" Кәзә менән бүре"әкиәтен сәхнәләштереү
материал (старшая группа)

Галимова Гульсибар Памировна

Өлкәндәр төркөмөндә сәхнәләштереү өсөн әкиәт сценарийы

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл "Кәзә менән бүре"әкиәте22.75 КБ

Предварительный просмотр:

 Көй  яңғырай. Кәзә бәрәстәре уйнайҙар. Кәзә һәр бер балаһын яратып,арҡаларынан һөйөп сыға ла, таҫтамал сигергә ултыра.Бер аҙҙан ул сигеүен ситкә ҡуя ла,радио ҡуя.Радиола көй яңғырай.Кәзә бәрәстәренә өндәшә.

Кәзә .Бәләкәстәрем,әйҙәгеҙ бейеп алайыҡ әле.Килегеҙ әле  минең янға.

Бейеү көйө ҡуйыла,бәрәстәр йүгереп килеп түңәрәккә торалар.

Кәзә.Һәй,афарин,маладистар!Асыҡтырып китте,ҡана мин бал,һөт йыйырға тау итәгенә төшөп киләйем..Һеҙ ишекте элеп матур ғына ултырығыҙ.Берәүгә лә ишекте асмағыҙ,йәме!(кәрзинен ала эсендә балаларына һөткә 5 һауыт).

Шаян. Ярай, әсәй, бер кемгә лә асмаҫбыҙ.

Һөҙгәк. Тиҙерәк ҡайт әсәй, һинһеҙ беҙгә бик ҡыйын.

Ҙур бәрәс. Әйҙәгеҙ, туғандарым, уйнап алайыҡ: ваҡыт та үтер, күңелле лә булыр.

Бәләкәс. Йомаҡ ҡойошайыҡ.

Ҙур бәрәс. Юҡ, әбәк - көбәк уйнайыҡ.

Бәләкәс. Әйҙәгеҙ, мин һорайым, һеҙ яуап бирегеҙ.

  • Ҡуян, ҡайҙа бараһың?
  • Әбейҙәргә барамын.
  • Унда ниңә бараһың?
  • Ҡаҙ ботона барамын.
  • Уны ҡайҙа ҡуяһың?
  • Ҡулъяулыҡҡа төрәмен.
  • Бысранһа, нишләрһең?
  • Ағиҙелдә йыуырмын.
  • Ағып китһә нишләрһең?
  • Һыуға кереп алырмын.
  • Тота алмаһаң, ни эшләрһең?
  • Үкереп илап ҡалырмын.

Бөҙрәкәй. Мин дә һорайым:

  • Бында май бар ине, ул ҡайҙа?
  • Сысҡан ашаған.
  • Сысҡан ҡайҙа?
  • Бесәй ашаған.
  • Бесәй ҡайҙа?
  • Һалам аҫтында.
  • Һалам ҡайҙа?
  • Үгеҙ ашаған.
  • Үгеҙ ҡайҙа?
  • Тирмән аҫтында.
  • Тирмән ҡайҙа?
  • Утҡа янған.
  • Ут ҡайҙа?
  • Көл булған.
  • Көл ҡайҙа?
  • Күккә осҡан.

Бүре ( ишек янына килә лә туҡылдата( ҡалын тауыш менән). Ишекте асығыҙ, һеҙҙең әсәйегеҙ ҡайтты!

Бәрәстәр. Беҙҙең әсәйебеҙ улай йырламай.

Бүре китә.

Ҙур бәрәс. Хәҙер мин бер нәмә һөйләйем, һеҙ һәр һүҙгә "мин дә" тип әйтеп барығыҙ.

Бәрәстәр. Ярай.

Ҙур бәрәс:

- Барҙым урманға. ( Мин дә)

  • Йыйҙым сәтләүек.(Мин дә)
  • Һалдым улаҡҡа.(Мин дә)
  • Сусҡалар ашап ҡалды.(Мин дә)

Бүре ( нәҙек тауыш менән). Ишекте асығыҙ, һеҙҙең әсәйегеҙ ҡайтты!

Бәрәстәр. Беҙҙең әсәйебеҙ улай йырламай.

Бүре тағы китә.

Бәләкәс. Уйнап та, бейеп тә алдыҡ. Әсәйҙе һағындым!

Шаян. Илама, мин һиңә әкиәт һөйләйем.

Борон - борон заманда булған ти бер бай. Булған ти уның ике өйө. Береһе ағастан, икенсеһе таштан. Һөйләйемме баштан?

Бәләкәс. Һөйлә. ( Көләләр)

Бүре тағы килә, туҡылдай.

Бүре. Мә - мә! Асығыҙ ишекте, мин ҡайттым!

Бәрәстәр. Беҙҙең әсәйебеҙ улай йырламай.

Бүре. Миңә кәзәнең ҡайтып ишек ҡаҡҡанын ғына күҙәтәһе ҡалды. Ана, кәзә үҙе лә ҡайтып килә. ( Бүре йәшенә)

Кәзә (йырлай)

Балтырғандан бал йыйҙым,

Һөтлөгәндән һөт йыйҙым,

Тауҙан - тауға йөрөнөм мин,

Еләк - емеш тирҙем мин,

Һеҙҙең әсәйегеҙ ҡайтты,

Тәмле һөт алып ҡайтты.

Асығыҙ, балаҡайҙарым!

Өйгә керә. Балалар йүгереп килеп әсәләрен ҡосаҡлап алалар.Балаларына һөт тарата.

Кәзә.Шунан,яҡшы ғына торҙоғоҙмо,бәләкәстәрем?Мин ҡараңғы төшкөләгәнсе,тағы ла тау үҙәненә төшөп киләм,ишекте бикләп ҡалығыҙ,береһенә лә асмағыҙ!

Ҙур бәрәс. Әйҙәгеҙ, ҡасышлы уйнайыҡ!

Бәрәстәр. Әйҙә.

Оло бәрәс күҙен йомоп ултыра,ҡалғандар ҡаса.

Кәзә йырын йырлап, бүре килеп сыға. Ҙур бәрәс ишекте аса. Бүре бәрәстәрҙе ашап сығып китә, бәләкәйе ҡасып ҡала. Йырлап кәзә ҡайта. Өйгә керә.

Кәзә. Балаҡайҙарым,ҡайҙа ҡасып бөттөгөҙ? Йәшенмәгеҙ инде! Бәрәскәйҙәрем

 ( Илап ултыра)

Бәләкәс. ( Мейес артынан килеп сыға) Әсәй, беҙгә бүре килде. Апайҙарымды - ағайҙарымды ашап китте.

Кәзә. Бүре? Ах, дөмөккөрө! Нишләп мине тыңламанығыҙ, ишекте астығыҙ?

Бәләкәс. Ул һин булып йырланы, әсәй! Мин ҡурҡам! Йәшер мине, әсәкәйем!

Кәзә. Балам, иламайыҡ. Беҙгә һинең апайҙарың - ағайҙарың өсөн үс алырға кәрәк.Беҙ ишек алдындағы баҙға һыу тултырайыҡ. Өҫтөн ҡаплайыҡ. Ул һине янға тағы ла килер.Һин ишекте асырһың да ситкә һикерерһең .Ул һыуға төшөп батып үлер.

Бәрәс.Юҡ, әсәй,ул мине ашар.Мин ҡурҡам.

Апай - ағайҙарыңды ашаған бүрене хөкөмһөҙ ҡалдырайыҡмы ни?

Бәрәс. Ярай, әсәй.

Кәзә ишек алдында ятҡан балаҫты ситкә ҡуя ла,ике биҙрә менән һыу ташый.Бәрәс ишек алдындағы балаҫты асып яба.Кәзә ишекте бикләргә ҡушып тағы китә.Кәзә көйөнә бүре тағы килә. Бәләкәс ишекте асып ситкә һикерә. Бүре бата башлай. Кәзә өйгә керә.

Бүре. Ай, батам, һыу мине билемә етте. Кәзәм, тояғыңды һуҙ! Һис ҡасан теймәм. Өйөңдө әйләнеп үтәсәкмен. Батам. Һыу муйынымдан булды!Балаңа ла, үҙеңә лә хатта нәҫел - нәсәбеңә теймәм! Ҡотҡар, кәзәкәйем!

Кәзә. Ә һин балаларымды ашағанда уларҙы йәлләнеңме һуң, уҫал бүре? Мине ҡан илатҡанда рәхәт инеме? Ә хәҙер үл, бат!

Әкиәтсе. Шулай итеп, кәзәгә ялбара - ялбара бүре батып үлгән, ти. Ә кәзә һәм уның бәрәсе үҙҙәренең өйҙәрендә һаман да бәхетле йәшәп яталар, ти.

        


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Сабантуй бәйрәмен сәхнәләштерү .Уйныйбыз да көләбез,сабантуйга киләбез .5-7 яшьлек балалар өчен татар халкының милли бәйрәме.

УЙНЫЙБЫЗ ДА КӨЛӘБЕЗ,САБАНТУЙГА КИЛӘБЕЗ!"САБАНТУЙ-САБАН БӘЙРӘМЕ.АНЫ КЫР ЭШЛӘРЕ БЕТКӘЧ,ЯЗ КӨНЕ БӘЙРӘМ ИТӘЛӘР.БЕРЕНЧЕ БУЛЫП БУ БӘЙРӘМ 8-9НЧЫ ГАСЫРЛАРДА КҮРЕНӘ.САБАНТУЙ ТАТАР ХАЛКЫНЫҢ ИҢ ЯРАТКАН БӘЙРӘМЕ Д...

Татар халкының “Кем нәрсә ярата” әкиятенә ияреп икенче кечкенәләр төркемендә әкият сәхнәләштерү.

 Җиһазлау:ишегалды күренеше, матур бизәкле йорт, агачлар, эскәмия.  Катнашалар: балаларның барсында катнаштыру исәбе белән әзерәк өстәмәләр кертелде. Әби,песи-мыраубикә,әтәч-кикрикүк,...

Беренче кечкенәләр төркемендә хезмәткә өйрәтү төрләре һәм аларны балаларның үзләштерүе.

Баланың үсешендә шәхес булып формалашуында хезмәт тәрбиясенә зур урын бирелә.   Программада(яшь ягыннан мөмкинлекләреннән искә алып) хезмәткә омтылыш, иң гади эшчәнлек күнкемәләре, эш...

Сәхнәләштерү эшчәнлеге аша балаларның сөйләм телен үстерү

Сәхнәләштерү эшчәнлеген алып барганда, hәр бала үзенең кичерешләрен, тойгыларын, теләкләрен, карашларын гадәти сөйләшкәндә генә түгел, ә чит тыңлаучылар алдында күрсәтә алырлык шартлар тудырырга hәм я...

А.Алишның “Ил гизүчеләр һәм хәйлә сөючеләр” дигән әкиятен сәхнәләштерү

МАКСАТ: Балаларны әкият геройлары аша кешедәге кимчелекләрне, тискәре һәм уңай сыйфатларны күрә белергә, персонажларның кичерешләренә бәйле рәвештә, интонацияне үзгәртеп, кирәкле урында пауза ясап сөй...

Лексик -грамматик категорияләрне үзләштерү буенча зурлар торкеме балалары (сөйләм теленең гомуми үсешендә кимчелекләре булган ОНР балалар) белэн үткэрелгэн шогыль “ Язгы урманга сәяхәт

Коррекцияле-белем бирү:  Балаларның яз фасылы турындагы белемнэрен тирәнәйтү, язның төп билгеләре белән таныштыруны дәвам итү ,сүз байлыкларын   активлаштыру, бәйләнешле сөйләмне...

Сәхнәләштерү эшчәнлеге аша балаларның сөйләм телен үстерү (Мәктәп методик берләшмә киңәшмәсе өчен доклад үрнәге)

Иҗади сәләтне үстерү, балаларның үзара дуслыкларын ныгытуны сәхнәләштерү эшчәнлеге аша үткәрү әйбәт нәтиҗәләр бирә. Бу төр тәрбия чарасы балаларны кыю, бердәм булырга өйрәтә....