Ер еләге. Тикшеренеү эше (Исследовательская работа о землянике.)
творческая работа учащихся по окружающему миру (3 класс) на тему

Мавлетова Зилда Ахмадиевна

3 класс уҡыусыһы Әбйәлилова Аринаның Ер еләге тураһында тикшеренеү эше

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon er_elge_issledovat._rab_arina.doc932 КБ

Предварительный просмотр:

Баш7ортостан  Республика3ы Учалы районы муниципаль районыны8  

муниципаль бюджет   дөйөм белем  бире1  учреждение3ы

 М29к21  ауылы  урта  д0й0м  белем бире1  м2кт2бе

Тирә-яҡты өйрәнеү дәресенән

тикшеренеү эше

 Ер  еләге

http://www.supercoloring.com/sites/default/files/styles/coloring_full/public/cif/2013/05/Virginia-strawberry-or-wild-strawberry-coloring-page.gif

 

 Башҡарҙы: Мәҫкәү урта мәктәбенең

3 класс уҡыусыһы Әбйәлилова Арина

Етәксеһе: башланғыс кластар уҡытыусыһы

 Мәүлитова Зилдә Әхмәҙиә ҡыҙы

         Мәҫкәү 2015

Йөкмәткеһе

 Инеш ....................................................................................2-се бит

I бүлек.   Ер  еләге  ҡайҙа үҫә?............................................3-сө  бит

II бүлек. Ер еләгенең файҙаһы.......................................... 4-се  бит

III бүлек. Ер еләгенән аш-һыу............................................5-се бит

Йомғаҡлау..............................................................................6-сы бит

Ҡулланылған әҙәбиәт...........................................................7-се   бит

Ҡушымта................................................................................8-се  бит

http://razukraska.ru/wp-content/gallery/klubnika/strawberry1.jpg

1

 Инеш

 Тикшеренеү эше итеп «Ер еләге» темаһын алдым. Сөнки,  ер еләге хуш еҫле, тәмле генә түгел, һанап бѳткѳһѳҙ файҙалы ла. Емеш-еләк мәленең рәхәтлеген күреп ҡалырға тырышабыҙ. Урынын белеп еләк йыябыҙ. Ер еләгенең ниндәй файҙаһы бар, уның менән һаулыҡты нығыта   алабыҙмы - шул һорауҙарға яуап эҙләнем.

Тикшеренеү эшенең актуаллеге. Тәбиғәт биргән байлыҡтан файҙаланып,  сәләмәтлеген нығытырға теләүселәргә ярҙам итергә теләйем.

Тикшеренеү объекты.  Ер еләктәре

Эҙләнеү предметы. Ер еләге үҫкән урман-ҡырҙар, яландар, тауҙар

Тикшеренеү маҡсаты.  Урмандан йыйып алған еләк-емеште  дөрөҫ файҙаланырға, ер ҡәҙерен белергә, унда үҫкән байлыҡ мәртәбәһен, хеҙмәт баһаһын белергә өйрәтеү.

Эҙләнеү эшенең бурыстары.

1.  Ер еләге һәм уның файҙаһы тураһында  гәзиттән мәҡәләләр йыйыу;

2.  Ер еләге менән сәләмәтлекте нығытыу;

3.  Ер еләгенән аш-һыу әҙерләү.

Эҙләнеү эшенең гипотезаһы.  Ауыл кешеһенә йәй ял ваҡыты түгел, ә йүгереп йөрөп  эшләй торған миҙгел.  “Һабанда  һайрашмаһаң,  ырҙында ыңғырашырһың” тигәндәй, еләк йыйһаң – теләгәнеңде ашарһың.

Эҙләнеү эшенең методтары.

1. Ер еләге тураһында  китаптар уҡыу.

2. Йәй көнө еләккә йөрөү.

3. Ер еләген эшкәртә белеү

2

I бүлек.   Ер  еләге  ҡайҙа үҫә?

   Беҙҙең өҫтәлебеҙ витаминлы ризыҡтан өҙөлгәне юҡ.  Йыл да шулай мул уңыш йыйып алғас, тәмле  емеш-еләктең ҡәҙерен беләбеҙ. Инде нисә йыл, Мәҫкәү ауылына күсеп килгәндән, өләсәйем менән яҙҙың иң матур сағынан башлап, тирә-яҡ йәшелгә күмелгәс тә, урман-ҡырҙарға, яландарға йөрөйбөҙ.  Ҡайҙа еләк, ҡайҙа ҡарағат үҫкәнен яҡшы беләм инде. Тәбиғәттең матурлығына, хозурлығына һәр ваҡыт һоҡланам. Икәүләшеп төрлө үләндәр, емеш-еләк йыябыҙ.

   Беҙҙең ауыл бик уңайлы  урында ултыра.  Эргәһенән генә мул һыулы Яйыҡ йылғаһы аға. Йылға аръяғында татлы  емешле ағастар үҫә: муйыл, балан,  ҡарағат, энәде, гөлйемеш.  Көньяҡ-көнбайышында тауҙар һуҙылған. Шул тауҙар битләүҙәрендә халыҡ еләк йыя ла инде.

  Ә быйыл еләк бигерәк ныҡ уңды.  Шуға тәбиғәт биргән байлыҡтан файҙаланып ҡалырға тырыштыҡ.  Ауыл  кешеһенә  йәй ял ваҡыты түгел, ә йүгереп йөрөп эшләй торған миҙгел.  Йыл һайын  ҡышҡылыҡҡа етерлек емеш-еләк йыйып ҡалабыҙ.                                              Быйылғы йыл  ямғырлы булғас, бәрәкәтле лә, уңышлы ла булды.  Йәйҙең ҡояшлы матур көндәрендә еләк ҡыҙарып беште. Беҙҙең Өлкәнтау буйы, Сәкәштау, Бүре ояһы тауҙары битләүҙәрендә ер еләге ҡотороп уңды.  Еләк ҡояшлы урындарҙы ярата шул. Емеш-еләк мәленең рәхәтлеген күреп ҡалырға тырышабыҙ. Урынын белеп, тау үҙәктәрендә генә түгел, ялан-туғайҙарҙа ла еләк йыябыҙ. Үҙем дә еләк-емеш ваҡытында өйҙә ултырырға яратмайым,  тик ҡырҙа йөрөүҙе хуп күрәм.

  Нимәлер һатам тиһәң, беҙгә район үҙәге Учалыға йәки Белоретҡа барырға кәрәк.  Үҙем йыйған еләктәрҙе йәлләһәм дә,  инәйем менән һатырға алып барам.  Ысынлап та, ҡыр еләген хаҡына ҡарамайынса һатып алырға теләүселәр күп.

Раскраска Земляника детская

3

II бүлек. Ер еләгенең файҙаһы

   Ер еләге ҡайын еләгенән үҙенә башҡа тәме, татлыраҡ һәм сөсөрәк булыуы менән айырыла.  Етмәһә эрерәк тә.  Һабағынан япраҡса менән өҙөлөп сыға.  Шуға күрә уны ҡайһы бер төбәктәрҙә шыртлаҡ еләк тип атайҙар. Емештәре аҡһыл йөнтәҫерәк булғанға йөнлө еләк тип тә көләләр. Инйәр-ҡатайҙар уны тупар тип атай, йыйғанда тупырлап төшөп торған өсөндөр.   Еләкте төпһәһенән таҙартырға тура килһә лә,  ул һоҡланғыс хуш еҫе, тәме менән ҡыш табындарҙы йәмләп тора. Ҡайһы саҡ төпһәһе менән дә ҡайнаталар, бик ҡупшы килеп сыҡмаһа ла, уның файҙаһы күберәк тип һанала.  Инәйем еләкте таҙартылмаған килеш блендер менән генә туғып, шәкәрләп йә туңдырып ҡуя.  Еләктең витаминдары шул килеш һаҡлана, тип, өйрәтә өләсәйем.

 Ер еләген халыҡ айырыуса яратып ҡуллана.  Ер еләге хуш еҫле, тәмле  генә түгел,  һанап бөткөһөҙ файҙалы ла.  Аҙ ҡанлылыҡтан яфаланыусыларға ярҙамы тейә,  ти өләсәйем. Бауыр, бөйөр, үпкә сирҙәренән ҡотҡара. Ҡан баҫымы юғары булғанда эсә олатайым.  Ул еләкте ҡуҙағы менән ҡайната, шулай иткәндә файҙаһы күберәк була, ти.

  Айҙың тәүге яртыһында ер еләгенең сәскәһе менән япраҡтарын, ә аҙағында емешен йыялар. Ер еләген тағы һейҙек ҡыуығында таш булғанда, подагра, склероз осрағында ҡулланалар. Ул ағзаларҙан һаулыҡҡа зыян килтереүсе матдәләрҙе ҡыуа. Шуға ла ер еләгенән йәки япрағынан әҙерләнгән төнәтмәне һыуыҡ тейгәндә, юғары тән температураһы менән интеккәндә эсәләр.   Ауырып, дәрес ҡалдырмайым тиһәң, минең кәңәштәремә ҡолаҡ һалығыҙ, дуҫтарым. Дөйөм сәләмәтлекте нығытыу өсөн сәйгә лә кипкән еләк япраҡтарын һалып эсегеҙ, ауырымаҫһығыҙ. Ер еләге япрағынан әҙерләнгән һут йөрәк эшмәкәрлеген яйға һала, ҡан тамырҙарын киңәйтә тип өйрәтә әсәйем һәм үҙе лә һут әҙерләп эсә.                   Йөрәктең ҡан тамырҙарын нығытыр өсөн төнәтмә лә әҙерләйҙәр. Бының өсөн 2 ҡалаҡ киптерелгән япраҡҡа 2 стакан ҡайнар һыу ҡойоп, эмалле кәстрүлдә боҫ өҫтөндә 5 минут ҡайнатырға ла 3 сәғәт төнәтергә. Дауаны көнөнә 2-3 тапҡыр берәр ҡалаҡ эсергә.                                                     Беҙҙә ҡыҙҙар ер еләген бит тиреһен йәшәртеү һәм йомшартыу  өсөн ҡулланалар. Уның ярҙамында биттәге һытҡыны, һипкелде бөтөрөргә мөмкин, тиҙәр.

4

III бүлек. Ер еләгенән аш-һыу

Еләк – ҡайнатмалар батшаһы

          Йәй төҫөн һаҡлайыҡ тигән хужабикәләргә  төп ҡайнатма – ер еләгенән.  Уны ҡайнатмаларҙың батшаһы тип тә атайҙар.                        Ер еләгенән ҡайнатма былай эшләнә:1 кг ер еләге, 1 кг шәкәр, ярты стакан һыу. Ер еләген таҙартырға. Сироп алдан әҙерләнә һәм уның өҫтөнә еләк һалына. Емешкә сироп тулыһынса һеңеп бөтөргә тейеш. Ҡайнатма ныҡ талғын утта әҙерләнә. Әгәр еләк бик һутлы булһа, ҡайнатмаға һыу өҫтәмәҫкә лә мөмкин.
Сиропты алдан әҙерләмәҫкә лә була. Бының өсөн еләк менән шәкәрҙе бергә бутап, һалҡынса урында 10 – 12 сәғәт тоторға кәрәк.

 Ер  еләгенән  - Сәй

   Ер еләгендә  витаминдар (С, РР, В1,В2),  минералдар (тимер, марганец) ифрат күп.  Ашҡаҙан ауырыуҙарына ҡаршы еләктән Сәй бик яҡшы дауа. Шулай уҡ ул бөйөр ауыртҡанда ла ярҙам итә.  Уның япрағынан Сәй ҡайнатып эскәндә тамаҡ шеше ҡайта.  Ауыҙҙы сайҡатып алырға ла була. Ул былай әҙерләнә:  емешенән, япрағынан, тамырынан әҙерләнгән  ҡатышмаға бер стакан ҡайнар ҡыу ҡойорға һәм биш минутҡа ултыртып торорға.  Ер еләге Сәйгә тәм һәм хуш еҫ бирә. Шуға күрә бындай Сәй файҙалы ғына түгел, ә хуш еҫле тәмле Сәй ҙә булып тора.

  Ер еләгенән тағы ла бөйөрөктәр, еләк бәлеше,  асығауыҙҙар, торттар бешереп ашайбыҙ.  Өләсәйем ҡаҡ эшләй белә. Еләктән ҡайнатылған компотты  туғандарым эсергә ярата.

  Мин һеҙгә бөгөн үҙемә оҡшаған еләк аштары һәм уларҙың файҙаһы тураһында һөйләнем.

5

Йомғаҡлау

  Ауылда эш юҡлыҡҡа һылтанып ултырып булмай.  Етеш тормошта йәшәйем тиһәң, кеше араһында кәм-хур булмай матур кейенәм тиһәң, аяҡ аҫтындағы еләк-емештән дә аҡса эшләп була.  Сәләмәт йәшәйем тиһәң, еләкте йыйып дауаланырға була.  Ялҡауланмаһаң, эш рәтен белһәң, намыҫлы булһаң, ауылда ла рәхәтләнеп йәшәргә мөмкин.    Бары тик  теләк кенә булһын!

6

Ҡулланылған әҙәбиәт

1.  Башҡортостан энциклопедияһы

2.  «Башҡортостан үҫемлектәре » Б.М.Миркин, Л.Г.Наумова

3.  Гәзит – журналдарҙағы мәҡәләләр

4.  Интернет селтәре

7

 Ҡушымта.

Раскраска Земляника

https://pp.vk.me/c629425/v629425154/a66a/vTys9_wXcYo.jpg

https://pp.vk.me/c629412/v629412154/6c94/4IK0Cak_K_I.jpg

https://pp.vk.me/c629412/v629412154/6c9d/vrOMSda-dgg.jpg

https://pp.vk.me/c629412/v629412154/6caf/v5g23ysCbT8.jpg

https://pp.vk.me/c629412/v629412154/6cb8/DpKKUi6uBwc.jpg

https://pp.vk.me/c629412/v629412154/6cc1/U7Mxw_QzfqU.jpg

https://pp.vk.me/c629412/v629412154/6cd3/1gDj3wiqwWY.jpg

https://pp.vk.me/c629412/v629412154/6d63/9vLvt-Rh3eY.jpg

https://pp.vk.me/c628629/v628629154/30c93/p9ZNJ_MxEYs.jpg


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Мысыр тауығы. Тикшеренеү эше (Исследовательская работа. Цесарка)

3 класс уҡыусыһы Ситдиҡов Денис үҙе йәй буйы ҡарап үҫтергән мысыр тауыҡтары тураһында тикшеренеү эше яҙҙы...

Мысыр тауығы. Тикшеренеү эше (Исследовательская работа. Цесарка)

Мәҫкәү урта мәктәбенең 3 класс уҡыусыһы Ситдиҡов Денистың Мысыр тауығы тураһында тикшеренеү эшенә фотолар...

Система работы по развитию исследовательских умений учащихся начального общего образования в рамках внеурочной деятельности «Введение в научно-исследовательскую работу» (из опыта работы учителя). .

В данной публикации расскрывается система работы по развитию исследовательских умений учащихся 1-4 классов в рамках урочной (1-ый  класс) и внеурочной деятельности (2-4 классы) на  основе ме...

Исследовательская работа: «Проектно-исследовательская деятельность младших школьников в рамках внеурочной деятельности в условиях реализации ФГОС: опыт организации»

Проблема использования свободного времени подрастающего поколения в целях всестороннего развития и воспитания всегда была насущной для общества. Воспитание и развитие детей происходят в любой момент...

Альманах № 1, 2022 Исследовательские и проектные работы учащихся. Методические рекомендации для руководителей проектно-исследовательских работ.

Материалы альманаха подготовлены методическим объединением учителей начальных классов МОБУ Новобурейской СОШ № 3 Бурейского муниципального округа Амурской области. В нём представлены лучшие исследоват...