Мысыр тауығы. Тикшеренеү эше (Исследовательская работа. Цесарка)
творческая работа учащихся по окружающему миру (3 класс) на тему

Мавлетова Зилда Ахмадиевна

3 класс уҡыусыһы Ситдиҡов Денис үҙе йәй буйы ҡарап үҫтергән мысыр тауыҡтары тураһында тикшеренеү эше яҙҙы

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon mysyr_tauygy_2_variant.doc70 КБ

Предварительный просмотр:

Баш7ортостан  Республика3ы Учалы районы муниципаль районыны8  

муниципаль бюджет   дөйөм белем  бире1  учреждение3ы

 М29к21  ауылы  урта  д0й0м  белем бире1  м2кт2бе

        

Тирә-яҡты өйрәнеү дәресенән

тикшеренеү эше

Мысыр тауығы

(Цесарка)

 

 Башҡарҙы: Мәҫкәү урта мәктәбенең

3 класс уҡыусыһы Ситдиҡов Денис

Етәксеһе: башланғыс кластар уҡытыусыһы

 Мәүлитова Зилдә Әхмәҙиә ҡыҙы

         Мәҫкәү 2015

Йөкмәткеһе

 Инеш ....................................................................................2-се бит

I бүлек.  Мысыр тауыҡтарының төрҙәре, тыуған яғы......3-сө  бит

II бүлек. Мысыр тауыҡтарын дөрөҫ тәрбиәләү.................4-се  бит

Йомғаҡлау..............................................................................5-се бит

Ҡулланылған әҙәбиәт...........................................................6-сы   бит

Ҡушымта................................................................................7-се  бит

1

 Инеш

 Тикшеренеү эше итеп «Мысыр тауығы» темаһын алдым. Сөнки,  был матур һәм күркәм тауыҡтар ҡайһы яҡтан беҙҙең яҡтарға килеп сыҡҡандар һәм нисек билдәле булғандар. Беҙҙең яҡтың тәбиғәт шарттарында уларҙы үрсетеп буламы һәм нисек?

 Тикшеренеү эшенең актуаллеге. Ҡош-ҡорт аҫырарға яратҡан кешеләрҙе  ят йорт ҡошо менән ҡыҙыҡһындырырға һәм  үрсетергә ярҙам итергә теләйем.

Тикшеренеү объекты. Мысыр тауыҡтарын аҫырау.

Эҙләнеү предметы. Мысыр тауыҡтарының йәшәү һәм үрсеү  шарттары.

Тикшеренеү маҡсаты. Күркәм йорт ҡоштарын йорт - ҡураларҙа булдырырға, хәҙерге заман шарттарына ҡулайлаштырып, дөрөҫ  ҡарарға өйрәтеү.  Уларға ҡарата кешеләрҙә ҡыҙыҡһыныу һәм һөйөү уятыу.

Эҙләнеү эшенең бурыстары.

1. Мысыр тауыҡтары тураһында белешмә йыйыу;

2.  Мысыр тауыҡтарының беҙҙең яҡ шарттарында  йәшәй алған төрҙәрен табыу һәм өйрәнеү;

3.  Мысыр тауыҡтарын дөрөҫ тәрбиәләү ҡағиҙәләрен өйрәнеү;

4. Мысыр тауыҡтарын аҫырап ҡарау.

Эҙләнеү эшенең гипотезаһы.  Әгәр мысыр тауыҡтарын  дөрөҫ тәрбиәләргә өйрәнһәң һәм уларҙы аҫырарға теләгең булһа, улар тиҙ генә үрсеп китәсәктәр һәм беҙҙең тәбиғәт шарттарында йәшәйәсәктәр.

Эҙләнеү эшенең методтары.

1. Мысыр тауыҡтарын үрсетеү өсөн кәрәкле белешмәләр йыйыу.

2. Күҙәтеүҙәр үткәреү.

2

I бүлек.    Мысыр тауыҡтарының төрҙәре, тыуған яғы

  Мысыр тауыҡтары - тауыҡтар отрядына, фазандар ғаиләһенә ҡарай.  Мысыр тауығын  ғына  кеше ҡулға эйәләштергән. Уның  Тыуған иле – Африка.

  Африкала  хәҙер фазандар урынына  мысыр тауыҡтары йөрөй.  Ҡырағай мысыр тауыҡтарының 5 тоҡомо һәм егермегә яҡын  төрө  бар.  Уларҙы  әлегә  йүнләп өйрәнеп бөтмәгәндәр.  Унда мысыр тауыҡтарын  йорт ҡошо итеп аҫырай башлағандар.

  СССР ваҡытында 1945 йылда  мысыр тауыҡтарын   беҙҙең яҡтарға һата башлайҙар.

  Мысыр тауыҡтары - ул беҙҙең йорт ҡоштары  - тауыҡтың, күркәнең һәм  бүҙәнәнең яҡын  туғаны. Рәсәйҙең төрлө райондарында йәшәй һәм үрсей алалар.  Иркенлектә лә, бикле урында ла, ситлектә лә улар үҙҙәрен яҡшы тоялар.  Улар  көтөүе менән йөрөргә яраталар, ҡапҡа эсендәге башҡа ҡош-ҡорттарға ла  яраҡлаша алалар.  Мысыр тауыҡтары шәп йүгерәләр һәм бик йыраҡҡа осалар, шуға күрә уның ҡанаттарының осон ҡырҡып ҡуялар.

  Мысыр тауыҡтарын  диета ите өсөн аҫырайҙар.  Йомортҡалары файҙалы: уларҙы оҙаҡ  итеп һаҡлап та була, А витаминына бай, бик тәмле, балаларҙа һәм ололарҙа аллергия булдырмай.  Мысыр тауыҡтарын  бигерәк тә зарарлы бөжәктәр менән көрәшер өсөн тоталар:  бәрәңге баҡсаһынан  колорадо ҡуңыҙын сүпләп ашап бөтәләр.

  Мысыр тауыҡтарының ите кейек ҡоштар итенең тәмен  хәтерләтә,  йорт тауығының итенә ҡарағанда һыуы һәм майы әҙерәк, шуға күрә  иң тәмле тауыҡ ите тип һанала.  Ә бына сит илдәрҙә уның хаҡы  ябай тауыҡ итенә  ҡарағанда 3  тапҡырға ҙурыраҡ.    Мин үҙемдең тикшеренеү эшемдә был мысыр тауыҡтарын бөтәһенә  лә үрсетергә кәңәш итер инем.  Тик уны нисек ҡарарға һәм нисек дөрөҫ тәрбиәләргә?  Артабан һүҙ шул турала барасаҡ.

3

II бүлек. Мысыр тауыҡтарын дөрөҫ тәрбиәләү

 Мысыр тауыҡтарын, йорт тауыҡтары һымаҡ, яҡты һәм ҡоро урында тоталар.  Әгәр ямғыр йә ҡар яуып тормаһа, улар көндөҙөн һәр ваҡыт йөрөргә яраталар,  ә кисен үҙҙәре ҡайтып керәләр.  Улар ҡайтыуға мул итеп ашарға әҙерләп ҡуйыр кәрәк.  Таҙа ғына һыу  эсергә яраталар.  Ҡараңғы төшөүгә улар тауыҡтар һымаҡ  төнәккә менәләр.  Сит-ят кешеләр күрһәләр мысыр тауыҡтары ҙур тауыш ҡуптаралар, шуға күрә  улар бик яҡшы һаҡсылар ҙа.

 Инә мысыр тауығы баҫырға ултырһа, уға бик яҡшы тәрбиә кәрәк.  Ояһының иҙәнен дә, стенаһын да йыуып торорлоҡ ҡаты материалдан эшләү файҙалы буласаҡ.

 Уларҙың ғаиләһендә 4  инәгә бер ата булһа яҡшыраҡ була. Тауыҡ 5  айлыҡ булһа енестәре яҡшы беленә:  инә тауыҡтарҙың баштары ҙурыраҡ һәм ағыраҡ ҡауырһынлы була.

  Мысыр тауыҡтары 6  айға тиклем йомортҡа һалалар. 100-150  йомортҡа алырға була. Мысыр тауыҡтарын икенсе йылға алып ҡалырға кәңәш итмәйҙәр, сөнки уларҙың  етештереүсәнлеге кәмей.

  Йомортҡа һалыу осоро бөтөү менән, уларҙы һуйып алыр кәрәк.  Әгәр биш айлыҡ сағында һуйып ашаһаң, ите йомшағыраҡ та, тәмлерәк тә була.

  Мысыр тауыҡтары себештәре ябай тауыҡ себештәре һымаҡ эремсек, ҡоро һөт, тары ярмаһы, онталған кукуруз һәм бойҙай ашарға яраталар. Ҡаҙҙар һымаҡ йәшел һәм  татлы ҡош аҙығынан тиҙ үҫәләр.   Йәшелсә ҡалдыҡтарынан баш тартмайҙар. Ит, балыҡ, һөт аҙыҡтарын да бирер кәрәк. Йәй көнө был тауыҡтарҙы ҡарауы еңелерәк,   улар көнө буйы ҡырҙа йә баҡсала ашарға эҙләйҙәр.

 Етмәһә был тауыҡтарҙың аҙығына  ошондай  минераль аҙыҡтар ҙа  өҫтәр кәрәк:  онталған ҡабырсаҡ, аҡбур, ағас көлө,  ҡом.  Уларҙы айырым һауыттарға һалып ҡуйһаң яҡшыраҡ була.

  Мысыр тауыҡтарын көнөнә  өс тапҡыр ашаталар.  Иҫкергән аҙыҡтарҙы һалырға ярамай.

  Был тауыҡтар ябай тауыҡтарға ҡарағанда әҙерәк  ауырыйҙар,  һыуыҡҡа сыҙамлылар, эҫене яҡшы үткәрәләр, ләкин дымлы урындан ҡурҡалар.

   Әйтеүемсә, был мысыр тауыҡтарын ите өсөн аҫырар кәрәк, сөнки ите  диетик яҡтан үҙенсәлекле, һаулыҡ өсөн бик файҙалы.

4

 Йомғаҡлау.

 Мин матур тәбиғәтле Ташҡыя ауылында йәшәйем.  Эргәбеҙҙән генә тымыҡ Яйыҡ йылғаһы аға.  Йылға өйрәк, ҡаҙҙар өсөн уңайлы.  

  Минең әсәйем төрлө йорт ҡоштары үрсетергә ярата.  Былтыр,  ҡыҙыҡ күреп,  ҡаҙ, өйрәк, күркә эргәһенә баҙарҙа һатылған өйрәк ҡатыш ҡаҙ  ҡошон  ( утка-гусь) үҫтергәйне.  Быйыл улар янына күркә ҡатыш өйрәк ҡошон (индоутка) алды. Һәм был яҡтар өсөн ят ҡош – мысыр тауығы ла өҫтәлде.

  Мысыр тауыҡтары бик матур ҡош. Беҙҙең күрше әбей-бабайҙар уларҙы сәғәттәр буйы ҡарап күҙәтергә ярата.  Мысыр тауыҡтары үҙ-ара бик татыу ҡоштар икәнен һынаным. Әгәр береһе ситкә китһә, хәҙер генә саҡырып алалар.   Күршеләр уларҙы йырсы ҡоштар тиҙәр.   Ысынлап та, кәртә башына менеп алһалар, төрлө һәм  күңелле  тауыш сығарып ултырырға яраталар.   Етмәһә шәп йүгерәләр, тотоп алырмын тимә. Алмас бабайым уларҙы ярышҡа алып барыр кәрәк, тип, көлдөрә.  Тағы ла улар осорға яраталар.  Беҙҙән ике өй аша йәшәгән бабайыма һә тигәнсе  осоп барып етәләр.   “Пересадка ла”  эшләп тормайҙар, тип, көләләр күршеләр.

  Тикшеренеү эшемде йомғаҡлап әйткәндә, мысыр тауыҡтарын  ҡарауы  ауыр түгел.  Улар үлән араһынан төрлө бөжәктәрҙе ашарға яраталар. Үлән дә йолҡалар.  Әсәйем биргән эремсектән дә баш тартмайҙар. Ҡустым, туғаным менән беҙ уларға бойҙай сығарып һибергә яратабыҙ.

  Быйылғы йәйем мысыр тауыҡтарын тәрбиәләү менән үтте.  Ҡыҙыҡлы ла, фәһемле лә шөғөл булды миңә.  Етмәһә, мәктәп иғлан иткән «Йәйге шөғөлөм» конкурсында беренсе урын алып ҡыуандым.

5

Ҡулланылған әҙәбиәт.

1.  Ф.Е.Голяркин  «Мысыр тауыҡтарын үрсетеү» брошюраһы

2.  Вейцман Л.Н. “Мысыр тауыҡтарын үрсетеү”.  

3. Интернет селтәренән материалдар


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Исследовательская работа: шаг за шагом (на примере работы "Это магическое слово "Блондинка")

В материале показан пошаговый алгоритм проведения исследовательской работы (на примере работы "Это магическое слово "Блондинка").Выделены следующие этапы:Шаг 1. Актуальность проблемыШаг 2. Теоретическ...

Мысыр тауығы. Тикшеренеү эше (Исследовательская работа. Цесарка)

Мәҫкәү урта мәктәбенең 3 класс уҡыусыһы Ситдиҡов Денистың Мысыр тауығы тураһында тикшеренеү эшенә фотолар...

Система работы по развитию исследовательских умений учащихся начального общего образования в рамках внеурочной деятельности «Введение в научно-исследовательскую работу» (из опыта работы учителя). .

В данной публикации расскрывается система работы по развитию исследовательских умений учащихся 1-4 классов в рамках урочной (1-ый  класс) и внеурочной деятельности (2-4 классы) на  основе ме...

Исследовательская работа: «Проектно-исследовательская деятельность младших школьников в рамках внеурочной деятельности в условиях реализации ФГОС: опыт организации»

Проблема использования свободного времени подрастающего поколения в целях всестороннего развития и воспитания всегда была насущной для общества. Воспитание и развитие детей происходят в любой момент...

Альманах № 1, 2022 Исследовательские и проектные работы учащихся. Методические рекомендации для руководителей проектно-исследовательских работ.

Материалы альманаха подготовлены методическим объединением учителей начальных классов МОБУ Новобурейской СОШ № 3 Бурейского муниципального округа Амурской области. В нём представлены лучшие исследоват...