Йырҙар
учебно-методический материал по музыке по теме

Песни для детей на башкирском языке

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл balalar_yyry.docx12.43 КБ
Файл detskie_bashk.pesni_tekst.docx262.84 КБ
Реклама
Онлайн-тренажёры музыкального слуха
Музыкальная академия

Теория музыки и у Упражнения на развитие музыкального слуха для учащихся музыкальных школ и колледжей

Современно, удобно, эффективно

Посмотреть >


Предварительный просмотр:


Мин
 үҙемде яратам

Мин үҙемде яратам
Трам-там-там,трам-там-там
Мин үҙемде яратам,
Трам-там-там,трам-там-там
Мин һеҙҙе лә яратам
Яратам мин илемде
Матур башҡорт телемде
Уйнап-көлөп үткәрәм
Һәр бер яңы көнөмдө
1.Яратам атайымды,
Яратам әсәйемде,
Етәкләйем уларҙы 
Биреп йылы усымды.
2. Баҫһам көҙгө алдына
Күрәм унда үҙемде
Һоҡланып ҡарап торам
Ала алмай күҙемде.
3. Ҡояш апай күктән беҙгә
Йылмайып ҡарап тора
Мин һеҙҙе бик яратам –тип
Теләктәр әйтеп тора.

Минем ватаным

1.Тауҙар урмандар, таҙа урамдар

Ҡояш ямгырҙар карлы бурандар

Ҡояш ямгырҙар карлы бурандар

Минең  ватаным был кәрәк тамырым

Бәхетемде ситтә түгел һиндә табырмын

Бәхетемде ситтә түгел һиндә табырмын

2. Буре айыуҙар ялтыр балыҡтар

Ҡыҙҙар малайҙар төрлө халыҡтар

Ҡыҙҙар малайҙар төрлө халыҡтар

Минең  ватаным был кәрәк тамырым

Бәхетемде ситтә түгел һиндә табырмын

Бәхетемде ситтә түгел һиндә табырмын

3. Сыр-сыр турғайҙар  назлы кайында

Тәҙрә биҙәгән сәскәле гөлдәр

Тәҙрә биҙәгән сәскәле гөлдәр

Минең  ватаным был кәрәк тамырым

Бәхетемде ситтә түгел һиндә табырмын

Бәхетемде ситтә түгел һиндә табырмын

4. Кала-ауылдар, матур кешеләр

Көндәлектәрҙә торған бишлеләр

Көндәлектәрҙә торған бишлеләр

Минең  ватаным был кәрәк тамырым

Бәхетемде ситтә түгел һиндә табырмын

Бәхетемде ситтә түгел һиндә табырмын



Предварительный просмотр:

 Дуҫлыҡ тирмә

                                           Әлнисә АЛДЫРХАНОВА һүҙҙәре.                                              Гүзәл БАЯНОВА көйө.

 

http://yanshishma.ru/images/stories/2014_34/nota.jpg

 

Тыуған ерҙә, һәр бер өйҙә
Именлек кенә булһын.
Атай, әсәй – алтын ҡанат,
Татыу ғаилә булһын.

Ҡушымта:
Тыуған илем, илгенәм,
Тыныс булһын ергенәм.
Иҫән булһын дуҫ-туғандар,
Атай, әсәй – бер генәм.
Туғанлыҡта, татыулыҡта
Йәшәйек әле берҙәм.
Ишле ғаилә – балалар,
Күбәйһен әле ерҙә.

Дуҫлыҡ күпере нығытһын
Ҡәрҙәштәрҙең араһын,
Дуҫлыҡ тирмәһендә гелән
Шат йырҙар яңғыраһын.

 Бер минутлыҡ тынлыҡ

                  Гөлфиә ЮНЫСОВА һүҙҙәре                         Дамир СОЛТАНОВ көйө

http://yanshishma.ru/images/stories/2013_37/%D0%9D%D0%BE%D1%82%D0%B0.jpg

 Бер минутлыҡ тынлыҡ менән 
Хәтерләйбеҙ үлгәндәрҙе.
Кешеләрҙең күңеленә
Йондоҙ булып ингәндәрҙе.

    Ҡушымта:
    Хәтерләйбеҙ һағыш менән 
    Дуҫтарҙы һәм туғандарҙы.
    Ватан өсөн, Еңеү өсөн
    Яуҙа ҡорбан булғандарҙы.
http://yanshishma.ru/images/stories/2013_37/37_4_3.jpg


Сафуан ӘЛИБАЕВ

Олатайҙар

(«Перовский» көйөнә) 

Беҙҙең данлы олатайҙар
Шулай күңел күңел асҡандар.
Ғыж-ғыж ҡурай тарта-тарта,
Тыпырлатып баҫҡандар.
Ғыж-ғыж ҡурай тартҡандар ҙа
Тыпырлатып баҫҡандар.


Беҙҙең данлы олатайҙар
Төбәк иткән Уралды.
Ҡайҙа барып, ни күрһә лә,
Юлдаш иткән ҡурайҙы.
Төйәк иткән Уралды ла
Моңдаш иткән ҡурайҙы.


Беҙҙең данлы олатайҙар
Яуҙан еңеп ҡайтҡандар.
Яуҙан еңеп ҡайтҡандар ҙа
Дәртле ҡурай тартҡандар. 
Ғыж-ғыж ҡурай тартҡандар ҙа
Тау һелкетеп баҫҡандар. 

Һалдат булдым

Ринат ЕНИКЕЕВ көйө                                                                              Йәүҙәт ДӘРЗАМАН һүҙҙәре

http://yanshishma.ru/images/stories/2013_13/13_4_3.jpg

Ҡайыш быуҙым билемә,
Тоғромон, тип, илемә,
Йондоҙло бүрек кейҙем: 
– Мин һалдат булдым! – тинем.

Иңемә мылтыҡ аҫтым,
Атай алдына баҫтым: 
– Килдем, иптәш командир,
Әйҙә, берәй фарман бир.

– Смирно! – тине атай, – 
Матур теләк, бик ярай.
Бер аҙ утын ярырһың,
Унан… һыуға барырһың!

– Була! – тинем ҡырт ҡына
Һәм боролдом фырт ҡына.
Шунан китте, эй китте…
Мине шәп һалдат итте.

Бөттө ялҡау ғәҙәтем,
Һанаулы һәр сәғәтем.
Иртүк торам, йыуынам,
Тиҙ-тиҙ генә кейенәм.

Ялт иттерәм тештәрҙе,
Эшләйем бар эштәрҙе.
Бүлмәмдә тәртип хәҙер, 
Ни кәрәкһә, шул әҙер.
Һалдат булыу шулай ул,
Өйрәнгәс, бик уңай ул.