Башҡорт теле. 1 класс. Ф.Ш.Сынбулатова. Тема: Һүҙҙе ижеккә бүлеү
план-конспект урока (1 класс)

Мурзагалина Дина Гафуровна

Йәш уҡытыусыға ярҙам.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл 6._huzze_izhekk_buleu.docx16.25 КБ

Предварительный просмотр:

6-сы дәрес        Үткәреү ваҡыты:   --------------------------------

Дәрестең темаһы. Һүҙҙе ижеккә бүлеү.

Дәрес төрө: Уҡыу мәсьәләһе ҡуйыу дәресе.

Уҡыу-методик комплект: УМК “Башҡорт теле” (авт. Сынбулатова Ф.Ш. һ.б.).

Планлаштырылған һөҙөмтәләр:

Шәхси сифаттарҙы үҫтереү өлкәһендәге үҫеш: туғанлыҡ, ғаилә төшөнсәләрен үҙләштереү; яҡын кешеләрең менән йылы мөнәсәбәт ҡороуҙың әһәмиәтенә төшөндөрә башлау.

Метапредмет өлкәһендәге үҫеш:эште планлаштырырға, уға ярашлы эш итергә, уны атҡарыу юлдарын билдәләргә, эш процесын анализлап, һөҙөмтәне күҙалларға өйрәнеү.

Предмет өлкәһендәге үҫеш: ижек төшөнсәһен үҙләштереү, ижеккә бүлеү ысулдарын асыу.

        1-се эш. Ошо эш процесында ҡуйылған ғәмәли мәсьәләне уҡыу мәсьәләһенә үҙгәртеп ҡороу йәғни әйләндереү. Һүрәтте ҡарау. Эштең шартында бирелгән һорауҙарға яуаптар. Был эште уҡыу мәсьәләһе ҡуйыу өсөн ҡулланыу отошло булыр.

        Торт тураһында һөйләшеү түбәндәге йүнәлештә ойошторола:

-торт ниндәй байрамға (кемгә) тәғәйенләнеүен асыҡлау;

-торт нисә кешегә бүленәсәген асыҡлау;

-тортты ашауҙы ойоштороу тәртибе һ.б.

Һығымта яһау: тыуған көндө билдәләгәндә өҫтәл артында нисә кеше булһа, тортты шуныса өлөшкә бүлергә; матур теләктәр белдереп, тәмле торт өсөн рәхмәтеңде белдереп тортты ауыҙ итеү (ашау).

        Юғарыла бәйән ителгән ғәмәли мәсьәләне хәл итеүҙе уҡыу мәсьәләһенә үҙгәртеп ҡороу:

У. Балалар, Отҡор һүҙҙе ижеккә бүлеүҙе тортты өлөштәргә бүлеүгә тиңләй. Ысынында, ул шулаймы икән? Әйҙә шуны асыҡлау маҡсатында тикшеренеү эше үткәрәйек. Тимәк, һеҙҙең алдығыҙҙа ниндәй уҡыу мәсьәләһе ҡуйылды?

Б. Һүҙҙе ижеккә нисек бүлергә?

У. Һүҙҙе ижеккә бүлеү ысулдарын асыҡларға, өйрәнергә.

Уҡыу мәсьәләһен хәл итеү.

У. Тортты нисә өлөшкә бүлеүҙе нимәгә таянып хәл иткәйнек әле?

Б. Өҫтәл артында нисә кеше булһа, шуныса өлөшкә бүлергә кәрәк.

У. Һүҙҙе ижеккә бүлгәндә “кеше һанына ҡарап бүлеү”, тигән критерийҙы нимә менән алмаштырырға мөмкин?”Әлифба” дәрестәрен иҫкә төшөрәйек. Һүҙҙә нисә ижек булыуын нисек билдәләргә өйрәнгәйнек?

Б. Һүҙҙә нисә һуҙынҡы булһа, унда шунса уҡ ижек була.

У. Мәҫәлән?

Б. Мәҫәлән, аҡсарлаҡ һүҙе. Һүҙҙә бөтәһе өс һуҙынҡы.

У. Тимәк?

Б. Һүҙҙә өс һуҙынҡы булғас, ижектәр һаны ла өсәү.

У. Һеҙ уҡыу мәсьәләһен сисеүгә ҡарата 1-се аҙымды яһанығыҙ. Артабан нимәне асыҡларға, ни эшләргә? Уның өсөн уҡыу мәсьәләһен ҡабаттан яңыртайыҡ әле.

Б. Һүҙҙе ижеккә нисек бүлергә?

У. Уҡыу мәсьәләһендәге асҡыс һүҙҙе айырып әйтегеҙ.

Б.Нисек?

У. Дөрөҫ. Тимәк, һеҙҙең 1-се аҙым һүҙҙә нисә ижек булыуын асыҡлау булды. 2-се аҙым -һүҙҙе ижеккә нисек бүлергә һуң?

        Уҡытыусы балаларға аҡсарлаҡ һүҙен, һуҙынҡы өндәренең һанына (улар өсәү) ярашлы өскә бүлергә ҡуша. Балалар эште дәфтәрҙә башҡара. Рәт араларында йөрөп, уҡытыусы балаларҙың эшен күҙәтә.

        Артабан уҡыу диалогы ойошторола. Балаларҙың аҡсарлаҡ һүҙен ижеккә ике төрлө вариантта (аҡ-сар-лаҡ һәм аҡс-ар-лаҡ) бүлеүе асыҡлана. Ошо факттарҙы ҡулланып, уҡыу мәсьәләһен сисеү өҫтөндәге эште дауам итеү.

аҡ-сар-лаҡ?| аҡс-ар-лаҡ?

Һүҙҙе ижеккә бүлгән саҡта, артикуляцион аппараттың эшмәкәрлегенә иғтибар итегеҙ. Тойомлау, һиҙеү мөмкинлектәрен нығыраҡ әүҙемләштереп, аңларға тырышығыҙ: ҡайһылай бүлгәндә йәтеш, уңай?

Б. Аҡ-сар-лаҡ, аҡс-ар-лаҡ (балалар бер нисә тапҡыр һүҙҙе ижектәргә бүлеп ҡарап, 1-се вариант бүленеше уңай булыуын әйтәләр).

Б. Аҡ-сар-лаҡ ошолай бүлеү уңай.

У. Афарин! Ысынлап та, шулай. Һеҙ интуитив рәүештә, тойомлау, һиҙемләү ағзаларын әүҙемләштереп аҡсарлаҡ һүҙен ижеккә дөрөҫ бүлеүгә ирештек. Һеҙгә мин уҡыу мәсьәләһен тағы бер тапҡыр  иҫкә төшөрәм. Һүҙҙе ижеккә нисек бүлергә?

Б. Һүҙҙе эсендә мотлаҡ бер һуҙынҡы булған өлөшсәләргә ритмлап бүлеп, уларҙың араларында пауза яһап әйтергә кәрәк.

У. Бик аҡыллы тәҡдим индерҙең, рәхмәт. Ошо бүлеү мәлен һәм шул бүлеү процесын тағы ла сағыуыраҡ итеү мөмкинселектәре бар. Мәҫәлән, 1-се ысул. Һүҙҙе ижеккә бүлгәндә ҡулдың һыртын эйәк аҫтына ҡуйып, уның ҡул тиреһенә ҡағылыуын тойомлау. (Ошо ысулды ҡулланып аҡсарлаҡ һүҙен ижектәргә бүлеп ҡарау).

2-се ысул: ҡул сабып, ритм менән паузалар яһап, һүҙҙе ижеккә бүлеү һ.б.

3-сө ысул: аяҡты иҙәнгә һуғып, ритм менән пауза яһап, һүҙҙе ижеккә бүлеү һ.б.

        Артабан балалар тапҡан эш ысулдарын, йәғни һүҙҙе ижеккә бүлеү мөмкинлектәрен ҡулланып, дәреслектәге 2-се,3-сө эштәрҙе башҡара.

Һығымта. Уның мәғәнәһе үҙгәрә йәғни яңы һүҙ барлыҡҡа килә (яҙ, яр, ял һ.б.). Ә ҡайһы бер осраҡта һүҙҙең мәҫәнәһе юғала, йәғни ул хәрефтәр теҙмәһенә әйләнә (ям, яҫ, яф һ.б.).

        “Эш дәфтәре”ндә эш. Бирелгән һөйләмдә төшөп ҡалған һүҙҙе ҡуйып, уны тулыландырып яҙыу. Күсереп яҙыу ҡағиҙәләренең үтәлешен күҙәтеү.

        4-се эш. “Ҡояшлы тупһа” тексын етеҙ һәм аңлы уҡыу. Текстын асҡыс һүҙҙәрен билдәләү. Уны һөйләп өйрәнеү. Үҙеңдең бесәйеңде һүрәтләп һөйләү. Ҡулланыу өсөн һүҙҙәр:йомро, йомшаҡ, тырпайып торған мыйыҡтары, ослотырнаҡ, янып торған фосфорҙай, баҙлап тора, алһыу танауы, йомшаҡ тәпәйҙәре, һаҡ ҡына баҫып.

        “Эш дәфтәре”ндә эш (№4). Һүрәтле диктант яҙыу. Һүрәттә төшөрөлгән предметтың атамаһын әйтеү. Һүҙҙәрҙе ижекләп үҙ-үҙеңә әйтеп яҙҙырыу (сәғәт, ҡарға, шыршы, борсаҡ).

        “Эш дәфтәре”ндә эш (№5). Бирелгән һүҙҙәрҙең нәҙек әйтелештәренә тамға һалыу.

        5-се эш. Бирелгән һүҙҙәрҙең һыҙмаһын ҡулланып диктант яҙыу (Ҡуян кишер ашай. Торна тәлмәрйен ашай. Муйнаҡ бесәйҙе баҫтыра). Парталашың менән яҙған һөйләмдәрҙе тикшереү.

        6-сы эш. “Бәпембә сәскәләре” шиғырын уҡыу. Шиғырҙан алынған тәүге тәьҫораттар менән уртаҡлашыу. Шиғыр йөкмәткеһенә ҡарата телдән “һүрәт төшөрөү” һәм уны тасуирилап һөйләү. Шиғырҙан ике ижекле һүҙҙәрҙе табып әйтеү. Ижеккә бүлеү технологияларын иҫкә төшөрөү.

        Һығымта яһау. Һүҙҙә нисә һуҙынҡы булһа, шунса ижек. Һүҙҙе ижеккә бүлеү ысулдары: ҡул сабыу, аяҡты иҙәнгә һуғыу, ҡул һыртын эйәккә ҡуйыу, ритмлап ижектәр араһында паузалар яһау.

        Дәрескә рефлексив анализ. Баһалау. Нимәләр эшләнем? Нимәгә төшөндөм, нимәгә төшөнмәнем? Артабан нимә эшләргә? Һ.б. Дәрестәге эшмәкәрлекте баһалау бағаналарында күрһәтеү.

төшөнөп бөтмәнем

өлөшләтә төшөндөм

тулыһынса төшөндөм