Урок Мустай Карим
план-конспект урока (3 класс) на тему

Шарипова Эльмира Фидарисовна

.

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon m.karim-urok.doc1013.5 КБ

Предварительный просмотр:

                                               БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ

                                                      МӘҒАРИФ МИНИСТРЛЫҒЫ

                     МУНИЦИПАЛЬ БЮДЖЕТ ДӨЙӨМ БЕЛЕМ БИРЕҮ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ

                      Ҡәләм һәм штык менән     

             (М.Кәримдең «Мин фронтҡа китәм ,иптәштәр!»

              шиғыры буйынса дәрес планы )  

                                           

 

                                   

               

                                                                  БАШҠАРҘЫ:   Шарипова Э.Ф.

                                                                                               

                                               

                                                           К7р2ем-2018.                                                      

Тема:Ҡәләм һәм штык менән.

Маҡсат һәм бурыстар:Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яҙыусыларҙы,уларҙың әҫәрҙәрен белеп китеү, Мостай Кәримдең һуғыш темаһына арналған әҫәрҙәре менән танышыу,уҡыусыларҙы тасуири уҡырға өйрәтеү,яҙыусының ижадына ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу,уҡыусыларҙа ихтияр көсөн тәрбиәләү.

Йыһазлау:башватҡыс,М.Кәримдең портреты,китаптарына күргәҙмә.

                                         Дәрес барышы.

Беренсе слайд. Бирелгән башватҡысты сисергә  (бирелгән   һүҙҙәрҙе тәртип буйынса уҡып сығырға).

   (Шиғырҙы уҡып артикуляцион күнегеү эшләнә,

 уҡытыусы шиғырҙы тулы көйө уҡып сыға,дәрестең маҡсаты әйтелә)

      -Был шиғырҙы  Мостай Кәрим һуғышҡа китер алдынан яҙған.Бына беҙ һеҙҙең менән алтмыш биш йыл  тыныс тормошта йәшәйбеҙ,хеҙмәт итәбеҙ.Әммә Тыуған ер өсөн,азат ил өсөн ,тыуасаҡ таң һәм матур көн өсөн ҡорбан булғандар онотолмай.Бөгөнгө дәресебеҙҙе лә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, ҡорбан булған яҙыусыларға ,М.Кәримдең һуғыш темаһына арналған әҫәрҙәрен өйрәнеүгә бағышлайбыҙ.

 Икенсе слайд. Ҡәләм һәм штык менән.

Өсөнсө слайд. Мостай Кәримдең портреты.

Уҡытыусы һүҙе:Шағир һәм һалдат... Былар ,әлбиттә ,үҙ-ара һыйышмаған төшөнсәләр түгел. Илде дошман килеп баҫҡанда ,борон-борондан сәсәндәр ир егеттәрҙе  яуға саҡырып  оран һалыр булғандар, ҡулдарына уҡ-һаҙаҡ алып  ат менгәндәр,яу батырҙарын данлап  ҡобайырҙар,йырҙар,бәйеттәр сығарғандар.

1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында  ошо героик традицияның йәнә лә бер тапҡыр ҡабатланыуын һәм һуғышта ҡатнашҡан башҡорт шағирҙарының яу  ҡырында  һәм яуҙан һуң  яҙылған шиғри әҫәрҙәрендә шул тарихи  традицияларының күп яҡлы сағылышын табабыҙ.

  Яу ҡырында тыуған шиғырҙарҙы әлбиттә тыныс ҡына яҡты бүлмәлә иркенләп  ултырып  яҙылған,һуңынан ҡат-ҡат эшкәртелгән –шымартылған  әҫәрҙәр менән  сағыштырырға кәрәкмәй. Ижад шарты  булмауға  ҡарамаҫтан ,уларҙың  иң ялҡынлылары  үҙ вҡытында  фронт  гәзиттәрендә  баҫылып сығып һуғышсыларҙың  күңелендә  Тыуған илгә мөхәббәт, фашизмға  аяуһыҙ нәфрәт уты ҡабыҙып ,уларҙы тиңдәшһеҙ батырлыҡтарға  этәрҙеләр.

Дүртенсе слайд. “ Һуғыш тураһында шиғырҙар яҙып ,көн дә  булып  торған  ҡан ҡойоу,хәтәр күренештәр  менән  йәнәшә  ошоларҙың  бөтәһенә бәйле  башҡаны-  бөйөк һәм  юғары  күренештәрҙе  тапҡан  кеше генә   шағир исеменә  лайыҡ”-тип яҙған Бөйөк Ватан һуғышында  күпте  күргән хәрби  журналист,киң таныҡлы  шағир һәм яҙыусы Константин Симонов.

-Кемдәр улар шағир исеменә лайыҡ  кешеләр?

Лейтенант Мостай Кәрим, үпкәһен мина ярсығы тишеп киткән,взвод  командиры Хәким Ғиләжев ҡултыҡ таяҡтары менән ҡайтҡан.Тимер Арыҫлан,Ғайнан Әмири,Сәләх Кулибай һәм Ибраһим Абдуллин,Әнүәр Бикчәнтәев һәм Муса Ғәли,Шәриф Биҡҡол һәм Яҡуп Ҡолмойҙоң  тәнендә лә  яра эҙҙәре була.

Бишенсе слайд. Мостай Кәрим , Хәким Ғиләжев ,Тимер Арыҫлан,Ғайнан Әмири,Сәләх Кулибай  Ибраһим Абдуллин,Әнүәр Бикчәнтәев, Муса Ғәли,Шәриф Биҡҡол , Яҡуп Ҡолмой.

  Уҡыусыларҙың эштәрен тыңлау (рефераттарын,тикшеренеү эштәрен,яҙыусыларҙың шиғырҙарын уҡыу)

 - Уларҙың шиғырҙарында йәшәү тигән даһиҙы данлау,Еңеү таңын көтөү,Тыуған илгә мөхәббәт,дошманға нәфрәт уты менән ялҡынлана.

    Үткән дәресте ҡабатлау.М.Кәримдең биографияһын иҫкә төшөрөү

Алтынсы слайд. Мостай Кәримдең портреты.

Етенсе слайд. М.Кәримдең наградалары.

     Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, 10 июлдә комсомолец шағир Мостай Кәрим армияға алынып, хәрби элемтә училищеһы тамамлай һәм кесе лейтенант званиеһында Брянск фронтына ебәрелә. 17-се мотоуҡсылар бригадаһында танкыларға ҡаршы артиллерия дивизионының элемтә начальнигы була. 1942 йылдың авгусында Мценск ҡалаһы тирәһендә күкрәгенә ҡаты яраланып (комсомол билеты аша үпкәһенә снаряд ярсығы инеп ултыра), алты айҙан ашыу госпиталдәрҙә даулана. Ошонда ул данлыҡлы «Үлмәҫбай» поэмаһын яҙа башлай. «Тәүге һунар» тигән беренсе бүлеген 1942 йылдың октябрь айында тамамлап дивизияһының «Ҡыҙыл атлылар» газетаһына ебәрә.

     1943 йылдың мартында лейтенант Мостай Кәрим Воронеж фронты газетаһына   («За честь Родины») хәрби корреспондент итеп билдәләнә, унан 3-сө Украина фронтында татар телендә сығарылған «Совет сугышчысы» газетаһына күсерелә. Ошонда ул бөтә Башҡортостан һуғышсылары исеменән «Башҡорт халҡына яуап хат» поэмаһын яҙа. 1944 йылда Коммунистар партияһына алына.

     Өлкән лейтенант Мостай Кәримгә редакцияның оператив заданиелары менән әленән-әле алғы ут һыҙығында булырға, ҡәләмен ҡуйып тороп, ҡулына автомат алырға һәм, һалдаттар менән бергәләп, фашистарҙы дөмбәҫләргә тура килә.

     Бөйөк Еңеү таңын капитан Мостай Кәрим Австрияла Венанан ары Линц ҡалаһы эргәһендә ҡаршылай. 1946 йылдың февралендә икенсе группа һуғыш инвалиды танылып, армиянан демобилизациялана.

     Һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн II дәрәжә Ватан һуғышы (1945), Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) ордендары һәм күп миҙалдар менән наградлана.

     Һуғышта яҙылған шиғри әҫәрҙәренән Башҡортостан китап нәшриәте ике йыйынтыҡ баҫтырып сығарған: «Минең атым»,Өфө,1943; «Шиғырҙар», Өфө,1945.

Һигеҙенсе слайд. 

          Мостай Кәримдең ижады һәм тормош юлы буйынса

                                    тест һорауҙары.

                   

1.М.Кәрим нисәнсе йылда тыуған?

       А)1915

       Б)1917

       В)1919

       Г)1920

2.Ул ниндәй районда тыуған?

     А) Яңауыл   районы

     Б)Тәтешле районы

      В)Мәләүез районы

      Г)Шишмә районы

3.Нисәнсе йылда ауыл мәктәбендә уҡый башлай?

      А)1920

       Б)1927

       В)1930

       Г)1941

4.Беренсе шиғыры ниндәй гәзиттә баҫылып сыға ?

      А) “Ленинсы”   гәзите

      Б)  “Башҡортостан” гәзите

       В)  “Өмөт” гәзите

       Г)  “Аҙна” гәзите

5.Һуғышҡа тиклем нисә китап сығарып өлгөрә ?

       А)1

       Б)2

       В)3

       Г)4

6.Нисәнсе йылда уға халыҡ шағиры исеме бирелә ?

      А)1960

       Б)1961

       В)1964

       Г)1965

7.М.Кәримдең  бала саҡ дуҫының исеме нисек ?

       А)Кәрим

       Б)Ибрай

       В)Искәндәр

       Г)Әсғәт

8. «Мостай Кәрим ижадында  күләмлелек һәм күпмелер дәрәжәлә күп яҡлылыҡ  хас “... кем һүҙҙәре?

      А)М.Аҡмулла

       Б)Р.Бикбаев

       В)Ғ.Хөсәйенов

       Г)Н.Рыленко

9.М.Кәримдең бала саҡ ҡушаматы нисек?

       А)Һары серекәй        

       Б)Арҡыры баш

       В)Кендек

       Г)Ибрай

10.Ибрай ҡайһы әҫәр геройы?

       А)   “ Ярлыҡау”

       Б)   «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ»

       В)  «Айгөл иле»

       Г)  «Беҙҙең өйҙөң йәме»

(Яуаптар:1-в, 2-г, 3-б, 4-а, 5-б, 6-в, 7-г, 8-в, 9-в, 10-б)

( уҡыусылар М.Кәримдең биографияһына байҡау яһайҙар,тест һорауҙарына

 яуаптар яҙалар)

  Дәреслек буйынса эш. Мостай Кәримдең  “Мин фронтҡа китәм, иптәштәр!” шиғыры менән танышыу.

Туғыҙынсы слайд М.Кәрим“Минфронтҡа китәм,иптәштәр!”  

                      -шиғырҙы уҡытыусы уҡып сыға

                      -эстән уҡыу

                      -һүҙлек эш:һуғарырмын-

                                         үс-

                                         нәфрәт-

                                        сал ҡартлығын-

   (һүҙлектәр менән  үҙ аллы эшләйҙәр,һүҙлек дәфтәрҙәренә күсереп алалар)

           -шиғырҙы тасуири уҡыу өҫтөндә эш(тыныш билдәләренең   ҡуйылышын,эпитет,йәнләндереү,синонимдар тураһында үткәндәрҙе иҫкә төшөрөү)

           -шиғырҙы уҡыусыларҙан сылбырлап уҡытыу

           -шиғырҙың йөкмәткеһен үҙләштерелеүен тикшереү(һорауҙарға яуаптар биреү):

     -кем атты эйәрләй?

     -әсәһе егеткә нимә һуҙа?

     -егет ниндәй атҡа атланып һуғышҡа китә?

     -егеттең дошмандарға нәфрәте ниндәй һүҙҙәрҙә күренә?

    -кемдәрҙе һаҡлар өсөн егет һуғышҡа китә?

 Уҡытыусы һүҙе  Фронтҡа китерҙән алда яҙылған  “Мин фронтҡа китәм,иптәштәр!”  тигән шиғыры  буласаҡ һалдаттарҙың  ил алдындағы  поэтик анты булып яңғыраны.Күреүебеҙсә ,ир-егет үҙенең дошманды  һис шикһеҙ  еңәсәгенә  һәм Ватанының  ирекле ил булып ,тағы ла сәскә атасағына  тәрән ышана.Шиғырҙың йөкмәткеһе  тулыһынса оптимистик  пафос  менән һуғарылған. Ватандың бойондороҡһоҙлоғо һәм бәхете өсөн  утҡа-һыуға ла  инергә әҙер торған .Хатта,кәрәк икән, ғүмерҙәрен дә аямаған ҡаһарманлыҡ- һуғыш осорондағы  совет илһөйәрлегенең бер күренеше ул.

 Йомғаҡлау.

1)Әңгәмә,һорауҙарға яуаптар биреү:

     -һуғыш тураһында кемдәр(ниндәй яҙыусылар) әҫәрҙәр ижад иткән?

     -үҙҙәренең әҫәрҙәрендә улар нимә тураһында һүҙ алып бара?

     -әҫәрҙәрендә ниндәй уртаҡ яҡтар бар?

     -әҫәрҙәрендәге төп геройҙарға хас сифаттарҙы һанап сығығыҙ(етенсе кластарҙа үткән   “Үлмәҫбай “  поэмаһына  күҙәтеү,иҫкә төшөрөү)

    -шиғырҙы уҡығанда ниндәй хистәр тыуҙы?

   -шағирҙың төп фекерен әйтегеҙ?

 

2)Дәресебеҙҙә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яҙыусы М.Кәримдең һуғыш темаһына арналған әҫәренә туҡталдыҡ. Шулай итеп, Мостай Кәримдең шағирлыҡ һәләте Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында  тағы ла сағыуыраҡ асылды. Һуғыштың башынан алып  аҙағынаса  яу кискән  шағир –һалдат  яугирҙарҙың  уй –тойғоларын  һүрәтләүгә өлгәште.

Ҙур батырлыҡтар күрһәткән яҙыусыларыбыҙҙы бер ҡасан да онотмайбыҙ, уларҙың әҫәрҙәре менән танышабыҙ,шиғырҙарын уҡыйбыҙ,ятлайбыҙ.Бындай әҫәрҙәр беҙгә  бик кәрәк. Тулышҡан күңелдәрҙе  илап бушатыр,һағыштарҙы таратыр өсөн генә түгел-бөгөнгө тормошобоҙҙоң ҡәҙерен белер өсөн,донъя именлеген һаҡлар өсөн кәрәк ул.

3)Өй эше:шиғырҙы ятларға ,яҙыусы фронтовиктар тураһында мәғлүмәттәр тупларға,тикшеренеү эше алып барырға.

4)Баһалау

                                              Әҙәбиәт:

1.Башҡорт теле һәм әҙәбиәте.Тикеев Д.С.,Ғафаров Б.Б.2002

2.Хәҙерге башҡорт әҙәбиәте. Хөсәйенов Ғ.Б.,Байымов Р.Н. Өфө:Китап,2007.

3.Утлы йылдар ауазы. Шиғырҙар һәм поэмалар.Өфө-1985.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Урок чтения. И. Дик «В дебрях Кара-Бумбы»

Обучение прогнозированию содержания произведения на основании заглавия, иллюстрации, ключевых слов....

Урок чтения. И. Дик «В дебрях Кара-Бумбы»

Обучение прогнозированию содержания произведения на основании заглавия, иллюстрации, ключевых слов....

Урок в начальной школе, посвященный творчеству Мустая Карима

Урок посвящен творчеству Мустая Карима...

Литературно-музыкальная постановка «Долг памяти», посвященная Мустаю Кариму, его жизни и творчеству

Внеклассное мероприятие, посвященное творчеству Башкирского писателя и поэта Мустая Карима. Литературно-музыкальная постановка с участием детей младшего школьного возраста, направленная на воспитание ...

Презентация по произведению Мустая Карима "Таганок"

Презентация по произведению Мустая Карима "Таганок"...

Башкирский поэт,писатель и драматург - Мустай Карим

Жизнь и творчество Мустая Карима...