура предметтар менән бәйләргә кәрәк. Балалар материалды, һүҙ йәки күргәҙмә материал аша ҡарауға ҡарағанда тиҙ ара күпкә үҙләштерә, үҙ аллы табылған белемдәр һәр ваҡыт нығыраҡ аңлайышлы. Ҡытай аҡылы шулай ти,,Һөйлә – һәм мин онотормон, күрһәт – һәм мин иҫтә ҡалдырырмын, тотоп ҡарарға бир – һәм мин аңлармын...,,

Эксперимент процессында баланың хәтере байый, уның уйлау һәләте активлаша, анализ һәм синтез операцияһы яһау кәрәклеге барлыҡҡа килә, сағыштырыу һәм классификациялау, дөйөмләштереү. Эксперимент уйындар ваҡ моториканы, тейеп ҡарау анализаторҙарын үҫтерә. Ошолар барыһы телмәр үҫтереүҙе дәртләндерә.

Эксперименттар баланың коммуникатив күнекмәһенең үҫеүенә ҙур йоғонто яһай(һорауҙарға яуап биреү, үҙ яуабын аргументлау, инициатив әйтеп биреү, әйтеүгә тиҙ ара ҡолаҡ һалыу).

Эксперименттар телмәр үҫтереү активлаштырыуҙың беренсе сараһы булып тора. Беҙ эшебеҙҙә эҙләп табыу буйынса күҙәтеүҙәр йыш ҡулланабыҙ (осраҡлы күҙәтеүҙәр һәм эксперименттар; планлаштырылған эксперименттар, балаларҙың һорауҙарына яуап биреү). Тәжрибәләр үткәреү – дәрестең бер өлөшө проблемалы хәл тыуҙырыу. Әңгәмәләр(конструктив).

Эксперимент барлыҡ эшмәкәрлек төрҙәрен үҙенә ала: уйын, танып белеү, хеҙмәт, ижад, ә иң мөһиме коммуникатив. Нисек тәрәнерәк донъя танып беленә, шунса телмәр формалаша һәм киреһенсә, нисек баланың телмәре яҡшыраҡ, шунса тәрәнерәк ул үҙенең күҙәтеүҙәрен, танып белеүен һөйләп бирә ала. Экперименталь уйындар бер үк ваҡытта телмәр үҫтереү дәрестәре булып ҡала. Проблемалы хәл уйын процессында һәр ваҡыт балалар менән өҙлөкһөҙ һөйләшеү алып барыла.

Яңы Федераль дәүләт стандарттарында эҙләп табыу, тикшеренеү эшмәкәрлеге икенсе төрҙәр менән берлектә айырым урын алып тора.

Беҙ ҙә һәр ваҡыт төрлө эш ваҡытында эксперименттар аша телмәр үҫтерәбеҙ. Мәҫәлән, беҙ балаларҙы йәшелсә-емештәр менән таныштырғанда, бына ошондай уйын –эксперимент ҡулланабыҙ ,,Салат нимәнән эшләнгәнен тап,,, ,,Еҫе буйынса уйлап тап,,. Был уйындарҙа балалар һөйләмдә ошондай сифаттар ҡулланырға өйрәнә: татлы, әсе, татлыраҡ, хуш еҫле, киҫкен, һутлы. Һәм көн барышында, уйын ваҡытында, ашағанда балалар үҙ аллы ошо һүҙҙәрҙе телмәрҙәренә ҡушып һөйләшә алдылар. Телмәр үҫтереү дәрестәрендә ,,Йәшелсә-емештәр,, темаһы буйынса һүрәткә ҡарап һөйләү циклында балалар йомаҡтар әйтергә өйрәнделәр.

Беҙҙең балалар бик ныҡ эксперимент эшләргә яраталар. Бигерәк тә һыу һәм ҡом менән. Балаларҙың был уйындарға ҡыҙыҡһыныуын, уларҙың үҙенсәлектәрен танып белеүҙә, аңларға тырышлығынан күрергә була.

Эксперименттар менән шөғөлләнеү ярҙамында, балаларҙың һүҙлектәре актив артыуын, телмәрҙәре бәйләнешле икәнен билдәләнек; балалар үҙ йәштәштәре һәм өлкәндәр менән үҙ ара коммуникатив күнекмәләр алалар.

Телмәр үҫтереү һәм эксперименттар үҙ ара тығыҙ бәйләнештә. Был бәйләнештәрҙең ике яҡ характерын билдәләргә була. Үҙеңдең фекереңде дөрөҫ еткереү, тәжрибәне еңелләштерә. Шул уҡ ваҡытта тирә яҡ тураһында өҫтәмә белем алыу телмәр үҫтереүгә булышлыҡ итә.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Конспект совместной деятельности воспитателя с детьми по развитию речи через театрализованную деятельность. Драматизация сказки «Лиса и волк»

Конспект совместной деятельности воспитателя с детьми по развитию речи через театрализованную деятельность. Драматизация сказки «Лиса и волк»...

ПРОЕКТНАЯ ДЕЯТЕЛЬНОСТЬ ПО РАЗВИТИЮ РЕЧИ ЧЕРЕЗ ТЕАТРАЛИЗОВАННУЮ ДЕЯТЕЛЬНОСТЬ ВО ВТОРОЙ МЛАДШЕЙ ГРУППЕ №1 МБДОУ №6 Воспитатель Майорова Ю.С.

ПРОЕКТНАЯ ДЕЯТЕЛЬНОСТЬ ПО РАЗВИТИЮ РЕЧИ ЧЕРЕЗ   ТЕАТРАЛИЗОВАННУЮ  ДЕЯТЕЛЬНОСТЬ ВО ВТОРОЙ МЛАДШЕЙ ГРУППЕ№1 МБДОУ №6Воспитатель Майорова Ю.С....

Конспект непосредственной образовательной деятельности Развитие речи через театрализованную деятельность с элементами художественного творчества (лепка)

Программное содержание: повторить содержание русской народной сказки «Теремок» в обработке М. Булатова; помочь запомнить сказку, развивать способность следить за действиями воспитателя, вовлекать дете...

развитие речи, через экспериментальную деятельность

как происходит развитие речи, через экспериментальтную деятельность....

Занятие в старшей группе на тему: «Необычное в обычном» (Развитие речи через экспериментальную деятельность. Свойства бумаги)

Занятие в старшей группе на тему: «Необычное в обычном» (Развитие речи через экспериментальную деятельность. Свойства бумаги)...