Башкирский поэт,писатель и драматург - Мустай Карим
план-конспект урока по чтению

Закирова Флюра Тимербулатовна

Жизнь и творчество Мустая Карима

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл Конспект урока 25.87 КБ

Предварительный просмотр:

МОУ “Таукаевская основная общеобразовательная школа”

Дәрес темаһы:

“ Башҡорт теле дәрестәрендә халыҡ шағиры М. Кәрим тормошон һәм ижады өйрәнеү”

                                                                              Уҡытыусы: Закирова Флюра Тимербулат ҡыҙы

                                                                                                   

2022 йыл

Дәрес барышы

Уҡытыусы

Закирова Флюра Тимербулат ҡыҙы

Дәрес темаһы

Башҡорт теле дәрестәрендә халыҡ шағиры, яҙыусы Мостай Кәрим тормошон һәм ижадын өйрәнеү

Дәрес төрө

Оҫталыҡ дәресе

Дәрес маҡсаты

Белем биреү маҡсаты: башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә халыҡ шағиры, яҙыусы Мостай Кәрим тормошон һәм ижадын өйрәнеү буйынса ҡыҙыҡлы, эффектив, инновацион алымдар, ысулдар, эш төрҙәре менән таныштырыу, эш тәжрибәһе менән уртаҡлашыу.

Үҫтереүсе: коллегаларҙың ассоциатив, логик фекерләүен, ижади һәләттәрен үҫтереү.

Тәрбиәүи: Мустафа Сафич Каримовтың тормошон, ижадын өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уятыу.

Көтөлгән һөҙөмтәләр

Предмет УУЭ һөҙөмтәләре: башҡорт теле дәрестәрендә теманы өйрәнеү буйынса отошло, ҡыҙыҡлы алымдарҙы өйрәнеү.

Метапредмет (предмет-ара) УУЭ һөҙөмтәләре:

а) регулятив: уҡыу мәсьәләһен, проблемаһын планлаштырыу, уның алгоритмын төҙөй белеү, үҙ эшмәкәрлеге һөҙөмтәһен баһалау;

б) танып белеү: логик фекерләү ҡеүәһе үҫешә; текст менән эшләү мәлендә аңлы уҡырға, кәрәкле мәғлүмәтте эҙләп табырға, был мәғлүмәт менән эшләргә; сағыштырырға, системаға килтерергә, анализларға, дөйөмләштергә, универсаль алымдар менән эш итергә өйрәнә (таблица, логик-структур, ассоциатив схемалар), проект-эҙләнеү эшмәкәрлегенә, билдә-символдар ҡулланып эш итә белеүенә нигеҙ һалына;

в) коммуникатив: төркөмдә эшләгән саҡта үҙ-ара хеҙмәттәшлек итә белеү, бер-береһен тыңлай, башҡалар фекерен ҡабул итә, аңлай белеү кеүек сифаттар тәрбиәләнә; телмәрҙәре үҫә.

Шәхси УУЭ һөҙөмтәләре: Мостай Кәрим тормошон һәм ижадын өйрәнеүгә ыңғай ҡараш, мотивация, ҡыҙыҡһыныу формалаштырыу; белем алыуға ыңғай ҡараш булдырыу.

Йыһазланды-рыу  Мультимедиа проекторы (презентация)

Дәрес этаптары

Уҡытыусы эшмәкәрлеге

Уҡыусылар

эшмәкәрлеге

Дәрестең һәр этабында формалаштырылған УУЭ (регулятив, танып белеү, коммуникатив, шәхси)

I.Уҡыу эшмәкәрлегенә мотивация булдырыу (ойоштороу моменты)

1. Сәләмләү. Теманы әйтеү.

2. – Дәрестең темаһынан сығып, бөгөнгө оҫталыҡ дәресенән нимә көтәһегеҙ?

Уҡыусыларҙың яуаптарын тыңлау. Дәрескә маҡсат ҡуйыу.

Регулятив,

шәхси УУЭ

II.Уңыш ситуацияһы тыуҙырыу (белемдәрҙе актуалләштереү)

Дәрестең эпиграфын –

  • "Не русский я, но россиянин.
                    Ныне я говорю, свободен и силён:
                    Я рос, как дуб зелёный на вершине,
                    Водою рек российских напоен".
    М.Карим “Я- Россиянин”
  • Автор был һүҙҙәре менән нимә әйтергә теләй?

Уҡыусыларҙың яуаптары.

Регулятив, танып белеү, шәхси УУЭ,

III. Уҡыу мәсьәләһен

(проблемаһын) ҡуйыу

  • Халыҡ шағиры Мостай Каримнең тормошон, ижадын өйрәнеүгә бағышланды. Быйыл бөйөк шағирҙың, яҙыусының М.Каримнең тыуыуына103 йыл була 20 октябрьҙә. Мостай Каримнең тормошон һәм ижадын өйрәнеү буйынса ҡыҙыҡлы, эффектив, инновацион алымдар, ысулдар, эш төрҙәре менән таныштырып, эш тәжрибәһе менән уртаҡлашып китмәксемен.

IV. Яңы материалды өйрәнеү (моделләштереү)

Уҡыу проблемаһын сисеү.

1-2 слайд

Мостай Кәрим

Тормошо һәм ижады

 3слайд

Мостай Кәрим 1919 йылдың 20 октябрендә Башҡортостандың хәҙерге Шишмә районының Келәш ауылында тыуған.

4 слайд

Туғандарының араһында беренсе высшее образование ала

1941 йылда Башҡорт дәүлә педагогия институтын тел һәм әҙәбиәт факультетын тамамлай.

5 слайд

Бөйөк ватан һуғышы башлана. Мостай Кәрим беренсе көндәренән алып енеүгә тиклем һуғышта була.

6 слайд

1939 йылда М.Кәрим Рауза тигән ҡыҙ белән таныша. Ике йылдан өйләнәләр,институт тамамлағас Ермекеевоға Рауза үҙе генә китә.М Каримде  һуғышҡа алдылар

7 слайд

1951йылдаМ.Кәримдең малайы куренә

8 слайд

Малайы һәм ҡыҙы 2013 йылда фонд асалар имени Мустая Карима

9 слайд-16 слайд

М.Кәрим ижады

Регулятив, шәхси, коммуникатив УУЭ

V. Белемде нығытыу (Яңы белемде практикала ҡулланыу)

Слайдтар менән эшләу

- уҡыу материалы оҙағыраҡ, нығыраҡ хәтерҙә ҡала;

- Шиғырҙы логик баҫым ҡуйып уҡыу

- Һорауҙарға яуап биреу

- Мостай Кәримдең тыуған йылы һәм тыуған ере?

- Нисәнсе йылда ижад итә башлай?

- Нисәнсе йылдарҙа тәүге китабы сыға?

- М.Кәримдең ҡатының һәм балаларының исемдәре?

- Нисәнсе йылда уҡыуҙы тамамлаған?

- Тәүге китабы нисек атала һәм ҡасан донъя күрә?

    Әҙерләнгән балалар М. Кәримдең шиғырҙарың һөйләйҙәр.( “Эшләнмәгән ҡала”, “Эй мөхәббәт”, «Көҙ» ...)

12-се слайд менән эшләү, һүрәттәрҙе теҙеү.

13-14ғы слайдтар менән эшләү, уларҙы уҡыу.

Һорауҙарға яуаптар биреү.

Танып белеү, коммуникатив, шәхси УУЭ

Танып белеү, регулятив, коммуникатив УУЭ

VI.Дәресте йомғаҡлау.

Эшмәкәрлеккә рефлексия.

  • Шулай итеп, бөгөнгө оҫталыҡ дәресендә үҙегеҙ ҡуйған маҡсаттарға ирештегеҙме?
  •  Ниндәй мәғлүмәт һеҙҙең өсөн яңы булды?
  • Алған белемдәрегеҙҙе ҡайҙа ҡуллана алаһығыҙ?
  •  Ниндәй алымдар, эш төрҙәре һеҙҙең өсөн бигерәк тә оҡшаны?
  •  Аңлау өсөн нимәһе ауыр булды? Оҫталыҡ дәресенән һуң ниндәй һорауҙар, идеялар тыуҙы?

Уҡытыусыларҙың үҙҙәренең эшмәкәрлегенә рефлексия яһауы.

Регулятив, шәхси, коммуникатив УУЭ

 


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

«Зима в произведениях русских поэтов, писателей, художников и композиторов.»

Мы приглашаем вас отправиться вместе с нами в страну, имя которой искусство. Прославленные писатели, поэты, композиторы, художники - хозяева этой страны - представляют в своих произведениях и во...

Презентация по литературному чтению во 2 классе "Корней Иванович Чуковский. Поэт. Писатель. Человек".

Презентация предназначена для использования во 2 классе УМК "Школа России". Информация адаптирована возрасту младших школьников и позволяет познакомить детей с творчеством К.И.Чуковского с необычной т...

Мои стихи. О башкирском поэте, писателе Маулит Ямалитдине

Байгилде улы Мәүлит- Илдең Бөйөк  шәхесе.Аят - доғалар  менән үтерБашҡортомдоң  мәжлесе....

Рыськина В. С. Методические рекомендации к уроку литературного чтения во 2 классе по теме: «Весна в изображении поэтов, писателей, художников» март 2024

Методические материалы к уроку литературного чтения по теме "Весна в изображении поэтов, писателей, художников" включают - цели и задачи урока, планируемые результаты УУД;- технологичес...