Башҡорт теле. 1 класс. Ф.Ш.Сынбулатова. Тема: Алфавит.
план-конспект урока (1 класс)

Мурзагалина Дина Гафуровна

йәш уҡытыусыға ярҙамға

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл bash_yaz_1_se_deres.docx26.51 КБ

Предварительный просмотр:

Милли мәғарифты уҡыу-методик әсбаптар менән тәьмин итеү үҙәге

Башҡорт теле

Дәрестәрҙең технологик картаһы

1-се класс

(Дөйөм белем биреү буйынса икенсе быуын Федераль дәүләт белем стандарттары талаптары нигеҙендә планлаштырылған һөҙөмтәләргә ярашлы төҙөлдө)

                                                          Төҙөүсе:  Сынбулатова Ф.Ш.          

 

                                     

1-се дәрес.   Үткәреү ваҡыты   -------------------------

Дәрес темаһы. Алфавит.

Дәрестең төрө. Ғәмәли мәсьәләләрҙе хәл итеү дәресе.

Уҡыу-методик комплект: УМК “Башҡорт теле” (авт. Сынбулатова Ф.Ш. һ.б.).

Планлаштырылған һөҙөмтәләр:

Шәхси сифаттарҙы үҫтереү өлкәһендәге үҫеш: диалогтың мәғәнәһенә төшөнөп, һөйләшеүҙә ҡатнашыу; һүрәткә ҡарата булған тойғо-кисерештәреңде белдерергә өйрәнеү; көн иткән урын, тыуған төйәк төшөнсәһен нығытыу.

Метапредмет өлкәһендәге үҫеш: һүрәт-конструкцияла сағылдырылған төп принципты аңлау; ундағы факттарҙы ҡулланып, уҡыу диалогында ҡатнашыу; нимәнелер аңламаған осраҡта баҙнатһылығыңды еңеп, һорау бирергә күнегеү; өйрәнгән уҡыу материалы буйынса һығымта яһарға һәм уны дөрөҫ формалаштырып класҡа әйтергә баҙнат итеү.

Предмет өлкәһендәге үҫеш: алфавит хәрефтәрен билдәле тәртиптә хәтерҙә ҡалдырыу; уларҙың төп үҙенсәлектәрен айырып билдәләү һәм уларға таянып хәрефтәрҙе классификациялау.

        I. Ғәмәли уҡыу мәсьәләһен хәл итеү.

        1-се эш “Алфавит иле” һүрәте буйынса эш.

        1)Күнегеүҙең шартын уҡыу. Уны башҡарыу тәртибен күҙаллау һәм эҙмә-эҙлекле үтәү планын ҡороу:

а)һүрәтте ҡарау, өйрәнеү;

б)һуҙынҡылар урамында “йәшәүсе” хәрефтәрҙе барлау.

Уларға ҡарата бирелгән өн тамғаһының тура килеү-килмәүен асыҡлау.

1-се йорт нәҙек һуҙынҡы хәрефтәр: ә,ө,ү,и,э - 

2-се йорт ҡалын һуҙынҡы хәрефтәр: а,о,у,ы-

3-сө йорт ике өндө белдереүсе хәрефтәр: е, е, ю, я -

в) тартынҡылар урамында “йәшәүсе” хәрефтәрҙе барлау; хәрефтәр ниндәй үҙенсәлектәре буйынса төркөмләнеүен асыҡлау.

1-се йорт – парлы яңғырау-һаңғырау тартынҡылар: б-п, г-к,в-ф,ж-ш, д-т, з-с; 2-се йорт – танау (сонор) өндәр:й, р, л,м, н, ң, 3-сө йорт – һ.б.

        Ғәмәли мәсьәләне хәл итеү. Был йорттоң 1-се подъезының 1-се ҡатында ниндәй тартынҡылар “йәшәй”? 2-се подьезының 3-сө ҡатында ?

“Әлифба” дәрестәрендә төҙөгән тартынҡылар таблицаһын ҡулланып, балаларҙың белемдәрен актуалләштәреү. 2-се һәм 3-сө ҡаттағы һорау билдәһе ҡуйылған буш бүлмәләрҙәге  тартынҡыларҙы асыҡлау. Ғ-ҡ һәм ҙ-ҫ яңғырау-һаңғырау парлы тартынҡыларҙы үҙ бүлмәләренә урынлаштырыу.

        Тартынҡылар урамында өҫтәге бер ҡатлы йортта “йәшәүсе” тартынҡы хәрефтәрҙе әйттереү: ң, р, м. Был йортта тағы ниндәй хәрефтәр йәшәргә тейеш? Һорау билдәһе ҡуйылған урында ниндәй хәреф йәшеренгән? Ул хәрефтәрҙе асыҡлау (й, л, н). Улар ниндәй тартынҡылар тип аталыуын билдәләү (парһыҙ яүғырау тартынҡылар). Й, р, л, м, н, ң яңғырау тартынҡыларнының өн моделдәрен ҡарау                             (                                 )

        Тартынҡылар урамында аҫҡы рәттә бер ҡатлы һоро төҫтәге йәшел ҡыйыҡлы йортта йәшәүсе тартынҡылар тураһында һөйләшеү. Х, һ хәрефтәре - парһыҙ һаңғырау тартынҡылар. Улар ниндәй өндәрҙе белдереүен бирелгән өн моделдәре ярҙамында асыҡлау                                   (                          )

        Тартынҡы урамында аҫҡы рәттәге һары төҫтәге сәскә ҡыйыҡлы йортта йәшәүсе парһыҙ һаңғырау тартынҡылар тураһында һөйләшеү. Ц, ч, щ хәрефтәре сит телдәрҙән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙә, нигеҙҙә рус һүҙҙәрендә осрауын һыҙыҡ өҫтөнә алыу. Улар бирелгән өндәрҙең график һыҙмаһын моделен ҡарау

        Йортһоҙ ҡалған нәҙек һәм ҡалын айырыу билдәләре (ь, ъ) тураһында диалог ҡороу.

II. Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу. Уҡыу ситуацияһы тыуҙырыу.

        Булат менән Бикә төҙөгән конструкцияны (хәрефтәрҙе өйҙәргә урынлаштырыу) башҡа төрлө итеп үҙгәртеп ҡороуға , йәғни балалар башҡарған ғәмәли мәсьәләне уҡыу мәсьәләһе итеп үҙгәртеп ҡороуға йүнәлтеү (Алфавит хәрефтәрен йорттарға башҡа төрлө урынлаштырырға мөмкинме?)

        а) У. Дәрес башында эшләнгән эшкә рефлексия яһау.

          У. Булат менән Бикә өндәрҙең тамғаларын, йәғни хәрефтәрҙе ниндәй принцип (үҙенсәлек) нигеҙендә йорттарға урынлаштырған?

        Б. Әйтелешенә ҡарап.

        У. Аныҡлабыраҡ әйтәйек. Ниндәй әйтелеш хаҡында һүҙ бара?

        Б. Ауыҙҙан һауа иркен сыҡһа, йәғни ҡаршылыҡ осраһа – һуҙынҡылар барлыҡҡа килә: ә, а, ө, о һ.б. Өндө әйткән саҡта тел, теш, аңҡау ҡаршылыҡ эшләһә, тартынҡылар барлыҡҡа килә: б, в, м, һ.б.

        У. Был ике үҙенсәлек буйынса хәрефтәрҙе ике урамға бүлеп урынлаштырыу.

        Артабан Булат менән Бикәнең хәрефтәрҙе өйҙәргә бүлеү үҙенсәлектәрен иҫкә төшөртөү (рефлексия).

        б) уҡыу мәсьәләһе ҡуйыу (ғәмәли мәсьәләне уҡыу мәсьәләһенә әйләндереү).

        Булат менән Бикә төҙөгән конструкцияны икенсе төрлө итеп үҙгәртеп ҡороу мөмкинме? Ә нисек? Алфавит хәрефтәрен урамдарға башҡа төрлө бүлеп урынлаштырыу юлын (ысулын) эҙләргә кәрәк (уҡыу мәсьәләһе).

        III. Уҡыу мәсьәләһен хәл итеү.

        а) Төркөмгә йыйылып был мәсьәлә буйынса кәңәш ҡороу. Ҡаралама ҡағыҙҙа алфавит хәрефтәрен “урамдарға” урынлаштырыу.

        б) уңышлы башҡарылған бер нисә эште таҡтаға элеү һәм уҡыу мәсьәләһен хәл итеү маҡсатында балалар төҙөгән конструкцияны (тәҡдимдәрен-гипотезаларын) анализлау. Мәҫәлән: 1-се конструкция (тәҡдим-гипотеза): яҙылышында овал (түңәрәк) формаһы булған хәрефтәрҙе бер урамға (а, о, ө, э, ю, е, ё, я, б, с, ф, в, ъ), ә икенсеһенә таяҡса элементы булған хәрефтәрҙе:н, п, к, и, ш, т, ж, ү өсөнсө урамға элмәк элементы булғандарын; ҫ, щ, ң, ы, ҡ, в, һ, у, д, з.

        в) һығымта яһау.

        Конструкцияны төҙөгәндә хәрефтәрҙең һүрәтләнеше төп үҙенсәлек булыуын биләдәләү. Был яңы ысулды асыуға күреү органы, күҙҙәр булышлыҡ итеүен һыҙыҡ өҫтөнә алыу.

        Булат менән Бикәнең конструкцияһы ишетеү органдары (ҡолаҡтар) булышлығында төҙөлөүен билдәләү.

        г) “Алфавит иле” һүрәте буйынса телдән әкиәт төҙөү. 

Алфавит илендә 42 хәреф йәшәгән. Ул ил бәләкәй генә бер ауылға оҡшап торған. Унда ике ҙур урам булған. 1-се урамда тартынҡылар, икенсеһендә һуҙынҡылар йәшәгән. Нәҙек һәм айырыу билдәләрен(ь, ъ) – ярһамсы хәрефтәр тип йөрөткәндәр. Улар көндә бер йортта ҡунаҡ булып, ҡунып сығалар. Үҙ йорттары юҡ икән.

        Тартынҡылар һәм Һуҙынҡылар урамында йәшәгән хәәрефтәр татыу йәшәйҙәр икән.

        Әкиәт төҙөү буйынса эште төркөмдәрҙә ойоштороу отошло буласаҡ. Һәр төркөмгә бер йортта “йәшәүсе” хәрефтәр тураһында әкиәт төҙөргә тәҡдим итеү, эште аныҡ үтәргә булышлыҡ итәсәк.

        Әкиәт төҙөү өсөн түбәндәге башланғыс һөйләмдәрҙе тәҡдим итеү:

Мәҫәлән:

  1. Йәйғор ҡыйыҡлы дүрт ҡатлы йортта йәшәгән, ти, парлы тартынҡылар...
  2. Х һәм Һ хәрефтәре ҡыйығында ҡурай үләне үҫеп ултырған йортта йәшәгән, ти...
  3. Алһыу төҫлө йортта йәшәгән, ти, бик татыу хәрефтәр - А,О, У, Ы.

        IV. Ғәмәли эштәр.

а) 2-се эш. Таҡтаға Алфавит эленә. Алфавитты күҙәтеү, өйрәнеү өсөн ваҡыт биреү. Алфавит тураһында һорауҙар төҙөргә тәҡдим итеү. Быға өйрәтеүҙең тәүге осоронда, йәғни балалар тарафынан һорауҙар булмаған осраҡта, дәреслек персонаждарын ҡулланып, эш итеү отошло буласаҡ. “Белмәҫйән”(“Отҡор”) ошондай һорау төҙөгән йәки “Уны бына нимә ҡыҙыҡһындыра”, тип һорауҙы уҡытыусы үҙе яңғырата ала: Алфавитта нисә хәреф? Ул ниндәй хәрефтән башлана? Алфавитта һәр хәрефтең ҙурыһы һәм бәләкәйе бирелгән, ә ни өсөн нәҙек айырыу (ь) һәм ҡалын айырыу билдәһенең (ъ) ҙур хәрефе юҡ? һ.б.

        Артабан программа материалын өйрәнеү сиктәрендә, баланы баҙнатһыҙлығын еңеп, ҡыҙыҡһындырған йәки аңлашылмаған нәмә тураһында һорау бирергә күнектерергә кәрәк.

         Алфавитты күҙәтеү һөҙөмтәһендә түбәндәге һығымталар яһала:

         Алфавитта 42 хәреф.

         Алфавитта һәр хәрефтең билдәле бер урыны бар. Уны боҙорға ярамай.

         Һәр хәрефтең исеме бар: Ааа, Бббы, Вввы һ.б.

 Алфавит тормошта кәрәкле. Мәҫәлән,класс журналында балаларҙың фамилиялары алфавит тәртибендә яҙыла. Китапханала үҙеңә кәрәк китапты алфавит ярҙамында эҙләп табырға була.

        Алда башҡарылған эштәрҙе йомғаҡлау маҡсатында “Алфавит” тексын күсереп яҙыуҙы ойоштороу.

        Эште үтәү процесында күҙәтеү алып барыу һәм күсереп яҙыу ҡағиҙәләрен үтәүҙе талап итеү:

1. Тексты тотошлай уҡып сыҡ.

2. Тәүге һөйләмде уҡы. Ауыр яҙылышлы (орфограмма) һүҙҙе тап. Уның яҙылышын хәтерлә.

3. Һөйләмде ҡабат уҡы. Уны хәтереңдә ҡалдыр(ятлап ал).

4. Һөйләмде үҙ-үҙеңә әйтеп яҙҙыр.

5. Яҙған һөйләмде тикшер (китаптағы яҙылышы менән сағыштыр).

6. Хата булһа, төҙәт.

        б) 4-се эш. Бирелгән хәрефтәр теҙмәһе рәттәрен өйрәнеү.  Һәр теҙмәгә хас үҙенсәлекте билдәләү. Был үҙенсәлек боҙолған осраҡты (артыҡ хәрефте) билдәләү.

        в) “Эш дәфтәре”ндә эшләү. Кроссворд сисеү.

        г) 5-се эш. Һүрәт буйынса мажаралы хикәйә төҙөү. Уға исем ҡушыу.

        Һүрәттең йөкмәткеһенә ярашлы хәүеф, шаяртыу тигән һүҙҙәргә аңлатма биреү өҫтөндә эш. Һүрәттә бирелгән ситуацияны ҡулланыу, мөнәсәбәт ҡороу, ауыр хәлдәрҙән сығыу юлдары тураһында әңгәмә ҡороу. Урынлы шаяртыу сетерекле ситуацияларҙан сығыу ысулы булыуын төшөндөрөү.

        д) 6-сы эш. Телдән алфавиттың тәүге ун хәрефен тәртип буйынса әйттереү. Алфавиттан ике өндө белдергән хәрефтәрҙе әйттереү.

“Эш дәфтәрендә” эшләү. Һөйләмгә кәрәкле һүҙҙе өҫтәп яҙыу. Яҙған һөйләмдәрҙән фәһемле мәғлүмәтте билдәләү.

                 II. 2-се эш.Тексты күсереп яҙыу алдынан “Күсереп яҙыу” ҡағиҙәләрен баланың иҫенә төшөрөү. Тексты күсереп яҙыу. Яҙып бөткәс, тикшереү. Ябай ҡәләм менән матур яҙылмаған урындарҙы хата ебәргән һүҙҙәрҙең аҫтына һыҙыу, шул юл тапҡырында поляға өндәү билдәһе ҡуйыу. Дәфтәр поляһында “Цукерман” контроль бағанаһында эште баһалауҙы ойоштороу.

                 III.3-сө эш.Болот һүрәте эсендә бутап бирелгән хәрефтәрҙән һүҙҙәр төҙҙөрөү (аша, мул, әсәй, итек). Төҙөлгән һүҙҙәрҙең оҡшаш яҡтарын биләдләтеү:

Аша,мул һүҙҙәре өс хәрефтән тора, нәҙек әйтелешле һүҙҙәр.

Итек, әсәй һүҙҙәре дүрт хәрефтән тора, нәҙек әйтелешле һүҙҙәр.

Аша, итек, әсәй һүҙҙәре юлдан юлға күсереү өсөн ижеккә бүленмәй.

Аша, әсәй, итек һүҙҙәре һуҙынҡы хәрефтән башлана.

         IV. 4-се эш. Күнегеүҙең шартын өйрәтеү. Башҡарыу тәртибен күҙаллау. 1-се рәттә ә хәрефе артыҡ, сөнки бында нәҙек һуҙынҡылар бирелгән.

2-се рәттә м-л тартынҡылары артыҡ, сөнки улар парлы яңғырау-һаңғырау тартынҡылар рәтенә инмәй.

        V. 5-се эш. Сюжетлы һүрәтте ҡарап сығыу. Сюжет геройҙарын атау. Улар тураһында мажаралы хәл-ваҡиғалар уйлап сығарыу. Ҡулланыу өсөн һүҙҙәр тәҡдим итеү: урман ситендәге, түңәрәк күл, шыуырға саҡырҙы, риза булды, парлашып, ҡар ишелеп төштө, күҙ асып йомғансы, елдәр иҫкән.

        VI. 6-сы эш. Башҡарылырға тейеш эштең шартына төшөнөү.

        Алфавиттың тәүге ун хәрефен 2-3 уҡыусынан  телдән әйттереү. Хор менән әйттереү

        Алфавиттың ике өндө белдергән хәрефтәрен телдән әйттереү.

V. Дәрескә рефлексив анализ, эшмәкәрлекте баһалау.

Дәрес этаптарын иҫкә төшөрөү. Нимәләр эшләнем? Нимәгә өйрәндем? Нимәгә төшөнөп бөтмәнем? Артабан нимә өҫтөндә эшләргә?

        Үтелгән тема буйынса һығымта яһау.

1) Алфавит хәрефтәре ике төркөмгә бүленеүе һәм:  

2) тартынҡы һәм һуҙынҡы хәрефтәр (1-се эш),

3) нәҙек һәм ҡалын һуҙынҡылар,

4) парлы һәм парһыҙ яңғырау-һаңғырау тартынҡылар.

5) Алфавиттағы хәрефтәр һаны. 42 хәреф. 27 тартынҡы, 13 һуҙынҡы (2-се эш)

6) Алфавит хәрефтәренән төрлө һүҙҙәр төҙөргә мөмкин: ике, өс, дүрт, биш хәрефтән. Һүҙҙәрҙе ижеккә бүленеү үҙенсәлеген белергә кәрәк.

        Рефлексия. Мин әле нимәне төшөнөп етмәйем?

        Һығымта: Алфавиттың хәрефтәренең билдәле-бер тәртиптә бирелеүен төшөнөргә һәм алфавитты яттан белергә.