Күҙҙәр өсөн 10 минут
консультация на тему

Хасанова Гульназ Рамазановна

Түбәндәге күнекмәләрҙе көн дә ҡабатлағанда, үҙ күҙегеҙгә үҙегеҙ ышанмай торор­һоғоҙ. 10 күнегеүҙең бишәүһен генә һайлап эшләргә лә мөмкин. Ә тотош комплекс­ҡа барлығы 10 минут ваҡыт етә.

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon kuzzr_oson_10_minut.doc37.5 КБ

Предварительный просмотр:

Күҙҙәр өсөн 10 минут


     
Түбәндәге күнекмәләрҙе көн дә ҡабатлағанда, үҙ күҙегеҙгә үҙегеҙ ышанмай торорһоғоҙ. 10 күнегеүҙең бишәүһен генә һайлап эшләргә лә мөмкин. Ә тотош комплексҡа барлығы 10 минут ваҡыт етә.


1. Ике минут дауамында күҙҙәрегеҙҙе асып йомоп алығыҙ – күҙ эсендәге ҡан әйләнешен яҡшырта. 


2. Ҡарашығыҙҙы горизонталь һыҙыҡ буйлап уңға күсерегеҙ, һуңынан шуны уҡ икенсе яҡҡа эшләгеҙ. 


3. Бер нисә минутҡа күҙҙәрегеҙҙе йомоп, ҡараңғылыҡ эсендә ҡалығыҙ. Был күнегеү күҙҙәрҙең яҡшы күреүе өсөн кәрәкле матдә – родопсин бүленеп сығыуға булышлыҡ итә тип иҫәпләнә.

 
4. Башығыҙҙы уңға-һулға, өҫкә-аҫҡа борғолағыҙ. Был ҡан әйләнешен яҡшырта. 


5. Ҡарашығыҙҙы уңға-һулға, өҫкә-аҫҡа, түңәрәк яһап, 8 һаны яһап, тегеләй-былай күсерегеҙ.


6. 5 – 6 секундҡа күҙҙәрегеҙҙе йомоп алығыҙ. Күнегеүҙе ете тапҡыр ҡабатлағыҙ. Ул күҙ мускулдарын йомшартып, ҡан әйләнешен әүҙемләштерергә ярҙам итә.

 
7. Өҫкө күҙ ҡабағына бармаҡтар менән баҫып, ике секунд тотоп тороғоҙ. Был күнегеү күҙ эсендәге шыйыҡса әйләнешен яҡшырта. 4 – 5 тапҡыр ҡабатлағыҙ.


8. Тәҙрә янына тороп, янығыҙҙағы бер әйбергә (мәҫәлән, тәҙрә быялаһындағы нөктә) ҡарағыҙ, һуңынан ҡарашығыҙҙы алыҫтағы әйбергә күсерегеҙ. Күнегеүҙе 10 тапҡыр ҡабатлағыҙ.


9. Күҙҙәрҙе йомоп, күҙ алмаһын аҫҡа-өҫкә күсерегеҙ. 5 – 10 тапҡыр ҡабатларға.


10. Күҙ менән һауала һүрәт төшөрөгөҙ. Тәүҙә ябай ғына геометрик фигураларҙан башлап, һуңынан ҡатмарлыраҡтарына күсергә.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Презентация по математике тема:" Часы, минуты, сутки" (подготовительная группа)

Интереснный материал для знакомства детей со временем....

Блиц - массаж "Бодрость за одну минуту"

Советую всем при долгом сидении за компьютером....

"Песенка весенних минут"

Конспект занятия-развлечения с элементами логоритмики для детей старшего дошкольного возраста (5-7 лет) с нарушениями речи....

Конспект занятия "Что можно сделать за минуту?"

Ознакомление детей с 1,2, 3-х минутным интервалом времени....

"Кто пять минут провел без смеха, тот даром время потерял"

Самое светлое и радостное событие в жизни ребенка- это праздник. Он занимает особое место и оставляет в памяти детей самые яркие впечатления. В нашем детском саду стало традицией проведение такого мер...