Башҡорт теле. 1 класс. Ф.Ш.Сынбулатова. Тема: Һуҙынҡы өндәр һәм хәрефтәр
план-конспект урока (1 класс)

Мурзагалина Дина Гафуровна

Йәш уҡытыусыға ярҙамға

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл 3._huzyngy_ondr_hm_hreftr.docx14.55 КБ

Предварительный просмотр:

3-сө дәрес.  Үткәреү ваҡыты:  -------------------------------

Дәрестең темаһы. Һуҙынҡы өндәр һәм хәрефтәр.

Дәрестең төрө: Ғәмәли мәсьәләләрҙе хәл итеү дәресе.

Уҡыу-методик комплект: УМК “Башҡорт теле” (авт. Сынбулатова Ф.Ш. һ.б.).

Планлаштырылған һөҙөмтәләр:

        Шәхси сифаттарҙы үҫтереү өлкәһендәге үҫеш: уҡытыусыға, класташтарыңа иғтибарлы булыу, уларҙың фекерен тыңлай, хуплай, үҙеңдекен еткерә белеү; туған-тыумаса атамаларын (әсә, атай, апай, ағай) дөрөҫ атарға, улар тураһында йылы, матур фекерҙәр әйтергә күнегеү һәм яҡындарыңа яратыу тойғоларын йышыраҡ әйтергә  кәрәклегенә төшөнөү.

        Метапредмет өлкәһендәге үҫеш: өндәр һәм хәрефтәрҙе күҙәтергә, сағыштырырға һәм уларҙың оҡшашлыҡтары, айырмалыҡтары тураһында фекер йөрөтөү һәм  һығымта яһарға өйрәнеү; һығымтаны график символдар ярҙамында сағылдырыу; эшләнгән эште тикшереү, хаталарын табыу, төҙәтеү.

        Предмет өлкәһендәге үҫеш: тартынҡы өндәр һәм хәрефтәр тураһындағы белемдәрен актуалләштереү, нығытыу; һүҙ һәм һөйләмде үҙ-үҙеңә әйтеп яҙырға өйрәнеү.

        1-се эш. Бирелгән һуҙынҡылар таблицаһын өйрәнеү. Ундағы ике рәт һуҙынҡыларын сағыштырыу: 1-се рәт- нәҙек һуҙынҡылар, 2-се рәт – ҡалын һуҙынҡылар. Уларҙың ауыҙ ҡыуышлығында яһалыу үҙенсәлектәрен билдәләү. Таблица мәғлүмәттәрен ҡулланып, һорауҙар төҙөү, бер-береңә һорау бирешеү. Яуаптарҙы баһалау.

Һығымта яһау.Башҡорт телендә 9 һуҙынҡы өн. Уның бишәүһе нәҙек һәм дүртәүһе ҡалын һуҙынҡы.

        Эш дәфтәрендә “Матур яҙыу минутлығы” үткәреү (сә, әс, үт, үм ижектәрен дөрөҫ калиграфия менән яҙыу).

        Эш дәфтәрендә (эш №1) бирелгән тесты эшләү. Бирелгән һүҙҙәрҙә (энә, юна, бау, апрель) нисә өн һәм хәреф булыуын билдәләү.

        2-се эш.Дәреслектә бирелгән һүҙ схемаһын ҡулланып, һүҙҙәр төҙөп яҙыу (атай, апай, ағай ашай; өмә, әйә, өтә һ.б.) был һүҙҙәрҙең оҡшашлыҡтары, айырмалыҡтары тураһында һорауҙар бирешеү. Һығымта яһау: һүҙҙең бер генә хәрефен үҙгәртеү уның мәғәнәһен үҙгәртә.

        3-сө эш. Һүрәтле диктант яҙыу. Бирелгән һүрәттәрҙә төшөрөлгән предметтың атамаһын үҙ-үҙеңә әйтеп яҙҙырыу (ян, буяу, сәғәт, таҫтамал). Парталашыу менән бер-береңдең эшен тикшереү. Хаталы һүҙең аҫтына һыҙыу. Хатаны табыу һәм был һүҙҙе яҙыусынан уның дөрөҫ яҙылышын төшөндөрөү.

        4-се эш. “Иләү” тексын (Р.Сәйетборханова) уҡырға өйрәнеү. Тауыш менән асҡыс һүҙҙәрҙе айырып уҡыу.Текстын төп мәғәнәһен асыҡлау. Билдәләнгән һүҙҙәрҙе (ҡырмыҫҡа, үҙеңдә, тәгәрәтә) ижеккә бүлеп яҙыу.

        Эш дәфтәрендә (эш №5) бирелгән эште үтәү. Бирелгән һүҙҙәрҙә (яу, елән, ҡыш, таяҡ) нисә тартынҡы булыуын билдәләү.

        5-се эш. Эште төркөмдә ойоштороу. Парлы һүҙҙәрҙе уҡыу. Уларҙың яңғырашы буйынса айырмалылыҡтарын билдәләү. 6 пар һүҙҙе ике төркөмгә бүлеү. Һүҙҙә 1-се хәрефтәре төрлө, ә башҡа хәрефтәре бер иш булған һүҙҙәр (болон-ҡолон, тоҙло- боҙло, тәртә – кәртә). Һүҙҙә 3-сө хәрефтәре йәғни һүҙҙең уртаһындағы бер хәрефе менән айырылған һүҙҙәр (төтөн-төнөн,төплө-төрлө). Ике төркөм һүҙҙәрҙең айырмалыҡтарын сағылдырған график һыҙма йәки таблица уйлап табыу.

Мәҫәлән:

1-се төркөм һүҙҙәр

2-се төркөм һүҙҙәр

        6-сы эш. “Туп”( Барто) шиғырын күсереп яҙыу. Эште үҙең тикшереү һәм баһалау бағанаһында дөрөҫлөгөн һәм матур яҙылышын баһалау. Парталашыу менән бер-береңдең эшен тикшереү, баһалау.

        7-се эш. Бирелгән һуҙынҡылар тураһында уҡыу диалогы ҡороу. Улар тураһында һорауҙар төҙөү, бер-береңә бирешеү.

        8-се эш. “Әкиәттәге кеүек” (Ҡ. Даян) шиғырын тасуири уҡыу. Ундағы тәбиғәт күренештәрен аңлатҡан һүҙҙәрҙе һанап сығыу(ҡояш, ел, йылға, урман, йылға). Тәбиғәт күренештәрен нимә менән сағыштырыу, билдәләү.

        Һуҙынҡы өндәр һәм хәрефтәр тураһында һығымта яһау. Улар тураһында дәреслектә бирелгән мәғлүмәт ярҙамында яһалған һығымтаның мәғәнәһенең, дөрөҫлөгөн тикшереү.