Йа өнө Я хәрефе
план-конспект урока по чтению (1 класс) на тему
Урок для 1 класса
Предварительный просмотр:
Тема: [Йа] өнө һәм Я хәрефе.
Маҡсат: 1) Я хәрефенең ҡалын ижекле һүҙҙәрҙә яҙылыуын
миҫалдарҙа күрһәтеү был хәреф ингән һүҙҙәрҙе күреп
яҙырға өйрәтеү;
2) Һүҙ башында, уртаһында, аҙағында [йа] өнө ишетелгән һүҙҙәрҙе
тыңлау һәм уларҙы дөрөҫ яҙа белеү күнекмәһен үҫтереү,
бәйләнешле телмәрҙе камилләштереү;
3) Тәбиғәткә ҡыҙыҡһыныу уятыу, башҡорт халыҡ ижадына һөйөү
тәрбиәләү.
Йыһазландырыу: китап, дәфтәр, ручка, таҡта, ҡояш, япраҡ, оя,тауҙар һүрәте, мәҡәл, йомаҡ, Ямал, ҡуян, ҡая.
Дәрес барышы.
I Ойоштороу.
«Психологик атмосфера» ситуацияһы тыуҙырыу.
Бөгөнгө матур көнгә күҙ һалайыҡ, һауа, ҡояш, ағастар… Барыһы ла ниндәй йәмле! Матур! Уларҙан күңелебеҙгә йылылыҡ, йөҙөбөҙгә яҡты нур, тәнебеҙгә сәләмәтлек алайыҡ.
-Уларға нимә әйтәйек? Рәхмәт! Хәйерле көн!
II Үтелгәнде нығытыу.
- “Уңыш “ ситуацияһы тыуҙырыу, эште төркөмдәрҙә ойоштороу
матур яҙыу минутлығы.
- Дәфтәрҙәге һүҙҙәрҙе дөрөҫ, матур яҙығыҙ. (Ҡояш,оя).
а) - Беренсе һүҙҙе уҡыйыҡ. Ҡояш һүҙендә Я хәрефе ҡайҙа килә?
(Уртала). Аҫтыны һыҙығыҙ.
б) - “Оя” һүҙендә Я хәрефе ҡайҙа килә? (Аҙаҡта)
- Әйҙәгеҙ числоны яҙайыҡ. Класта эш.
в) - “Япраҡ” һүҙен яҙайыҡ. Был һүҙҙә Я хәрефе ҡайҙа килә?
(Башта). Аҫтына һыҙығыҙ.
- һеҙ ниндәй хәрефтең аҫтына һыҙҙығыҙ? Тимәк беҙ дәрестә
ниндәй хәреф тураһында өйрәнәбеҙ?
- Эйе, уҡыусылар беҙ һеҙҙең менән ике өндө белдереп килгән Я хәрефе тураһында өйрәнәбеҙ.
3) - Бирелгән һүҙҙәрҙән матур итеп һөйләмдәр төҙөп, схема
аҫтына тура килтереп яҙайыҡ.
- Һеҙгә һөйләм төҙөргә ярҙам өсөн һәр төркөмгә, өлөштәргә бүленгән һүрәттәр бирелә, ә һүрәт артына һүҙҙәр яҙылған.
- Был предметтарҙың нимә икәнен белеү өсөн йомаҡ ҡояйыҡ.
I төркөмгә: Иртә килә, кис ҡайта. (Ҡояш).
- Ҡояштың нуры артында яҙылған һүҙҙәрҙе уҡыйыҡ. Үҙегеҙгә оҡшаған бер һөйләмде яҙайыҡ. (Таҡтаға бер уҡыусы сығып яҙа). (Һаран йылыта. Һары ҡалҡты.)
Шаян ҡояш көлә.
II төркөмгә: Яҙ килһә-йәшәрә, көҙ етһә-һарғая. (Япраҡ).
(Ҡоро шыптырлай. Еүеш йәбешә.)
Һары япраҡ ҡойола
III төркөмгә: Балтаһыҙ, ҡулһыҙ бәләкәй генә өй эшләнгән. (Оя).
(Киң, ҙур, бәләкәй).
Оя матур.
- Һөйләмдәр тураһында нимә әйтергә мөмкин? (Һөйләм баш хәрефтән башлана, аҙағында нөктә ҡуйыла. Башҡорт һөйләмендә хәрәкәтте белдергән һүҙ уның аҙағына ҡуйыла).
III Яңы тема өҫтөндә эш.
- [Йа] өнө ниндәй хәреф менән тамғаланғанын белгегеҙ киләме? Улай булһа тыңлағыҙ.
1) «Хәрефтәрҙә ыҙғыша икән».
Борон-борон заманда был тирмәлә өндәр генә йәшәгән ти. Бер мөйөшөндә тик ҡалын һуҙынҡы өн хәрефтәр, икенсе мөйөшөндә тик нәҙек һуҙынҡы өн хәрефтәр йәшәгән. Шулай әҙәмсә килешеп торғанда Й хәрефе ғауға һала башлаған:
- Кит,кит! Һинең менән йәнәш тормайым! –тигән ул А хәрефенә.- Килмә лә эргәмә, баҫма ла!-тип екергән ғауғасыл Й хәрефе. А хәрефе илап ебәргән. Шунда Я хәрефе түҙмәгән. -Нисек оялмайһығыҙ? Ниндәй тауыш күтәрҙегеҙ, - тигән дә келәткә индереп йоҙаҡлап ҡуйған. - Үҙем хәйләкәр, уҫал, яман, боҙоҡ хәрефтәрҙең береһемен, үҙем яҙылам, - тип килеп баҫҡан. Шул ваҡыттан алып Я яҙылған һүҙҙәрҙә уның урынына Й һәм А өндәре ишетелә лә тора.
- Һүҙҙәрҙе уҡыйыҡ: Ямал-[йамал], ҡуян-[ҡуйан], ҡая- [ҡайа].
2) Уҡыу мәсьәләһе ҡуйыу. Һығымтаға модель яһау.
- Тимәк я хәрефе ниндәй һүҙҙәрҙә яҙыла? Я хәрефе ҡалын һүҙҙә яҙыла. Башта ла, уртала ла, аҙаҡта ла тора. Ә урыҫ әҙәби теле аша ингән һүҙҙәрҙә урыҫ телендәгесә яҙыла, армия, Ваня.
Һүҙ
башы уртаһы аҙағы
[йа] [йа] [йа]
я я я
Физминутка. Бер эйелә, бер бөгөлә,
япраҡтар көслө елгә. (Кәүҙәне бөгөү).
Ҡояшты ла онотмай, (кәүҙәне әйләндереү).
Уны күҙәтә гел дә. (башты борғолау).
IV Нығытыу. Китап менән эш.
- Үҙ аллы. 229-сы күнегеү. -Өндәр менән тамғаланған һүҙҙәрҙе хәрефтәр менән яҙ. Мәҫәлән: Яман, ялҡау, ҡояш, янғын, ябыҡ, ярсыҡ, сынаяҡ, ялған, шаян.
2) Түбәндәге һүҙҙәргә Я хәрефен ялғап яҙығыҙ.
I т. Той, туй, тай, һый, тый. II т. Ҡый, ҡой, йылмай, янтай.
III т. Ҙурай, турай, йый, уй, ҡуй.
V Йомғаҡлау. Бөгөн дәрестә нимәгә өйрәндегеҙ? Нимә белдегеҙ?
VI Өйгә эш. Бит 110, 230-сы күнегеү.
VII Баһалау .Дәресте ошо мәҡәл менән бөтөрәйек. Уҡып
ишеттерәйек. Кем үҙен яҡшы эшләнем ти, ҡыҙыл түңәрәкте алып ҡала, кем һәйбәт эшләнем ти, йәшел түңәрәкте алып ҡала.
По теме

Уку дәресе "Н хәрефе булган сүзләрне уку.Әниләр темасына бәйләнешле сөйләм үстерү"
Урок в 1 классе помогает правильно произносить и запомнить произношение трудных букв....
Әлифба.1кл.Щ хәрефе.
Әлифбадан 1 класс өчен дәрес планы....

"С" хәрефе
"Перспектив башлангыч мәктәп" программасы буенча 1 нче сыйныфта уздырылган татар теле дәресе....

Тема: м хәрефе һәм авазы
1) М хәрефе һәм авазы белән танышу; сүзләрдә ишетеп (м) авазын күрсәтү; иҗекләрдән сүзләр, сүзләрдән җөмлә төзү.2) Сөйләм телен баету. Яңа лексика белән таныштыру...



