конспект
план-конспект занятия (старшая группа)

Гайнуллина Гульгуна Ахметовна

Конкурсҡа конспект

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл konspekt_na_konkurs.docx17.61 КБ

Предварительный просмотр:

Өлкәндәр төркөмөндә  «Минең әсәйем»

темаһына дәрес конспекты

                                                   Әҙерләне:

                                                                         Иҫке Собханғол ауылы

                                                                      1-се һанлы балалар баҡсаһы

                                                                   педагог- психологы

                                                                    Ғәйнуллина Гөлгөнә

                                                        Әхмәт ҡыҙы.

Иҫке Собханғол,2021

Маҡсат: иң яҡын кеше - әсәйгә ҡарата ыңғай эмоциональ ҡараш, һөйөү тәрбиәләү.

Ҡаралған мәсъәләләр:

-ыңғай эмоциональ кәйеф тыуҙырыу;

- эмпатияны үҫтереү;

- коммуникатив күнекмәләрҙе нығытыу;

- ижади һәләттәрҙе үҫтереү.

Кәрәкле ҡоролмалар һәм материалдар: карточкалар, аудиояҙма, буяуҙар, һыу, бумала һәм елем.

1.Иҫәнләшеү ритуалы. Эмоциональ рәүештә әҙер булыу.

Бөтә дуҫтарым менән

Түңәрәккә мин баҫтым.

Уң яҡҡа бара бирҙем дә

Һул яҡҡа кире киттем.

Уртаға беҙ йыйылдыҡ

Кире урынға баҫтыҡ.

Йылмайҙыҡ һәм күҙ ҡыҫтыҡ

Белем иленә килеп еттек.

2. Әсәйҙәр тураһында йомаҡ.

Ул иң яғымлы,иң яҡшы,иң матур,һеҙҙе ҡурсалаусы кеше. Уның менән һеҙ тышта уйнарға яратаһығыҙ, бергәләп китап уҡыйһығыҙ. Ул һеҙҙе бик ныҡ ярата, бөтәгеҙҙеке лә бар. Кем тураһында һүҙ бара,кем әйтә ала? ( Балаларҙың яуаптары).

3. Күнегеү “Әсәйемдең исеме”.

-Балалар, ҡарағыҙ әле, бында ниндәйҙер хәрефтәр ята. Әйҙәгеҙ әле беҙ ул хәрефтәрҙән үҙебеҙҙең әсәйҙәребеҙҙең исемен төҙөп ҡарайыҡ. Әсәйегеҙҙең исемендә булған хәрефтәрҙе табып алып, ошо картонға йәбештереп ҡуйырға кәрәк. (Балаларға картон, елем, хәрефтәр бирелә.) Унан һуң балаларға психолог һорауҙар бирә:  -  Әсәйҙең исемен нисек итеп яғымлыраҡ итеп әйтеп була? Атайығыҙ әсәйегеҙгә нисек өндәшә? Ә өләсәйегеҙ?

5.Уйын “Әсәйҙең кәйефе ниндәй”.

Психолог балалар алдына төрлө эмоциялар төшөрөлгән карточкалар бирә һәм әсәйҙәре ҡайһы ваҡытта, ниндәй эмоцияла булыуын күрһәтә. Психолог төрлө ситуациялар әйтә : “Иҙәнде һеперһәм, кейедәремде ташлап бөтһәм, һауыт - һаба йыуышырға ярҙам итһәм, тубығымды төкөһәм, ауырыһам, уйынсыҡтарымды йыйыштырмаһам, әсәйемде ҡосаҡлап сикәһенән үпһәм, уны ныҡ итеп яратыуымды әйтһәм, машина юлына йүгереп сыҡһам...”

Балалар бөтә эмоцияларҙы күрһәтеп бөткәс, уйынды киреһенсә уйнарға була. Психолог балалар күрһәтмәгән карточкаларҙы күрһәтә, ә балалар әсәйҙәре ҡайһы ваҡытта шулай иткәндәре тураһында әйтә.

6.Динамик уйын.

Балалар бер рәткә теҙелеп баҫа. Психолог һөйләмдең башын әйтә һәм тупты берәй балаға ташлай, ә тупты тотҡан бала һөйләмдең аҙағын әйтеп бөтөргә тейеш. Мәҫәлән : “Минең әсәйем..., минең әсәйем иң яҡшы...., мин әсәйем менән ғорурланам,сөнки...., минең әсәйем ҡыуана, әгәр ҙә мин...., минең әсәйем бешерә иң тәмле..., минең әсәйемдә миңә оҡшай....”.

Был балаларға әсәйҙәренең күпме эш эшләгәнен, күп нәмәне белгәнен аңлар өсөн бик яҡшы уйын.

7. Илнурҙың әсәһе тураһында хикәйә.

  • Балалар, миңә кисә бер малайҙың әсәһе үҙенең улы тураһында бик асыуланып һөйләп китте.Тыңлағыҙ әле уның нимә өсөн көйгәнен һәм улы нимәне дөрөҫ эшләмәгән икән? Һеҙ Илнур урынында нимә эшләр инегеҙ?

Хикәйә: Илнурҙың әсәһе эштән арып ҡайтты. Өйгә инһә улы кейемдәрен ҡайҙа сискән, шунда бырғатҡан, уйынсыҡтары туҙрап ята һәм әсәһе улына йыйыштырырға ҡушҡан. Тик Илнур әсәһен ишетмәмеш булған. Кискелеккә ашарға бешереп, улын ашатҡан һәм һауыт –һабаны йыйышырға ярҙам ит әле тигән. Тик Илнур икенсе яҡҡа ҡараған да икенсе бүлмәгә сығып телевизор ҡарарға барып ятҡан.

- Балалар Илнурҙың әсәйе нимәгә асыуланған? Илнур урынында һеҙ нимә эшләр инегеҙ?

8. Күнегеү «Әсәйҙең портретын эшлә”.

  • Ә хәҙер балалар күҙегеҙҙе йомоғоҙ әле.Күҙ алдына әсәйегеҙҙе килтерегеҙ. Уның күҙҙәре ниндәй төҫтә, сәстәре,ул нисек йылмая. Ә хәҙер күҙегеҙҙе асығыҙ һәм әсәйегеҙҙең портретын эшләп ҡарағыҙ әле. (Һүрәтте эшләп бөткәс балалар әсәйҙәре тураһында һөйләй).

Дәрес аҙағы :

Психолог : - Балалар, һеҙгә әсәйҙәр тураһындағы әңгәмә оҡшанымы?  Ә төшөргән портретығыҙ?  Миңә лә бик оҡшаны. Беҙ был портреттарҙы күргәҙмәгә ҡуяйыҡ, әсәйҙәр уларға ҡарап һоҡланып, ҡыуанып йөрөрҙәр.

Әсәйҙәр көнөнә арналған конкурсҡа Минең әсәйем темаһына өлкәндәр төркөмөнә дәрес конспекты.

Әҙерләне: Иҫке Собханғол ауылы 1-се һанлы балалар баҡсаһы педагог-психологы Ғәйнуллина Гөлгөнә Әхмәт ҡыҙы.