Башҡорт теле. 1 класс. Ф.Ш.Сынбулатова. Тема: Хәреф һәм өн.
план-конспект урока (1 класс)

Мурзагалина Дина Гафуровна

Йәш уҡытыусыға ярҙамға.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл 2._bash_yaz._href_hm_on_2_dres.docx16.06 КБ

Предварительный просмотр:

2-се дәрес    Үткәреү ваҡыты   -------------------------

Дәрес темаһы.  Хәреф һәм өн.

Дәрестең төрө: уҡыу мәсьәләһе ҡуйыу дәресе.

Уҡыу-методик комплект: УМК “Башҡорт теле” (авт. Сынбулатова Ф.Ш. һ.б.).

Планлаштырылған һөҙөмтәләр:

             Шәхси сифаттарҙы үҫтереү өлкәһендәге үҫеш: әңгәмәсенең әйткәнен ишетеп, аңлап, дөрөҫ йүнәлештә эш итеү; уның һөйләгәнен күҙенә ҡарап тыңлай белеү; ата-әсә кәңәштәренә, иҫкәртеүҙәренә ҡолаҡ һала белеү.

Метапредмет өлкәһендәге үҫеш: эште уның шартына ярашлы эҙмә-эҙлекле итеп үтәргә; уның дөрөҫлөгөн тикшерергә, баһаларға күнегеү.

Предмет өлкәһендәге үҫеш: хәреф менән өндөң араһындағы айырмалыҡтарҙы билдәләргә; уларҙың ҡулланыш даирәһен асыҡларға.

  1. Уҡыу мәсьәләһе ҡуйыу.

1-се эште уҡыу мәсьәләһе ҡуйыу өсөн ҡулланыу. Был эштең шартына ярашлы балалар шиғырҙан ике өндө белдергән хәрефле һүҙҙе табып әйтәләр (ел). Һүҙҙең өн моделен эшләйҙәр, уны транскрипцияла яҙалар:                

Һығымта: башҡорт телендә һүҙҙә хәрефтәр һәм өндәр иҫәбе бер үк булмаған осраҡтар бар: ел һүҙендә  2 хәреф,ә өндәр - 3.

Отҡор һеҙҙең алға ошондай мәсьәлә ҡуя: шиғырҙағы геүелдәй, асыулы, кеүек һүҙҙәренең һәр береһендә  нисә өн һәм нисә хәреф бар?

Балалар Отҡор тәҡдим иткән эште үтәү процесында ғәмәли мәсьәлә уҡыу мәсьәләһенә әйләндерелә, йәғни интеллектуаль ҡаршылыҡ тыуа, уны асыҡлау өсөн ғилми эҙмә-эҙлекле итеп ойоштороуҙы талап иткән тикшеренеү эше үткәреү мохтажлығы тыуа.

1-се аҙым.

Геүелдәй, асыулы, кеүек һүҙҙәренең өн моделдәрен бер нисә бала таҡтала, ә ҡалғандары дәфтәрҙәрендә төҙөй. 2-се аҙым. Уҡытыусы балаларҙың эшен күҙәтә. Уҡыусыларҙың эш һөҙөмтәләренең төрлөсә  булыуын асыҡлай (был хаҡта балаларға ҡысҡырып әйтмәй), йәғни бер үк һүҙҙең өн моделен төрлөсә төҙөү  осрағы билдәләнә:

Өн моделендә күрһәтелгән айырмалыҡты график символ ярҙамында тамғалау ойошторола. Кем хаҡ, кем дөрөҫ эшләгән? Был һүҙҙәрҙә [ү], [у] өндәре һуҙынҡымы әллә тартынҡымы? У-ү һуҙынҡы хәрефтәре тартынҡы өндө һынландыра аламы?

  1. Уҡыу мәсьәләһен хәл итеү.

1-се аҙым. Геүелдәй һүҙендәге [ү] өнөн, асыулы һүҙендәге [у] өнөн һәм кеүек һүҙендәге [ү] өнөн ҡабат-ҡабат әйтеү.

2-се аҙым.

Бирелгән һүҙҙәрҙәге [ү], [у] өндәрен әйтеү процесында артикуляцион аппараттың эшләү нескәлектәрен күҙәтеү.

Күҙәтеүҙән сығып һығымта яһау.

1-се һығымта. Башҡорт телендә нигеҙҙә [у] өнө һүҙ башында, уртаһында осрай һәм ул һуҙынҡы өн. Геүелдәй, кеүек һүҙҙәрендә [ү] –тартынҡы өн. Уны әйткәндә тын юлынан сыҡҡан һауа ирендәрҙең үтә ослайып ҡыҫылыуы сәбәпле ҡаршылыҡҡа осрай. Тел законына ярашлы өндө әйткәндә һауа ҡаршылыҡҡа осраһа, ул – тартынҡы.

Иҫкәрмә: был дәрестә һүҙ башында в хәрефенең [ү], [у] рәүешендә әйтелеү осрағы ваҡ[уаҡ] ҡаралмай.

“Эш дәфтәре”ндәге  тесты үтәү.

  1. Ғәмәли эштәр.

а) 2-се эш. Эштең шартын өйрәнеү.Эште ойоштороуҙы (үтәүҙе) планлаштырыу:

● һүрәттәрҙе ҡарау. Предмет атамаларын әйтеп сығыу;

● һүҙҙең өн моделен төҙөү;

● һүҙҙе транскрипцияла яҙыу;

● һүҙҙе үҙеңә ҡысҡырып әйтеп яҙҙырыу;

● парталашың менән дәфтәрҙәрҙе алмашып, бер-береңдең эшен баһалау.

б) 3-сө эш. Бирелгән һүрәттәр буйынса “Һүрәтле диктант” яҙыу. Эште тикшереү. Баһалау.

в) 4-се эш. Эштең шарты менән таныштырыу. Эште планлаштырыу:

● тексты уҡыу;

● билдәләнгән һүҙҙәрҙең мәғәнәһен асыҡлау;

● уларҙы мәғәнәһенә ярашлы булған икенсе һүҙ менән алмаштырыу.

        Эште планға ярашлы башҡарыу.

        Текстағы әйтем өҫтөндә эш. Уның мәғәнәһен асыҡлау. Әкиәттә автор әйтергә теләгән фекерҙе асыҡлау.

г) 5-се эш. “Сафлыҡ” тексын күсереп яҙыу.

д) 6-сы,7-се эштәрҙе башҡарыу.

        Йомғаҡ яһау. 1) Өндө әйтәбеҙ һәм ишетәбеҙ.

2) Хәрефте күрәбеҙ һәм яҙабыҙ.

3) Өндө хәреф менән тамғалайбыҙ.

IV. Дәрестә рефлексия. Контроль, баһалау. Дәрестә нимә эшләнем? Нимәләргә өлгәштем? Миңә нимәгә төшөнөүе ауыр булды? Һ.б.