Б б өн хәрефтәре.
план-конспект урока по чтению (1 класс)

Азнаева Лэйсан Ришатовна

Маҡсат

  •  Б  өнөнөң хәреф тамғаһы менән таныштырыу, Бб хәрефен яҙып өйрәнеү
  • Уҡыусыларҙа өндө ишетеү, тыңлау һәләтен үҫтереү, бал тураһында мәғлүмәт биреү
  •  Предметҡа ҡыҙыҡһыу уятыу, дуҫлыҡ тәрбиәләү

1.     Ойоштороу моменты.

-         Һаумыһығыҙ, балалар. Бөгөн беҙҙең дәрескә ҡунаҡтар килгән.  Әйҙәгеҙ уларҙы ла сәләмләйек. Беҙ дәрестә нимәләргә өйрәнәбеҙ, әйҙәгеҙ шул турала хор менән әйтеп китәйек.

 

Уҡырға ла өйрәнәбеҙ,

Яҙырға ла теләйбеҙ.

 Бик бейек һәм бик текә

Фән тауына менәбеҙ.

-         Бөгөн дәрескә балалар һеҙ ниндәй кәйеф менән килдегеҙ, шул турала өҫтәлдә ятҡан һүрәттәр  беҙгә яуап бирһен.

( балалар ҡояш йәки болот һүрәттәрен күрһәтә)

Кәйефегеҙ ҡояш кеүек балҡып тора, улай булғас дәресте башлайбыҙ.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл Урок Әлифба20.01 КБ

Предварительный просмотр:

Башҡорт теле, 1 класс.

Тема:   Б б  өн хәрефтәре.

Маҡсат

  •  Б  өнөнөң хәреф тамғаһы менән таныштырыу, Бб хәрефен яҙып өйрәнеү
  • Уҡыусыларҙа өндө ишетеү, тыңлау һәләтен үҫтереү, бал тураһында мәғлүмәт биреү
  •  Предметҡа ҡыҙыҡһыу уятыу, дуҫлыҡ тәрбиәләү

№ п/ п

Дәрес барышы

 Унивесаль уҡыу  үҫештәре

 ( УУҮ)

  1. Уңыш ситуацияһын ойоштороу

 

  1. Ойоштороу моменты.
  • Һаумыһығыҙ, балалар. Бөгөн беҙҙең дәрескә ҡунаҡтар килгән.  Әйҙәгеҙ уларҙы ла сәләмләйек. Беҙ дәрестә нимәләргә өйрәнәбеҙ, әйҙәгеҙ шул турала хор менән әйтеп китәйек.

2 слайд

Уҡырға ла өйрәнәбеҙ,

Яҙырға ла теләйбеҙ.

 Бик бейек һәм бик текә

Фән тауына менәбеҙ.

  • Бөгөн дәрескә балалар һеҙ ниндәй кәйеф менән килдегеҙ, шул турала өҫтәлдә ятҡан һүрәттәр  беҙгә яуап бирһен.

( балалар ҡояш йәки болот һүрәттәрен күрһәтә)

  • Кәйефегеҙ ҡояш кеүек балҡып тора, улай булғас дәресте башлайбыҙ.

 Балаларҙың дәрескә әҙерлек һәләттәрен тикшереү.

Тасуири итеп шиғыр һөйләү.

  1. Балалар телмәрен үҫтереү аша дәрес темаһын һәм маҡсатын асыҡлау

3 слайд

  1. Һүрәттәр буйынса һөйләмдәр төҙөү.

Таҡтала бесәй, балыҡ, балан, бәпембә,  балас, баҡа һүрәттәре.

  • Һүрәттә нимәләр күрәһәгеҙ?
  • Улар тураһында тағы нимәләр әйтә алаһығыҙ?
  • Ниндәй һүҙҙәрҙә б өнөн ишетәһегеҙ?
  • Тимәк, бөгөнгө темабыҙ ниндәй икән? ( Б өн хөрефе менән танышыу)

2. Хикәйә тыңлау, уның йөкмәткеһен асыҡлау, б өнө булған һүҙҙәрҙе табыу, өндөң һүҙҙәге урынын билдәләү.

Бал

 Бал – тәбиғи аҙыҡ. Уны бал ҡорттары үҫемлектәрҙең сәскә һуттарынан йыя.  Йүкә сәскәһенән йыйылған бал – иң ҡиммәтлеһе. Ул сәскә балдары араһында беренсе урында тора.  Ҡарабойҙай сәскәһенән йыйылған бал да юғары баһалана. Ололар өсөн дә, балалар өсөн дә бал файҙалы.

 Бал – бик күп серҙәрҙән дауа.

  • Әҫәрҙән ниндәй мәғлүмәт алдығыҙ?
  • Ниндәй өндәрҙә б өнөн ишеттегеҙ? ( бал, ҡарабойҙай, балалар)

   [б] өнөн әйтеү, тыңлау. [б] –  яңғырау тартынҡы өн.  Һөйләмдәр төҙөү, хикәйә тыңлау, бал тураһында мәғлүмәт алыу.

  1. Өн – хәрефте үҙләштереү
  1. Һүҙҙә өндө табыу, өндөң моделе менән таныштырыу.
  • Бесәй балыҡ тота һөйләмендә нисә һүҙ?
  • Беренсе һүҙҙә нисә ижек?
  • Беренсе ижек ниндәй өндән башлана?
  • Б  өнөн асыҡ итеп әйтәйек әле.( Б б өнөн әйтеү)
  • Б ниндәй өн? ( яңғырау тартынҡы)

4 слайд

Б б

  1. Өндөң баҫма хәрефе менән танышыу Б б
  2.  Йәнле хәрефтәрҙә Бб хәрефен табыу
  3. Йәнле хәрефтәрҙән бөтә хәрефтәрҙе ҡабатлау
  4. Бб өн – хәрефе менән һүҙҙәр уйлау. ( уҡыусыларға  һәр бер һүҙгә  фишкалар  биреү )

5 слайд тикшереү

  1. Карточкалар менән эш.

Бирелгән текста Бб хәрефен табып, ҡәләм менән аҫтына һыҙыу

6 слайд

  1. Йомаҡтар сисеү.

А. Осоп киләм, осоп киләм,

     Күҙгә эләккәнде тотоп киләм.( бөркөт)

7 слайд

Б. Ҡағылдым, һуғылдым,

    Түргә менеп һуҙылдым. ( балаҫ)

8 слайд

В. Бәләкәй генә малай,

     Ағас төбөн ялай ( Балта)

9 слайд

Г. Тиҙ ашай, ваҡ сәйнәй,

     Үҙе йотмай, башҡаға бирмәй ( бысҡы)

10 слайд

Ғ. Ишектән инә, сөйгә ҡуна. ( Бүрек)

11 слайд

Д. Һары – һары ботаҡ,

     Ботаҡ һайын бер оя. ( борсаҡ)

12 слайд

13 слайд

Физкультминутка

 Ҡаҙҙар кеүек йөҙәйек,

Ҡоштар кеүек осайыҡ,

 Ҡуян кеүек һикерәйек,

Айыу кеүек атлайыҡ,

 Аттар кеүек еләйек,

Бесәй кеүек һуҙылайыҡ,

            Һәм урынға ултырайыҡ.

 Һүҙҙә [б] өнөн табыу, ишетеү, һүҙҙәрҙе ижектәргә бүлеү [б] –  яңғырау тартынҡы өн.Уны Бб хәрефе менән тамғалау.

 Йомаҡтар  сисеү, текстан тейешле хәрефте табыу.

  1.  Хәрефте иҫтә ҡалдырыу өсөн күнегеүҙәр

14 слайд

  1. Ижектәр уҡыу.

Ба – бә, бо – бө, бу – бү, бы – би

Бол – бул – был – бил – бүл - бөл  

 Бар –бал – бат – баш – баҡ – баҙ – бай – бау – баҫ

 Буҙ – биҙ – беҙ бор – бот – боҙ – бош – боҫ бел – бер – беш

 Бөр – бөл – бөт – бөк бир – биш – бик – бит – биҙ бәр – бәй – бәҫ – бәп

  1. Слайд
  1. Телдән диктант. Балалар киҫмә хәрефтәр араһынан үтелгәндәрен табып күрһәтә.

А О У Ә Ө Ү Л М Б И Й Т Н  

Ижектәр уҡыу. Уны башҡа хәрефтәр менән дөрөҫ тоташтырыу. Һөйләмде ҙур хәрефтән яҙыу.  Телдән хәрефтәр диктанты яҙыу.

  1. Ҡул суҡтары хәрәкәтсәнлеген үҫтереү.
  1. Эш дәфтәрендә эшләү

16 слайд

  • Яҙма Бб хәрефенең яҙылышына ҡарағыҙ.  Уны яҙыу өсөн ниндәй элементтарҙы ҡулланырға кәрәк?
  •  Хәҙер яҙма Бб хәрефтәрен һауала яҙып ҡарайбыҙ.  Башта мин күрһәтән, ә һеҙ иғтибар менән ҡарағыҙ. Шунан һуң бергә яҙып ҡарайбыҙ.
  • Дәфтәрҙә  яҙма Бб хәрефен яҙыу.
  1. Ҡулдарҙы ял иттереү

Беҙ яҙҙыҡ, беҙ яҙҙыҡ,

Бармаҡтарҙы талдырҙыҡ.

Бер аҙ ял итеп алабыҙ,

Тағы яҙып китәбеҙ.

Бб хәрефен яҙыу.Уны башҡа хәрефтәр менән дөрөҫ тоташтырыу. Һөйләмде ҙур хәрефтән яҙыу. Кеше исеме, хайуан ҡушаматтарында.Бб хәрефе менән һүҙҙәр яҙыу, уҡыу.

  1. Дәрескә рефлексиф анализ. Баһалау.
  • Бөгөн дәрестә беҙ ниндәй өн -  хәреф менән таныштыҡ?
  •  Уның тураһында нимәләр белдек? ( яңғырау тартынҡы)
  • Бөгөн дәрестә кемдәр зирәгерәк, кемдәр  аҡылларыраҡ икәнен белер  өсөн бирелгән фишкаларығыҙҙы һанайыҡ әле.
  •  Балалар дәрес аҙағына һеҙҙең кәйефегеҙ ниндәй, шул турала һеҙҙең болот йәки ҡояш һүрәттәрегеҙ яуап бирһен.
  •  Дәрестә матур, актив ҡатнашҡанығыҙ өсөн рәхмәт һеҙгә балалар.
  •  Ошоноң менән дәрес тамам, һау булығыҙ!

Һорауҙарға яуап биреү, дәрескә һығымта яһау.