Башҡорт теле. 1 класс. Ф.Ш.Сынбулатова. Тема: Баш хәреф. Исем-фамилияларҙың яҙылышы.
план-конспект урока (1 класс)

Мурзагалина Дина Гафуровна

Йәш уҡытыусыға ярҙам

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл 9._bash_href._isem-familiyalarzyn_yazylyshy.docx14.12 КБ

Предварительный просмотр:

9-сы дәрес.       Үткәреү ваҡыты: -----------------------------

Дәрестең темаһы.Баш хәреф. Исем-фамилияларҙың яҙылышы.

Дәрестең төрө. Ғәмәли мәсьәләләрҙе хәл итеү дәресе.

Уҡыу-методик комплект: УМК “Башҡорт теле” (авт. Сынбулатова Ф.Ш. һ.б.).

Планлаштырылған һөҙөмтәләр:

        Шәхси сифаттарҙы үҫтереү өлкәһендәге үҫеш: тыуған республиканың данлыҡлы кешеләрен белеү. Уларға ихтирам тәрбиәләү.

        Метапредмет өлкәһендәге үҫеш: шәхестәр менән ҡыҙыҡһыныу. Улар тураһында мәғлүмәт туплау һәм һөйләә белеү. Башҡарылған эш буйынса һығымта яһарға өйрәнеү. Эште күнегеүҙең шартына ярашлы аҙымлап эҙмә-эҙлекле үтәү. Үҙеңде борсоған һорауға яуап эҙләү һәм ул турала мәғлүмәт туплау тураһында һорау бирергә күнегеү.

        Предмет өлкәһендәге үҫеш: шәхестәр тураһында мәғлүмәтле булыу. Уларҙың исем-шәрифтәрен дөрөҫ яҙыу. Яҡындарыңдың исемдәрен яҙырға өйрәнеү.

        “Эш дәфтәре”ндә эш. Матур яҙыу минутлығы. Юлай, Кәрим һүҙҙәрен яҙыу. Парталашың менән бер-береңдең эшен Цукерман бағанаһында баһалау.

        1-се эш. Бирелгән һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышын аңлатыу. Уҡыусыларҙың билдәле шәхестәр С. Юлаев, М. Кәрим, А. Пушкин тураһында нимәлер белергә теләүҙәре менән ҡыҙыҡһыныу. Балаларҙы мәғлүмәт алыу маҡсатында улар тураһында һорауҙар төҙөргә өйрәтеү.

        “Эш дәфтәре”ндә (14-се бит) эш. Фотоһүрәт урынына кеше исеме ҡуйып, бирелгән һөйләмде күсереп яҙыу (Был ҡыҙҙың исеме Баныу. Күршелә Сәлим исемле малай йәшәй һ.б.)

        2-се эш. Тексты уҡыу. Һәр һөйләмдән баш хәреф менән яҙылған һүҙҙәрҙе табып уҡыу. Уларҙың яҙылышын аңлатыу. Бирелгән шәхестәр тураһында белгәндәрең менән уртаҡлашыу.

        “Эш дәфтәре”ндә эш (15-се бит). Һүрәтте ҡулланып, бирелгән һөйләмдәрҙе күсереп яҙыу(Һөйләмгә автобуста ултырған кешеләрҙең исемен өҫтәп яҙыу): Шофер Шәһит ағай. Пассажирҙар: Әминә, Зәбир, Таһир, Ишбай, Тәнзилә һ.б.

        Эшләнгән эште баһалау ( Дәфтәр поляһына балдар ҡуйыу: биш дөрөҫ яҙылған кеше исеме – 5 балл).

        3-сө эш. Сюжетлы һүрәттәрҙе ҡулланып телдән матур һөйләмдәр төҙөү. Һөйләмдән бәйләнешле текст төҙөү. Тексҡа исем ҡушыу.

        Ҡулланыу өсөн һүҙҙәр: ябалаҡлы, елбәҙәк ҡарҙар, ҡар өйҙө, ҡарҙан таҙартты, каток ялтырап китте.

        “Эш дәфтәре”ндә (15-се бит)  бирелгән һөйләмдәргә яҡындарыңдың (ҡартатайыңдың, ҡарсәйеңдең, үҙеңдең) исемдәрен ҡуйып яҙыу. Орфограмма аҫтына һыҙыу. Яҡындарыңдың исемен, атаһының исемен, фамилияһын атай белеү кәрәклеген төшөнөү.

        4-се эш. Билдәле шәхестәрҙең исем-фамилияларын уҡыу. Улар тураһында диалог ҡороу. Мәғлүмәт алыу маҡсатында һорауҙар төҙөү. Уларҙы бер-береңә һәм уҡытыусыға биреү. Һорауға яуапты тыңлау. Яуап өсөн рәхмәт әйтергә күнегеү.

        Һығымта яһарға өйрәнеү. Кешенең исем-фамилияларының дөрөҫ яҙылыш ҡағиҙәләһен төҙөү: Кеше фамилияһы, исеме, атаһының исеме баш хәрефтән яҙыла: Шәкирова Кәримә Ғәли ҡыҙы.

        “Эш дәфтәре”ндә (15-се бит) эш. Бирелгән һүрәтте ҡулланып, туңдырмаға сиратҡа баҫҡан балаларға исемдәр ҡушыу. Уларҙы ҡулланып бирелгән һөйләмдәрҙе тулыландырып яҙыу: Мәҙинә туңдырма ала. Уның артында Зәйнәп тора.Һ.б.

        Эште тамамлағас, дәфтәр поляһында уның дөрөҫлөгөн тикшереп, балдар ҡуйыу.

        Дәресте йомғаҡлау. Балаларҙың уҡыу эшмәкәрлеген баһалау.